Эстәлеккә күсергә

Хәмит Зөбәйер Ҡушай

Был мәҡәлә сифатлы мәҡәләләр исемлегенә инә
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ғәбделхәмит Зөбәйер битенән йүнәлтелде)
Хәмит Зөбәйер Ҡушай
Тыуған көнө

1897({{padleft:1897|4|0}})

Тыуған урыны

Ҫарайлы-Мең ауылы, Байлар улусы, Минзәлә өйәҙе, Өфө губернаһы

Вафат көнө

2 октябрь 1984({{padleft:1984|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})

Вафат урыны

Анкара, Төркиә

Ил

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы
Төркиә Төркиә

Ғилми даирәһе

тарих, этнография

Эшләгән урыны

Этнография музейы (Анкара)

Альма-матер

Будапешт университеты

Ғилми дәрәжәһе

фән докторы (1923)

Ғилми етәксеһе

В. Банг-Каупп

Ниндәй өлкәлә танылған

Анкаралағы Этнография музейының тәүге директоры

Хәмит Зөбәйер Ҡушай[1] (төр. Hamit Zübeyir Koşay; 18971984) — шәрҡиәт белгесе, төркиәтсе, этнограф, археолог, тарихсы, яҙыусы, философия докторы (1923). Анкаралағы Этнография музейының тәүге директоры.

Ғәбделхәмит Зөбәйер Ҡушай 1897 йылда Өфө губернаһы Минзәлә өйәҙе Байлар улусының Ҫарайлы-Мең ауылында (хәҙерге Татарстан Республикаһы Туҡай районы Теләнсетамаҡ ауылы) тыуған. Уның ғаиләһе был ауылға Ирәкте улусының Тамъян ауылынан күскән. Сығышы менән Минзәлә башҡорттарынан[2].

Ғәбделхәмиттең атаһы яғынан ҡартатаһы Ғәбделяппар хәҙрәт үҙ заманында билдәле дин әһеле һәм ғалим булған. Уның икенсе улы Ғөбәйҙулла менән килене Нуризаданан Ғәбделхәмит тыуған. Исемен ғосман солтаны Әбделхәмит II (1876—1909) хөрмәтенә ҡушҡандар[2].

Анкаралағы Этнография музейы, уның нигеҙләүсеһе һәм беренсе директоры Хәмит Зөбәйер Ҡушай була.

1909 йылда әсәһе яғынан туғаны Ризаитдин Фәхретдинов булышлығы менән Истанбулға уҡырға ебәрелә. Осман империяһының баш ҡалаһына килгәс, Салоники ҡалаһына Ғалатһарай лицейының филиалы булған мәктәп-интернатҡа уҡырға ебәрелә[2].

Урта мәктәпте Истанбулда эмигрант балалары өсөн лицейҙа тамамлай. Артабан Истанбул уҡытыусылар мәктәбенә уҡырға инә. 1916 йылда уны тамамлап, ошо мәктәптә уҡыта башлай[2].

1917 йылда Венгрияға уҡырға китә, ундағы педагогия институтында белем ала. Институтты тамамлағас, профессор Дьюла Немет кәңәше буйынса «Еотвош колледж» докторантураһына уҡырға инә. 1923 йылда «Төрөк һуғыш ҡорал төрҙәренең атамалары» темаһы буйынса диссертация яҡлай һәм философия фәндәре докторы дәрәжәһен ала[2].

1924 йылда Германияла стажировка үтә. 1925 йылда Төркиәгә ҡайта, илдең Мәғариф министрлығына инспектор итеп тәғәйенләнә. Тиҙҙән Мәғариф министрлығының Мәҙәниәт, антик музейҙар һәм китапханалар департаментының директоры була[2].

1927—1929 йылдарҙа Анкарала Этнография музейына нигеҙ һала һәм уның беренсе директоры була. 1929—1949 йылдарҙа Антик сәнғәт һәм музейҙар департаментының генераль директоры вазифаһын башҡара[2].

1950—1962 йылдарҙа яңынан Анкараның Этнография музейында директор булып эшләй. Хаҡлы йылға сыҡҡандан һуң, тағы ла ике йыл Этнография музейы хеҙмәткәре һәм биш йыл дауамында Мәҙәниәт министрлығының Антик мәҙәниәт һәм музейҙар департаменты генераль директорының штатлы кәңәшсеһе була.

