Эстәлеккә күсергә

Галапагос

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Острова Галапагос
исп. Islas Galápagos, исп. Archipiélago de Colón
Галапагос утрауҙары картаһы
Галапагос утрауҙары картаһы
Характеристикалар
Утрауҙар һаны19 
Иң эре уртауИсабела 
Майҙаны8010 км²
Иң бейек нөктәһе1707 м
Халҡы25 124 чел. (2010)
Халыҡ тығыҙлығы3,14 кеше/км²
Урынлашыуы
0°21′27″ ю. ш. 90°28′12″ з. д.HGЯO
АкваторияТымыҡ океан
Ил
ПровинцияГалапагос
Тымыҡ океан
Красная точка
Острова Галапагос
ЮНЕСКО
 Галапагос Викимилектә

Гала́пагос[1][2][3][4][5] (Галапаго́с[6][7], Коло́н архипела́гы[8][9][10], Галапагос утрауҙары[11][12][13], Черепашьи утрауҙары[14][15], Галапагостар[16]; испанса Islas Galápagos, испансанан galápago — һыу ташбаҡаһы төрө һәм һәм Галапагостағы[17] ҡайһы бер гөбөргәйелдәрҙең формаһына оҡшаған эйәр атамаһы, испанса Archipiélago de Colón) — Эквадорҙан көнбайышҡа табан 972 км алыҫлыҡта Тымыҡ океандың экваториаль өлөшөндәге көнсығышта 13 төп янартау утрауҙарынан, 6 бәләкәй утрауҙан, 107 ҡаянан һәм һыу йыуған биләмәләрҙән торған утрауҙар төркөмө. Беренсе утрауҙың тәүгеһе тектоник әүҙемлек һөҙөмтәһендә 510 млн йыл элек формалашҡан тип һанала. Иң йәш утрауҙар — Исабела һәм Фернандина — әлегә тиклем формалашыу кимәлендә, һуңғы вулканик урғылыу 2022 йылда күҙәтелгән.

Галапагос утрауҙары Эквадор дәүләтенә ҡарай һәм шул уҡ исемдәге провинцияны тәшкил итә. Архипелаг халҡы 25 124 кеше тәшкил итә (2010 йыл). Майҙаны — 8010 км².

Утрауҙар тәү сиратта урындағы фауна төрҙәренең күп булыуы һәм Чарльз Дарвиндың бындағы тикшеренеүҙәренән билдәле. Был ғалим өсөн төрҙәрҙең килеп сығышының эволюция теорияһын барлыҡҡа килтереүгә тәүге этәргес була.

Төп ҡалаһы — Пуэрто-Айора.

Исеменең килеп сығышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Утрауҙар үҙ исемен уларҙа тереклек иткән гигант диңгеҙ ташбаҡаларынан ала, испан телендә galápagos күплек һанда «ҡоро ер ташбаҡалары» тип атала.

Галапагос утрауҙарын рәсми рәүештә 1535 йылдың мартында Испаниянан килгән рухани Томас де Берланг аса. Ул Панаманан Перуға йүнәлгән карапҡа ултыра, әммә осраҡлы рәүештә билдәләнгән юлдан тайпыла.

1832 йылдың 12 февралендә Эквадор Галапагос утрауҙарын көс менән тартып ала.

1835 йылда экспедиция үткәрелә. Был караптың командиры Роберт Фицра һәм йәш натуралист Чарльз Дарвин утрауҙарҙы тикшерә.

1936 йылда утрауҙар милли парк тип иғлан ителә (быға тиклем ул каторжандарҙың һөргөн урыны була), 1978 йылда ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы, ә 1985 йылда бөтә донъя биосфераһы ҡурсаулығы тип иғлан ителә. 1953 йылда Тур Хейердал бында инкылар мираҫын эҙләп була.

Утрауҙар экватор янында, 1°40' төньяҡ киңлектән 1°36' көньяҡ киңлеккә, 89°16' — 92° 01' көнбайыш оҙонлоҡ араһында урынлашҡан.

Бында сөсө һыу сығанаҡтары юҡ тиерлек.

Архипелаг үҙенең флораһы һәм фаунаһы менән билдәле. Архипелагта тереклектәрҙең күпселеге бик күп туристарҙы йәлеп итә. Бында дайвинг киң таралған спорт төрө.

Вульф вулканы — утрауҙарҙың иң бейек нөктәһе (диңгеҙ кимәленән 1707 метр).

Һыуыҡ ағым арҡаһында Галапагос утрауҙарындағы климат экваторҙағы башҡа биләмәләргә ҡарағанда күпкә һалҡыныраҡ. Һыу температураһы ҡайһы берҙә 20 °C тиклем түбәнәйә, ә уртаса йыллыҡ температура — 23—24 °C.

Архипелагты һаҡлау

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Галапагос утрауҙары. Симор-Норте утрауындағы пляждан Дафна утрауына күренеш
Галапагос утрауҙары. Санта-Крус утрауындағы фил гөбөргәйеле
Фил гөбөргәйеле

Архипелагта тәүге тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәте, 1934 йылда уҡ ҡабул ителеп, 1936 йылда өҫтәмәләр индерелһә лә, 1950-се йылдарҙың аҙағына тиклем урындағы флора һәм фаунаны контролдә тотоу буйынса бер ниндәй ҙә сара күрелмәй. Бары тик 1955 йылда Халыҡ-ара тәбиғәтте һаҡлау союзы архипелагты тикшереү буйынса танышыу миссияһы үткәрә. Ике йылдан (1957 йылда) һуң ЮНЕСКО Эквадор хөкүмәте ярҙамында архипелагта тәбиғәтте һаҡлау буйынса хәлде өйрәнеү һәм тикшереү станцияһына участка һайлау маҡсатында икенсе экспедиция ойоштора.

Диңгеҙ игуанаһы (Amblyrhynchus cristatus)

1959 йылда, Чарльз Дарвиндың «Төрҙәрҙең килеп сығышы» тигән тәүге баҫмаһының йөҙ йыллыҡ юбилейында, Эквадор хөкүмәте утрауҙарҙа милли парк булдырыу тураһында иғлан итә, уның дөйөм майҙаны архипелагтың бөтә ҡоро майҙанының 97,5 процентын тәшкил итә. Шул уҡ йылда халыҡ-ара Чарльз Дарвин фондына нигеҙ һалына, штаб-фатиры Брюсселдә урынлаша. Фондтың төп маҡсаттары булып Галапагос утрауҙарының уникаль экосистемаһын һаҡлауҙы тәьмин итеү һәм тәбиғәтте һаҡлау өсөн кәрәкле фәнни тикшеренеүҙәргә булышлыҡ итеү тора. Һаҡлау буйынса эш 1964 йылда Санта-Крус утрауында Чарльз Дарвиндың тикшеренеү станцияһын ойоштороуҙан башлана. Тәүге йылдарҙа станция хеҙмәткәрҙәре архипелагтан ситтән индерелгән хайуандарҙы һәм үҫемлектәрҙе сығарыу, шулай уҡ төп төрҙәрҙе һаҡлау буйынса эштәр башҡара. Әлеге ваҡытта утрауҙарҙағы ғалимдар, тәбиғәтте һаҡлау маҡсаттарын күҙ уңында тотоп, күбеһенсә тик фауна һәм флораны тикшереү менән шөғөлләнә.

Күк аяҡлы олушалар (Sula nebouxii)

Милли паркҡа нигеҙ һалынғандан һуң, утрауҙа 1000-дән алып 2000-гә тиклем кеше төпләнә. 1972 йылда халыҡ иҫәбен алыу үткәрелә, уның һөҙөмтәһендә архипелагта яҡынса 3488 кеше була.1980-се йылдарға халыҡ һаны һиҙелерлек арта, 15 000 кешегә етә, ә 2006 йылда, яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, утрауҙарҙа 25 000 самаһы кеше иҫәпләнә.

1986 йылда уның 70 000 км² майҙаны «диңгеҙ тәбиғәтен һаҡлау зонаһы» тип иғлан ителә, ҙурлығы буйынса Австралияның Оло Барьерлы рифынан һуң икенсе урында тора. 1990 йылда архипелаг киттар өсөн һыйыныу урыны була. 1978 йылда ЮНЕСКО утрауҙарҙы Бөтә донъя мираҫы объекты һәм 1985 йылда биосфера ҡурсаулығы тип иғлан итә.

2022 йылда утрауҙарҙа гигант гөбөргәйелдәрҙең яңы төрө табыла[18].

