Әбдрәхим (исем)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Әбдрәхим — башҡорт ир-ат исеме, башҡа төрки халыҡтарҙа осрай.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әбдрәхим исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән ингән әбд+рәхим, рәхимле, мәрхәмәтле мәғәнәләрҙе аңлатҡан мосолман ир-ат исеме [1].

Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Исҡужин Әбдрәхим Рәхмәтулла улы (1891 йыл — ?) — Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы) Темәс ауылында тыуған. Атаһы Рәхмәтулла Мәһәҙиев 1916 йылда Ырымбурҙа сыҡҡан Ғабдулла Сәиди тураһында китаптың авторы булараҡ билдәле.

Әбдрәхим Әбдекәев (1780 йыл — ?) — хәрби эшмәкәр, 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 18131814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашыусы.

Фамилиялар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әбдерәхимов Вәхит Рәхмәт улы (10 ғинуар 1961 йыл) — хужалыҡ эшмәкәре һәм дәүләт хеҙмәткәре, 20012009 йылдарҙа Стәрлетамаҡ йөк автотранспорт предприятиеһы директоры, 20092010 йылдарҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хәкимиәте башлығы. Рәсәй Федерацияһының почётлы автотранспортсыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре. Башҡорт АССР-ының Күгәрсен районы Тәүәкән ауылы ауылында тыуған.

Әбдрәхимов Рәиф Рамаҙан улы — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары.

Әбрәхимов Юнир Рәхим улы (1 март 1942 йыл — 29 март 1970 йыл) — инженер‑технолог, техник фәндәр докторы (1994), профессор (1996). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (1998), Рәсәй Федерацияһының почётлы мәғариф тармағы хеҙмәткәре (2017), Башҡорт АССР-ының Күгәрсен районы Тәүәкән ауылында тыуған.

Әбдрәхимов Марат Сулпан улы (29 март 1970 йыл) — Рәсәй театр һәм кино актеры, Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылында тыуған.

Топонимдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әбдрәхим (рус. Абдрахимово) — Башҡортостандың Мәсетле районындағы ауыл.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