Бохара ханлығы
Бохара ханлығы | |
фарс. خانات بخارا | |
Байраҡ | |
Нигеҙләү датаһы | 1500 |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Бохара |
Рәсми тел | фарсы теле һәм Сығатай теле |
Донъя ҡитғаһы | Азия |
Административ үҙәк | Бохара |
Хәҙерге административ берәмек сиктәрендә урынлашҡан | Үзбәкстан, Афғанстан, Ҡаҙағстан һәм Төркмәнстан |
Идара итеү формаһы | теократия[d] һәм Абсолют монархия |
Алмаштырылған | Бохара әмирлеге, Коканд ханлығы һәм Дурранийская империя[d] |
Алыштырған | Тимуридтар дәүләте[d] һәм Үзбәк ханлығы |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1785 |
Рәсми дине | Ислам, Сөнниҙәр, Нәҡшбәндиә һәм суфыйлыҡ |
Бохара ханлығы Викимилектә |
Бохара ханлығы (үзб. Buxoro xonligi, بوخارا خانلیگی; фарс. خانات بخارا — үзбәк[1] Үҙәге Бохара булған дәүләт, 1500 йылдан 1785 йылға тиклем хәҙерге Үзбәкстан, Тажикстан, Төркмәнстан, Ҡаҙағстан, Афғанстан, Ҡырғыҙстан, Иран, Ҡытай ерҙәрендә урынлашҡан булған[2].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бохара тарихы ике өлөштән тора: боронғо йәки Трансоксания тарихы (Мәүерәннәһр, «мәүерә-үн-нәһр» — ғәрәпсә йылға аръяғы) һәм яңы, йәғни Бохара ханлығы осоро.
- Бохараның боронғо тарихы
Бохара ханлығының барлыҡҡа килеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бохара ханлығының барлыҡҡа килеүен хакимлыҡҡа 1500 йылда Шәйбәниҙәр династияһы килеү менән бәйләйҙәр, Шәйбәни-хан үҙенең дәүләтенә Аҡһаҡ Тимер тоҡомдарынан ҡалған Мәүерәннәһр һәм Бөйөк Хөрәсәнде ҡушҡан булған. Әммә ысынында уның дәүләтенең баш ҡалаһы булып Сәмәрҡәнд ҡалған. Хакимлыҡҡа уның туғаны Үбәйдулла хан килгәс кенә, 1533 йылда, баш ҡала Бохараға күсерелә. XVI быуаттың икенсе сирегенән дәүләт Бохара ханлығы тип атала башлай.
Мәүерәннәһр VIII—XV быуаттарҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Трансоксания атамаһы артында Аму-Дарьяның уң яҡ ярында ятҡан ерҙәр күҙҙә тотолған, ул ерҙәр артабан буласаҡ Бохара ханлығының төп үҙәгенә әйләнгән, әммә IX быуат аҙағына уҡ Трансоксания хакимдары йылғаның һул яғындағы ҙур майҙандарға ла хужа булып алған. Артабан Трансоксанияның яҙмышы ҡараңғылыҡҡа сума һәм риүәйәттәр уны Зеравшан йылғаһы тамағында йәшәгән халыҡ төбәге тип бәйән итә , йәғни, яҡынса хәҙер Бохара ҡалаһы урынлашҡан төбәк, ханлыҡ баш ҡалаһы.
Шәйбәниҙәр династияһы (1500—1601)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шәйбәниҙәр (1500—1599) һәм уларҙы дауам иткән Әштәрханиҙар (1601—1756) осоронда Бохара ханлығы тормошо берсә һуғыштар, берсә тыныслыҡ хөкөм һөргән осор була, Бохараы хакимдары Персия һәм Хорезм менән һуғыштар алып бара.
Шәйбәниҙәр династияһына нигеҙ һалған Мөхәммәд Шәйбәни (1451—1510) үҙенә тоғро ғәскәре менән 1499 йылда Мәүерәннәһргә табан яу тоторға сыға һәм Аҡһаҡ Тимер үлгәндән һуң уның таралып төшкән дәүләтен яулап ала. Шәйбәни хан Мәүерәннәһрҙә нигеҙләнгән дәүләтте шибәни әҙәбиәтсеһе Зәйн әд-Дин Васифи «үзбәк дәүләте» тип атай[3]. 1510 Шәйбәни хан Мерв янында фарсы шаһы Исмаилом I Сефеви тарафынан үлтерелә.
Уның туғаны Үбәйдулла хан 1533 йылда дәүләтенең баш ҡалаһын Бохараға күсерә. Шул ваҡытта Шәйбәниҙәр дәүләте Бохара ханлығы тип атала. Шәйбәнигә эйәреп килгән күсмән дәшт-и-ҡыпсаҡ ырыуҙары Мәүерәннәһрҙә ултыраҡ тормошло кешеләрҙе таба[4] һәм ундағы төрлө атамалы халыҡҡа, еңеүсе булараҡ, үзбәк тигән үҙ атамаһын бирә (төркисәнән «үҙ-үҙемә бәк» тип тәржемә ителә тип аңлаталар)[5]. Төрки сығатай теле ҡыпсаҡ һҡләштәре менән бутала.
Шәйбәниҙәр үҙҙәрен Аҡһаҡ Тимерҙең ҡануни вариҫтары тип һанай һәм даими рәүештә Сефевиҙәр менән Хөрәсән һәи Герат өсөн һуғыш алып бара. Абдулла-хан II осоронда хан хакимлығы көсәйә. Абдулла хан II үлгәс һәм улы Әбделмөмин хан үлтерелгәс, Шәйбәниҙәр династияһы киҫелә. Пирмөхәммәд хан II Шәйбәниҙәрҙән һуңғы хан була, уға дәүләттең бәләкәй генә киҫәге тороп ҡала; 1601 йылда ул үҙ-ара һуғыш ваҡытында һәләк була.
Шәйбәниҙәрҙән иң күренеклеһе һәм данлыһы — Абдулла хан II, ул үҙ халҡының бәхете өсөн күп эшләй. Ҡырҡ йыллап хакимлыҡ иткән осорҙа ул бик күп уҡыу йорттары астыра, мәсеттәр хамамдар, каруанһарайҙар һәм күперҙәр төҙөтә, ханлыҡ төп ҡалаларында баҡсалар үҫтертә, почта булдыра, ер эшенә, сауҙаға, фәнгә ылыҡтыра. Абдулла хан исеме әле лә Бохарала маҡтап телгә алына; Шәйбәниҙәр осоронда дингә иғтибар арта, дин ғилемдәре Бохара мәҙрәсәләрендә беренсе урынға сыға.
Әштәрхәниҙәр династияһы (1601—1756)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әштәрхәниҙәр (Джәниҙәр) — ханов Бохара хандары династияһы (1601—1753), Джучи йортонан әстрхан хандары тоҡомонан. Бохара ханлығына Шәйбәниҙәрҙән һуң килә. Иң билдәле Әштәрхәни — Имамҡули хан (1611—1642), ул идара иткәндә Сәмәрҡәнд губернаторы Ялаңтүш баһадур Регистан архитектура комплексын төҙөтә. Бохара ханлығы һуңғы Әштәрхәни Үбәдулла-хан II (1701—1711) һәм Әбел-Фәйез хан (1711—1747) осоронда ҡаҡшай. XVIII быуаттың тәүге яртыһында Бохара ханлығы бөлгөнлөккә төшә. Һөҙөмтәлә Бохараға манғыттар династияһы килә.
Манғыттар династияһы (1756—1920)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әштәрхәниҙәрҙе манғыт династияһы алмаштыра (әсәй яҡлап Сыңғыҙхан улы Джучи туғаны), улар Рәсәйҙәге революцияға тиклем Бохарала хакимлыҡ итә.
Манғыт аристократияһының Бохараском ханлығына көс йыя башлауы XVII быуатҡа тура килә. Әммә ғәмәлдә 1712 йылда манғыт Хоҙаяр бейҙе аталыҡ вазифаһына ҡуйыу уларҙың ҡеүәтен арттыра. Уның улы Мөхәммәд Хәким-бей диванбәге вазифаһына Әбүлфәйез хан осоронда килә. 1715—1716 йылдарҙа Хоҙаяр бей вазифаһынан төшөрөлә. 1719—1720 йылдарҙа уны төшөргән Ибраһим бей Бохаранан ҡасып киткәс, Хоҙаяр бейгә хакимлыҡҡа ҡайтырға рөхсәт итәләр. Уның ҡарамағына Ҡаршы ҡалаһын бирәләр. 1721 йылда улы Хәким бейҙе аталыҡ итеп ҡуялар.
Персия башлығы Нәдир шаһ Мәүерәннәһргә 1740 йылда һөжүм итергә килгәс, Мөхәммәд Хәким унфң менән һөйләшеп, дәүләтен һуғыштан һаҡлап ҡала. Уның биш улы була. Өсөнсө улы Мөхәммәд Рәхимбей Нәдир шаһҡа ҡушылып яуҙарында ҡатнаша.
1747 йылда хан үлтерелгәс, бар хакимлыҡ Мөхәммәд Рахимбей ҡулына күсә. Мөхәммәд Рәхимбей Әбүлфәйез хандың ҡыҙына өйләнә. Рәхимбей хан осоронда Бохара ханлығына Бохара, Сәмәрҡәнд, Миянкәл], Кермине, Ҡаршы, Гузар, Атамурат, Чарджоу,Шахрисабз ҡалалары инә. Гиссар менән Ташкент үҙаллы биләмәләр булып ҡала. Мөхәммәд Рахимхан Сыңғыҙхан тоҡомо булмаһа ла, ҡатынҡы сәйәсәте, яҡшы ойоштора белеүе менән хатта хан титулына эйә булыуға өлгәшә.
Рәхим бей 1758 йылда үлгәс, манғыттар ағаһы Даниялбейҙе хакимлыҡҡа ултырталар (1758—1785). В1784 йылда Бохарала халыҡ уға ҡаршы баш күтәрә, һәм ул үҙе урынына улы Шаһморатты ҡуя (1785—1800). Шаһморат эшен ике ришүәтсе түрә — Дәүләт-ҡушбеги менән Низамуддин ҡазыйҡалонды һарай кешеләре күҙе алдында язалатыуҙан башлай. Шунан Шаһморат Бохара кешеләренә тантаналы рәүештә ҡайһы бер һалымдан азат иткән тархан грамотаһы тапшыра. Бының урынына ул һуғыш була ҡалһа ғәскәр тоторға юллыҡ түләтеү менән алмаштыра.
Хакимлыҡты ҡулына алғас, Шаһморат хан титулынан баш тарта, әмир булып ҡала. Шул рәүешле Бохара ханлығы Бохара әмирлегенә әйләнә.
Бохара ханлығы менән Рәсәй мөнәсәбәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәйҙең Бохара менән тәүге борондан, монголдарға тиклем үк башланған булған. Тик ул осор тураһында мәғлүмәттәр бик наҡыҫ һәмтулы фекер йөрөтөргә мөмкинлек бирмәй.
XVI быуат уртаһында Бохара ханлығына Мәскәү вәкиле Антони Дженкинсон килә.
1620 йылда Бохарала Рәсәйҙән Иван Хохлов булып китә.
Алексей Михайлович батша тарафынан 1675 йылда Бохараға ебәрелгән тәүге илселек Василий Александров Даудов, әстрханлы Мәхмәт Йосоп Ҡасимов, илселек приказы подьячийы Никифор Венюков һәм Ҡазандан подьячий Иван Шапкиндан торған була.
1717 йылда Рәсәйгә Бохара илсеһе Ҡулый тупсы башы ебәрелә.
Бөйөк Пётр Урта Азия менән араларҙы бик нығытырға теләй, 1719 йылда Бохараға Флорио Беневенины Аму-Дарья йылғаһында сауҙа юлы асыу тураһында һөйләшергә ебәрә.
1858 йылдың көҙөндә Бохарала Н. П. Игнатьев етәкселегендә Рәсәй делегацияһы булып китә. Бохара әмиренең ҡабул итеүе мораль яҡтан отошло була — ул Үҙәк Азияла Рәсәй империяһының абруйын күтәреп ебәрә. Был илселәр төркөмө һуңғыһы була. Артабан инде Рәсәй империяһы Азия төпкөлөнә ғәскәр ебәрә башлай[6].
