Бутырин Сергей Иванович
Бутырин Сергей Иванович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 8 ғинуар 1912 |
Тыуған урыны |
Сембер губернаһы[d], Рәсәй империяһы Лукино[d] |
Вафат булған көнө | 1996 |
Вафат булған урыны | Күмертау, Көйөргәҙе районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Һөнәр төрө | тау инженеры |
Уҡыу йорто | Урал дәүләт тау университеты |
Хәрби звание | подполковник[d] һәм подполковник[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | артиллерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Бутырин Сергей Иванович (8 ғинуар 1912 йыл, Лукино ауылы, Сембер губернаһы, Рәсәй империяһы — 1996 йыл, Күмертау, Башҡортостан, Рәсәй) — СССР хужалыҡ эшмәкәре, тау инженеры, РСФСР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, ул ваҡыт эсендә ике тапҡыр, төрлө батырлыҡтар өсөн Советтар Союзы Геройы исеменә тәҡдим ителгән[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сергей Иванович Бутырин 1912 йылдың 8 ғинуарында хәҙер Ульяновск өлкәһенең Майна районы Лукино ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Урыҫ[1].
1917 йылда ата-әсәһе вафат булғандан һуң етем ҡала һәм олатаһы ҡарамағына ҡала. 1924 йылда Ульяновск ҡалаһының К.Марков исемендәге мәктәп-интернатҡа ҡабул ителә. II баҫҡыс мәктәбен тамамлай һәм уҡытыусы булып эшләй, ә һуңынан Урта-Иҙел крайында мәктәп мөдире булып эшләй. 1934 йылда Свердловск тау институтына уҡырға инә, уны тамамлағас, 1940 йылда "Коркиншахтострой" тресында Батурин күмер киҫелешен төҙөүҙә (Силәбе өлкәһе) тау мастеры, ә һуңынан тау эштәре начальнигы булып эшләй[1].
Бөйөк Ватан һуғышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1941 йылдың 23 июнендә Силәбе өлкәһенең Эткүл район хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына саҡырыла һәм Төньяҡ-көнбайыш фронттың 98-се уҡсылар дивизияһына ебәрелә. 1941 йылдың 13 авгусында яралана һәм госпиталгә эләгә. Дауаланғандан һуң 1942 йылдың башында Калинин фронтына 360-сы уҡсылар дивизияһының 1193 уҡсылар полкына взвод командиры итеп ебәрелә, был полкта взвод командирынан алып уҡсылар батальонының командирына тиклем юл үтә, 1942 йылдың майында ВКП(б)-ға инә, ә хәрби алышта батырлыҡтары өсөн Александр Невский ордены менән бүләкләнә, әммә был орденды алырға өлгөрмәй, 1942 йылдың декабрь аҙағында ҡаты яралана һәм тыл госпиталенә оҙатыла[1].
1943 йылдың яҙында дауауланып сыҡҡас, 30-сы Урал ирекле танк корпусына 299-сы миномет полкының 1-се миномет дивизионы командиры вазифаһына билдәләнә. Был вазифала Орел һәм Брянск һөжүм операцияларында ҡатнаша. Был һуғыштарҙа полк гвардия исеме ала, ә гвардия капитаны Бутырин икенсе дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә[1].
1944 йылдың миномет дивизионы командиры, һуңынан 299-сы гвардия миномет полкы урынбаҫары Бутырин уның составында Проскуров-Черновцы, Львов-Сандомир һөжүм операцияларында ҡатнаша, батырлығы өсөн ике Ҡыҙыл Байраҡ ордены һәм икенсе (был һирәк күренеш булған) Александр Невский ордены менән бүләкләнә[1].
1945 йылда полк полк командиры урынбаҫары гвардия майоры Бутырин полк менән бергә Сандомир-Силезия, Түбәнге Силезия, Үрге Силезия, Берлин һәм Прага һөжүм операцияларында ҡатнаша. Был алышта күрһәткән ҡаһарманлығы һәм батырлыҡтары өсөн ике тапҡыр: 1945 йылдың 27 ғинуарында[2][3] һәм 1945 йылдың 14 майындаСоветтар Союзы Геройы исеменә тәҡдим ителә, әммә тәҡдим ителгән мәғлүмәттәр буйынса өсөнсө һәм дүртенсе Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. Һуғыш йылдарында дүрт тапҡыр яралана, улар араһында өс тапҡыр ауыр яра ала[1].
Һуғыштан һуңғы осор
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һуғыштан һуң полкта элекке вазифаһында хеҙмәтен дауам итә. 1946 йылда гвардия подполковнигы Бутырин Суворов, Кутузов, Богдан Хмельницкий, Александр Невский һәм Ҡыҙыл Йондоҙ орденлы 299-сы гвардия Тарнополь миномет полкының командиры итеп тәғәйенләнә. 1947 йылда халыҡ хужалығы белгесе булараҡ армиянан демобилизациялана, әммә Германияла ҡалдырыла һәм «Пфеннерхаль» комбинатында баш инженер булып йүнәлтелә, бында ул тиҙҙән директоры була[1].
