Эстәлеккә күсергә

Манатов Шәриф Әхмәтйән улы

Был мәҡәлә һайланған мәҡәләләр исемлегенә керә
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Шәриф Манатов битенән йүнәлтелде)
Шәриф Әхмәтйән улы Манатов
Флаг
Флаг
Башҡорт мәркәз шураһы рәйесе
20.02.1917 — 04.02.1918
 
Тыуған: 20 октябрь 1892({{padleft:1892|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Ҡатай улусы (хәҙерге Ҡурған өлкәһе Әлмән районы) Манат ауылы
Үлгән: 1936({{padleft:1936|4|0}})
Силәбе өлкәһе Смородинка ауылы
Ерләнгән: Башҡорт АССР-ы Учалы районы Көсөк ауылы
Ҡатыны: Ғәйшә Манатова
Партия: РСДРП ғинуар — июнь 1917
РКП(б), ВКП(б) май 1918 — 31 октябрь 1935
Белеме: Бехтерев институты
Профессияһы: Журналист

Манатов Шәриф (Шәрифйән) Әхмәтйән улы (20 октябрь 1892 йыл1936 йыл) — башҡорт дәүләт эшмәкәре, Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте етәкселәренең береһе, Башҡортостан автономиялы республикаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе.

1920 йылда Тбилисила төрки һәм Кавказ халыҡтары эмигранттарының осрашыуы.
Ултыралар (уңдан һулға): Шәриф Манатов, Әхмәт Цаликов, Мостафа Шоҡай.
Баҫып торалар (уңдан һулға): Солтан Алдиев, Ғүмәр Тереғолов, Усман Тоҡомбәтов.

Шәриф Әхмәт улы Манатов 1892 (икенсе сығанаҡтар буйынса 1893) йылдың 20 октябрендә Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Ҡатай улусының (хәҙерге Ҡурған өлкәһе Әлмән районы) Манат ауылында мулла ғәиләһендә тыуған.

Шәриф 5 йәшендә әсәнән етем ҡала. 1905 йылда 13 йәшлек был зирәк малай алыҫ юлға сыға: Өфөгә килеп, башҡорттар араһынан уҡымышлы кешеләргә юлыға һәм уларҙың ярҙамы менән «Ғәлиә» мәҙрәсәһенә уҡырға урынлаша. Артабан, мәҙрәсәне тамамлау менән, Семипалатинскиға барып, уҡытыусылар семинарияһына имтихан тота һәм уны 1910 йылда тамамлай[1].

1910 йылда Санкт-Петербургка юл тота, бында ул 1911 йылдың сентябрендә Бехтерев институтының тарих-филология факультетына ҡабул ителә. Шәриф Манатовтың сәйәси эшмәкәрлеге нәҡ ошо осорҙа башланып китә. Ул, аҙмы-күпме аҡса табыу өсөн, шәхси дәрестәр бирә, Петербургта һәм Өфөлә сыҡҡан мосолман гәзиттәрендә, батша Рәсәй империяһының милли сәйәсәтен фашлап, мәҡәләләр баҫтыра, студенттар хәрәкәтендә ҡатнаша, халыҡты бөлгөнлөккә төшөрөүсе Беренсе донъя һуғышына ҡаршы сығыш яһай.

1914 йылдың октяберендә, охранканың эҙәрлекләүенән ҡасып, III курста уҡыуын тамамламайынса, эмиграцияға сығып китә. Тәүҙә Истанбулда уҡый[2], һуңынан Швейцарияның Цюрих, Берн ҡалаларында йәшәй, аҙаҡ Женевала урынлашып, шоколад фабрикаһында үлсәүсе булып эшләй. Бында ул үҙ алдына белем алыуын дауам итә, эмиграциялағы рус революционерҙары менән таныша, В. И. Ленин осраша. Эмиграцияла үткәргән өс йыл ваҡыт эсендә Шәриф Манатов йәнә инглиз, немец, француз, ғәрәп телдәрен өйрәнә, сәйәси әҙәбиәт менән ныҡлап мауығып китә. Һөҙөмтәлә, 1917 йылдың ғинуарында РСДРП (меньшевик-интернационалистар) сафына ағза булып керә[3].

1917 йылғы Февраль революцияһынан һуң Шәриф Манатов, илгә ҡайтып, Өфөлә «Тормош» гәзите редакцияһына эшкә урынлаша. 1917 йылдың 20—27 июлендә Ырымбур ҡалаһында үткәрелгән I Башҡорт ҡоролтайында ҡатнаша. Ҡоролтайҙа Шәриф Манатов Башҡорт мәркәз шураһы ағзаһы һәм рәйесе итеп һайлана[4]. Әхмәтзәки Вəлиди буйынса, Шәриф Манатов Башҡорт мәркәз шураһы рәйесе итеп Ҡорбанғәлиевтар ярҙамы менән һайлана[5]. 1917 йылдың 22—29 авгусында Өфөлә уҙған II Башҡорт ҡоролтайында ҡатнаша. Ҡоролтайҙа сығыш яһап, Рәсәйҙә унитар дәүләт өсөн көрәшеүселәргә, милләттәрҙең үҙбилдәләнешен танырға теләмәүселәргә ҡаршы тора[6]. Бында Шәриф Манатов йәнә Башҡорт мәркәз шураһы ағзаһы һәм рәйесе итеп һайлана[4], ә Әхмәтзәки Вәлидов был ваҡытта уның ярҙамсыһы, Шәйехзада Бабич — шураның сәркәтибе итеп раҫлана. Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышына Ырымбур губернаһынан 9-сы һанлы Башҡорт федералистары исемлеге буйынса кандидат итеп һайлана[7].

1917 йылдың 16 ноябрендә Башҡорт мәркәз шураһының Башҡортостан автономияһын иғлан иткән тарихи фарманы ла Шәриф Манатов ҡултамғаһы менән донъя күрә. Манатов етәкселегендә хөкүмәт Башҡортостан автономияһын бойомға ашырыу юлында мөһим эштәр атҡара. 1917 йылдың 8—20 декабрендә III Бөтә башҡорт ҡоролтайы автономия төҙөүҙе раҫлай. Был съезда Шәриф Манатов Башҡорт хөкүмәте һәм Кесе Ҡоролтай ағзаһы итеп һайлана. Съезд барышында Ырымбур губерна мосолман хәрби шураһы ультиматив рәүештә ҡоролтайҙы ҡыуыу менән янап, шул уҡ осорҙа Өфөлә демонстратив рәүештә ултырыштар үткәргән Милләт мәжлесенә ҡарата тәнҡит һүҙҙәрҙән баш тартырға талап иткән, быға яуап итеп ҡоролтай делегаттары Милләт мәжлесе ағзаларын Петроградҡа йәки Ҡазанға ҡыуырға тигән тәҡдимдәр яһағандар. Шул ваҡытта Башҡорт мәркәз шураһы рәйесе Шәриф Манатов былай тип белдергән: «…Для нас всё равно, пускай уберутся хоть в горящий ад»[8].

Декабрь аҙағында Манатов Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы депутаты булараҡ Башҡортостан автономияһын РСФСР яғынан танылыуына ирешер өсөн Петроградҡа ебәрелә һәм ул унда 1918 йылдың 6 ғинуарында барып төшә. ВЦИК Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышын таратыу тураһында ҡарар ҡабул итә. 1918 йылдың 7 ғинуарында Манатов В. И. Ленин менән осраша, Ленин башҡорт милли хәрәкәтен контрреволюцион тип иҫәпләмәй һәм «әгәр ҙә И. В. Сталин менән берлектә эш итһәгеҙ, теләгегеҙ тормошҡа ашасаҡ» тип әйтә[2]. 1918 йылда Манатов РКП(б) сафына ағза булып керә[3]. 17 ғинуарҙа М. Вәхитов, Ғ. Ибраһимов, Ш. Манатов составында И. В. Сталин етәкселегендәге Милләттәр эше буйынса халыҡ комиссариаты (Наркомнац) эргәһендә Мосолман эштәре комиссариатын ойоштороу тураһында декрет баҫылып сыға. Уның комиссары итеп М. Вәхитов, комиссарҙың иптәштәре сифатында Ғ. Ибраһимов һәм Ш. Манатов раҫлана. Шәриф Манатов үҙенең маҡсатына тулыһынса ирешә алмай, әммә Башҡортостан автономияһын Совет власы яғынан танылыу өсөн нигеҙ әҙерләп өлгөрә. Манатов үҙәк властарының Башҡортостан Совет Республикаһын төҙөү буйынса саралар күрергә әҙер булыуы тураһында Башҡорт хөкүмәтенә телеграф аша хәбәр итә. 1918 йылдың 27 ғинуарында Башҡорт хөкүмәте артабанғыса яуап итеп телеграмма ебәрә: «Высокую власть Советов принимаем, при возможности самостоятельно заниматься нашими внутренними делами, образовать собственный полк». Тиҙҙән Шәриф Манатов ашығыс рәүештә Башҡортостан автономияһы проектын төҙөр өсөн Вәлидов етәкселегендә комиссия ойоштороп илдең баш ҡалаһына килеүен һорап йәнә телеграмма яҙа[9]. Ләкин ваҡиғалар икенсе яҡҡа үҙгәрә һәм февралдә Ырымбур большевиктары Башҡорт хөкүмәте ағзаларын ҡулға ала. Ырымбур губернаһы ревкомы Манатовты ла ҡулға алырға кәрәклеге тураһында баш ҡалаға хәбәр итәләр, әммә үҙәк властары быға ҡаршы булалар[10]. Шулай уҡ 1918 йылдың ғинуарында Шәриф Манатов Каруанһарайҙы башҡорттарға ҡайтарыу мәсьәләһе буйынса В. И. Ленин менән әңгәмәләшә. Ленин әҙерләнгән проектты уҡығас, ул «Башҡорт йорто» һүҙҙәре араһына «халыҡ йорто» һүҙен индергән. 1918 йылдың 6 февралендәге РСФСР-ҙың Милләттәр эштәре буйынса халыҡ комиссариатының (Наркомнац) декретына ярашлы, Каруанһарайҙы башҡорт халҡына тапшырыу иғлан ителә.

1918 йылдың 12 мартында «Яңы ваҡыт» гәзите хәбәр итеүенсә, Петроградта большевистик хөкүмәттә эшләүсе Шәриф Манатов әфәнде Башҡортостан автономияһын ойоштороу буйынса ҙур эш алып бара. Әммә шул уҡ ваҡытта Мулланур Вәхитов етәкселегендәге Мосолман эштәре буйынса комиссариат, Ш. Ә. Манатовтың фекере менән иҫәпләшмәйенсә, Татар-Башҡорт республикаһы тураһында положение проектын эшләй, апрель һәм май айҙарында төрлө кимәлдә кәңәшмәләр ойоштороп, башҡорттарҙың позицияһын һанға һуҡмайынса, шул проектты хуплаусы ҡарарҙар сығарыуға өлгәшә. Был кәңәшмәләрҙә Шәриф Манатов фәҡәт үҙ аллы Башҡорт автономияһын булдырыуҙы яҡлап сығыш яһай. Ниһайәт, май айында ул Ғәлимйән Ибраһимов менән бергә Өфөгә килә һәм көтмәгәндә, бер ниндәй сәбәпһеҙ, төрмә рәшәткәһе артына барып эләгә. Был хаҡта ул үҙе, И. В. Сталинға хат менән мөрәжәғәт итеп, ошолай тип яҙа[11]:

«Хөрмәтле Сталин иптәш! Өфөгә килеү менән, мине өйәҙ Крәҫтиәндәр Советының — унда барыһы ла С. Р. ағзалары... — ҡарары менән Ғәлимйән Ибраһимов төрмәгә яптырҙы. Унан беҙҙе Сарапул ҡалаһына оҙаттылар... Минең төрмәлә интегеүемә тиҙҙән ике ай була. Өфө следствие комиссияһы тарафынан һорау алыуҙар үткәрелмәне. Шулай уҡ ғәйепләү ҙә булғаны юҡ. Мин, һис шикһеҙ, С. Р. флагы аҫтында эш итеүсе татар шовинистарының яла яғыу һәм шәреҡсә интрига ҡорбанына әйләндем»

.

Хат 1918 йылдың июль баштарында яҙылған. Ошонан һуң ярты йыл буйы Шәриф Манатовтың ҡайҙа булғанлығы бөтөнләй билдәһеҙ. 1919 йылдың ғинуарынан 1920 йылдың октябренә тиклем ул коммунистар фирҡәһен төҙөү эштәре буйынса Төркиәлә була. Төркиә коммунистар фирҡәһенең Анкара комитеты президиумы ағзаһы итеп һайлана, төрөк телендә «Яңы донъя» гәзитен ойоштора һәм мөхәррир вазифаһын башҡара.

1920 йылдың 21 декабрендә Манатов Халыҡ Комиссарҙары Советының декреты менән РСФСР-ҙың Милли мәсьәләләр буйынса халыҡ комиссариатының (Наркомнац) Башҡорт АССР-ы хөкүмәте ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп билдәләнә. Шул уҡ декрет нигеҙендә ул бер үк ваҡытта Башҡорт АССР-ының Үҙәк Башҡарма Комитеты һәм Халыҡ Комиссарҙары Советында кәңәш биреү хоҡуғы менән ағза булып тора. 1921 йылдың октябренән Шәриф Манатов — Мәскәүҙә Милләттәр эштәре буйынса халыҡ комиссариатында Башҡортостан вәкиле, уның Коллегияһы ағзаһы.

1923 йылдың мартынан Манатов Төркөстан Совет Республикаһы Мәғариф халыҡ комиссариатының Коллегияһы ағзаһы. 1924 йылдың ғинуарында йәнә Башҡортостанға ҡайта һәм шул уҡ йылдың көҙөнә тиклем Мәғариф халыҡ комиссариатының Академик үҙәгенә мөдире итеп тәғәйенләнә.

1925—1932 йылдарҙа Ярославль педагогия институтында уҡыта, Баҡыла Әзербайжан Компартияһы Үҙәк Комитетының матбуғат бүлеге мөдире, педагогия институты ректоры, Тбилисиҙа партия эшендә була, Ҡырымда Комвузда тарих буйынса лекциялар уҡый.

1932—1934 йылдарҙа ул СССР Фәндәр академияһы аспиранты, 1934 йылдан — Ҡырғыҙ дәүләт педагогия институтының дөйөм тарих буйынса профессоры. 1935 йылдың 31 октябрендә Фрунзе ҡалаһы фирҡә комитетының «как не изживший контрреволюционного буржуазно-националистической идеологии» тигән ҡарары буйынса ВКП(б)-нан сығарыла һәм Манатов СССР Фәндәр академияһынан китергә мәжбүр була[1].

Был осорҙа Силәбе өлкәһенең Мейәс ҡалаһы янында Черновское тигән совхозда Смородинка ауылында Ғәзизулла исемле ағаһына Манатов Фрунзенан ҡайтып төшә. Шәрифтең ҡатыны, өс балаһы артабан Өфөгә табан юл тота. 1936 йылдың көҙөндә ул ошо Смородинка ауылында донъя ҡуя. Шәриф Манатов Учалы районының Көсөк ауылы зыяратында ерләнә. 1962 йылда аҡлана[12].

  • Турецкая жизнь в освещении турецкой прессы // Новый Восток. 1922. Кн. 1. С. 354—359.
  • Башкирская Автономная Республика // Жизнь национальностей. 1923. № 1. С. 40—45.

Шәриф Әхмәтйән улы Манатов вафат булғандан һуң уның ҡатыны һәм дүрт балаһы Литва ССР-ында йәшәгән. Улы Манатов Шамил Шәриф улы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында хәрби осоусы булған, артабан граждан авиацияһында эшләгән[13].

  1. 1,0 1,1 Манатов Шариф Ахметзянович. //Люди и судьбы. Биобиблиографический словарь востоковедов - жертв политического террора в советский период. (1917-1991) / Я. В. Васильков, Сорокина М. Ю.. — Санкт-Петербург: Петербургское Востоковедение, 2003. — ISBN 5-85803-225-7.
  2. 2,0 2,1 Давлетшин Р. А., Исхаков С. М. Манатов Шариф Ахметзянович. // Политические деятели России 1917 г. Биографический словарь. — М., 1993. — С. 203.
  3. 3,0 3,1 Давлетшин Р. А., Исхаков С. М. Манатов Шариф Ахметзянович. // Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — С. 382. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7.
  4. 4,0 4,1 А. А. Валидов — организатор автономии Башкортостана. У истоков федерализма в России (1917—1920). Документы и материалы. /Сост. Н. М. Хисматуллина, Р. Н. Бикметова, А. М. Галеева, Ю. Р. Сайранов. — Уфа: Китап, 2005. — Т. 1. — С. 53—54. — 392 с. — ISBN 5-295-03702-9.
  5. Заки Валиди Тоган. Воспоминания: Книга I. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 1994. — С. 197, 212. — 400 с. — ISBN 5-295-01269-7.
  6. История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — С. 121. — 468 с. — ISBN 978-5-7501-1199-2.

    «…мы решительные противники централизации и выступаем за принцип федерализма. Если сторонники казанской платформы считают нас своими братьями, то пусть они нам не мешают, а содействуют достижению нами своих целей»

  7. История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — С. 121—122. — 468 с. — ISBN 978-5-7501-1199-2.
  8. История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — С. 131. — 468 с. — ISBN 978-5-7501-1199-2.
  9. История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — С. 134—135. — 468 с. — ISBN 978-5-7501-1199-2.
  10. И. В. Сталин түбәндәгесә яуап ҡайтара: «Манатов утвержден членом Мусульманского комиссариата при СНК. Он по вашей телеграмме арестован не будет, не будет также снят с занимаемой им должности» Образование БАССР. Сборник документов и материалов, Уфа, 1959. С. 871.
  11. Насыров Р. От имени башкир / Сост. Г. Д. Иргалин, Е. П. Асабин // Возвращённые имена. Уфа, 1991. С. 203—204.
  12. Манатов Шәриф Әхмәтйән улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  13. История башкирских родов. Катай. Том 24. Часть II / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. Р. Саитбатталов, И. З. Султанмуратов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин. — Уфа: Китап, 2017. — С. 150-153. — 692 с. — ISBN 978-5-85051-605-5.