Гаити (утрау)
Гаити | |
Донъя ҡитғаһы | Төньяҡ Америка |
---|---|
Дәүләт |
Доминика Республикаһы Гаити Республикаһы |
Сәғәт бүлкәте | UTC−5[d] |
Урын | Кариб диңгеҙе |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Атлантик океан |
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан | Карибы[d] |
Иң юғары нөктә | Пик Дуарте[d] |
Халыҡ һаны | 22 261 005 кеше (2023)[1] |
Административ рәүештә бүленә | Доминика Республикаһы һәм Гаити Республикаһы |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 3098 метр |
Майҙан | 76 420 км²[2] |
Периметр | 3059 km |
Гаити Викимилектә |
Гаити (франц. Haïti, гаит. Ayiti, таино «таулы ил») — Кариб диңгеҙендәге Вест-Һиндостанда Ҙур Антил утрауҙарының ҙурлығы буйынса икенсе утрауы. Утрауҙа Гаити һәм Доминика Республикалары урынлашҡан.
Альтернатив исеме — «Эспаньол» (исп. La Española, франц. Hispaniola, гаит. Ispayola). Икенсе вариант — Кискейя (Quisqueya, таино телендә — «Бөйөк ер»).
Гаити майҙаны — 76,48 мең квадрат километр тирәһе. Утрау халҡы — 20 миллиондан ашыу кеше (2009)[3].
Тәбиғәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Көнбайышта Куба (Елһеҙ (Неветреный) боғаҙ айыра) һәм көнсығыштан Пуэрто-Рико (Мона боғаҙы айыра) араһында урынлашҡан.
Ярҙары ныҡ йырғаланған, күберәген ҡалҡап тора (көньяҡ-көнсығыштан башҡа), рифтар менән уратылған; көнбайышта — шул уҡ атамалағы утрау менән Гонава ҡултығы. Эспаньола нигеҙен урта кайнозой ултырма һәм вулкан тоҡомдары тәшкил итә; ер аҫтында алтын, көмөш, баҡыр, тимер, таш тоҙо бар. Рельефы- таулы (атамаһы ла шунан барлыҡҡа килә); көнсығыштан көнбайышҡа дүрт тау һырты һуҙылған, уларҙың иң ҙуры — утрауҙың һәм Вест-Һиндостандың иң бейек нөктәһе Дуарте (3087 метр) булған Үҙәк Кордильера (Кордильера-Сентраль) тауы урынлашҡан; ул, исеменән күренеүенсә, үҙәктә урынлашҡан һәм төньяҡ-көнбайыш өлөштән Доминикан Республикаһының көньяҡ ярына тиклем һуҙыла. Утрауҙың көньяҡ өлөшөндә, Сибао үҙәне уйһыулығы, Үҙәк плато һәм Кюль-де-Сак һырты артындаутрауҙың көньяҡ ярынан һуҙылған От, Сель, Сьерра-де-Бауроко, шулай уҡ Сьерра-де-Нейба һәм Мато һырттары бар. Утрауҙың төньяғында — Төньяҡ һырты (Үҙәк Кордильерҙың дауамы), Кордильера-Септентриональ (иң бейек нөктәһе — 1249 метр) һәм бейек булмаған Кордильера-Орьенталь (иң ҙур бейеклеге — 701 метр) һырттары урынлашҡан. Утрауҙың көньяҡ-көнсығыш өлөшө — киң уйһыулыҡ.
Утрауҙа бик йыш ер тетрәү күҙәтелә.
Утрауҙың көнсығыш өлөшөн Доминикан Республикаһы биләй, көнбайышын — Гаити Республикаһы:
Кофе, какао, шәкәр, тәмәке, мамыҡ, маниока, ваниль, банан, ҡиммәтле төр ағастар, доминикан ромы экспортлана.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Утрау 1492 йылдың 6 декабрендә Христофор Колумб тарафынан асыла Эспаньола («Бәләкәй Испания») тип атала[4]; Колумбытың икенсе сәйәхәте ваҡытында бында беренсе Испан колонияһы нигеҙләнгән була, колонизаторҙарҙың ғауғасыллығы арҡаһында аборигендар уны юҡ итә. Индеецтарҙың ҡайһы бер ҡәбиләләре испан конкистадорҙарына ҡаршылыҡ күрһәтә[5]. XVII быуатта утрауға Бөйөк Британия һәм Франция дәғүә итә. 1697 йылда Риксвик солохона ҡул ҡуйыла, уға ярашлы, утрауҙың көнбайыш өлөшө Францияға күсә, көнсығыш өлөшө Испанияла ҡала. Францияның Бөйөк Британияға ҡаршы һуғыш асыуы һөҙөмтәһендә 1795 йылда тотош утрауға француздар хужа була.
Был 1791−1803 йылдарҙа утрауҙа Гаити революцияһы була.
1808 йылда Испания утрауҙың көнсығыш өлөшөн ҡабаттан үҙенә ҡайтара. 1821 йылда азатлыҡ һуғышы һөҙөмтәһендә Санто-Доминго колониаторҙарҙан азат ителә, әммә 1822 йылда күрше Гаити Республикаһы контроле аҫтына эләгә. 1844 йылда Гаитиға ҡаршы ихтилал башлана һәм утрауҙың көнсығыш өлөшөндә Доминикан Республикаһы иғлан ителә.
Дәүләттәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дәүләт | Халыҡ, кеше (2009)[3] |
Майҙан, км² |
Халыҡ тығыҙлығы, кеше/км² |
---|---|---|---|
Доминика Республикаһы | 10 000 090 | 730 48 | 207 |
Гаити Республикаһы | 10 000 033 | 750 27 | 362 |
Иҡтисады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гаити ярҙарында 2010 йылдың 12 ғинуарында 7,0 магнитудалы ер тетрәү була. Уның эпицентры Порт-о-Пренс ҡалаһынан15 километр өҫтәрәк күҙәтелә. Порт-о-Пренс ҡалаһы ныҡ зыян күрә, ҡорбандар һаны тиҫтәләрсә, ә ҡайһы бер баһалар буйынса йөҙәр мең кеше тәшкил итә. Беренсе ер тетрәү магнитудаһы Каррефур ҡалаһынан көнбайыштараҡ 7-7,3 балл тәшкил итә. Аҙаҡ ошо тирәлә тағы ла 5,5 баллы өс тетрәү теркәлә. Ер тетрәү ваҡытында күп биналар, шул иҫәптән президент һарайы, шулай уҡ БМО-ның Порт-о-Пресндағы миисияһының «Кристоф» ҡунаҡхана бинаһында урынлашҡан вәкиллеге зыян күрә.
2010 йылдағы ер тетрәү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡорбандар һаны 222 570 кеше тәшкил итә[6]. Шулай уҡ 22 февралдә Гаити территорияһында Порт-о-Пренс ҡалаһынан 20 километр алыҫлыҡта 4,7 магнитудалы ер тетрәү була. 3 кеше зыян күрә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ https://www.cia.gov/the-world-factbook/countries/
- ↑ https://www.cia.gov/the-world-factbook/countries
- ↑ 3,0 3,1 Department of Economic and Social Affairs Population Division World Population Prospects, Table A.1 (mis). — United Nations, 2009. — Т. 2008 revision.
- ↑ Гаити // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Начало сопротивления Хосефина Олива де Коль ::: Сопротивление индейцев испанским конкистадорам
- ↑ «АиФ Северо-Запад». Землетрясение в Гаити унесло жизни более 222,5 тыс. человек 2012 йыл 18 апрель архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гонионский С. А. Гаитянская трагедия. М.: Наука, 1974.
- McIntosh, Gregory C. The Piri Reis Map of 1513. — University of Georgia Press (инг.)баш., 2000. — С. 88. — ISBN 978-0-8203-2157-8.
- Castillo Pantaleón, Juan Miguel. La Nacionalidad Dominicana. — Santo Domingo: Editora Nacional, Ministerio de Cultura, 2012. — С. 329. — ISBN 978-9945-469-97-4.
- Cook, Noble David Taino (Arawak) Indians (mis) // Encyclopedia of Genocide and Crimes Against Humanity. — 2005. — Т. 3.
- Berman, Mary The Greater Antilles and Bahamas (mis) // Encyclopedia of Archaeology. — 2008.
- Holguín. 21st Century Anthropology: A Reference Handbook. — Thousand Oaks, CA, USA: Sage Publications (инг.)баш., 2010. — ISBN - 9781412957380.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Доминиканская Республика в цифрах, история, география, праздники в Доминикане.
- Google maps
- Карта островов Эспаньола и Пуэрто-Рико с 1639.
- The Kraus Collection of Sir Francis Drake at the Library of Congress contains primary materials on Hispaniola.