Халыҡ-ара берәмектәр системаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Халыҡ-ара берәмектәр системаһы, СИ (франц. Le Système International d’Unités, SI) — физик дәүмәлдәрҙең системаһы, метрик системаһының хәҙерге варианты. СИ донъялағы иң киң файҙаланылған берәмектәр системаһы булып тора, ул көндәлек тормоштала, фәндәлә һәм техникала ҡулланыла. Хәҙерге заманда СИ донъяның күпселек илдәрендә төп берәмектәр системаһы тип ҡабул ителгән, хатта көндәлек тормошта традицон берәмек булған илдәрҙә лә техникала ҡулланыла. Бик аҙ булған бындай дәүләттәрҙә (мәҫәлән, АҠШта) традицион берәмектәр шундай уҡ ҮС берәмектәре менән билдәле коэффициентҡа бәйләп үҙгәртелә.

Халыҡ-ара берәмектәр системаһының тулы рәсми тасуирламаһы аңлатмалары менән бергә СИ Брошюраһының (франц. Brochure SI, ингл. The SI Brochure) ғәмәлдәге редакцияһында һәм уның Өҫтәмәләрендә була. Уны Халыҡ-ара үлсәм һәм үлсәү бюроһы баҫтыра һәм үҙенең рәсми сайтында урынлаштыра[1][2]. СИ Брошюраһы 1970 йылдан алып баҫыла, 1985 йылдан алып француз һәм инглиз телдәрендә сыға, бер нисә икенсе телдәргә тәржемә ителгән, әммә рәсми тип француз телендәге текст һанала.

Метрик системаға күсеү датаһы. Ҡара төҫ менән СИ системаһын төп йәки берҙән-бер тип ҡабул итмәгән илдәр (АҠШ, Либерия, Мьянма)

Дөйөм мәғлүмәттәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Халыҡ-ара берәмектәр системаһы (СИ) — Халыҡ-ара үлсәмдәр системаһында нигеҙләнгән, атамалары һәм билдәләре менән бергә, тағы ла приставкалар йыйылмаһы һәм уларҙың атамалары һәм билдәләре уларҙы файҙаланыу ҡағиҙәләре менән бергә Үлсәм һәм үлсәү буйынса генераль конференцияһында (CGPM) ҡабул ителгән берәмектәр системаһы.

— Халыҡ-ара метрология буйынса һүҙлек[3]

1960 йылда XI Үлсәм һәм үлсәү буйынса генераль конференцияһында СИ ҡабул ителгән, ҡайһы бер артабанғы конференциялар Халыҡ-ара берәмектәр системаһына үҙгәртеүҙәр индерәләр.

СИ ете төп һәм уларҙан барлыҡҡа килгән физик үлсәмдәрҙән (артабан — берәмектәр), тағы ла приставкалар йыйылмаһы тора. Берәмектәргә стандарт ҡыҫҡартыу билдәләре һәм физик үлсәмдәрҙән барлыҡҡа килгәндәргә яҙыу ҡағиҙәләре ҡабул ителгән.

Төп берәмектәр: килограмм, метр, секунд, ампер, кельвин, моль һәм кандела. СИ сиктәрендә был берәмектәрҙең бойондороҡһоҙ үлсәмлеге бар тип һанала, йәки төп берәмектәр башҡаларҙан килеп сыға алмаҫҡа тейеш була.

Уларҙан барлыҡҡа килгән берәмектәр төп алгебраик эштәр — ҡабатлау һәм бүлеү ярҙамында барлыҡҡа киләләр. Быларҙың ҡайһылары өсөн СИ айырым исем бирә (мәҫәлән, радиан).

Приставкаларҙы берәмектәр алдында ҡулланырға мөмкин, улар берәмекте билдәле бөтөн һанға ҡабатлау йәки бүлеү кәрәклеген (10 һанын дәрәжәгә күтәреүҙе) аңлата. Мәҫәлән, «кило» приставкаһы 1000-гә ҡабатлауҙы аңлата (километр = 1000 метр). СИ приставкаларын унарлы приставкалар тип атайҙар.

Берәмектәрҙең атамалары һәм билдәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Километрҙың халыҡ-ара билдәләүе һәм СИ приставкаһы ҡулланылған Ҡытайҙағы юл күрһәткесе

Халыҡ-ара документтарға ярашлы (СИ Брошюраһы, ISO 80000, Халыҡ-ара метрологик һүҙлек[3]), СИ берәмектәренең атамалары һәм билдәләре була. Берәмектәрҙең атамалары төрлө телдәрҙә төрлөсә яҙылыуы һәм уҡылыуы мөмкин, мәҫәлән: франц. kilogramme, ингл. kilogram, порт. quilograma, болг. килограм, грек. χιλιόγραμμο, ҡыт. 千克, япон. キログラム. Таблицала халыҡ-ара документтарҙа күрһәтелгән француз һәм инглиз атамалары бирелгән. ҮС Брошюраһына ярашлы берәмек билдәләре ҡыҫҡартыуҙар түгел, ә математик объекттары (франц. entités mathématiques, ингл. mathematical entities) булып торалар. Улар ISO 80000 халыҡ-ара фәнни символикаға инәләр һәм телгә буйһонмайҙар, мәҫәлән: kg. Халыҡ-ара берәмектәр менән файҙаланғанда латин алфавиты, айырым осраҡтарҙа грек хәрефтәре йәки махсус символдар ҡулланыла.

