Эстәлеккә күсергә

Квашнин Анатолий Васильевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Квашнин Анатолий Васильевич
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Хеҙмәт итеүе Рәсәй һәм СССР
Тыуған көнө 15 август 1946({{padleft:1946|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 7 ғинуар 2022({{padleft:2022|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})[1] (75 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй[1]
Үлем сәбәбе коронавирусная инфекция COVID-19[d] һәм инфаркт[d]
Ерләнгән урыны Федераль хәрби мемориаль зыярат[d]
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр, сәйәсмән
Биләгән вазифаһы Начальник Генерального штаба Вооружённых Сил Российской Федерации[d] һәм заместитель министра обороны Российской Федерации[d]
Уҡыу йорто Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре Генераль штабы Хәрби академияһы[d]
Военная академия бронетанковых войск[d]
Ҡурған дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә хәрби фәндәр докторы[d] һәм социология фәндәре кандидаты[d]
Ҡатнашыусы Штурм Грозного (1994—1995)[d]
Хәрби звание генерал армии[d] һәм генерал армии[d]
Командалыҡ иткән Северо-Кавказский военный округ[d] һәм Генеральный штаб Вооружённых сил Российской Федерации[d]
Һуғыш/алыш Первая чеченская война[d] һәм Вторая чеченская война[d]
Ғәскәр төрө Совет Армияһы һәм Танковые войска Российской Федерации[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Квашнин Анатолий Васильевич Викимилектә
Адыгея һәм Кубань райондары башлыҡтарының хәрби сборында, 9-сы мотоуҡсылардивизияһы, 1996. Майкоп. Уртала Адыгея Республикаһы Президенты Джаримов, Аслан Алиевич, уңдараҡ генералдар: СКВО ғәскәрҙәре Командующийы А. В. Квашнин, уның урынбаҫарҙары В. Г. Казанцев, Л.Шатворян, А. Дорофеев.

Квашнин Анатолий Васильевич (15 август 1946 йыл7 ғинуар 2022 йыл) — СССР-ҙың хәрби, Рәсәйҙең хәрби һәм дәүләт эшмәкәре. 1997—2004 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренең Генераль штабы начальнигы — Рәсәй Федерацияһы Оборона министрының беренсе урынбаҫары, 2004—2010 йылдарҙа Себер Федераль округында Рәсәй Федерацияһы Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле.

Рәсәй Федерацияһы Геройы (1999), армия генералы (1997), Рәсәй Федерацияһының 1-се класлы төп дәүләт кәңәшсеһе (2004), хәрби фәндәр докторы.

Анато́лий Васи́льевич Квашни́н РСФСР составындағы Башҡорт АССР-ының (1992 йылдан Башҡортостан Республикаһы) баш ҡалаһы Өфөлә 1946 йылдың 15 авгусында хәрби хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуған.

1960 йылдан Ҡурған өлкәһенең Мишкин районы Кирово ауылында йәшәй.

1964 йылда Ҡурған өлкәһенең Далматово ҡалаһындағы 1-се урта мәктәпте тамамлай.

1964 йылда Ҡурған машиналар эшләү институтының автотрактор факультетына уҡырға инә. Студент осоронда велосипед спорты менән шөғөлләнә, өлкә һәм Бөтә Рәсәй ярыштарында әүҙем ҡатнаша. Институттың хәрби кафедраһында һәм 1968 йылдың июль-авгусында Урал хәрби округының мотоуҡсылар дивизияһы базаһында үткәрелгән лагерь сборында хәрби әҙерлек курсын үҙләштерә. Ошонда ул присяга ҡабул итә, ә 1969 йылдың 22 майында Ҡурған машиналар эшләү институтының 5-се курс студенты А. В. Квашнинға СССР оборона министры приказы менән «инженер-лейтенант» хәрби званиеһы бирелә. 1969 йылда Ҡурған машиналар эшләү институтының автотрактор факультетын «Автомобиль транспорты» һөнәре буйынса «инженер-механик» дипломын алып тамамлай.

Ҡурған машиналар эшләү институтын (1969), Советтар Союзы Маршалы Р. Я. Малиновский исемендәге бронетанк ғәскәрҙәре Хәрби академияһын отличие менән (1976), СССР Ҡораллы Көстәре Генераль штабының К. Е. Ворошилов исемендәге Хәрби академияһын отличие менән (1989) тамамлай. Социология фәндәре кандидаты, хәрби фәндәр докторы, Рәсәй ракета-артиллерия фәне академияһының ағза-корреспонденты.

