Эстәлеккә күсергә

Кейптаун

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡала
Кейптаун
Cape Town
Kaapstad
iKapa
Флаг[d] Герб
Флаг Герб
Ил

КАР

Провинция

Көнбайыш Кейп

Ҡала округы

Кейптаун

Координаталар

33°55′ ю. ш. 18°29′ в. д.HGЯO

Мэр

Патрисия де Лилль

Нигеҙләнгән

1652

Элекке исеме

Капстад (Капштадт)

Майҙаны

2499 км²

Халҡы

3 497 097 кеше (2007)

Тығыҙлығы

1424,6 кеше/км²

Агломерация

яҡынса 4 000 000

Сәғәт бүлкәте

UTC+2

Телефон коды

+2721

Почта индексы

8099

Һанлы танытмалар
Рәсми сайт

capetown.gov.za  (инг.)

Кейптаун (Көньяҡ Африка Республикаһы)
Кейптаун
Кейптаун

Кейпта́ун (Ка́пстад, Капста́д) (ингл. Cape Town, африк. Kaapstad, коса iKapa) — Көньяҡ Африка Республикаһының халыҡ һаны буйынса икенсе урында (Йоханнесбургтан һуң) булған ҡалаһы. Илдең көньяҡ-көнбайышында, Атлантик океан ярында, Өмөт морононан әллә ни алыҫ булмаған урында урынлашҡан. Көнбайыш Капа провинцияһының баш ҡалаһы, Көньяҡ Африка Республикаһының закондар сығарыусы баш ҡалаһы. Көньяҡ Африка Республикаһының Кейптаун ҡала округына инә.

Көньяҡ Африка Республикаһының парламенты һәм күп кенә хөкүмәт учреждениелары Кейптаунда урынлашҡан. Ҡала үҙенең гаване, Яйлаһы (Көньяҡ Африка), Өмөт мороно, Кейп-Пойнт кеүек бөтә донъяға билдәле күренекле урындары менән дан тота. Кейптаун Көньяҡ Африкала туристар йыш булған ҡала булып тора.

Кейптаун голлад караптары өсөн Европанан Көнсығыш Африкаға, Һиндостанға һәм Азияның башҡа өлөштәренә барғанда туҡтап, ял итеп китеү урыны булараҡ үҫешә һәм 1869 йылда Сүәйс (Суэц) каналы төҙөлгәнгә тиклем шул сифатында төп ролде башҡара. Ян ван Рибек етәкселегендә колонистар тарафынан 1652 йылдың 6 апрелендә нигеҙ һалынған Кейптаун оҙаҡ ваҡыт Капа колонияһының баш ҡалаһы һәм иң ҙур ҡалаһы була.

2011 йылда үткәрелгән халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы Кейптаун халҡы 3 740 026 кеше[1]. Кейптаундың майҙаны 2444,97 км² тәшкил итә: ул Көньяҡ Африка Республикаһының башҡа ҡалаларынан байтаҡҡа ҙур, шуға ла Кейптаунда халыҡтың тығыҙлығы түбәнерәк (1529,68 чел./км²)[1].

Был урында ҡасан тораҡ пункттары барлыҡҡа килеүе тураһында теүәл генә мәғлүмәттәр юҡ. Иң тәүге археологик табыштар (Фиш-Хук янындағы Пирс-Кейв) 12 000 йыл элек булған дәүергә ҡарай. Төбәктең унан алдағы тарихы билдәле түгел. Тәүге яҙма мәғлүмәттәр Өмөт моронона португал Бартоломеу Диаш аяҡ баҫҡан мәлгә, йәғни 1486 йылға ҡарай.

Констанция — голланд губернаторы Симон ван дер Стелдың (1639—1712) Капстадтағы йорто

Васко да Гама ла 1497 йылдың 20 ноябрендә морондо урап үтә, ләкин урындағы халыҡ Европа кешеләре менән тик 1652 йылда, Ян ван Рибек экспедицияһы килгәндән һуң ғына аралаша башлай. Уның етәкселегендә шул уҡ йылда ҡалаға һәм, Голландияның Ост-Һиндостан компанияһы караптарын сифатлы аҙыҡ-түлек һәм ит менән тәьмин итеүсе база булараҡ, портҡа нигеҙ һалына. Рибек Голландияның Ост-Һиндостан компанияһында эшләй (нидерл. Verenigde Oost-indische Companie) һам уның судноларын Европаға барғанда туҡталып китеү урыны менән тәьмин итергә тейеш була. Ул дәүергә Көньяҡ Африканың был морононда иң тәүге сиратта готтентоттар йәшәгән була, көнсығыштан банту халыҡтары ғаиләһенә ҡараған коса халҡы баҫып килә башлай.