1984 йылдың 2 октябрендә йөрәк өйәнәгенән вафат була. Анкаралағы Джебеджи Асри зыяратында ерләнгән.

Ғилми эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Философия докторы Хәмит Зөбәйер Ҡушай этнография, фольклор, археология, боронғо мәҙәниәттәр һәм цивилизациялар тарихы, музей ғилеме һәм архив эше буйынса 100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы булып тора.

Хеҙмәттәре араһында «Ҡарасай-балҡар төркиҙәренең малсылыҡҡа бәйле йолалары», «Төрөк һөйләштәрендә ашамлыҡ атамалары», «Боронғо цивилизацияларҙың матди мәҙәниәте», «Нимә ул фольклор?», «Мадъяр музыкаһы», «„Калевала“ фин милли эпосы», «Ҡаҙаҡ-ҡырғыҙҙарҙың халыҡ ижады», «Волга-Урал төркиҙәренең этногенезы хаҡында», «Протоболғарҙар», «Мадъярҙар тарихының боронғо осоро», «Төркиҙәр яҙмаһы: тарих һәм хәҙерге заман», «Ататөрктөң тарихи ҡараштары буйынса фекерләүҙәр», «Дәүләт һәм шәхси архивтар, архив эше тураһында ҡанун», «Ататөрк президентлығы осоронда археологик эҙләнеүҙәр» һәм башҡалар[2].

Ижади эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәмит Зөбәйер Ҡушай «Туғыҙ ваҡиға» (1929), «Цилиндр таш» (1947), «Джинджик» (1973) хикәйәләренең авторы булып тора. Уларҙың һуңғыһы инглиз телендәге версияла үҙ исеме менән, ә төрөк нөсхәһе Шәрәфетдин Ышыҡ псевдонимы менән баҫылып сыға. Ә шиғырҙарын Хәмит Ҡушай Тамъянлы әҙәби псевдонимы менән баҫтыра, быныһы тамъян башҡорт этнонимынан алынған[2].

  • Dokuz Ötkünç. — Ankara, 1929. (төр.)
  • Yuvak Taşı, Roman, 1947. (төр.)
  • Cıncık (Keban Barajı Öyküsü), 1973. (төр.)

Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Төркиә Республикаһы Мәҙәниәт министрлығында 50 йыл хеҙмәте өсөн» миҙалы;
  • «Төрөк тарих йәмғиәте барлыҡҡа килеүенең 50 йыллығы» миҙалы;
  • Истанбул музей белгестәре йәмғиәтенең «Иң өлкән музеист» почёт билдәһе;
  • «Иң яҡшы фольклорист» исеме (1980).
  1. 1910 йылға тиклем — Ғәбделхәмит Зөбәйер, 1910—1935 йылдарҙа — Хәмит Зөбәйер, Төркиәлә фамилиялар тураһында закон ҡабул ителгәндән һуң — Хәмит Зөбәйер Ҡушай.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 2,7 2,8 История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — С. 424—426. — 468 с.
  • Bayram, Sadi. İlk Türk Hafiri Hamit Zübeyr Koşay'ın Belgelerle Biyografisi. — Ankara, 2014. — 550 gr. ISBN 9789759391027(төр.)
  • Dr. Hâmit Zübeyir Koşay ve Gölbaşi Türk Köyü Projesi.//Türk Yurdu, Eylül 2007. — С.42—43. (төр.)
  • Mahmut H. Şakiroğlu KOŞAY, Hamit Zübeyr.(недоступная ссылка) // Islam Аnsiklopedisi. — 225(недоступная ссылка)226(недоступная ссылка).  (төр.)
  • История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — С. 424—426. — 468 с. — ISBN 978-5-7501-1199-2.
  • История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — М.: Восточная литература, 2010. — Т. VI. — С. 309—310. — 374 с. — ISBN 978-5-02-036494-3.
  • Özcan, Ömer. Hamit Zübeyr Koşay 2016 йыл 17 апрель архивланған..//Türk Yurdu, Şubat 2010 — Yıl 99 — Sayı 270. (төр.)