Эстәлеккә күсергә

Драченко Иван Григорьевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Драченко Иван Григорьевич
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 15 ноябрь 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})[1]
Тыуған урыны Великая Севастьяновка[d], Уманский уезд[d], Киевская губерния[d], Украина Совет Социалистик Республикаһы
Вафат булған көнө 16 ноябрь 1994({{padleft:1994|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})[1] (72 йәш)
Вафат булған урыны Киев, Украина
Ерләнгән урыны Байково зыяраты[d]
Ҡәбере һүрәте
Һөнәр төрө лётчик, яҙыусы
Уҡыу йорто Тамбовская военная авиационная школа пилотов[d]
Юридический факультет Киевского национального университета имени Тараса Шевченко[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание лейтенант һәм Капитан
Һуғыш/алыш Курск һуғышы[d], Висло-Одерская операция[d] һәм Берлинская наступательная операция[d]
Ғәскәр төрө СССР хәрби-һауа көстәре[d] һәм военно-воздушные силы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Берлинды алған өсөн» миҙалы «Хеҙмәт ветераны» миҙалы «Алтын Йондоҙ» миҙалы III дәрәжә Дан ордены II дәрәжә Дан ордены I дәрәжә Дан ордены II дәрәжә Дан ордены «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы Ватан һуғышы ордены В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә егерме йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә утыҙ йыл» юбилей миҙалы "Совет Армияһының һәм Флоттың утыҙ йыллығы" юбилей миҙалы юбилейная медаль «50 лет Вооружённых Сил СССР» юбилейная медаль «60 лет Вооружённых Сил СССР» юбилейная медаль «70 лет Вооружённых Сил СССР» медаль «В память 1500-летия Киева»
 Драченко Иван Григорьевич Викимилектә

Иван Григорьевич Драченко (15 ноябрь 1922 йыл — 16 ноябрь 1994 йыл) — осоусы-штурмовик, Советтар Союзы Геройы, Дан орденының тулы кавалеры (4 Дан орденының тулы кавалерынан «Советтар Союзы Геройы» исеменә лайыҡ булыусыларҙың береһе). Бер күҙен юғалтҡан һуң да һуғышыуын дауам итә.

1922 йылдың 15 ноябрендә хәҙерге Черкассы өлкәһенең Христиновск районында Оло Севастьяновка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Украин. 1944 йылдан КПСС ағзаһы. Урта мәктәпте һәм Ленинград аэроклубын тамамлай. Был 1941 йылдан Ҡыҙыл Армияла. 1943 йылдың йәйендә Тамбов хәрби авиация пилоттары мәктәбен тамамлай һәм летчик-штурмовик сифатында фронтҡа ебәрелә. Курск дуғаһында һуғыша.

1943 йылдың 14 авгусындаХарьков районында, полк командирын ҡотҡарырға була Ил-2-лә дошман истребителен таранлай. Таран ваҡытында ҡаты яралана, аңһыҙ килеш әсирлеккә алына. Хәрби әсирҙәр лагерында совет табибы уға ҡатмарлы операция яһай[2], ләкин уң күҙен ҡотҡара алмай. 1943 йылдың сентябрендә Драченко әсирлектән ҡаса. Мәскәү госпиталендә дауаланғандан һуң, 1944 йылдың мартында ҡабаттан оса башлай. 140-сы гвардия штурм авиацияһы полкы (2-се һауа армияһы 1-се гвардия штурм авиация корпусының 8-се гвардия штурм авиацияһы дивизияһы) составында һуғыш аҙағына тиклем сафта була.

Һуғышы йылдарында 151 хәрби осош яһай, 24 һауа һуғышында дошмандың 5 самолетын бәреп төшөрә, 9-ын аэродромдарҙа уҡ юҡ итә, 4 күпер ҡыйрата, дошмандың бик күп тере көсөн һәм техникаһын юҡҡа сығара.

СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 26 октябрендәге Указы менән Иван Григорьевич Драченкоға менән Советтар Союзы Геройы исеме бирелә, Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырыла.

Һуғыштан һуң И. Г. Драченко Хәрби-һауа академияһына уҡырға инә, әммә 1947 йылда һаулыҡ торошо буйынса капитан дәрәжәһендә запасҡа сығарыла. 1953 йылда Киев дәүләт университетының — юридик факультетын, һуңынан аспирантура таммалай. Мәктәптә директоры булып эшләй, һуңынан Киевта Ҡала мәҙәниәт һарайында — директоры урынбаҫары. 1994 йылдың 16 ноябрендә вафат була.

  • Ковзан Борис Иванович — совет летчик-истребителе. Бер күҙен юғалтҡан һуң һуғышыуын дауам итә.
  • Сорокин Захар Артемович — совет летчик-истребителе. Маресьев кеүек ике аяҡһыҙ оса һәм һуғыша.
  • Белоусов Леонид Георгиевич — совет летчик-истребителе. Шулай уҡ ике аяҡһыҙ оса һәм һуғыша.
  • Ворожбиев Михаил Прокофьевич — совет осоусы-штурмовигы. Бер күҙен юғалтҡан һуң һуғышыуын дауам итә.
  1. 1,0 1,1 Ivan Grigoryevich Drachenko // TracesOfWar
  2. Из воспоминаниий лётчика-штурмовика Петра Марковича Кацевмана:
  • Драченко И. Г. [razym.ru/literarura/biogistoriya/133239-drachenko-i-g-radi-zhizni-na-zemle.html Ради жизни на земле] — К.: Издательство ЦК ЛКСМУ «Молодь», 1976.
  • Драченко И. Г. На крыльях мужества — М.: ДОСААФ, 1986.
  • Драченко Иван Григорьевич. «Герои страны» сайты.
  • Егоров А. Выдающийся ас — Иван Драченко // газета «Ветеран», № 14 (1308), апрель 2015. — С. 8—9.