Эстәлеккә күсергә

Һыртлан (Мәләүез районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Һыртлан (Башҡортостан) битенән йүнәлтелде)
Ауыл
Һыртлан
Һыртлан
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Мәләүез районы

Координаталар

53° с. ш. 56° в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 241 845 007

ОКТМО коды

80 641 445 106

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Һыртлан (Рәсәй)
Һыртлан
Һыртлан
Һыртлан (Мәләүез районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Һыртлан

Һыртлан (рус. Сыртланово) — Башҡортостандың Мәләүез районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 335 кеше[1]. Почта индексы — 453871, ОКАТО коды — 80241845007.


Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 335 173 162 51,6 48,4
Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек башҡорттар (96 %) йәшәй[2].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Район үҙәгенә тиклем (Мәләүез): 45 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Иштуған): 5 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Мәләүез): 45 км

Һыртлан ауылы 1786 йылғы картала юҡ, әммә уның урынында Ишем ауылы күрһәтелгән. Һыртлан ауылы 1795 йылдағы V ревизияла теркәлгән. 1783—1795 йылдарҙа Ишем ауылы Һыртлан тип атала башлаған. 23 йортта 190 кеше иҫәпләнгән. 1816 йылда Һыртлан (Мунка) ауылында барлығы 31 йорт була, унда 186 кеше йәшәгән. X ревизия мәғлүмәттәре буйынса 88 йортта 542 кеше булған. 1920 йылда унда башҡорттар ҙа, урыҫтар ҙа йәшәгән (140 йортта 678 кеше) . Ауылда Һыртландың улдары Әбделсәләм (1767 йылда тыуған) һәм Рәш (1753—1832) йәшәгән. Рәштең өс улы — Һайран (уның улы Яҡуп), Алтынғужа менән Алтынсура. Ауыл халҡының береһе, 1812 йылдағы һуғышта ҡатнашыусы, яу яланынан әйләнеп ҡайтмай. Ул 26 йәшлек Рәхмәтулла Мысыр улы Таһиров булған.

1842 йылда 336 кешегә 1080 бот яҙғы иген сәселә. Ужым игене тураһында белмәгән булалар[3].

Урам исемдәре[4]:

  • Яр урамы (рус. улица Береговая )
  • Тыныслыҡ урамы (рус. улица Мира)
  • Үҙәк урам (рус. улица Центральная)