Эстәлеккә күсергә

Юон Константин Фёдорович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Юон Константин Фёдорович
Рәсем
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы[3]
 СССР[3]
Тыуған көнө 12 (24) октябрь 1875[4]
Тыуған урыны Мәскәү, Рәсәй империяһы[4]
Вафат булған көнө 11 апрель 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})[5][6][7][…] (82 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР[4]
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Бер туғандары Павел Фёдорович Юон[d]
Һөнәр төрө рәссам, теоретик искусства, театральный актёр
Эшмәкәрлек төрө живопись[3]
Эш урыны В. И. Суриков исемендәге Мәскәү дәүләт академик художество институты
Уҡыу йорто Мәскәү һынлы сәнғәт, архитектура һәм төҙөү сәнғәте училищеһы[d][3]
Уҡыусылар Георгий Якулов[d] һәм Мухина Вера Игнатьевна
Әүҙемлек урыны Рәсәй
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Сәнғәт йүнәлеше импрессионизм[d]
Ойошма ағзаһы СССР Рәссамдар союзы[d] һәм Ассоциация художников революционной России[d]
Жанр пейзаж[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Сталин премияһы Ленин ордены СССР-ҙың халыҡ рәссамы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы народный художник РСФСР РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре
Защитник авторских прав reproduction right represented by CISAC-member[d][8]
Хеҙмәттәре тупланмаһы Тейт[d], Национальный художественный музей Республики Беларусь[d], Дәүләт Третьяков галереяһы[d] һәм Үзбәкстан дәүләт сәнғәт музейы
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]
Файлы артиста по адресу Frick Art Research Library[d] һәм Smithsonian American Art and Portrait Gallery Library[d][9]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Konstantin Yuon
 Юон Константин Фёдорович Викимилектә

Юон Константин Федорович (24 октябрь 1875 йыл — 11 апрель 1958 йыл) — Рәсәй империяһы һәм СССР рәссамы, пейзаж оҫтаһы, сценограф, сәнғәт теоретигы, педагог. СССР-ҙың халыҡ рәссамы (1950). Беренсе дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1943).

Сығышы һәм ғаиләһе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Константин Федорович Юон 1875 йылдың 12 (24) октябрендә Мәскәүҙә немец һәм швейцар ғаиләһендә тыуған. Атаһы — страховкалау компанияһы хеҙмәткәре, һуңыраҡ — уның директоры; әсәһе — музыкант.

Зәңгәр ҡыуаҡ
Лавра ҡышын
Ҡояшлы яҙғы көн.

1892 йылдан 1898 йылға тиклем Мәскәү һынлы сәнғәт, төҙөлөш һәм һәйкәл ҡойоу училищеһында уҡый. Уның уҡытыусылары К. А. Савицкий, А Е. Архипов, Н. А. Касаткин була.

Училищены тамамлағас, ике йыл А. В. Серов оҫтаханаһында эшләй. Һуңынан үҙ студияһын булдыра, унда 1900 йылдан 1917 йылға тиклем И. О. Дудин менән бергә уҡыта. Уның уҡыусылары А В. Куприн, В А. Фаворский, В И. Мухина, ағалы-ҡустылы Весниндар, В А. Ватагин, Н. Д. Колли, А В. Грищенко, М. Г. Ройтер, Н. Терпсихоров, Ю А. Бахрушин була.

1903 йылда Рус рәссамдары союзының ойоштороусыларының береһе була. Шулай уҡ «Сәнғәт донъяһы» берекмәһе ҡатнашыусылары исемлегенә инә.

1907 йылдан театр декорациялары өлкәһендә эшләй, атап әйткәндә, Парижда С. П. Дягилевтың «Рус миҙгелдәре» сиктәрендә «Борис Годунов» опера постановкаһын биҙәй.

Революцияға тиклемге ижадының төп темаһы айырым башҡарыу манераһында була, улар рус ҡалаларының пейзаж яҡтылығы (Мәскәү, Сергиев Посад, Түбәнге Новгород һәм башҡа), киң перспектива менән, сиркәүҙәр һүрәте, халыҡ кейемендә ҡатын-ҡыҙҙар, урыҫ көнкүрешенең традицион йолалары менән менән һуғарылған

Мәҫәлән, «Купола и ласточки. Успенский собор Троице-Сергиевой лавры» (1921 г.) картинаһы киң билдәлелек яулай. Был панорамала пейзаж, аяҙ күк аҫтында ер кинәнә, һәм алғы планда ҡояш яҡтыһында алтын семәрле тәреләр менән көмбәҙҙәр балҡый. Мотивы эффектлы ғына түгел, шулай уҡ сиркәүҙең тарихи һәм мәҙәни ролен кәүҙәләндерә[10][11].

Провинцияла. Торжок ҡалаһы. Тверь губернаһы.

Революциянан һуң да Рәсәйҙә ҡала. Революцион хәл-ваҡиғаларға ҡарата «Яңы планета» картинаһын яҙа[12]. Совет осоронда, рәссам унда «Бөйөк Октябрь Социалистик революцияһының ижади әһәмиәтен» күрһәткән тип иҫәпләнә. Хәҙерге Рәсәйҙә ул, айырым алғанда, Иван Шмелевтың Ҡырымда Ҡыҙыл террорҙы һурәтләгән «Солнце мертвых» китабының тышында яңынан тыуа.

Башҡа «космос» «Люди» картинаһында" (1923), шулай уҡ яңы донъя төҙөү тураһында һүҙ бара.

1925 йылда революцион Рәсәй рәссамдары ассоциацияһы (АХРР) ағзаһы була. 1923 йылда «Парад Красной армии» (1923) картинаһын яҙа.

1948 йылдан 1950 йылдарға тиклем СССР Рәссамдар академияһының һынлы сәнғәт теорияһы һәм тарихы фәнни-тикшеренеү институтының директоры булып эшләй. Һынлы сәнғәт жанры эштәренән тыш, ул театр постановкалары биҙәү буйынса, шулай уҡ графика менән шөғөлләнеүҙе дауам итә.

1952 йылдан 1955 йылға тиклем В. И. Суриков исемендәге Мәскәү дәүләт академик рәсем сәнғәте институтында профессор сифатында, шулай уҡ башҡа уҡыу йорттарына уҡыта (Ленинградта И. Е. Репин исемендәге институтта, Мәскәүҙә ситтән тороп уҡыу сәнғәт халыҡ университетын]]да)

СССР Рәссамдар академияһы академигы (1947). 1957 йылдан СССР Рәссамдар союзы идаралығының беренсе секретары була

1951 йылда ВКП(б.)-ға инә

Файл:Могила художника Константина Юона.JPG
К. Ф. Юон ҡәбере

1958 йылдың 11 апрелендә Мәскәүҙә вафат була. Новодевичье зыяратында ерләнә (участок № 4)[13].

  • Ағаһы— Юон Павел Федорович (1872—1940), Швейцария һәм урыҫ композиторы, музыка педагогы, Берлин консерваторияһы профессоры, революциянан һуң Германияла йәшәргә ҡала, унан һуң власҡа Адольф Гитлер килгәс, тарихи тыуған иленә, Швейцарияға күсеп китә, шунда вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1926)
  • РСФСР-ҙың халыҡ рәссамы (1945)
  • СССР-ҙың халыҡ рәссамы (1950)
  • Беренсе дәрәжә Сталин премияһы (1943) — сәнғәттә күп йыллыҡ күренекле ҡаҙаныштары өсөн
  • Ленин ордены (1945)
  • Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1943, 1955)
  • «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы
  • «Мәскәүҙең 800-йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы
Ҡыш (Бөйөк Ростов)
  • «Русская зима. Лигачёво», 1947 Третьяковская галерея
  • «К Троице. Март», 1903, ГТГ
  • «Голубой куст», 1907, ГТГ
  • «Весенний солнечный день», 1910, ГРМ
  • «Весенний вечер. Ростов Великий», 1906, Серпуховский историко-художественный музей (СИХМ)
  • «Сергиевский Посад», 1911, написана из окна Старой Лаврской гостиницы. В коллекции ЦАК МПДА.
  • «Волшебница-зима», 1912
  • «Мартовское солнце», 1915, ГТГ
  • «Купола и ласточки», 1921, ГТГ
  • «Новая планета», 1921, ГТГ
  • «Подмосковная молодежь», 1926; ГРМ
  • «Перед вступлением в Кремль в 1917 году. Троицкие ворота», 1927. ГЦМСИР.
  • «Первые колхозницы. В лучах солнца», 1928, ГТГ
  • «Москва салютует», 1945
  • «Раскрытое окно», 1947, ГТГ
  • «Штурм Кремля в 1917 году» 1947, ГТГ
  • «Парад на Красной площади в Москве 7 ноября 1941 года», 1949, ГТГ
  • «Утро индустриальной Москвы», 1949, ГТГ
  • «Конец зимы. Полдень», 1929, ГТГ
  • «Мартовское солнце», 1915, ГТГ