Һаҡлауға алынған хайуандар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Галапагос конолофы (Conolophus subcristatus)
Галапагос диңгеҙ арыҫланы (Zalophus wollebaeki)
  • Ябай конолов (Conolophus subcristatus)
  • Көңгөрт конолов (Conolophus pallidus)
  • Диңгеҙ игуанаһы (Amblyrhynchus cristatus)
  • Фил йәки Галапагос ташбаҡаһы (Geochelone elephantopus)
  • Күк аяҡлы олуша (Sula nebouxii)
  • Йәшел ташбаҡа (Chelonia mydas)
  • Голотурийҙар (Holothuroidea)
  • Һоло турғайҙары һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған 13 төр ҡош, Улар «Дарвин алаҡас турғайы» булараҡ билдәле
  • Тумыртҡа һымаҡ ағас алаҡас турғайы (Camarhynchus pallidus)
  • Галапагос пингвины (Spheniscus mendiculus)
  • Галапагос дингеҙ бөркөтө (Phalacrocorax harrisi)
  • Галапагос һары (Buteo galapagoensis)
  • Галапагос диңгеҙ арыҫланы(Zalophus wollebaeki)

Экологик хәүефтәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Архипелаг утрауҙары картаһы

Архипелаг күп кенә төрлө исемдәр аҫтында билдәле була, шул иҫәптән навигацияны ҡатмарлаштырыусы океандың тиҙ ағымдары арҡаһында «Сихырланған утрауҙар» (инглиз телендә Enchanted Islands) тип тә атала. Уның беренсе тупаҫ навигация схемаһын 1684 йылда пират Эмброз Коули(инглизсә Ambrose Cowley) эшләй, унда ул утрауҙарҙы пираттарға йәки уларға ярҙам иткән инглиз дворяндары исеме менән атай.

Архипелаг үҙенең исемен бында йәшәгән фил гөбөргәйелдәре арҡаһында ала, уларҙың испанса атамаһы — Galápagos — архипелагтың үҙенә күсә.

Утрауҙар

(урыҫ телендә)[8]
Утрауҙар

(испан телендә)
Утрауҙар

(инглиз телендә)
Майҙаны,[19]
км²
Халҡы,

кеше
Кантон
Исабела (Албемарл) Isla Isabela Albemarle 4588,12 2200 Исабела
Санта-Крус (Индефатигабл) Isla Santa Cruz Indefatigable 985,55 15 000 Санта-Крус
Фернандина (Нарборо) Isla Fernandina Narborough 642,48 200 Исабела
Сан-Сальвадор (Джеймс) Isla San Salvador/Santiago James 584,65 - Санта-Крус
Сан-Кристобаль (Чатем) Isla San Cristóbal Chatham 558,08 8400 Сан-Кристобаль
Санта-Мария (Чарльз) Isla Floreana/Santa María Charles 172,53 100 Сан-Кристобаль
Марчена (Биндло) Isla Marchena Bindloe 129,96 - Санта-Крус
Эспаньола (Худ) Isla Española Hood 60,48 - Сан-Кристобаль
Пинта (Абингдон) Isla Pinta Abingdon 59,40 - Санта-Крус
Бальтра Isla Baltra - 26,19 - Санта-Крус
Санта-Фе (Баррингтон) Isla Santa Fe Barrington 24,13 - Сан-Кристобаль
Пинсон (Дункан) Isla Pinzón Duncan 18,15 - Санта-Крус
Хеновеса (Тауэр) Isla Genovesa Tower 14,10 - Сан-Кристобаль
Рабида (Джервис) Isla Rábida Jervis 4,99 - Санта-Крус
Симор Isla Seymour - 1,84 - Санта-Крус
Уэнмен (Вулф) Isla Wolf Wenman 1,34 - Исабела
Тортуга Isla Tortuga Brattle 1,29 - Исабела
Бартоломе Isla Bartolomé - 1,24 - Санта-Крус
Кулпеппер (Дарвин) Isla Darwin Culpepper 1,06 - Исабела

Утрау Бөйөк Британия хәрби-диңгеҙ көстәре лейтенанты Дэвид Бартоломью хөрмәтенә аталған. Ул Сантьяго утрауынан көнсығышҡа табан урынлашҡан, майҙаны бик бәләкәй. Уның фонында 2003 йылда «Диңгеҙ хужаһы: Ер сигендә» («Хозяин морей: На краю Земли») нәфис фильмы төшөрөлгән.

Бартоломе һүнгән янартау булып тора һәм төрлө төҫкә буялған бер нисә вулкан формацияһына эйә, шул иҫәптән туфтан яһалған конус рәүешле ҡалҡыулығы бар. Бер ни тиклем эрозияға дусар булған был ҡалҡыулыҡ лава һыу өҫтөнә еткән саҡта барлыҡҡа килгән.

Утрауҙа галапагос пингвиндары, диңгеҙ арыҫландары йәшәй; диңгеҙ гөбөргәйелдәре оялай. Эргәһендә риф акулалары (Triaenodon obesus) йәшәй.