Хакимдар исемлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шәйбәниҙәр династияһы
- Мөхәммәд Шәйбәни, (1500—1510)
- Суюнчходжа-хан, (1510)
- Кучкунджи-хан, 1510—1530
- Абу Саид-хан, (1530—1533)
- Убайдулла-хан, (1533-[1540)
- Абдулла-хан I, (1540)
- Абдалазиз-хан (1540—1550)
- Абдуллатиф-хан (1540—1552)
- Науруз Ахмед-хан (1552—1556)
- Пирмөхәммәд-хан (1556—1561)
- Искандер-хан (1561—1583)
- Абдулла-хан II] (1583—1598)
- Абдалмумин-хан (1598)
- Пирмөхәммәд-хан II (1598—1601)
Әштәрхәниҙәр династияһы
- Баки Мухаммад ([1601-1605)
- Вали Мухаммад (1605—1611)
- Имамкули-хан (1611—1642)
- Надир Мухаммад (1642—1645)
- Абдулазиз-хан (1645—1681)
- Субханкули-хан (1681—1702)
- Убайдулла-хан II (1702—1711)
- Абулфейз-хан ([1711-1747)
Манғыттар династияһы
- Худаяр-бий — аталыҡ
- Мөхәммәд Хаким-бий (1743)
- Мөхәммәд Рахимбий (1753—1758)
- Даниялбий (1758—1785)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Д. Ю. Арапов Бухарское ханство в русской востоковедческой историографии. М. Изд-во МГУ, 128 с., 1981.
- Н. Ханыков, «Описание Бухарского ханства» (СПб., 1843).
- Н. Ф. Бутенев, статьи о минеральных богатствах Б. («Горный Журнал», 1842);
- П. Савельев, «Бухара в 1835 г., с присоединением известий обо всех европейских путешественниках, посещавших этот город до 1835 г.» (СПб., 1836);
- A. Lehmann’s, «Reise nach Buchara und Samarkand in 1841—42» (СПб., 1852, 17 т., «Beitr ä ge zur Kentniss des russ. Reiches»);
- А. Попов, «Сношения России с Хивой и Бухарой при Петре Великом» («Записки Императорского Русского географического общества», кн. 9, 1853); «О Шегри-Себзкой области Б. ханства» («Известия Императорского Русского географического общества», 1865); «Бухарский эмир и его подданные» («Известия Императорского Русского географического общества», 1866);
- Львов, «Ханство Бухарское» («Современная Летопись», 1868, № 22);
- Бернс, «Путешествие в Бухару» (Москва, 1848—50);
- Гавацци, «Alcune notizie racolte in un viaggio a Bucara» (Милан, 1867);
- Кайдаков, «Караван-записки во время похода в Б. российского каравана 1824—25 гг.»;
- Вамбери, «Путешествие по Средней Азии в 1863 г.» (СПб., 1865); «Очерки Средней Азии» (Москва, 1868); «A journey to the source of the river Oxus by captain John Wood» (Лондон, 1872);
- Вамбери, «История Бухары или Трансоксании» (перевод Павловского, СПб., 1873);
- Г. Юль, «Очерк географии и истории верховьев Аму-Дарьи» (перевод с английского О. Федченко, приложение к № 6 «Известий Императорского Р. Г. О.», 1873);
- Яворский, «Путешествие русского посольства по Афганистану и Бухарскому ханству в 1878—79» (СПб., 1882);
- И. Минаев, «Сведения о странах по верховьям Аму-Дарьи» (СПб., 1879); И. В. Мушкетов, «Туркестан» (т. 1, СПб., 1886); «Родословная Мангытской династии» («Материалы для статистики Туркестанского края», ежегод. под ред. Н. А. Маева, СПб., 1874);
- А. П. Хорошхин, «Заметки о зякете в Бухарском ханстве» («Сборник статей, касающихся до Туркестанского края», СПб., 1876);
- Н. Маев, «Очерки Бухарского ханства» («Материалы для статистики Туркестанского края», вып. V, СПб., 1879);
- А. И. Соболев, «Географические и статистические сведения о Зеравшанском округе» («Записки по отделу статистики И. Р. Г. О.», т. IV, 1878);
- П. Н. Петрова, «Сношения России с Хивой и Бухарой в царствование Анны Иоанновны» («Известия Императорского Русского географического общества», т. V, 1869);