1949 йылда СССР Күмер сәнәғәте министрлығы тарафынан Германиянан ҡайтарып алына һәм Башҡортостанға Ермолаевка шахта төҙөү идаралығына «Башуглеразрезстрой»ға баш инженер итеп ебәрелә. 1952 йылда Мәскәүгә СССР Күмер сәнәғәте академияһына уҡырға ебәрелә. 1954 йылда Тресы идарасыһы тәғәйенләнгән академияһын уңышлы тамамлап, «Башуглеразрезстрой» (һуңғараҡ «Кумертаустрой» тип үҙгәртелә, ул күмер менән тәьмин итә һәм күмер киҫелешен төҙөкләндерә) тресының идарасыһы итеп тәғәйенләнә. 15 йыл буйы комбинат менән идара итеп, КПСС-тың Күмертау ҡала комитеты бюроһы ағзаһы һәм Күмертау ҡала Советы депутаты итеп һайлана. Хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, «Почет Билдәһе» ордендары, башҡа дәүләт, йәмәғәт һәм ведомство наградалары менән бүләкләнә[1].
1971 йылдан — республика әһәмиәтендәге персональ пенсионер. 1972—1987 йылдарҙа Күмертау тау-механика техникумында уҡыта.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (14.05.1944) башта Ленин орденына тәҡдим ителә[4]
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (26.06.1944)[5]
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (13.04.1945) башта Советтар Союзы Геройы исеменә тәҡдим ителә[6]
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (29.05.1945) башта Советтар Союзы Геройы исеменә тәҡдим ителә[7]
- Александр Невский ордены (25.01.1943) башта Ҡыҙыл Йондоҙ орденына тәҡдим ителә[8]
- Александр Невский ордены (14.09.1944)[9]
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (06.04.1985)[10]
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (25.09.1943)[7]
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
- «Почёт Билдәһе» ордены
- шул иҫәптән миҙалдар:
- «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (03.08.1945)[11]
- «Берлинды алған өсөн» миҙалы (18.10.1945)[12]
- «Праганы азат иткән өсөн» миҙалы (1946)
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы (1974)
- I һәм II дәрәжә «Шахтер даны» билдәһе
- Маҡтаулы исемдәре
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе
- сит ил наградалары
- «Одра, Ниса, Балтика өсөн» миҙалы (ПНР)
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Күмертау ҡалаһында «Кумертаустра» тресы бинаһына Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе Сергей Иванович Бутырин хөрмәтенә мемориаль тактаташ ҡуйыла[13].
Библиография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Огненные версты / С. И. Бутырин // Путь Ильича. - 1970. - 28 февр.
- Памятный сорок пятый / С. И. Бутырин // Пермские минометчики [сост.-И.А. Кондауров]. - Пермь: Кн. изд-во. 1964. -С.50 - 6
- Танковый рейд в тыл врага / С. И. Бутырин // Путь Ильича. -1979. - 29 апр.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 1,7 1,8 История Великой Победы в истории семьи Бутырина Сергея Ивановича
- ↑ Сайт "Подвиг народа" — Наградной лист1 на Бутырина С. И.
- ↑ Сайт "Подвиг народа" — оборотная сторона наградного листа1 на Бутырина С. И.
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 1929, л. 8)
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 2998, л. 9)
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690306, д. 3098, л. 12)
- ↑ 7,0 7,1 Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686196, д. 236, л. 13)
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682525, д. 429, л. 186)
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686196, д. 2340, л. 9)
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО)
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 3411, оп. 2, д. 87, л. 1)
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 3411, оп. 2, д. 87, л. 1)
- ↑ ОФИЦИАЛЬНЫЙ САЙТ ДВИЖЕНИЯ "Бессмертный полк"
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Память Народа» — информационный проект
- © 2009 ПОБЕДА 1945. Никто не забыт - Ничто не забыто!
- © Интерсвязь, 2010-2020 2020 йыл 4 февраль архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кондрашкина Е. С. История Великой Победы в истории моей семьи. / сост. Г.Г. Байгузина. - Кумертау: МБУК «ЦБС» библиотека-филиал №9. дизайн-студия. 2016. - 33 с.: ил.
- Дюженков. А. Д. От Перми до Праги: Записки парторга, [о 299-м миномет, полке] А.Д. Дюженков. - [Лит. обраб. В.А. Черненко].- Пермь: Кн. изд-во, 1983. - 245 с. ил.
- Пермские минометчики / сост. И.А. Кондауров. – Пермь: Кн. изд-во, 1964. – 141 с.: ил.
- Добровольцы Урала: Очерки. Воспоминания : Сборник. — Второе дополненное издание. — Свердловск: Средне-Уральское книжное издательство, 1980. — 240 с. — 35 000 экз.
- 8 ғинуарҙа тыуғандар
- 1912 йылда тыуғандар
- Рәсәй империяһында тыуғандар
- 1996 йылда вафат булғандар
- Күмертауҙа вафат булғандар
- Урал тау университетын тамамлаусылар
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Александр Невский ордены (СССР) кавалерҙары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «Берлинды алған өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «Праганы азат иткән өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған төҙөүселәре
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 30 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 40 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 50 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Жуков миҙалы менән наградланыусылар
- «Одра, Ниса, Балтика өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүселәре
- КПСС ағзалары
- Бөйөк Ватан һуғышында рота командирҙары
- Днепр өсөн алышта ҡатнашыусылар
- Курск алышында ҡатнашыусылар
- Бөйөк Ватан һуғышы пехотасылары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- СССР подполковниктары
- Совет гвардияһы