Әммә постсовет аралығында (БДБ, БДБ-2, Грузия) һәм кириллица нигеҙендә алфавиты булған Монголияла, халыҡ-ара билдәләр менән берлектә (ысынында — улар урынына) милли атамаларҙа нигеҙләнгән билдәләр ҡулланыла: «килограмм» — кг, груз. კილოგრამი — კგ әзерб. kiloqram — kq.

Рәсәйҙә ГОСТ 8.417—2002 эшләй, уға ярашлы СИ берәмектәрен мотлаҡ рәүештә файҙаланыу ҡаралған[4].

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1889 йылдан алып 1960 йылға тиклем ҡулланылған метрҙың халыҡ-ара эталоны

Бөйөк француз инҡилабынан һуң француз ғалимдары менән төҙөлгән Үлсәмдәрҙең метрик системаһының үҫеше булып СИ тора. Метрик системаһы индереүгә тиклем берәмектр бер-береһенә буйһонмайынса һайланғандар, шунлыҡтан бер берәмектән икенсе берәмеккә күсеүҙе иҫәәпләү ауырға төшкән. Тағы ла төрлө урындарҙа төрлө берәмекте ҡулланғандар, ҡайһы берҙә бер үк атама менән. Метрик система уңайлы һәм берҙәм үлсәм һәм үлсәү системаһы булып торорға тейеш булған.

1799 йылда Францияла оҙонлоҡто (метр) һәм масса (килограмм) берәмектәрен үлсәр өсөн ике эталон етештерелгән[5].


СИ берәмектәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

СИ берәмектәренең атамалары бәләкәй хәреф менән яҙыла, башҡа ҡыҫҡартыуҙарҙан айырмалы рәүештә, уларҙан һуң нөктә ҡуйылмай.

Төп берәмектәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дәүмәл Берәмек
Атама Үлсәмдең символы Атама Билдәләү
башҡортса французса/инглизсә башҡортса халыҡ-ара
Оҙонлоҡ L метр mètre/metre м m
Масса M килограмм[К 1] kilogramme/kilogram кг kg
Ваҡыт T секунд seconde/second с s
Ток көсө I ампер ampère/ampere А A
Термодинамик температура Θ кельвин kelvin К K
Матдәнең һаны N моль mole моль mol
Яҡтылыҡ көсө J кандела candela кд cd

Яһалма берәмектәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Махсус атамалары һәм билдәләре булған яһалма берәмектәр
Дәүмәл Берәмек Билдәләү Төп берәмектәр аша сығарылышы
башҡортса француз/инглиз атамаһы башҡортса халыҡ-ара
Яҫы мөйөш радиан[6] radian рад rad м·м−1 = 1
Есемле мөйөш стерадиан steradian ср sr м2·м−2 = 1
Цельсий температураһы[К 2] Цельсий градусы degré Celsius/degree Celsius °C °C K
Йышлыҡ герц hertz Гц Hz с−1
Көс ньютон newton Н N кг·м·c−2
Энергия джоуль joule Дж J Н·м = кг·м2·c−2
Ҡеүәтлелек ватт watt Вт W Дж/с = кг·м2·c−3
Баҫым паскаль pascal Па Pa Н/м2 = кг·м−1·с−2
Яҡтылыҡ ағымы люмен lumen лм lm кд·ср
Яҡтыртыулыҡ люкс lux лк lx лм/м² = кд·ср/м²
Электрик заряд кулон coulomb Кл C А·с
Потенциалдар айырмаһы вольт volt В V Дж/Кл = кг·м2·с−3·А−1
Ҡаршылыҡ ом ohm Ом Ω В/А = кг·м2·с−3·А−2
Электрһыйымлыҡ фарад farad Ф F Кл/В = с4·А2·кг−1·м−2
Магнит ағымы вебер weber Вб Wb кг·м2·с−2·А−1
Магнит индукцияһы тесла tesla Тл T Вб/м2 = кг·с−2·А−1
Индуктивлыҡ генри henry Гн H кг·м2·с−2·А−2
Электр үткәреүсәнлек сименс siemens См S Ом−1 = с3·А2·кг−1·м−2
Радиоактив сығанаҡтың әүҙемлеге беккерель becquerel Бк Bq с−1
Ион нурланышының һеңгән дозаһы грей gray Гр Gy Дж/кг = м²/c²
Ион нурланышының эффектив дозаһы зиверт sievert Зв Sv Дж/кг = м²/c²
Катализатор әүҙемлеге катал katal кат kat моль/с


СИ-ға инмәгән берәмектәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡайһы бер СИ-ға инмәгән берәмектәрҙе, Үлсәм һәм үлсәү буйынса генераль конференцияһы ҡарарына ярашлы, СИ менән берлектә рөхсәт ителә.