Был утрау немец геологы Теодор Вольф хөрмәтенә аталған. Майҙаны ни бары 1,3 км², максималь бейеклеге — диңгеҙ кимәленән 253 м. Бында диңгеҙ бесәйҙәре, фрегаттар һәм ҡыҙыл аяҡлы олушалар, диңгеҙ игуаналары, акулалар, киттар, дельфиндар һәм галапагос аҡсарлаҡтары (Creagrus furcatus) йәшәй. Утрауҙа олушаларҙың ҡаны менән туйынған һәм тик ошо утрауҙа ғына тереклек итеүсе осло суҡлы алаҡас турғай (Geospiza difficilis septentrionalis) йәшәй.

Майҙаны — 1,1 км², максималь бейеклеге — 168 метр. Бында диңгеҙ бесәйҙәрен, фрегаттарын, диңгеҙ игуаналарын, галапагос аҡсарлаҡтарын, диңгеҙ арыҫландарын, киттарҙы, диңгеҙ ташбаҡаларын, дельфиндарҙы, ҡыҙыл аяҡлы олушаларҙы осратырға мөмкин.

Майҙаны 14 км² тәшкил итә, максималь бейеклеге 76 метр. Утрау һыуға батҡан ҙур кратер ҡалдыҡтарынан барлыҡҡа килгән. Ҡоштарҙың күп төрлөлөгө арҡаһында уны шулай уҡ утрау тип тә атайҙар. Дарвин ҡултығында төнгө йәшәү рәүеше алып барған үҙенсәлекле фрегаттарҙы һәм галапагос аҡсарлаҡтарын күрергә мөмкин. Утрауҙа шулай уҡ ҡыҙыл аяҡлы олушалар, сарлаҡтар (Anous), көлһыу галапагос аҡсарлаҡтары, фаэтондар, күгәрсендәр, «Дарвин алаҡас турғайҙары» йәшәй. «Принц Филипп баҫҡыстары» күҙәтеү майҙансығы, шулай уҡ Пало-Санто урманы бар.

Утрау королева Изабелла хөрмәтенә аталған, ул Христофор Колумбтың сәйәхәттәренә бағыусы була. Был архипелагтың иң ҙур утрауы, уның майҙаны — 4640 км². Иң юғары нөктәһе — диңгеҙ кимәленән 1707 м бейеклектәге Вульф вулканы. Утрау 6 төрлө вулканды берләштергән диңгеҙ аты формаһында, улар бергә тоташып, бер бөтөн ер өҫтөн барлыҡҡа килтерә. Бында галапагос пингвиндары, галапагос бакландары (Phalacrocorax harrisi), диңгеҙ игуаналары, пеликандар һәм Grapsus grapsus крабтары бар. Изабелла вулкандары битләүҙәрендә игуаналарҙы, ҡоро ер ташбаҡаларын, шулай уҡ алаҡас турғайҙарҙы, галапагос һарҙарын (Buteo galapagoensis), галапагос күгәрсендәрен һәм фламинголарҙы күрергә мөмкин. Утрауҙың көньяҡ-көнсығыш осонда халыҡ һаны буйынса өсөнсө урында торған Пуэрто-Вильямиль ҡасабаһы урынлашҡан.

