Фәрәхетдинов Хәмәт Фәрәхетдин улы
Фәрәхетдинов Хәмәт Фәрәхетдин улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 25 декабрь 1903 |
Тыуған урыны | Ҡашҡа, Асҡын районы, СССР |
Вафат булған көнө | 27 июнь 1986 (82 йәш) |
Вафат булған урыны | Ҡашҡа, Асҡын районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | тимерсе |
Хәрби звание | ҡыҙылармеец[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Фәрәхетдинов Хәмәт Фәрәхетдин улы (25 декабрь 1903 йыл — 27 июнь 1986 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, ҡыҙылармеец[1], тимерсе.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәмәт Фәрәхетдин улы Фәрәхетдинов Асҡын районы Ҡашҡа ауылында 1903 йылдың 25 декабрендә тыуа. Хәмәт ғәрәпсәнән — маҡтаулы. Парта артына ултырып белем ала алмаһа ла, үҙ аллы уҡырға һәм яҙырға өйрәнә. Тыуған ерендә төрлө эштәр башҡарырға тура килә уға. 1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Ул үҙ теләге менән фронтҡа алыуҙарын һорап ғариза яҙа. Ғариза кире кағыла, «Һин ошонда кәрәк, үҙебеҙ саҡырырбыҙ», -тигән яуап ала. Уға «бронь» бирелә. Һуғыштың тәүге көндәрендән үк Асҡындан бик үк алыҫ булмаған Пермь өлкәһе Щучье-Озеро станцияһынан фронтта кәрәк әйберҙәр менән тәьмин итеү бурысы йөкләтелә. Станцияға илтеп, Ҡыҙыл Армия яуғирҙәренә кәрәк әйберҙәр оҙата ул.
Ғаилә хәле
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡариҙел районы Яңы Аҡбүләк ауылынан булған Гәйниямалды (1908 йылғы) тормош иптәше итеп һайлай һәм 1931 йылда тормош ҡора. 1933-се йылда ҡыҙҙары Мәҡсүдә тыуа.
Хәрби хеҙмәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Асҡын районы хәрби комиссариаты ҡарары менән 1942 йылдың февралендә фронтҡа саҡырыу килә. Авиамоторист булып хеҙмәт итә. Ул ҡаты яралана. Госпиталдән терелеп сығып, йәнә сафҡа баҫа. Икенсе тапҡыр янған танкта ҡала, арҡаһы бешә, яралары төҙәлһә лә, йөйҙәре ҡала. Биҡ оҙаҡ госпиталдә ятырға тура килә уға. Терелеп сыға. Һул яҡ беләгендә патрон ярсығы һиҙелеп, беленеп тора ине, тиҙәр улдары. Дәһшәтле һуғыш барған мәлдә ошо юлдарҙы үтеп ул 112-се легендар Башҡорт кавалерия дивизияһына килеп эләгә. Яугир, ауылдашы Әҙмәғолов Мөхәмәт менән осраша. Аттар ҡарай, тимерсе була. Еңеү көнөн ул ошо дивизия составында Берлинда ҡаршы ала.
Һуғыштан һуңғы тормошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1945 йылдың көҙөндә ул күкрәгенә орден — миҙалдар тағып, тыуған ауылына ҡайта. Тормош иптәше Гәйниямал көтөп ала. 5 бала(3 ҡыҙ һәм 2 малай) тәрбиәләй улар. «Молотов» исемендәге колхозда эш башлай. Унан Урмияҙ ауылында МТС төзөлә. 1957 йылдың яҙынан халыҡ Урмияҙ совхозы эшселәренә әйләнә. 1965 йылда Урмияҙ совхозы ике совхоз итеп бүленә. Үҙәге Ҡашҡа ауылында булған «Төй» совхозы ойошторола. Тимерсе һөнәрен дауам итә. Беренселәрҙән булып махсуслаштырылған станокта йөн тетеү эшен яйға һала. 1963 йылда хаҡлы ялға сыға. 1986 йылдың 27 июнендә, 83 йәшендә вафат була.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «II дәрәжә Ватан һуғышы» юбилей ордены[2]
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы
- «Кёнигсбергты алған өсөн» миҙалы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гөлфия Сабирова. Ышаныч. Ҡашҡа ауылы.. — Асҡын: Асҡын районының ижтимагый – сәяси гәзите, 1 май 2020. — №35 с.
- Илназ Әюпов. Ышаныч. Тимерсе Хәмәт Фәрәхетдинов.. — Асҡын: Асҡын районының ижтимагый – сәяси гәзите, 2019. — №35 с.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 25 декабрҙә тыуғандар
- 1903 йылда тыуғандар
- Асҡын районында тыуғандар
- 27 июндә вафат булғандар
- 1986 йылда вафат булғандар
- Асҡын районында вафат булғандар
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «Кенигсбергты алған өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары