Кайсери
Ҡала | |
Кайсери төр. Kayseri | |
Ил | |
---|---|
Төбәк | |
Провинция | |
Координаталар | |
Мэр |
Меһмет Ёжасеки |
Элекке исеме |
Каппадокия Кесарияһы, |
Бейеклеге |
1 031 м |
Климат тибы |
Урта диңгеҙ |
Халҡы | |
Милли состав |
төрөктәр |
Конфессиональ составы |
мосолмандар |
Сәғәт бүлкәте | |
Телефон коды | 352 |
Һанлы танытмалар | |
Рәсми сайт | |
Ка́йсери (Кесария, төр. Kayseri, грек. Καισάρεια, әрм. Կեսարիա, Մաժաք, Kesaria, Mažakʿ, лат. Caesarea) — Төркиәләге ҡала, Кайсери виләйәтенең административ үҙәге, Эржияс вулканының төньяҡ итәгендә урынлашҡан.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Билдәле булыуынса, боронғо заманда Каппадокия Кесарияһы Цезарея, Мазака һәм Евсевия. булараҡ билдәле булған. Каппадокия батшаһының резиденцияһы була. Һуңынан, Каппадокия рим провинцияһына әйләнгәндән (8 йыл) һуң, император Тиберий ҡаланың исемен Кесария тип үҙгәртә, һәм Азияла рим тәңкәләрен һуғыу урыны булып хеҙмәт итә. Шулай уҡ христианлыҡ таралыу үҙәге лә була. Император Валент осоронда Каппадокияны провинцияларға бүлгәндән һуң, Кесария Cappadociae primae баш ҡалаһы була. IV быуатта урындағы кафедраны святитель Бөйөк Василий биләй.
1080 йылда Урта Азиянан килгән төрөк-сәлжүктәр баҫып алғанға тиклем, ҡала әрмән идаралығы аҫтында була [2]. 200-ҙән ашыу йыл дауамында Рум солтанлығы составына инә. 1515 йылда Ғосман империяһына ҡушыла. XIX быуаттың 2-се яртыһында Анатолияға, Кавказ һуғышында еңелгәндән һуң, Көнбайыш Кавказдан (тарихи Черкесия) ҡыуылған күп һанлы черкес халҡы килә. Кайсериҙан көнсығышта уларҙың вариҫтарының күп һанлы ауылдары әле лә бар.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кайсериҙы, ул ваҡытта Аргейҙағы Эусебия (грек телендә Εὐσεια ἡ πρὸς τῶι Ἀργαίωι) булараҡ билдәле булған Киликия рим провинцияһының баш ҡалаһын, Страбон үҙенең хеҙмәттәрендә Мазака тип телгә алған.[3] Мосолман ғәрәптәр атама әйтелешен үҙҙәренең яҙмаһына яраҡлаштырған, шуның арҡаһында Кайсария (иғтибар итегеҙ: классик латындә С хәрефе К тип әйтелгән) барлыҡҡа килгән һәм яйлап Кайсериға әүерелгән. Яҡынса 1080 йылда ҡаланы төрөк-сәлжүктәр үҙ контроле аҫтына алған.[4]
Боронғо тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күлтәпәлә хеттар менән сауҙа итеүсе боронғо колония барлыҡҡа килгәндән һуң, яҡынса беҙҙең эраға тиклемге 3000 йылда ҡалала халыҡ йәшәй башлаған[5]. Ҡала төп сауҙа маршруттарында, бигерәк тә Бөйөк ебәк юлында урынлашҡанлыҡтан, һәр ваҡыт иң мөһим сауҙа үҙәге булып ҡала. Кесе Азияның боронғо ҡалаларының береһе Күлтәпә яҡында урынлашҡан.
Ҡала Каппадокия батшаларының резиденцияһы булып хеҙмәт иткән. Боронғо замандарҙа фарсы Әһәмәниҙәр хакимлыҡ иткән осорҙа, 200-ҙән ашыу йыл дауамында, Синоптан Евфратҡа һәм Сардистан Сузға тиклем һуҙылған Фарсы батша сауҙа юлдары сатында урынлашҡан.[6] Рим осоронда ла ҡала аша Эфестан Көнсығышҡа тиклемге оҡшаш маршрут үткән. Ҡала Эржиес тауының (боронғо атамаһы — Аргиус тауы) төньяҡ түбән суҡағында торған. Иҫке ҡаланың боронғо урынының бер нисә эҙе генә һаҡланған.
