Юлдашбай (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Юлдашбай — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Юлдашбай исеме бар.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Юлдашбай — ҡушма исем: юлдаш (иптәш) һәм бай һүҙҙәре ҡушылып яһалған.[1]
Фамилияла
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Юлдашбаев Азамат Рәмил улы (10 октябрь 1964 йыл) — башҡорт журналисы, публицист, шағир һәм әҙәби тәнҡитсе. Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһының Журналистар һәм Яҙыусылар союздары ағзаһы. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2005).
Юлдашбаев Билал Хәмит улы (2 март 1928 йыл — 13 апрель 2001 йыл) — тарихсы-этнополитолог, юғары мәктәп уҡытыусһы. Тарих фәндәре докторы (1974), профессор (1974). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1977-86).
Юлдашбаев Әмир Мырҙағәли улы (25 декабрь 1940 йыл — 26 апрель 2017 йыл) — ғалим-философ һәм дәүләт эшмәкәре. 1971 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1987—1992 йылдарҙа философия кафедраһы мөдире. 1994 йылдан Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1997 йылдан Социаль-иҡтисади сәйәсәт идаралығы, 2004 йылдан — Мәғлүмәт-аналитика идаралығы, 2006—2008 йылдарҙа Эске сәйәсәт идаралығы, 2009—2010 йылдарҙа Ижтимағи-сәйәси үҫеш һәм мәғлүмәт сәйәсәте идаралығы бүлеге мөдире. Философия фәндәре кандидаты (1971). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2000). Башҡортостан Фәндәр академияһының Зәки Вәлиди исемендәге премияһы лауреаты (2010).
Юлдашбаева Римма Мөхтәр ҡыҙы 1937 йылдың 1 ғинуарында БАССР-ҙың Маҡар (хәҙерге Ишембай) районының Әхмәр ауылында тыуа); тыуғанда Мусина) — башҡорт опера йырсыһы, юғары мәктәп уҡытыусыһы.
Юлдашбаева Фәүзиә Ураҙйән ҡыҙы (22 март 1947 йыл — 16 август 1996 йыл) — башҡорт шағиры. 1992 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Ауылдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Юлдашбай (рус. Ишимбаево) — Рәсәй империяһы Һамар губернаһы Николаевск өйәҙенә ингән Күҙәбай улусына ҡараған (хәҙер Һарытау өлкәһенең Перелюб районы биләмәһенә инә), хәҙер бөткән ауыл.
•Башҡортостандың Ишембай районында Юлдаш (Юлдашбай) исемле ауыл бар.
•Башҡортостандың Балаҡатай районында Юлдаш исемле ауыл бар.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре 2021 йыл 5 октябрь архивланған.. — Өфө, 2006.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |