Гвадалахара (Мексика)
Ҡала | |||||
Гвадалахара Guadalajara | |||||
| |||||
Ил | |||||
---|---|---|---|---|---|
Штат | |||||
Координаталар | |||||
Башлыҡ | |||||
Нигеҙләнгән | |||||
Майҙаны |
150,22 км² | ||||
Бейеклеге |
1566 м | ||||
Климат тибы |
субтропик муссон | ||||
Халҡы |
1 460 148 кеше (2015) | ||||
Тығыҙлығы |
9720.06 кеше/км² | ||||
Сәғәт бүлкәте | |||||
Телефон коды |
+52 33 | ||||
Һанлы танытмалар | |||||
Рәсми сайт |
guadalajara.gob.mx (исп.) | ||||
Гвадалаха́ра (исп. Guadalajara [ɡwaðalaˈxaɾa] ) — Мексикалағы ҡала. Халиско штатының баш ҡалаһы. 1542 йылда нигеҙ һалына. Көнбайыш Тымыҡ океан төбәгендә урынлашҡан ҡала Көнбайыш ынйыһы (исп. La Perla del Occidente) һәм Раузалар ҡалаһы (исп. Ciudad de las Rosas) булараҡ билдәле. Гвадалахара агломерацияһы халыҡ һаны буйынса Мексикала икенсе урында тора.
Гвадалахара көньяҡ-көнбайыш Мексиканың төп иҡтисади, транспорт һәм мәҙәни үҙәге булып тора. GaWC глобаль ҡалалар рейтингында ул гамма-ҡала тип таныла, Алматы, Финикс һәм Вильнюс менән бер рәттә тора.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яңы Испания колонияһы барлыҡҡа килгәндән һуң испандар был урындарҙа өс тапҡыр төпләнергә тырыша (1531, 1533 һәм 1537 йылдарҙа), әммә уларҙың барыһы ла ерле халыҡтың һөжүме арҡаһында уңышһыҙлыҡҡа тарый. Дүртенсе ынтылыш уңышлы була, 1542 йылдың 14 февралендә ҡалаға нигеҙ һалыусы Кристобаль де Оньяте ҡалаға үҙенең дуҫы, Көнбайыш Мексика конкистадоры Нуньо Бельтран де Гусмандың тыуған ҡалаһы испан Гвадалахара хөрмәтенә исем бирә. Испан ҡалаһы атамаһы ғәрәпсә wādi l-ḥijāra (واد الحجارة йәки وادي الحجارة)) һүҙенән килеп сыҡҡан, был ибер телендәге arriaca һүҙенең тура тәржемәһендә «таштар үҙәне» йәки «таштар араһында ағып ятҡан йылға» тигәнде аңлата[1].
Гвадалахараның уңышлы урынлашыуы арҡаһында тиҙ үҫешә, һәм 1560 йылда бында Компостеланан Яңы Испания провинцияларының береһе булған Нуэва-Галисияның донъяуи һәм дини властары күсеп килә. 1570 йылда ҡалала августин һәм доминикан дини ордендары урынлаша, был уның әһәмиәтен арттырыуға булышлыҡ итә. Киләһе йылда Гвадалахара университетына нигеҙ һалына, ул Мексикала икенсе һәм Төньяҡ Америкала бишенсе иң боронғо университет була.
Ҡала кафедраль соборына нигеҙ 1541 йылда һалына, 1574 һәм 1618 йылдарҙағы янғындарҙан, 1818 һәм 1849 йылдарҙағы ер тетрәүҙәрҙән һуң яңынан төҙөлә.
Гвадалахара Мексиканың бойондороҡһоҙлоҡ өсөн һуғышына тиклем Нуэво-Галисияның баш ҡалаһы була. Һуғыш башында ҡала Мигель Идальгоның сепаратистар отрядтарының нығытмаһына әйләнә, әммә тиҙҙән, баш күтәреүселәрҙең ҡылыҡтары арҡаһында, ҡала халҡының симпатияһы роялистар файҙаһына үҙгәрә. 1811 йылдың ғинуарында 6 мең роялисттан торған отряд сепаратистарҙың 100 меңлек армияһын ҡыйрата, артабан, һуғыш тамамланғанға тиклем, Гвадалахара испан тажы яҡлылар контроле аҫтында була.
1823 йылда Гвадалахара яңы ойошторолған Халиско штатының баш ҡалаһы була. 1843-1844 йылдарҙа ҡала президент Санта-Аннаға ҡаршы ихтилал үҙәге була. 1857-1861 йылдарҙағы граждандар һуғышы ваҡытында Гвадалахарала бер ни тиклем ваҡыт Бенито Хуарес хөкүмәте урынлаша. Ҡала 1864 йылда француз интервенттары тарафынан баҫып алына һәм 1866 йылда мексикандар тарафынан кире ҡайтарыла. Мексика революцияһы ваҡытында Орендайн янындағы алыштан һуң Гвадалахара Обрегон етәкселегендәге каррансистар ғәскәрҙәре тарафынан баҫып алына. 1915 йылдың 18 февралендә Панчо Вилья ғәскәрҙәре Гвадалахаранан көньяҡтараҡ Саюла янында каррансист генерал Дьегестың дивизияһын ҡыйрата.
XIX быуат аҙағында Гвадалахараны диңгеҙ ярҙары һәм Америка Ҡушма Штаттары менән тоташтырыусы тимер юлдар төҙөү ҡала иҡтисадының һәм халҡының йылдам үҫешенә этәргес бирә. Гвадалахара 1940-1980 йылдарҙа, ҡалаға йөҙҙәрсә мең йәш ауыл халҡы килеп ингәс, икенсе, шул уҡ дәрәжәлә, сәскә ата. Шул йылдарҙан алып ҡалала төрлө райондар араһында киҫкен милек һәм синыф айырмаһы һаҡланған.
Гвадалахара 1992 йылдың 22 апрелендә бензин үткәргес торбаһы шартлау арҡаһында 252 кеше һәләк була, ә матди зыян 1 миллиард АҠШ долларына яҡын тәшкил итә.
2000-се йылдар башы ҡала иҡтисадының яңы күтәрелеү осоро була. 2007 йылда Гвадалахара Financial Times версияһы буйынса иҡтисади үҫеш перспективалары буйынса Төньяҡ Америка ҡалалары араһында икенсе урынды биләй (Чикагонан һуң).
Физик-географик ҡылыҡһырламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡала Халиско штатының үҙәгендә, Атемахак үҙәнендә, диңгеҙ кимәленән бер ярым километр бейеклектә урынлашҡан.
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гвадалахара субтропик муссон климаты зоналары (Кёппен классификацияһында — Cwa) һәм саванна тропик климаты (Aw) тоташҡан урында урынлашҡан, ҡыш йылы, бик ҡоро, йәй эҫе, ямғырлы. Ҡар бик һирәк яуа, һуңғыһы 1997 йылда, алдағыһы 1881 йылда күҙәтелә[2].
Ҡояш балҡыуының уртаса оҙайлығы йылына 2673,4 сәғәт тәшкил итә.
Гвадалахара климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин. | Фев. | Март | Апр. | Май | Июнь | Июль | Авг. | Сен. | Окт. | Нояб. | Дек. | Йыл |
Абсолют максимум, °C | 35,0 | 38,0 | 39,0 | 41,0 | 39,0 | 38,5 | 36,0 | 36,5 | 32,5 | 34,5 | 32,0 | 31,0 | 41,0 |
Уртаса максимум, °C | 24,7 | 26,5 | 29,0 | 31,2 | 32,5 | 30,5 | 27,5 | 27,3 | 27,1 | 27,1 | 26,4 | 24,7 | 27,9 |
Уртаса температура, °C | 17,1 | 18,4 | 20,7 | 22,8 | 24,5 | 23,9 | 22,0 | 21,9 | 21,8 | 21,0 | 19,2 | 17,5 | 20,9 |
Уртаса минимум, °C | 9,5 | 10,3 | 12,3 | 14,3 | 16,4 | 17,3 | 16,5 | 16,4 | 16,5 | 14,9 | 12,1 | 10,3 | 13,9 |
Абсолют минимум, °C | −1,5 | 0,0 | 1,0 | 0,0 | 1,0 | 11,5 | 9,0 | 11,0 | 10,0 | 8,0 | 4,5 | −0,5 | −1,5 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 15,6 | 6,6 | 4,7 | 6,2 | 24,9 | 191,2 | 272,5 | 226,1 | 169,5 | 61,4 | 13,7 | 10,0 | 1002,4 |
Сығанаҡ: SMN |
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мексиканың милли статистика һәм география институты мәғлүмәттәре буйынса, Гвадалахара халҡы 2015 йылда 1 460 148 кеше тәшкил итә, ә агломерация дөйөм алғанда 5 миллиондан ашыу. Ҡалала һәм уның тирә-яғында Халиско штаты халҡының яҡынса 70% йәшәй.
Йыл | 1738 | 1865 | 1960 | 1970 | 1980 | 1990 | 1995 | 2000 | 2010 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Халыҡ һаны | 24.560 | 69.670 | 740.394 | 1.199.391 | 1.626.152 | 1.650.205 | 1.633.216 | 1.646.319 | 1.494.134 |
Туғанлашҡан ҡалалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡ: Гвадалахара ҡалаһы хакимиәте сайты
- Севилья, Испания
- Вроцлав, Польша
- Лансинг, Мичиган, АҠШ
- Портленд, Орегон, АҠШ
- Альбукерке, Нью-Мексико, АҠШ
- Канзас-Сити, Миссури, АҠШ
- Сан-Антонио, Техас, АҠШ
- Тусон, Аризона АҠШ
- Магдалена-де-Кино, Сонора, Мексика
- Ночистлан, Сакатекас, Мексика
- Алахуэла, Коста-Рика
- Сан-Хосе, Коста-Рика
- Тегусигальпа, Гондурас
- Кингстон, Ямайка
- Панама, Панама
- Лима, Перу
- Санто-Доминго, Доминика Республикаһы
- Каракас, Венесуэла
- Малабо, Экватор Гвинеяһы
- Гвадалахара, Испания
- Оньяте, Испания
- Сигалес, Испания
- Лонг-Бич, Калифорния, АҠШ
- Кливленд, Огайо, АҠШ
- Краков, Польша
- Милан, Италия
- Киото, Япония
- Сямынь, ҠХР
- Аганья, Гуам
- Себу, Филиппин
- Санкт-Петербург, Рәсәй Федерацияһы (2011)[3]
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Towers of the Country Club Condominium
-
Guadalajara World Trade Center
-
Chapultepec Tower
-
Tapatio Tour, Bus Tour
-
Municipal Palace
-
Plaza de Armas and Cathedral
-
Government's Palace
-
Liberation Square
-
Pedro Moreno Street
-
Juarez Avenue and Colon Street
-
Morelos Street
-
Building at University Square
-
Octavio Paz Library at University Square
-
Plaza Tapatía
-
Coat of Arms
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Historia de Guadalajara (исп.). Архивировано 19 июнь 2013 года.
- ↑ El Nino Arrives On Schedule . Дата обращения: 13 ғинуар 2014. Архивировано 14 ғинуар 2014 года.
- ↑ Ciudades Hermanas de Guadalajara (исп.). Архивировано 19 июнь 2013 года.