- И. Е. Косяков, «Путевые заметки по Каратегину и Дарвазу в 1882 г.» («Известия Императорского Русского географического общества», т. XX, 1884, вып. 6);
- Г. А. Арандаренко, «В горах Дарваза-Каратегина», «Бухарские войска» («Досуги в Туркестане», СПб., 1889);
- Вс. Крестовский, «В гостях у эмира Бухарского» («Русский вестник», 1884 г.);
- А. Ф. Костенко, «Путешествие в Бухару русской миссии 1870 г.» (СПб., 1871); «Средняя Азия», «Туркестанский край» (СПб., 1880);
- В. Ф. Ошанин, «Каратегин и Дарваз» («Известия Императорского Русского географического общества», 1881);
- Архипов, «Рекогносцировка равнинной части Бухарского ханства» (1883);
- Элизе Реклю, «Азиатская Россия и Среднеазиатские ханства» (т. VI, СПб., 1883);
- Н. А. Маев, «Материалы для статистики Туркестанского края» (ежегодник и сборник «Русский Туркестан»);
- М. Венюков, «Путешествия по окраинам Русской Азии» (СПб., 1868);
- Гедеонов, «Астрономические определения в Закаспийской области, Хивинском и Бухарском ханствах в 1884 г.» («Известия Императорского Русского географического общества», т. XXI, 1885, вып. 3);
- H. H. Покотило, «Путешествие в Центральную и Восточную Бухару» («Известия Императорского Русского географического общества», т. XXV, 1889, вып. VI);
- В. А. Обручев, «Закаспийская низменность» («Записки Императорского Русского географического общества по общей географии», т. XX, № 3, 1890);
- З. Жижемский, «Ирригация в долине Зеравшана в Бухарском ханстве» («Туркестанские Ведомости», 1888); «Литература о Закаспийской области и сопредельных странах» Пенкиной (СПб.);
- И. Яворский, «Путешествие русского посольства по Афганистану и Бухарскому ханству 1878—1879» (2 тома);
- П. О. Щербов-Нефедович, «Сборник новейших сведений о вооружённых силах европейских и азиатских государств» (изд. 8, СПб., 1889);
- Б. И. Масальский, «Производство хлопка в России» (СПб., 1889);
- А. Галкин, «Краткий очерк Б. ханства» («Военный Сборник», № 11—12, 1890).
- Д. Н. Логофет Страна бесправия. Бухарское ханство и его современное состояние. М., 1908; 2-е изд. М., УРСС, 2010, 241 с.
- Ж. Тулибаева, «Казахстан и Бухарское ханство в XVIII — первой половине XIX вв.» (Алматы, 2001).
- Абдуррахман-и Тали. История Абулфейз-хана. — Ташкент: Изд. АН УзССР, 1959.
- Мир Абдуль-Керим Бухарский. История Средней Азии // Материалы по истории туркмен и Туркмении. — М.-Л.: АН СССР, 1938. — Т. 2.
- Мир Мухаммед Амин-и Бухари. Убайдалла-наме. — Ташкент: АН УзССР, 1957.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Uzbek khanate (ингл.). Encyclopædia Britannica. Архивировано 5 август 2012 года.
- ↑ Бохара // Военная энциклопедия : в 18 т. / под ред. В. Ф. Новицкого и др.. — СПб. : Товарищество И. Д. Сытина, 1911—1915.
- ↑ Болдырев А. Н. Зайнаддин Васифа. Таджикский писатель XVI в. (Опыт творческой биографии). — Изд. 2.. — Ҡалып:Душ., 1989. — С. 225.
- ↑ Му‘изз ал-ансаб (Прославляющее генеалогии). Введение, перевод с персидского языка, примечания, подготовка факсимиле к изданию Ш. Х. Вахидова. // История Ҡаҙағстана в персидских источниках. Т.3. Алматы: Дайк-Пресс, 2006, с.117-119
- ↑ Савельев П., Бохара в 1835 году. Спб., 1836,с.17
- ↑ Халфин Н. А., Россия и ханства Средней Азии. Первая половина XIX в. М., 1974
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Последний мангыт. Саид Алим Хан и «Бохараская революция» 2011 йыл 1 октябрь архивланған.
- Бохараские ковры