Эстәлеккә күсергә

Ғиләжев Ғабдулла Ғабдрахман улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғиләжев Ғабдулла Ғабдрахман улы
Тыуған ваҡыты:

1 февраль 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы, Бәләбәй кантоны, Ҡаңны-Төркәй ауылы

Вафат ваҡыты:

7 ғинуар 1997({{padleft:1997|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (66 йәш)

Вафат урыны:

Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы

Гражданлығы:

СССРРәсәй флагы

Театр:

Башҡорт дәүләт академия драма театры

Наградалары:

«Почёт Билдәһе» ордены|Халыҡтар Дуҫлығы ордены

Ғиләжев Ғабдулла Ғабдрахман улы (1 февраль 1930 йыл7 ғинуар 1997 йыл) — актёр, театр режиссёры, педагог. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1973). СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1952).

Ғиләжев Ғабдулла Ғабдрахман улы 1930 йылдың 1 февралендә Башҡорт АССР‑ы Бәләбәй кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Бүздәк районы) Ҡаңны-Төркәй ауылында тыуған. Бала саҡта етем ҡалғас, ағаһы Хәким Ғиләжевтең тәрбиәһендә үҫә.

1948 йылда Өфөлә Башҡорт театр-художество училищеһын В. Ғ. Ғәлимов, Р. Ш. Фәйзуллин курсы буйынса тамамлай[1].

1948 йылдан — Йомағужа колхоз-совхоз театрында, 1949 йылдан — Баймаҡ колхоз-совхоз театрынды (хәҙер — Сибай башҡорт драма театры), 1950 йылдан Ауырғазы колхоз-совхоз театрында (хәҙер — Салауат башҡорт дәүләт драма театры) актёры булып эшләй[1].

1951—1954 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры[2].

1959 йылда Мәскәүҙә А. В. Луначарский исемендәге Театр сәнғәте дәүләт институтын М. О. Кнобель, А. Д. Попов курсы буйынса тамамлай.

1959 йылдан Башҡорт дәүләт академия драма театры режиссёры һәм директоры вазифаһын үтәй. 1958 йылда Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә И. Ә. Абдуллин һәм Ш. Ғ. Насиров драмаһы буйынса «Генерал Шайморатов» спектаклен ҡуя, был уның тәүге режиссёрлыҡ эше була[1].

1964—1967 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының мәҙәниәт министры урынбаҫары вазифаһын башҡара[2].

1967—1983 йылдарҙа Республика рус драма театрының баш режиссёры, бында 50-нән ашыу спектаклдәр ҡуя. Шул уҡ ваҡытта 1960—1963 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһында, 1968—1997 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусы булып эшләй. Уның инициативаһы буйынса Йәш тамашасы театры (хәҙерге Милли йәштәр театры) яңынан ойошторола[1].

1997 йылдың 7 ғинуарында Өфөлә вафат булған[2].

Ҡуйылған спектаклдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • И. Ә. Абдуллин һәм Ш. Ғ. Насиров драмаһы буйынса «Генерал Шайморатов»,
  • А. Н. Островскийҙың «Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр» («Без вины виноватые») һәм «Ярлылыҡ оят түгел» («Бедность не порок»),
  • А. К. Толстойҙың «Батша Фёдор Иоаннович» («Царь Фёдор Иоаннович»),
  • Л. Н. Толстойҙың «Яңынан терелеү» («Воскресение»),
  • А. Н. Арбузовтың «Аяуһыҙ уйындар» («Жестокие игры»),
  • Н. И. Мирошниченконың «Аҡ ҡошто һаҡлағыҙ» («Берегите белую птицу»),
  • И. Г. Лазутиндың «„Атаһы“ графаһында — һыҙыҡ» («В графе „Отец“ — прочерк»),
  • И. Х. Йомағоловтың «Нәркәс» пьесаһы буйынса «Ҡыуылған ҡыҙ» («Изгнанная»),
  • М. Кәримдең «Ҡыҙ урлау» («Похищение девушки»);
  • Ә. М. Мирзаһитовтың «Бәхтегәрәй» һәм башҡалар.

Билдәле уҡыусылары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ә. Ә. Абушахманов, В. С. Абросимов, З. С. Вәлитов, В. Ғ. Ҡалмантаева, С. Ш. Ҡорбанғәлиева, Р. Р. Нәбиуллин, Р. Н. Хоҙайғолова.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ғабдулла Ғиләжев тураһында иҫтәлектәр= Воспоминания о Габдулле Гилязеве. — Уфа, 2001.