  • 1969 йыл, июль — ике йылға Совет Армияһына саҡырыла. 1969 йылдың авгусында лейтенант А. В. Квашнин Дүшәнбе ҡалаһына Төркөстан хәрби округының 201-се мотоуҡсылар дивизияһына килә, унда 401-се танк полкына танк ротаһы командирының техник часть буйынса урынбаҫары итеп төғөйенләнә. 1969 йылдың 26 декабрендә танк ротаһы командиры итеп тәғәйенләнә.
  • 1971 йыл — рапорты буйынса (үҙ теләге менән) хәрби хеҙмәтен дауам итә, Совет Армияһының офицер кадрҙар составына индерелә, танк ротаһы командирының техник часть буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләнә (Төркөстан хәрби округы).
  • 1973 йыл, август — Советтар Союзы Маршалы Р. Я. Малиновский исемендәге бронетанк ғәскәрҙәре Хәрби академияһына уҡырға йүнәлтелә, 1976 йылда отличие менән тамамлай.
  • 1976 йыл, июнь — 1978 йыл — 18-се гвардия мотоуҡсылар дивизияһының 360-сы танк полкы штабы начальнигы—командир урынбаҫары, Страж-под-Ральскем ҡалаһы, Чехословакия.
  • 1978 йыл, август — 1981 йыл — 360-сы танк полкы командиры.
  • 1981 йыл, февраль — 1982 йыл — Үҙәк ғәскәрҙәр төркөмө 28-се армия коропусының 31-се танк дивизияһы штабы начальнигы—командир урынбаҫары.
  • 1982 йыл, июль — 1987 йыл — Урта Азия хәрби округының 78-се танк дивизияһы командиры (Аягуз ҡалаһы, Ҡаҙаҡ ССР-ының Семипалатинск өлкәһе).
  • 1987—1989 йылдар — СССР Ҡораллы Көстәре Генераль штабының К. Е. Ворошилов исемендәге Хәрби академияһы тыңлаусыһы, 1989 йылда отличие менән тамамлай.
  • 1989 йыл, июль — 1992 год — 28-се армия командующийының беренсе урынбаҫары (дөйөм ғәскәри) (Гродно, Белорус хәрби округы).
  • 1998 йыл, 16 май — июль — Беларусь Республикаһы Ҡораллы Көстәренең 7-се Ҡыҙыл байраҡлы танк армияһы командующийы, Борисов ҡалаһы.
  • 1992 йыл, август — 1995 йыл — урынбаҫар, 1993 йылдың февраленән — Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре Генераль штабының Баш оператив идаралығы начальнигының беренсе урынбаҫары.
  • 1994 йыл, 20 декабрь — 1995 йыл, 31 ғинуар — Чечен республикаһында Рәсәй ғәскәрҙәренең Берләштерелгән төркөмө командующийы.
  • 1995 йыл, февраль — Төньяҡ Кавказ хәрби округы ғәскәрҙәре командующийы.
  • 1997 йыл, 23 май — Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре Генераль штабы начальнигы вазифаһын башҡарыусы, 1997 йылдың 19 июненән[2] — Генераль штаб начальнигы — Рәсәй Федерацияһы Оборона министрының беренсе урынбаҫары.
  • 1997 йылдың 25 ноябренән — Рәсәй Федерацияһы Президенты указы менән армия генералы хәрби званиеһы бирелә.
  • 2004 йыл, 19 июль — Генераль штаб начальнигы вазифаһынан бушатыла, Рәсәй Федерацияһы Оборона министры ҡарамағына күсерелә.
  • 2004 йыл, сентябрь — запасҡа сығарыла.
  • 2011 йылдың 15 авгусынан отставкала.

Хәрби һәм дәүләт эшмәкәре 2022 йылдың 7 ғинуарында коронавирус инфекцияһынан Мәскәүҙә вафат булды[5][6].

  • инженер-лейтенант (22 май 1969 й.)
  • өлкән лейтенант-инженер (август 1971 й.)
  • капитан (октябрь 1974 й.)
  • майор (октябрь 1977й.)
  • подполковник (февраль 1980 й.)
  • полковник (июнь 1982 й.)
  • генерал-майор (октябрь 1984 й.)
  • генерал-лейтенант (18 февраля 1993 й.)
  • генерал-полковник (февраль 1995 й.)
  • армия генералы (25 ноября 1997 й.)

Айырмалыҡ билдәләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хеҙмәт иткән осоронда А. В. Квашнин түбәндәге дәүләт, ведомство һәм йәмәғәт наградалары менән бүләкләнә:[7]

  • Рәсәй Федерацияһы Геройы (27 октябрь,1999 йыл, «Алтын Йондоҙ» миҙалы № 505)
  • «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены, II дәрәжә (14 сентябрь, 2010 йыл)
  • «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены, III дәрәжә (19 июль, 2004 йыл) — илдең оборона һәләтен нығытыуҙағы оло хеҙмәте һәм оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн [8][9].
  • «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены, IV дәрәжә
  • Александр Невский ордены (3 октябрь, 2016 йыл — Илдең оборона һәләтен нығытыуҙағы оло хеҙмәте, ижтимағи эшмәкәрлектә юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкәне һәм ветерандарҙы социаль яҡлау буйынса ҙур эш башҡарғаны һәм йәштәрҙе патриотик рухта тәрбиәләгәне өсөн[10])
  • Батырлыҡ ордены
  • Почёт ордены (21 август, 2006 йыл) — Рәсәй дәүләтселеген нығытыуҙағы хеҙмәттәре һәм оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн[11][12]
  • «СССР Ҡораллы Көстәрендә Тыуған илгә хеҙмәт иткәне өсөн» ордены, III дәрәжә (8 ғинуар, 1980 йыл)
  • «Мәскәүҙең 850 йылллығы хөрмәтенә» миҙалы
  • «Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреүҙәге ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы
  • «Хәрби батырлыҡ өсөн. Владимир Ильич Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу хөрмәтенә» юбилей миҙалы (апрель, 1970 йыл)
  • «СССР Ҡораллы Көстәре ветераны» миҙалы
  • «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы
  • «СССР Ҡораллы Көстәренә 50 йыл» миҙалы
  • «СССР Ҡораллы Көстәренә 60 йыл» миҙалы
  • «СССР Ҡораллы Көстәренә 70 йыл» миҙалы
  • «1999 йылдың 12 июнендә Босния-Косово ҡалаһынан нейзильберҙан яһалған марш-бросокта ҡатнашыусыға» миҙалы, № 1 (2000 йыл, Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы)[13]
  • Хәрби Батырлыҡ өсөнРәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы" миҙалы, 1-се дәрәжә
  • «Хәрби хеҙмәттәшлекте нығытҡанҙ өсөн» ике миҙал
  • «Инженер тәьминәте бурыстарын үтәгәндә күрһәткән тырышлығы өсөн» миҙалы
  • Изге кенәз Даниил Московский ордены (РПЦ, 2000 й.)[14].
  • «Ерҙәге изгелекте арттырғаны өсөн» Николай Чудотворец ордены (Халыҡ-ара премиялар фонды[15])
  • Рәхмәтле дағестан халҡынан уның исеме көмөш менән һырлап яҙылған кавказ ҡылысы

Сит ил наградалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Почётлы легион ордены офицеры (Франция, 2004 йыл)[16].
  • Югославия йондоҙо ордены, 1-се дәрәжә (Сербия һәм Черногория, 1999 йыл)

Званиелары, чиндары, дәрәжәләре, маҡтаулы исемдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Хәрби звание — армия генералы (2011 йылдың 12 авгусынан отставкала).
  • Класлы чин — Рәсәй Федерацияһының тулы хоҡуҡлы дәүләт кәңәшсеһе, 1-се класлы (2004 йыл)
  • Хәрби фәндәр докторы (2004 йыл)
  • Социология фәндәре кандидаты (1997 йыл)
  • Махачҡала ҡалаһының почётлы гражданы (2000)[17]
  • Рәсәй Ракета һәм артиллерия фәндәре академияһының ағза-корреспонденты
  • Генерал-полковник, Рәсәй Геройы Геннадий Трошев «Минең һуғышым. Окоп генералының чечен көндәлеге» тигән хәтирәләрендә А. В. Квашниндың хәрби оҫталығына юғары баһа бирә.
  • Шул уҡ ваҡытта Беренсе чечен компанияһы ваҡытында Грозныйҙы штурмлау менән бәйле ваҡиғаларҙа ҡатнашыусыларҙың күбеһе Рәсәй ғәскәрҙәренең еңелеүен, личный составты һәм техниканы уғата күп юғалтыуҙы Квашниндың исеме менән бәйләй.
  • Квашнин, граждан юғары уҡыу йорттары эргәһендәге хәрби кафедраларҙы тамамлаусылар араһында СССР Ҡораллы Көстәре/Рәсәй Ҡораллы Көстәре тарихында, армия вазифаларының танк взводы командирынан Генераль штаб начальнигы — Рәсәй Федерацияһы Оборона министрының беренсе урынбаҫарына тиклемге бөтә баҫҡыстарын үтеп, иң юғары карьера үҫешенә өлгәшә.

А. В. Квашнин дворян Квашниндар нәҫеленән..