Эшсе көстәре аҙ булыу сәбәпле, тәүге осорҙа ҡала бик аҡрын үҫә. Был етешһеҙлекте бөтөрөү өсөн голландтар Индонезиянан һәм Мадагаскарҙан ҡолдар килтереп һата башлай. Ҡолдарҙың күбеһе колониаль йәмғиәт составына инеп китә, ә индонезийҙар, европалылар һәм урындағы халыҡтан барлыҡҡа килгән ҡатнаш никахтарҙан тыуған балалар айырым этник төркөм барлыҡҡа килтерә, уларҙы "төҫлөләр" тип йөрөтәләр. Малайзия һәм Индонезиянан сыҡҡан мосолмандар Кейптаунда архитектура йәһәтенән ғәҙәти булмаған ҡала кварталын (Бо-Каап) төҙөп ҡуя.

1795 йылда Бөйөк Британия ғәскәрҙәре Мейзенбергтағы һуғыштан һуң ҡаланы баҫып ала. Һуғыштан һуң 1814 йылда төҙөлгән тыныслыҡ тураһындағы килешеү шарттары буйынса Капстад голландтарға кире ҡайтарыла, әммә низағ ҡабаттан башланып китә, һәм британдар Блауберг янындағы һуғыштан һуң ҡайтанан Каапты баҫып ала. 1806 йылдағы тыныслыҡ тураһындағы килешеү буйынса был төбәк Британия империяһының айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнә. Британдарға буйһондоролған территория үҫешә һәм Капа колонияһы барлыҡҡа килә. Кейптаун уның баш ҡалаһы тип таныла.

Ян ван Рибектың Кейптаунға килеүен һүрәтләгән картина.

1869 йылда Көнбайыш Гриквалендта алмаз һәм Витватерсрандта (хәҙерге Йоханнесбург янында) алтын ятҡылыҡтарының табылыуы "алтын сирен" барлыҡҡа килтерә һәм иммигранттар иҫәбенә Йоханнесбург юғары тиҙлектә үҫешә башлай. Голлад колонистары(бурстар) Көньяҡ Африканың үҙәк райондарына күсенә башлай (Бөйөк Трек), шуға ла колонистарҙың дәүләте һәм Британия колониаль хакимиәте араһында аңлашылмаусанлыҡтар хасил була. Инглиз-бурс һуғышы (1899—1902) был низеғтың кульминацияһы була. Инглиздар бурс дәүләттәрен еңеп, алтын һәм алмаз сығарыуҙы үҙҙәренең контроле аҫтына ала һәм бурс республикаларын Капа колонияһына һәм британдарға ҡараған Наталь биләмәһенә ҡушып, Көньяҡ Африка Берлеген барлыҡҡа килтерә. Көньяҡ Африка Берлеге 1910 йылда иғлан ителә һәм Кейптаун уның закондар сығарыусы баш ҡалаһына әйләнә; был функцияһын ул 1961 йылда Көньяҡ Африка Республикаһы барлыҡҡа килгәнгә тиклем һаҡлай.

1948 йылда һайлауҙарҙа расаға ҡарап кешеләрҙе сортҡа айырыу законын (апартеид) ҡулланасағын вәғәҙә иткән Көньяҡ Африка республикаһының Милли партияһы еңә. Төркөмдәр тураһындағы законға ярашлы ҡала сите "законһыҙ рәүештә йәшәгән" кешеләрҙән таҙартылырға тейеш. Ошо кампанияға бәйле Кейптаундың нигеҙенә тиклем емертелгән Алтынсы округ ҙур танылыу алы. Был район тик аҡ тәнлеләр генә йәшәйәсәк район тип иғлан ителеүгә бәйле 60 меңдән ашыу ҡара тәнле унан мәжбүри рәүештә ҡыуып сығарыла[2]. Апартеид осоронда Кейптаунда эшкә алғанда ҡара тәнлеләргә ҡарағанда "төҫлөләргә" өҫтөнлөк бирелә.

