Эстәлеккә күсергә

Үҙәк федераль округ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Центральный федеральный округ битенән йүнәлтелде)
Үҙәк ФО
ФО үҙәгеМәскәү
Майҙаны650, 7 мең.км² ( 2007 йыл аҙағына)
(3,82 % РФ)
Халҡы38 456 865 кеше (2011 йылдың 1 ғинуары )
(26,91 % от РФ), шул иҫәптән:
-ҡала халҡы - 31 338 115 кеше
-ауыл халҡы - 7 118 750 кеше.
Халыҡ тығыҙлығы56,9 кеше/км².
Субъекттар һаны18
Ҡалалар һаны300
Сәнәғәт этештереү күләме1300 млрд һум. (2002)
Йән башына төшкән табыш5284 һум. (2002)
Тулайым региональ продукт (ТРП)10305 млрд һум. (2007)
Йән башына ТРП165,41 мең һум/кеше. (2005)
Президенттың тулы хоҡуҡлы вәкилеПолтавченко Георгий Сергеевич

Үҙәк федераль округ (рус. Центральный федеральный округ) — Рәсәйҙең көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан административ ойошма 2000-се йылдың 13-сө майында Рәсәй Президенты указы менән ойошторолған.

Хоҡуҡи-административ торошо

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Федераль округ Рәсәй Федерацияһының административ берәмеге булып хисапланмай, йәғни Рәсәй Федерацияһының субъекты түгел[1].

Округ территорияһы 650 700 км², йәғни Рәсәй Федерацияһының 3,82 % майҙанын биләй.

Көнсығыш-Европа тигеҙлегендә урынлашҡан;Валдай, Смоленск-Мәскәү, Уртаурыҫ ҡалҡыулыҡтары бар;Мещёра һәм Ока-Дон уйһыулыҡтары бар. Иң юғары нөктәһе — 347 м (Валдай түбәһе).

Тышҡы сиктәре: көнбатышта Белорусь менән, көньяҡ-көнбатышта Украина менән. Көньяҡта Көньяҡ, көнсығышта Волга буйы, төньяҡта Төньяҡ-Көнбайыш федераль округтары менән эске сиктәре бар.

Иң ҙур йылғалары (йәйәләр эсендә ҡушылдыҡтары): Волга (Ока), Дон (Воронеж), Днепр (Десна, Сейм), Көнбайыш Двина. Диңгеҙгә сығышы юҡ.

Тәбиғи зоналар (төньяҡтан көньяҡҡа): тайга, ҡатнаш урман, киң япраҡлы урман, урманлы дала.

Тәбиғи ресурстар: тимер рудһы (Курск магнит аномалияһы) — запастар 40 млрд т. (рәсәйҙекенән 60 %), фосфориттар (25 %), бокситтар (15 %), һоро күмер — сығарыу 1,5 млн т, цемент сеймалы (25 %), торф, урман, ҡара тупраҡ, һыу ресурстары.

Тимер юлдары оҙонлоғо — 17 291 км (рәсәйҙекенән 19,9 %), ҡаты ҡатламлы шоссе — 117 926 км (22,3 %).

ҮФО-та Рәсәйҙәге иң юғары халыҡ тығыҙлығы (57,09 кеше/км² 2007 йыл аҙағында). Халыҡ һаны буйынса округ иң алдынғыларҙа тора — 37 121 812 кеше (РФ-һынан 26,16 %), шул иҫәптән: ҡалаларҙа — 29 994 175 кеше, ауылдарҙа — 7 127 637 кеше (2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата). Шулай уҡ ҮФО урыҫ халыҡының өлөшө иң күбе (91,32 % 2002 йылда). Был, исмаһам бер генә националь федерация субъекты ла булмаған, берҙән-бер федераль округ. Күбеһенсә ҙур булмаған, әммә халыҡ бик тығыҙ урынлашҡан өлкә, халҡының яртыһы тирәһе Мәскәүҙә һәм Мәскәү янында йәшәй.

Үҙәк федераль округ
Үҙәк федераль округ
Флаг Федерация субъекты Административ үҙәк
1 Белгород өлкәһе Белгород
2 Брянск өлкәһе Брянск
3 Владимир өлкәһе Владимир
4 Воронеж өлкәһе Воронеж
5 Иваново өлкәһе Иваново
6 Калуга өлкәһе Калуга
7 Кострома өлкәһе Кострома
8 Курск өлкәһе Курск
9 Липецк өлкәһе Липецк
10 Мәскәү
11 Мәскәү өлкәһе Мәскәү , Красногорск
12 Орёл өлкәһе Орёл
13 Рязань өлкәһе Рязань
14 Смоленск өлкәһе Смоленск
15 Тамбов өлкәһе Тамбов
16 Тверь өлкәһе Тверь
17 Тула өлкәһе Тула
18 Ярославль өлкәһе Ярославль

Халҡы һәм милли составы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2002 йылдағы халыҡ иҫәбе мәғлүмәтенә ҡарағанда Үҙәк федераль округында кеше һаны 38 000 652 тиң. Милли состав:

  1. Урыҫтар — 34 703 066 кеше (91,32 %)
  2. Украиндар — 756 087 кеше (1,99 %)
  3. Үҙ милләтен күрһәтмәгән кешеләр — 736 020 кеше (1,93 %)
  4. Татарҙар — 288 216 кеше (0,77 %)
  5. Әрмәндәр — 249 220 кеше (0,66 %)
  6. Белорустар — 186 326 кеше (0,49 %)
  7. Әзербайджандар — 161 859 кеше (0,43 %)
  8. Йәһүдтәр — 103 710 кеше (0,27 %)
  9. Грузиндар — 80 651 кеше (0,21 %)
  10. Молдавандар — 67 811 кеше (0,18 %)
  11. Мордвалар — 67 497 кеше (0,18 %)
  12. Таджиктар — 46 738 кеше (0,12 %)
  13. Сыуаштар — 46 101 кеше (0,12 %)
  14. Сиғандар — 45 858 кеше (0,12 %)
  15. Үзбәктәр — 38 676 кеше (0,1 %)
  16. Немецтар — 33 190 кеше (0,09 %)
  17. Чечендар — 28 861 кеше (0,08 %)
  18. Осетиндар — 17 655 кеше (0,05 %)
  19. Башҡа милләттәге халыҡтар — 17 270 кеше (0,05 %)
  20. Корейҙар — 16 720 кеше (0,04 %)
  • Мәскәү
  • Воронеж
  • Ярославль
  • Липецк
  • Рязань
  • Тула
  • Брянск
  • Курск
  • Тверь
  • Иваново
  • Белгород
  • Владимир
  • Калуга
  • Орёл
  • Иҫке Оскол
  • Смоленск
  • Тамбов
  • Кострома
  1. Российская Федерация состоит из республик, краев, областей, городов федерального значения, автономной области, автономных округов — равноправных субъектов Российской Федерации (Конституция РФ, ст.5, п.1)
  • Центральный федеральный округ // Чепалыга А. Л., Чепалыга Г. И. Регионы России: Справочник. — 2-е изд., испр. и доп. — М.: Дашков и К°, 2004. — 100 с. — С. 26-39. ISBN 5-94798-490-3