  • Атаһы — Квашнин Василий Иосифович, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 1941 йылдан үҙ яҙмышын армия менән бәйләй, 1973 йылдан подполковник званиеһында запасҡа сығарыла.
  • Әсәһе — Квашнина Любовь Петровна, эшсе ғаиләһендә тыуа. Ире хеҙмәт иткән урында балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе булып эшләй.
  • Ҡатыны — Квашнина Наталья Петровна, Курган өлкәһенең Кирово ауылында тыуа. 2000—2002 йылдарҙа «Дәүләт инвестиция корпорация»һы (Госинкор) ФДУП-ының хәрби- сәнәғәт предприятиелары менән эшләү буйынса департаментында начальник урынбаҫары булып эшләй. В 2002—2007 йылдарҙа «Оранта» страховкалау компанияһы" ЯСЙ-һының үҫеш буйынса генераль директор урынбаҫары һәм «Промрегионсвязь» пенсия фондының генераль директоры урынбаҫары вазифаларында эшләй. В 2007—2009 йылдарҙа — «Норильск никель» НПФ-һының Себер филиалында бизнесты үҫтереү буйынса департамент управляющийы. 2010 йылдан — «СИБИРЬ» төбәк-ара коммерция булмаған төҙөүселәр ойошмаһы"ның коммерция булмаған партнерлыҡты үҫтереү һәм йәмәғәт ойошмалары һәм властың дәүләт органдары менән бергә эшләү буйынса вице-президенты.
    • Өлкән улы — Квашнин Александр Анатольевич, 1973 йылдың 1 апрелендә Дүшәнбелә тыуа. Сик буйы ғәскәрҙәрендә хәрби хеҙмәттә булғандан һуң автоуҙыштар менән мауығып китә. 1998 йылда УАЗдарҙа автокроста ҡатнаша. Автокросс буйынса Рәсәй һәм Европа чемпионы.
    • Кесе улы — Квашнин Сергей Анатольевич, 1975 йылдың 12 июнендә тыуа. Автоуҙышсы, ProtechMSport — ЦСКА командаһы өсөн сығыш яһай. Нелли Квашнинаға өйләнгән, улдары — Квашнин Григорий Сергеевич.

Әлеге ваҡытта Анатолий и Наталья Квашниндар Новосибирск ҡалаһында йәшәй. Ике улы һәм ейәндәре Мәскәүҙә йәшәй.[18]

  • Герои нашего времени (О Героях России — уроженцах и жителях Республики Башкортостан) / авт.-сост. Е. А. Смирнов. — Уфа : Китап, 2016. — 327 с. : илл. ISBN 978-5-295-06554-5
  1. 1,0 1,1 https://www.bfm.ru/news/490111
  2. Указ Президента Российской Федерации «О Квашнине А. В.» от 19 июня 1997 г. № 629
  3. Члены Совета Безопасности Российской Федерации с момента его создания 2007 йыл 19 июль архивланған.
  4. В России образована Ассоциация малой и региональной авиации «Авиасоюз» — AEX.RU
  5. Умер экс-глава Генштаба ВС РФ Квашнин. Причиной смерти стал коронавирус. Сайт «BFM.RU»: Новости России и мира за сегодня. 7 января 2022 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 ғинуар 2022)
  6. Делегация из Башкирии проводила в последний путь экс-начальника генштаба ВС РФ Анатолия Квашнина. ИА «Башинформ», 10.01.2022 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 ғинуар 2022)
  7. Награды А. В. Квашнина (JPEG). Sammler.ru. Дата обращения: 24 сентябрь 2012. Архивировано 15 октябрь 2012 года.
  8. Указ Президента Российской Федерации от 19 июля 2004 г. № 911
  9. Накануне ухода глава государства наградил Анатолия Квашнина орденом 2007 йыл 28 сентябрь архивланған.
  10. Квашнин Анатолий Васильевич
  11. Указ Президента Российской Федерации от 21 августа 2006 г. № 904
  12. Владимир Путин наградил орденом Почёта полномочного представителя Президента в Сибирском федеральном округе Анатолия Квашнина. Соответствующий указ размещен на официальном сайте Кремля. 2007 йыл 28 сентябрь архивланған.
  13. Медаль «Участнику марш-броска 12 июня 1999 г. Босния-Косово»
  14. Награды Патриарха военным и политикам 2016 йыл 6 март архивланған.
  15. Квашнин Анатолий Васильевич. Биография. 2022 йыл 8 ғинуар архивланған.
  16. Анатолий Квашнин награждён орденом Почётного легиона
  17. Российские генералы стали почётными гражданами Махачкалы
  18. Видные российские военачальники: Анатолий Квашнин (К 70-летию Героя России) // ОБЩЕСТВО | новости башинформ.рф