Эстәлеккә күсергә

Фәүзиә (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Фәүзиәтөрки телле халыҡтарға ғәрәптәрҙән ингән ҡатын-ҡыҙ исеме.

Фәүзиә — «еңеүсе» тигән мәғәнә аңлатҡан мосолман ҡатын-ҡыҙ исеме[1].

Фәүзиә Абдулла ҡыҙы Рәхимғолова (15 декабрь 1921 йыл — 21 октябрь 1996 йыл) — башҡорт яҙыусыһы, шағир һәм журналист. 1952 йылдан — КПСС, 1961 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1982).

Фәүзиә Миҙхәт ҡыҙы Мөхәмәтшина (15 июнь 1953 йыл) — башҡорт журналисы, Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәйҙең Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998), Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2016),

Фәүзиә Юлдашбаева (22 март 1947 йыл — 16 август 1996 йыл) — башҡорт шағиры. 1992 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Фәүзиә Шағәле ҡыҙы Латипова (11 март 1947 йыл) — журналист. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союзы азаһы (1996). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993), Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2002).

Фәүзиә Ҡотлогилдина (7 ғинуар 1952 йыл) — Ғафури районының Сәсәндәр мәктәбе етәксеһе, бер нисә китап авторы. Алтынбикә исеме менән сығыш яһай.

Ҡаһарманова Фәүзиә Ҡаһарман ҡыҙы (14 декабрь 1914 йыл — 1993 йыл), ауыл хужалығы алдынғыһы. 1933—1950 йылдарҙа Дүртөйлө МТС-ының ҡатын-ҡыҙ тракторсылар бригадаһы етәксеһе. Ленин (1942) һәм «Почёт Билдәһе» (1935) ордендары кавалеры. Республикала «Почёт Билдәһе» орденына лайыҡ булған иң беренсе ҡатын-ҡыҙ.

Байрамова Фәүзиә Әүхәҙи ҡыҙы (5 декабрь 1950 йыл) — татар халҡының күренекле сәйәсмәне, яҙыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре, тарих фәндәре кандидаты (2006). Иттифаҡ партияһы башлығы (1991 йылдан), Төрки халыҡтар ассамблеяһы рәйесе урынбаҫары (1991 йылдан), Милли Йыйылыш рәйесе (1994—1997), Татарстан Республикаһы Юғары Советы депутаты (1990—1995). Хажиә (1999).


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