Эстәлеккә күсергә

Ҡолмөхәмәтова Лилиә Абдулғани ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡолмөхәмәтова Лилиә Абдулғани ҡыҙы
Тыуған

26 май 1959 йыл

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Ейәнсура районы
Ибрай ауылы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Һөнәрҙәре

йырсы

Йырлау тауышы

лирик сопрано

Жанрҙар

хор

Наградалар

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2015)

Ҡолмөхәмәтова Лилиә Абдулғани ҡыҙы (26 май 1959 йыл — йырсы (лирик сопрано). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2015). «Яҙғы моңдар» башҡорт йыр бәйгеһе дипломанты.

Лилиә Абдулғани ҡыҙы Ҡолмөхәмәтова 1959 йылдың 26 майында БАССР-ҙың Ейәнсура районы Ибрай ауылында тыуған. 1966 йылда уның ғәиләһе Сиреғол ауылына күсеп килә.

1966—1976 йылдарҙа Сиреғол урта мәктәбендә уҡый, уны тамамлағас, Сибай ҡалаһында тегеү фабрикаһында эшләй, бер үк ваҡытта ҡаланың мәҙәниәт һарайына йыр түңәрәгенә йөрөй.

Унда тәжрибәле уҡытыусы Мәхмүт Бикҡолов йәш ҡыҙға репертуар һайларға һәм әҙерләргә ярҙамлаша. 1979 йылда Өфө сәнғәт училищеһының йыр бүлегенә уҡырға инә.

Академик вокал бүлегендә Мишурис Серафима Иосифовна класында уҡый. 1984 йылда уҡыуын уңышлы тамамлап, йүнәлтмә буйынса Башҡорт дәүләт филармонияһына эстрада йырсыһы, солист-вокалист булып эшкә урынлаша.

1985—2015 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһының хор капеллаһында йырлай.

2004 йылдан — юғары категориялы артист.

2015 йылда «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» исеме бирелә.

Ижади эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡолмөхәмәтова Лилиә Абдулғани ҡыҙы 1984 йылдан алып Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй.

Хеҙмәт юлы Наил Ғәлиевтың (Николай Голов) эстрада концерт бригадаһында башланып китә. Репертуарындағы төп йырҙар: башҡорт халыҡ йырҙары «Зөлхизә», «Гөлнәзирә», «Төйәләҫ», «Ҡыр ҡаҙҙары», башҡорт композиторҙары йырҙарынан Нур Дауытовтың «Миләше», Заһир Исмәғилевтың «Тыуған яҡ ҡайындары»(Р.Хайри), «Мин яратам һине»(Ҡ. Даян), Рафиҡ Сәлмәновтың «Сирен сәскәләре» (Нәжип Иҙелбай), Роза Сәхәүетдинованың «Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа» (М. Кәрим), Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың «Сайҡалалар кәмәләр» һәм башҡалар.

1985 йылдан Колмөхәмәтова Лилиә Абдулғани ҡыҙы Башҡорт дәүләт филармонияһының хор капеллаһында йырлай. Киң диапозондағы лирик сопрано тауышы, юғары дәрәжәлә музыкаллеге уға капеллала төп йырсылырҙың береһе булырға мөмкинлек бирә.

1993 йылда Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлыығы, Композиторҙар союзы, Башҡортостан телерадиокомпанияһы ойошторған башҡорт йыр бәйгеһе — «Яҙғы моңдар» башҡорт йыр бәйгеһендә ин матур йырланған халыҡ йыры өсөн махсус призға лайыҡ була һәм дипломант исеме ала.

Шул уҡ йылда радио һәм телевидение «Һандуғасым — былбылым» рубрикаһы өсөн Лилиә Абдулғани ҡыҙы башҡарыуында һигеҙ халыҡ йырҙан торған соло концерт яҙҙыра.

«Бейеш», «Элмәлек», «Көйөргәҙе», «Таштуғай», «Үҫә-үҫә кыҙ бала, ҙур була» һәм башҡа йырҙарын Башҡортостан телерадиокомпанияһы (ГТРК «Башкортостан») даими рәүештә яңғыратып тора.

Хор капеллаһы составында Советтар Союзының бик күп ҡалаларын (Себер, Алыҫ Көнсығыш, Мәскәү, Санкт-Петербург, Ырымбур, Казань, Таллин, Эстония һәм башҡалар) урап сыға.

1995 йылда Татарстан Республикаһында «Ҡыҙыҡ Мәҙәк» бригадаһы составында «Бейеш», «Таштуғай» йырҙары менән сығыш яһай.

Ейәнсура районынан сыҡҡан йырсыларҙың йылда үтә торған концерттарында, Республиканың Композиторҙар Союзы осрашыуҙарында (М. Сөндөклө һәм Нариман Сабитовтың «Ҡыр ҡаҙҙарынан», Шәриф Бикҡол һәм Абдула Хәлфетдиновтың «Һуңлап килдең», «Юҡһыныу», Хөсәйен Әхмәтовтың «Тыуған ауылым» йырҙарынан соло), дәүләт кимәлендәге сараларҙа, Салауат ҡалаһында үткән Бөтә Рәсәй конкурсында, хор һәм симфоник музыка фестивалдәрендә ҡатнаша.

Хор сәнғәтен үҫтереүҙәге күп йыллыҡ фиҙакәр хеҙмәте бик күп маҡтау прамоталары һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы тигән исем менән юғары баһа ала.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (Б № 908, Указ Главы РБ от 10.02.2015 N УГ-23 от 10.02.2015)
  • «Яҙғы моңдар» башҡорт йырҙарын башҡарыусыларҙың II Республика конкурсында еңеүсе дипломы (1993).
  • Башкортостан Республикаһының Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығының Почёт грамотаһы (2005).
  • Башкортостан Республикаһының Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығының Почёт грамотаһы (2009).
  • БашҠорт дәүләт филормонияһының Почёт грамотаһы (2009)