  1. Венесуэла, Колумбия, Гайана, Эквадор, Перу, Боливия, Западная Бразилия // Атлас мира / сост. и подгот. к изд. ПКО «Картография» в 2009 г. ; гл. ред. Г. В. Поздняк. — М. : ПКО «Картография» : Оникс, 2010. — С. 178—179. — ISBN 978-5-85120-295-7 (Картография). — ISBN 978-5-488-02609-4 (Оникс).
  2. Словарь географических названий зарубежных стран / отв. редактор А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М.: Недра, 1986. — С. 84.
  3. Галапагос // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  4. Агеенко Ф. Л. Черепашьи // Словарь собственных имён русского языка. Ударение. Произношение. Словоизменение. — М.: Мир и Образование; Оникс, 2010. — 880 с. — ISBN 5-94666-588-X, 978-5-94666-588-9.
  5. Географический энциклопедический словарь: географические названия / Под ред. А. Ф. Трёшникова. — 2-е изд., доп.. — М.: Советская энциклопедия, 1989. — С. 120. — 210 000 экз. — ISBN 5-85270-057-6.
  6. Ҡалып:Книга:Русский орфографический словарь
  7. Ҡалып:Словарь прилагательных от географических названий
  8. 8,0 8,1 Венесуэла, Колумбия, Гайана, Эквадор, Перу, Боливия, Западная Бразилия // Атлас мира / сост. и подгот. к изд. ПКО «Картография» в 2009 г. ; гл. ред. Г. В. Поздняк. — М. : ПКО «Картография» : Оникс, 2010. — С. 178—179. — ISBN 978-5-85120-295-7 (Картография). — ISBN 978-5-488-02609-4 (Оникс).
  9. Словарь географических названий зарубежных стран / отв. ред. А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М. : Недра, 1986. — 459 с.
  10. Географический энциклопедический словарь: географические названия / Под ред. А. Ф. Трёшникова. — 2-е изд., доп.. — М.: Советская энциклопедия, 1989. — 592 с. — 210 000 экз. — ISBN 5-85270-057-6.
  11. Ҡалып:Книга:Русский орфографический словарь
  12. Ҡалып:Словарь прилагательных от географических названий
  13. Зоогеография // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  14. Агеенко Ф. Л. Черепашьи // Словарь собственных имён русского языка. Ударение. Произношение. Словоизменение. — М.: Мир и Образование; Оникс, 2010. — 880 с. — ISBN 5-94666-588-X, 978-5-94666-588-9.
  15. Географический энциклопедический словарь: географические названия / Под ред. А. Ф. Трёшникова. — 2-е изд., доп.. — М.: Советская энциклопедия, 1989. — С. 120. — 210 000 экз. — ISBN 5-85270-057-6.
  16. Ҡалып:Словарь прилагательных от географических названий
  17. BBC: Галапагосы 2 серия. Дата обращения: 9 ғинуар 2014. Архивировано из оригинала 26 сентябрь 2013 года.
  18. На Галапагосских островах найден новый вид гигантских черепах - Газета.Ru | Новости. Газета.Ru. Дата обращения: 11 март 2022. Архивировано 11 март 2022 года.
  19. гл. ред. Ҡалып:Автор: A biodiversity vision for the Galapagos Islands. Physical Setting of the Archipelago (ингл.) (PDF) P. 131—133. Puerto Ayora, Galapagos: Charles Darwin Foundation and World Wildlife Fund (12 июнь 2002). — Based on an International Workshop of Conservation Biologists in Galapagos in May 1999. — «A Spanish edition, translated by Isolda Rojas Lizana, is also available». Дата обращения: 9 ғинуар 2022. Архивировано из оригинала 30 июль 2012 года.
  • Bodo Müller und Matthias Stolt: Galápagos Die verwunschenen Inseln (2003) (BLV) ISBN 3-86108-909-2
  • Thor Heyerdahl and Arne Skjolsvold, Archaeological Evidence of Pre-Spanish Visits to the Galápagos Islands, Memoirs 12, Society for American Archaeology, 1956
  • Quammen, David, (1996). The Song of the Dodo. Touchstone, New York.
  • Constant, Pierre: The Galápagos Islands: A Natural History Guide (2004) W. W. Norton & Company, Inc. ISBN 962-217-742-5
  • Энциклопедия Британника, 1911.
  • A Brief Introduction to the Geology of the Galapagos
  • Black, Juan (1973). Galápagos, Archipiélago del Ecuador. (Quito, Ecuador). Comprehensive monograph by a former officer of Galápagos National Park, financed by the World Wildlife Fund and the Charles Darwin Foundation for the Galápagos Islands
  • Grant, K. Thalia and Estes, Gregory B. (2009). Darwin in Galapagos: Footsteps to a New World. Princeton University Press, Princeton.
  • Heyerdahl, Thor; & Skjolsvold, Arne (1956). Archaeological Evidence of Pre-Spanish Visits to the Galápagos Islands, Memoirs 12, Society for American Archaeology.
  • Müller, Bodo; & Stolt, Matthias (2003). Galápagos Die verwunschenen Inseln. (BLV). ISBN 3-86108-909-2.
  • Quammen, David (1996). The Song of the Dodo. Touchstone, New York.
  • Romero, Simon (4 October 2009). «To Protect Galápagos, Ecuador Limits a Two-Legged Species». The New York Times.
  • Perry, Roger (1972). The Galapagos Islands. (Dodd, Mead & Company). Short history illustrated with photographs and a map by a former director of Charles Darwin Research Station.
  • Wittmer, Margret (2013). Floreana: A Woman’s Pilgrimage to the Galápagos. (Moyer Bell Limited). Memoir written by the matriarch of the first family to successfully inhabit Floreana, after settling there in 1932. 2013 paperback edition ISBN 978-1-55921-399-8 (originally published by the Travel Book Club in 1961)

Всемирное наследие в Эквадоре