Эллин осоро
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡала, уны Искәндәр Зөлҡәрнәй диадохтарының береһе Пердикка яулап алғанға тиклем, фарсы хакимлығы аҫтында торған сатрапия үҙәге булған[7]. Һуңынан, Ипсус янындағы алыштан һуң, ҡала Сәләүкиҙәр империяһына инә,[8] әммә яҡынса б. э. т . 250 йылда Каппадокияның Ариарат III хакимлыҡ иткән автономлы Ҙур Каппадокия батшалығының үҙәге булып китә. Артабанғы йылдарҙа ҡала грек эллинистик дәүер йоғонтоһона эләгә һәм Каппадокия батшаһы Ариарат V Евсеб Филопатор (б. э. т. 163—130 йй.) исеме хөрмәтенә Евсевия тип атала. Әрмән батшаһы Тигран I тарафынан талана.[9] Кесария тигән яңы исемен, бәлки, Каппадокияның һуңғы батшаһы Архелай йәки Рим императоры Тиберий биргәндер.
Рим һәм Византия йоғонтоһонда
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кесария б. э. т. 260 йылда император Валериан I-не еңгән Сәсәниҙәр батшаһы Шапур I тарафынан емертелгән[10]. Ул ваҡытта ҡалала 400 000 самаһы кеше теркәлгән. IV быуатта епископ Василий ҡаланан төньяҡ-көнсығышҡа яҡынса бер миль алыҫлыҡта ятҡан тигеҙлектә сиркәү үҙәгенә нигеҙ һала, һәм яйлап иҫке ҡала ҡыҫырыҡлана. Ул үҙ эсенә богадельня системаһын, балалар приютын, ҡарттар йортон һәм лепрозорийҙы (лепрозный госпиталь) алған. Император Юстиниан II (535—536 йылдар) хакимлыҡ иткән осорҙа «Өсөнсө Әрмәнстан» провинцияһы составына, VII—IX быуаттарҙа Әрмән фемаһы составына инә. [11]
Ислам дәүере
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәрәп хәрби етәксе (ә һуңғараҡ Әмәүиҙәрҙең беренсе хәлифәһе) Мүәвиә ибн Әбү Суфыян 647 йылда Каппадокияға инә һәм византийҙарҙан Кесария ҡалаһын ваҡытлыса баҫып ала. Ҡаланы ғәрәптәр Кайсария (قيصرية), ә һуңғараҡ, 1067 йылда уны Алып Арыҫлан солтан яулағандан һуң, сәлжүк төрөктәре Кайсери (قیصری), тип атай. Алып Арыҫлан ғәскәре ҡаланы һәм халҡын юҡ иткән. 1074—1178 йылдарҙа өлкә Данишмәндлеләр контроленә эләгә һәм 1134 йылда тергеҙелә. Анатолия солтанлығы ҡаланы 1178—1243 йылдар дауамында контролдә тотҡан. 1515 йылда ҡала Ғосман империяһы хакимлығы аҫтына эләгә.
Шулай итеп, Кайсери өс алтын быуат осоро кисергән. Беренсе, б. э. т. 2000 йылда, ҡала ассирийлылар һәм хеттар араһындағы сауҙа бәйләнеше уртаһында сағында. Икенсе алтын быуат рим хакимлығы ваҡыты (I—XI бб.) менән тап килә. Өсөнсө алтын быуат сәлжүктәр идара иткән (1178—1243), ҡала дәүләттең икенсе баш ҡалаһы булған осорҙа.
Тәү башлап византийҙар төҙөгән, артабан сәлжүктәр һәм ғосманлылар тарафынан киңәйтелгән 1500 йәше тулған Кайсери ҡәлғәһе элеккесә яҡшы хәлдә, ҡаланың үҙәк майҙанында тора. Сәлжүктәрҙең ҡыҫҡа хакимлығы осоронан бик күп тарихи иҫтәлекле урындар; Хунад Хатун мәсете, Кили Арыҫлан мәсете, Ҙур мәсет һәм Говар-Незибе дауаханаһы кеүек тарихи биналар һаҡланып ҡалған.
Ҡала үҙенең келәм һатыусылары менән дан тота, ә келәмдең яңыһынан алып 50 йыл йәки унан да элегерәк һуғылғанын һатып алырға мөмкин.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XI быуатҡа тиклем, христиандар (тәү сиратта, әрмәндәр, шулай уҡ гректар) Кайсери халҡының 100% тиерлек тәшкил иткән. Урта Азиянан килгән төрөк-сәлжүктәр ҡаланы баҫып алғандан һуң, күп христиан ислам динен ҡабул иткән һәм төрөкләшкән. Мосолман булмағандар өлөшө 1500 йылғы 14 %-тан 1583 йылғы 22%-ҡа тиклем үҫкән. 1500 йылда мосолман булмаған халыҡтың 82%-ын тәшкил итеүсе әрмәндәр 1583 йылда 89%-ҡа тиклем, гректарға ҡарағанда, күпкә тиҙерәк артҡан[12].
1813 йылда ҡалала 25 000 кеше йәшәгән, шуларҙың 15000 әрмәндәр, 300-ө гректар һәм 150-һе йәһүдтәр. Тексиер 1834 йылда рәсми халыҡ иҫәбе 60 000 кеше йәки 11 900 (10,000 төрөк, 1500 әрмән, 400 грек) йорт тәшкил иткән. Гамильтон баһалауынса, 1837 йылда ҡалала 10 000 йорт була. Ә Пужулат шул уҡ йылда 9000 төрөк, 6000 әрмән һәм 4000 грек, дөйөм алғанда 19 000 кеше тураһында хәбәр итә. 1839 йылда урындағы вельможа биргән мәғлүмәт нигеҙендә, Эйнсуорт, 18 522 кеше булып, шуларҙың 12 176-һы мосолман, 5237-һе әрмән һәм 1109-ы грек, тип яҙа. Мордман 1849 йылда, 12 344 мосолманды, 5002 әрмәнде һәм 1067 гректы индереп, барлығы 18 413 ир-ат булғанлығын хәбәр итә[12].
Иҡтисады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1980-се йылдарҙа индерелгән иҡтисади либералләштереү сәйәсәте арҡаһында, үҙҙәренән алда килеүселәргә сауҙагәрҙәрҙең һәм сәнәғәтселәрҙең яңы тулҡыны ҡушылды. Яңы сәнәғәтселәр араһынан күпселеге үҙ эшмәкәрлегенең нигеҙе итеп Кайсериҙы һайлай. Инфраструктураһын яҡшыртыу һөҙөмтәһендә, ҡала 2000 йылдан байтаҡ сәнәғәт үҫешенә өлгәшкән һәм, айырыуса урта һәм бәләкәй предприятиелар өсөн уңайлы мөхите менән, анатолий иҡтисади юлбарыҫтарын ҡылыҡһырлаған төп ҡалаларҙың берһе булып тора.
Кайсери ҡалаһы шулай уҡ Төркиәнең иң уңышлы мебель предприятиеларының береһе урынлашҡан ҡалаһына әүерелде һәм 2007 йылда экспорт килемдәре буйынса миллиардтан ашыу күрһәткескә етте.[13] 1998 йылда булдырылған Kayseri ирекле зонаһында бөгөн 140-тан ашыу миллион доллар инвестициялар күләме менән 43 компания иҫәпләнә. Зона эшмәкәрлегенең төп төрҙәре булып тора; етештереү, сауҙа, келәт менән идара итеү, ҡороу (монтаж) һәм һүтеү (демонтаж), йыйыу-һүтеү, мерчандайзинг, техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау, инженер оҫтаханалары, офис һәм эш урындарын ҡуртымға б иреү, ҡаптарға һалыу-бушатып яңынан ҡапҡа һалыу, банк эше һәм страховкалау, лизинг, сығарыу өсөн тәғәйенләнгәндең маркировкаһы һәм ҡорамалдары.