Берәмек Француз​/​инглиз атамаһы Билдә СИ берәмегендә дәүмәл
русса/башҡортса халыҡ-ара
минут minute мин min 60 с
сәғәт heure/hour ч/сәғ h 60 мин = 3600 с
тәүлек jour/day сут/тәү d 24 ч = 86 400 с
мөйөш градусы degré/degree ° ° (π/180) рад
мөйөш минутаһы minute (1/60)° = (π/10 800)
мөйөш секундаһы seconde​/​second (1/60)′ = (π/648 000)
литр litre л l, L 1/1000 м³
тонна tonne т t 1000 кг
непер neper Нп Np үлсәмһеҙ
бел bel Б B үлсәмһеҙ
электронвольт electronvolt эВ eV ≈1,602 177 33·10−19 Дж
массаның атом берәмеге, дальтон unité de masse atomique unifiée, dalton​/​unified atomic mass unit, dalton а. е. м./ м. а. б. u, Da ≈1,660 540 2·10−27 кг
астрономик берәмек unité astronomique​/​astronomical unit а. е./ а. б. au 149 597 870 700 м (точно)[7][2]
диңгеҙ миле mille marin​/​nautical mile миля M[К 3] 1852 м (точно)
узел nœud/knot уз kn[К 3] 1 морская миля в час = (1852/3600) м/с
ар are а a 10² м²
гектар hectare га ha 104 м²
бар bar бар bar 105 Па
ангстрем ångström Å Å 10−10 м
барн barn б b 10−28 м²

Быларҙан башҡа, ГОСТ 8.417-2002 артабанғы берәмектәрҙе ҡулланырға рөхсәт итә: град, яҡтылыҡ йылы, парсек, диоптрия, киловатт-сәғ, вольт-ампер, вар, ампер-сәғ, карат, текс, гал, секундҡа әйләнеш, минутҡа әйләнеш. Тағы ла сағыштырмаса һәм логарифмлы дәүмәлдәренең берәмектәрен ҡулланырға рөхсәт ителә: процент, промилле, миллион өлөшө, фон, октава, декада. Киң таралыу алған ваҡыт берәмектәрендә файҙаланыу мөмкин: мәҫәлән, аҙна, ай, йыл, быуат, мең йыллыҡ.


Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Комментарийҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. По историческим причинам, название «килограмм» уже содержит десятичную приставку «кило», поэтому кратные и дольные единицы образуют, присоединяя стандартные приставки СИ к названию или обозначению единицы измерения «грамм» (которая в системе СИ сама является дольной: 1 г = 10−3 кг).
  2. Цельсий температураһы (билдәһе t) t = T — T0 сығарылышы менән табыла, бында T — термодинамик температура (кельвин), ә T0 = 273,15 К.
  3. 3,0 3,1 Обозначение дано в Брошюре СИ, но более официальными источниками не принято.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. The SI brochure (инг.) Брошюра СИ на сайте Международного бюро мер и весов
  2. 2,0 2,1 Supplement 2014: Updates to the 8th edition (2006) of the SI Brochure (фр.) (инг.)
  3. 3,0 3,1 Международный словарь по метрологии: основные и общие понятия и соответствующие термины = International vocabulary of metrology — Basic and general concepts and associated terms (VIM) / Пер. с англ. и фр. — 2-е изд., испр. — СПб.: НПО «Профессионал», 2010. — 82 б. — ISBN 978-5-91259-057-3.
  4. ГРАМОТА.РУ — справочно-информационный интернет-портал «Русский язык»
  5. Brief history of the SI
  6. Резолюция 8 XX Генеральной конференции по мерам и весам (1995)  (инг.). Международное бюро мер и весов. 28 ноябрь 2014 тикшерелгән.
  7. Резолюция 28-й Генеральной ассамблеи о переопределении астрономической единицы (2012)  (инг.). Международный астрономический союз. 29 ғинуар 2014 тикшерелгән.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • ГОСТ 8.417-2002. Единицы величин.
  • Деньгуб В. М., Смирнов В. Г. Единицы величин. Словарь-справочник — М.: Издательство стандартов, 1990. — Б. 100. — 240 б. — ISBN 5-7050-0118-5.
  • Newell D. B. A more fundamental International System of Units // Physics Today. — 2014. — Vol. 67. — № 7. — P. 35—41.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]