Театр спектаклдәрен биҙәү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • М. П. Мусоргскийҙың «Борис Годунов» операһы, 1912-13, Елисейские поля театры, Париж, С. П. Дягилев антрепризы
  • Н. В. Гоголдең «Ревизоры», 1921, МХАТ
  • А. Н. Островскийҙың «Сердце не камень» пьесаһы, 1923, Кесе театр
  • М. Горькийҙың «Егор Булычов и другие» пьесаһы, 1934, МХАТ
  • М. П. Мусоргскийҙың «Хованщина» операһы, 1940, Ҙур театр, Мәскәү.

Кинофильмдар рәссамы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Иван Никулин — матрос, (1944)

Йәнһүрәттәр рәссамы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Каштанка, 1952

Рәссамдың әҫәрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Москва в моем творчестве, М., 1958;
  • Об искусстве, т. 1-2, М., 1959.

Уҡыусылары һәм эйәреүселәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Иванов, Герасим Петрович (1918—2012)
  • Кручёных, Алексей Елисеевич (1886—1968)
  • Меламуд, Шая Ноевич (1911—1993)
  • Попова, Любовь Сергеевна (1889—1924)
  • Розанова, Ольга Владимировна (1886—1918)
  • Скулме, Отто (1889—1967)
  • Степанова, Варвара Фёдоровна (1894—1958)
  • Страхов, Андрей Александрович (1925—1990)
  • Удальцова, Надежда Андреевна (1886—1961)
  • Фалилеев, Вадим Дмитриевич (1879—1950)
  • Фальк, Роберт Рафаилович (1886—1958)
  • башҡалар.

Рәссам йәшәгән һәм эшләгән Мәскәү йортонда (Земляной Вал урамы, 14-16), мемориаль таҡта ҡуйылған.

К. Ф. Юон филателияла

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Record #71665169 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Юон, Константин Фёдорович (урыҫ) // Малая советская энциклопедия / под ред. Н. Л. Мещеряков — 2 — Советская энциклопедия, 1936.
  4. 4,0 4,1 4,2 ЮОН // Большая российская энциклопедия (урыҫ)М.: Большая российская энциклопедия, 2004.
  5. RKDartists (нидерл.)
  6. Konstantin Yuon // Discogs (ингл.) — 2000.
  7. Burleigh-Motley M. Konstantin Yuon // Yuon, Konstantin (ингл.) // Grove Art Online / J. Turner[Oxford, England], Houndmills, Basingstoke, England, New York: OUP, 2018. — doi:10.1093/GAO/9781884446054.ARTICLE.T093073
  8. JUON, KONSTANTIN // https://web.archive.org/web/20210630075411/https://www.dacs.org.uk/licensing-works/artist-search/artist-details?ArtistId=56ff1135-9f3d-4a67-8fdc-dc4a21ccd1d0
  9. https://library.si.edu/art-and-artist-files
  10. Юон Константин Федорович 2015 йыл 11 август архивланған.
  11. Юон Константин Федорович 2015 йыл 10 август архивланған.
  12. Стилистически примыкающей к дореволюционному «Космическому циклу» Юона.
  13. Могила К. Ф. Юона на Новодевичьем кладбище
  • Апушкин Я. В., К. Ф. Юон, М., 1936;
  • Третьяков Н., К. Ф. Юон, М., 1957;
  • К. Ф. Юон. Человек, художник, общественный деятель. Педагог. [Каталог-сборник], М., 1968;
  • Нордштейн Т. Константин Юон. Альбом. Л., 1972
  • Ромашкова Л. Константин Юон. Альбом. М., 1973;
  • К. Ф. Юон, Столетие со дня рождения, 1875—1975, М., 1976.
  • Сокольников М. П. Ликующая красота Отчизны (К. Ф. Юон) // Пейзажи Родины: Очерки о мастерах живописи / М. П. Сокольников; Предисловие народного художника РСФСР А. Каманина. — М.: Изобразительное искусство, 1980. — С. 28—38. — 195 с. — 10 000 экз. (в пер.)
  • Осмоловский Ю., К. Ф. Юон, М., 1983.