Эстәлеккә күсергә

Мортазина Миләүшә Ғәли ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
11:02, 13 октябрь 2022 өлгөһө; InternetArchiveBot (фекер алышыу | өлөш) (Rescuing 2 sources and tagging 0 as dead.) #IABot (v2.0.9.2)
(айырма) ← Алдағы өлгө | Ағымдағы өлгө (айырма) | Киләһе өлгө → (айырма)
Мортазина Миләүшә Ғәли ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 27 май 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (98 йәш)
Тыуған урыны Баҡай, Өфө кантоны, РСФСР, СССР, Башҡорт АССР-ы
Һөнәр төрө йырсы
Уҡыу йорто Ҡазан дәүләт консерваторияһы
Музыка ҡоралы вокал[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре «Хеҙмәт ветераны» миҙалы II  дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы

Мортазина Миләүшә Ғәли ҡыҙы (27 май 1926 йыл) — вокал буйынса педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1977 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Профессор (1990). РСФСР‑ҙың (1983) һәм Башҡорт АССР‑ының (1967) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1973), СССР юғары мәктәбе отличнигы (1985). 2‑се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2012) һәм , Салауат Юлаев (2011) ордендары кавалеры. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы.

Миләүшә Ғәли ҡыҙы Мортазина[1] 1926 йылдың 27 майында Башҡорт АССР-ының Кушнаренко районы Баҡай ауылында тыуған.

«Ауыр аслыҡ йылдарына тура килгән бала сағыма ҡарамаҫтан, һөйөү тойоп үҫтем. Минең Кесе Ватаным — Кушнаренко районының Баҡай ауылы. Әнүәр ағайым әйтмешләй, „Баҡай — буйға һуҙылған ауыл, бер осонда — башҡорттар, икенсеһендә татарҙар йәшәй. Беҙ башҡорт өлөшөндә йәшәнек, башҡорттарбыҙ“. Ә мин кем Башҡортостанда тыуған, барыһын да башҡорт тип иҫәпләйем, тик беҙ өс телдә — русса, башҡортса һәм татарса һөйләшәбеҙ. Архивтан нәҫел-нәсәбем тураһында мәғлүмәт һорағас, хатта бығаса татар тип иҫәпләнгән атайым яҡлап та бар туғандарыбыҙ башҡорт икәнлеге асыҡланды»[2]

Миләүшә Мортазина

Мәктәпте тамамлағас, Өфө агрегат етештереү берекмәһендәге инструменталь цехта эшләй. Заводтың концерт бригадаһында ҡатнаша, госпиталдәр, хәрби частар буйлап концерттар ҡуйып йөрөй.

Һуғыштан һуң имтиханһыҙ Өфө авиация институтына уҡырға инә. Студент сағында уҡ Урал консерваторияһында уҡый башлай.

1950 йылда М. П. Мусоргский исемендәге Урал консерваторияһының милли студияһын тамамлай (А. В. Новиков класы).

1954 йылда Ҡазан консерваторияһын (А. Г. Цветкова класы) тамамлай.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1954 йылда Өфө сәнғәт училищеһында уҡтыусы булып башлай. Шул уҡ ваҡытта башҡарыусы эшен дә алып бара.

1969 йылдан Өфө дәүләт сәнғәт институтында (хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге академия) эшләй, 1980 йылдан — яңғыҙ йыр кафедраһы мөдире, 1984 йылдан — доцент, 1990 йылдан — профессор. Ул әле лә академияның яңғыҙ башҡарыу кафедраһында эшләүен дауам итә.

М. Ғ. Мортазина республика вокаль конкурстарында алмаштырғыһыҙ жюри етәксеһе («Дуҫлыҡ моңо», «Дебют», Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге конкурс).

М. И. Глинка исемендәге ХV һәм ХVI Халыҡ-ара вокалистар конкурсында, Төньяҡ Кавказ вокалистар конкурсында; Италиялағы (Сицилия-Алькамо) Халыҡ-ара вокалистар конкурсында жюри ағзаһы.

Рәсәй Президенты Владимир Путин указы менән «Ватан алдында ҡаҙаныштары өсөн» 2 дәрәжә ордены тапшырыла.

Улы Мортазин Владислав Львович — музыкант, органист, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы. Ҡыҙы Ләйлә Шаһиева — музыка белгесе.

Миләүшә Мортазинаның хеҙмәт стажы — 73 йыл.

2016 йылдың 15 июнендә Миләүшә Ғәли ҡыҙы 90 йәше тулыуын билдәләп, уҡыусылары ҡатнашлығында концерт үткәрҙе.

Эшләү дәүерендә Миләүшә Ғәли ҡыҙы үҙен педагогик оҫталығын даими камиллаштырыусы һәләтле педагог итеп кенә түгел, ә аҡыллы кәңәшсе-тәрбиәсе, вокал методикаһын үҫтереү һәм камиллаштырыу өлкәһендә әүҙем ғилми хеҙмәткәр итеп тә танытты. Ул вокал педагогикаһы мәсьәләләре буйынса 20-нән ашыу ғилми-методик эштәр авторы.

Уның уҡыусылары араһында:

Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисыРадик Гәрәев;

Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артистарыИльфаҡ Смаҡов, Сажиҙә Ғәлимова[3], Нажиә Аллаярова[4], Салауат Асҡаров, Иҙрис Ғәзиев[5], Белов Владимир Викторович, Вячеслав Храмов, В. Поляков, С. Волков, Н. Воробьева, И. Ғәлеева;

Башҡортостан Республикаһы халыҡ артистарыРаил Көсөков, Хәмиҙулла Ишбулдин, Флүрә Ноғоманова, Bәхит Хызыров, Асҡар Абдразаҡов, Р. Башаров;

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артистары: Илдар Абдразаҡов, Зөһрә Байбурина, Мәжит Алкин, Шамил Хәмәдинуров, C. Мишурис һәм башҡалар.

Уҡыусылары халыҡ-ара, бөтә Рәсәй, төбәк һәм республика вокалистар конкурсы буйынса лауреат урындары яулай.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1967)
  • «Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы (1970)
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре (1973)
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1983)
  • «Хеҙмәт ветераны» миҙалы (1983)
  • Өфө ҡалаһының почетлы гражданы (2004)
  • Салауат Юлаев ордены (2011)
  • II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены (2012)
  1. Ватандаш / Соотечественник / Compatriot 2017 йыл 25 апрель архивланған.
  2. Творчество — синоним счастья: Беседы с Миляушой Муртазиной / сост. М. Идрисова. — Уфа : Инеш, 2018. — 237 с.
  3. Гульнара Ахметова. Её любили слушатели. Из жизни Сажиды Галимовой. — «Бельские просторы», № 1, 2008;
  4. Владимир Романов. 15 июля известная башкирская певица Нажия Аллаярова отмечает 75-летний юбилей. — ИА «Башинформ», 15 июля 2011;
  5. Газиев Идрис 2011 йыл 2 май архивланған. на сайте Радио БашПоиск.
  • Творчество — синоним счастья: Беседы с Миляушой Муртазиной / сост. М. Идрисова. — Уфа : Инеш, 2018. — 237 с.