Ҡайһы бер социологтар был иҡтисади уңышты «ислам кальвинизмы» тип аталған модернистик ислам ҡарашы менән бәйләй, уларҙың һүҙҙәре буйынса, һәм был Кайсери ҡалаһында төпләнгән[14].
Иҫтәлекле урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡала янында хайуан тояҡтары менән бәйле булмаған (ғәжәп!) бик боронғо ике тәгәрмәсле арба эҙҙәре табылған[15].
Туғанлашҡан ҡалалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Файл:Flag of GER.svg Крефельд
- Нальчик
- Файл:Flag of GER.svg Саарбрюккен
- Ҡалып:Флагификация/HUN Мишкольц
- Мостар[16]
- Ҡалып:Флагификация/SYR Хомс
- Сиалкот[17]
- Ҡалып:Флагификация/KOR Йонъин
- Шуша [18]
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кайсери трамвайы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Turkey: Major cities and provinces . Дата обращения: 16 июль 2016. Архивировано 24 февраль 2015 года.
- ↑ Смбат Спарапет. Летопись.
- ↑ Путешествие во времени: Страбон . Дата обращения: 6 сентябрь 2017. Архивировано 16 сентябрь 2017 года.
- ↑ Держава тюрок-сельджуков — TuranToday . Дата обращения: 6 сентябрь 2017. Архивировано 6 сентябрь 2017 года.
- ↑ В Кюльтепе обнаружены клинописные таблички с турецкими словами | МК-Турция . Дата обращения: 8 июль 2020. Архивировано 15 август 2020 года.
- ↑ Государство Ахеменидов — Древо . Дата обращения: 6 сентябрь 2017. Архивировано 6 сентябрь 2017 года.
- ↑ Все полководцы мира :: ПЕРДИККА . Дата обращения: 8 июль 2020. Архивировано 23 сентябрь 2020 года.
- ↑ Государство Селевкидов (312-64 до н. э.). История — Путеводитель по Израилю . Дата обращения: 8 июль 2020. Архивировано 7 август 2020 года. 2020 йыл 7 август архивланған.
- ↑ Kayseri | Turkey . Дата обращения: 22 сентябрь 2019. Архивировано 10 март 2020 года.
- ↑ Империя Сасанидов: последняя доисламская империя(недоступная ссылка)
- ↑ Haldon, 1999, pp. 73, 112
- ↑ 12,0 12,1 R. Jennings. Kaysariyya // Encyclopaedia of Islam. — E. J. BRILL, 1997. — Vol. VI. — P. 844.
- ↑ На рынке мебели Турции . Дата обращения: 6 сентябрь 2017. Архивировано 25 декабрь 2019 года. 2019 йыл 25 декабрь архивланған.
- ↑ Жан Кальвин. Его жизнь и реформаторская деятельность. — Порозовская, Берта — Google Books . Дата обращения: 1 июль 2022. Архивировано 6 сентябрь 2017 года.
- ↑ Научно-исследовательский центр ЛАИ. Запретная Археология — Артефакт длиной 1000 км, который не замечают ученые . YouTube (25 ноябрь 2021). Дата обращения: 26 декабрь 2021. Архивировано 26 декабрь 2021 года.
- ↑ Mostar Gradovi prijatelji (босн.). Grad Mostar [Mostar Official City Website]. Дата обращения: 21 февраль 2017. Архивировано из оригинала 6 ноябрь 2013 года. 2013 йыл 6 ноябрь архивланған.
- ↑ http://www.nation.com.pk/pakistan-news-newspaper-daily-english-online/Regional/Lahore/15-Jan-2010/Punjab-Turkey-sign-four-MoUs(недоступная ссылка)
- ↑ Шуша и Кайсери станут городами–побратимами . Интерфакс Азербайджан (13 апрель 2021). Дата обращения: 13 апрель 2021. Архивировано 13 апрель 2021 года.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кесария // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кайсери Викимилектә | |
Кайсери Викигид |
- kayseri.gov.tr — Кайсери рәсми сайты (төр.)
- Достопримечательности Кайсери в картинках (төр.) (инг.)
Ряд коротких примечаний не содержится в статье или не ведёт на раздел «Литература». |