Шәриф (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шәриф

Шәриф — ир-ат исеме.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шәриф исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән ингән. Мәғәнәһе дәрәжәле, данлы, юғары намыҫлы, мәрхәмәтле, күренекле, аҡһөйәк, затлы нәҫел, арҙаҡлы, юғары ҡатлам тигәнде аңлата[1]. Шәриф исеменән Шәрифә тигән ҡатын-ҡыҙ исеме барлыҡҡа килә. Мәғәнәһе — ҡәҙерле, маҡтаулы, мәрхәмәтле[2].

Күренекле кешеләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бикҡолов Шәриф Сәғәҙәтулла улы, Шәриф Биҡҡол — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт шағиры, яҙыусы һәм журналист.

Шәриф Манатов (20 октябрь 1892 йыл — 1936 йыл) — башҡорт дәүләт эшмәкәре, Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте етәкселәренең береһе, Башҡортостан автономиялы республикаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе.

Сөләймәнов Шәриф Сөләймән улы (13 октябрь 1920 йыл — 12 февраль 1994 йыл) — дәүләт, хужалыҡ һәм партия эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1971—1988 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының финанс министры, ете саҡырылыш (IV—XI) БАССР Юғары Советы депутаты. Советтар Союзы Геройы (1943). Отставкалағы полковник.

Солтанов Шәриф Хәбибулла улы (9 август 1913 йыл — 10 май 1998 йыл) — ауыл хужалығы эшмәкәре, 1957—1975 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Кушнаренко районы Салауат исемендәге колхоз рәйесе, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). Райондың почётлы гражданы (1987).

Шәриф Сөнчәләй (төп исеме — Шәриф Хәмиҙулла улы Сөнчәләев; 3 ноябрь 1885 йыл — 9 ноябрь 1959 йыл) — Башҡортостан мәғарифы тарихында мәктәп һәм башҡа балалар ойошмаһы эштәрен яңыса ойоштороусы күренекле хеҙмәткәр, этнограф, иҡтисадсы, педагог. Милләте — татар.

Әбү Бәкер Шәриф үл-Хәшим — Сулу солтанатына нигеҙ һалыусы

Шәриф — йырсы Шәрип Умхановтың сәхнә псевдонимы.

Фамилияла[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шариф, Азиз (1895—1988) — әзербайжан совет әҙәбиәт белгесе, тәнҡитсе һәм тәржемәсе.

Шариф, Мершад (1952 йыл) — француз, унан алда иран шахматсыһы, халыҡ-ара мастер (1975).

Шариф, Наваз (1949 йыл) — Пакистан сәйәсмәне һәм бизнесмены, Пакистандың дүрт тапҡыр премьер-министры.

Шариф, Омар (1932 йыл — 2015 йыл) — голливуд актёры, сығышы менән Мысырҙан.

Шариф, Рахиль (1956 йыл) — Пакистан ҡораллы көстәре генералы.

Шариф, Шаббир (1943 йыл — 1971 йыр) — өсөнсө һинд-пакистан һуғышы ваҡытында һәләк булған Пакистан хәрбиһе.

Шариф, Захид (1967 йыр) — Пакистандың үләндә хоккейсыһы.

Шариф, Шахбаз (1950 йыр) — Пакистан сәйәсмәне, Пенджаб провинцияһының баш министры (2009 йылдан).

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡол Шәриф мәсете (татар. Колшәриф мәчете, Qolşərif məçete) — Татарстандың һәм Ҡазандаң төп йома мәсете (2005 йылдан); Ҡазан кремле биләмәһендә урынлашҡан.

Мазари-Шәриф күк мәсете— йәки Хаҙрәт Әли изге мәсете — Афғанстанда Мазари-Шәриф ҡалаһында урынлашҡан мәсет. Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең ике туған ҡустыһы һәм кейәүе Имам Әли хәлифтың ерләнгән урыны

Мазари-Шәриф Mazār-e Šarif (дари مزار شریف, үзб. مزار شریف/Mazori Sharif — «бөйөк төрбә») — Афғанстандың төньяғында урынлашҡан ҡала. Балх провинцияһының административ үҙәге.

Ҡөрьән-Шәриф — Аллаһы тәғәләнең пәйғәмбәре Мөхәммәт Саллаллаһү ғәләйһи үә сәлләм аша кешеләргә ебәрелгән изге китабы. Китаптағы һүҙҙәр — Аллаһы тәғәлә һүҙҙәре.

Шәриф (рус. Шери́ф, шари́ф, ғәр. شريف‎ — абруйлы, аҫыл һөйәк, намыҫлы; күплектә ғәр. أشراف) — мосолмандарҙың абруйлы титулы, атай яғынан да, әсәй яғынан да быуындан-быуынға бирелә.

Бөйөк шәриф — Мәккә шәрифлеге юлбашсыһының һәм быуындан-быуынға Мәккә һәм Мәҙинәне һаҡлап тороусыларҙың титулы.

Шериф (ингл. sheriff) — инглиз телле ҡайһы бер илдәрҙә административ-суд вазифаһы.

Мәҙәниәттә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Шериф (Le shérif)» операһы — Фроманталь Галевиҙың комик операһы.

«Шериф» — поп-группа.

«Sheriff — Шериф» (ингл. Sheriff) — Канада рок-группаһы

Шериф — команда ролле «Мафия» уйынындағы персонаж.

Шериф Вуди — мультфильм геройы.

Шериф Хойт — «Техасская резня бензопилой» фильмындағы яуыз персонаж.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