1966 йылда Кейптаундың Алтынсы округы 1950 йылда ҡабул ителгән Төркөмдәр өлкәләре тураһындағы законға ярашлы рәсми рәүештә "аҡ тәнлеләр зонаһы" тип иғлан ителә, һәм тик 1982 йылда ғына ер йөҙөнән юҡ ителә. Ошо хәлгә тиклем был округта 66 000 тирәһе азат ителгән ҡолдар, һөнәрмәндәр, кибит тотоусылар һәм эшселәр йәшәгән була. Ҡыуып сығарылғандарҙың береһе стенаға сарказм менән: "Алиһәләр иленә рәхим итегеҙ" тип яҙып китә[3].

Кейптаунда апардеид менән көрәшеүселәр күп була; уларҙың бер өлөшө төрмәләргә ябыла (шул иҫәптән Нельсон Мандела ла). 1990 йылдың 11 февралендә бер нисә сәғәт элек кенә төрмәнән сыҡҡан Мандела Кейптаун ратушаһы балконында тороп үҙенең киң билдәле телмәрен халыҡҡа еткерә. Шулай итеп, 1994 году апартеид бөтөрөлә, әммә Кейптаунға ВИЧ һәм СПИД, туберкулёз һәм енәйәтселек кеүек проблемалар менән осрашырға тура килә.

2018 йылдың 15 ғиуарында урындағы властар, оҙайлы ҡоролоҡ арҡаһында 90 көндән һуң ҡалала һыу запастары бөтәсәк, тип иғлан итә. Һыу запасы 13,8 процентҡа тиклем төшкәс, ҡалаға һыу биреү туҡтатыла, тик госпиталдәр генә аласаҡ һыуҙы, тигән ҡарар ҡабул ителә. Ә ҡала халҡы өсөн 200 урынла һәр кешегә 25 литр иҫәбенән һыу таратыласаҡ, тип әйтелә.[4].

Физик-географик характеристикаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Кейптаундың тирә-яғының Landsat юлдашы төшөргөн һүрәттәр нигеҙендә эшләнгән моделе

Кейптаудың үҙәге Капа ярымутрауының төньяҡ ситендә урынлашҡан. Яйла (Көньяҡ Африка), диңгеҙ кимәленән 1000 метрҙан ашыу бейеклектә урынлашып, бик матур күренеш барлыҡҡа килтерә. Ул Шайтан сусағы һәм Арыҫлан башы кеүек текә ҡаялар менән уратып алынған. Ҡайһы берҙә тау өҫтөндә йоҡа ғына болот хасил була.

Ярымутрау ҙур булмаған тау теҙмәһенән ғибәрәт (700-ҙән ашыу түбәнең бейеклеге 300 метрҙан ашыуға етә), артабан Кейп-Пойнт мороно менән тамамлана. Кейптаун ситендәге ерҙәр ҡитғаны ярымутрау менән тотташтырған Кейп-Флэтс тигеҙлегендә урынлаша. Кейп-Флэтс ҡомло тупраҡтан тора: элек Яйла утрау булған.

Ярымутрауҙың көнсығышында Фалсбай бухтаһында Саймонстаун хәрби-диңгеҙ базаһы урынлашҡан, унда Кәньяҡ Африка Республикаһының хәрби-диңгеҙ музейы урынлашҡан.

Ҡала климаты Урта диңгеҙ төбәгенә хас булғанса субтропик.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 38,0 37,0 33,0 31,3 30,3 29,9 28,3 29,7 30,5 33,9 35,4 36,7 38,0
Уртаса максимум, °C 28,0 27,1 25,6 23,2 20,5 18,2 17,6 18,0 19,4 21,8 23,5 26,9 22,2
Уртаса температура, °C 23,3 20,8 19,5 17,1 14,8 12,7 12,0 12,7 14,2 16,9 19,2 20,0 16,6
Уртаса минимум, °C 16,7 15,9 15,1 12,8 10,7 8,4 7,6 8,5 10,9 11,9 13,9 15,8 12,4
Абсолют минимум, °C 10,8 7,9 5,5 3,4 1,0 −0,8 −1,5 −0,7 1,0 3,0 4,0 6,2 −1,5
Яуым-төшөм нормаһы, мм 12 12 18 46 69 93 90 77 47 31 21 16 537
Һыу температураһы, °C 19 18 17 16 16 14 12 14 16 16 17 18 16
Сығанаҡ: Погода и Климат, Туристический портал

Кейптаунн халыҡ-ара аэропорты пассажир әйләнеше буйынса Көньяҡ Африкала икенсе урынды биләй. Аэропорт ил эсендәге күпселек йүнәлештәрҙе һәм ҡайһы бер халыҡ-ара рейстарҙы хеҙмәтләндерә. Ҡалала бер нисә порт һәм пристань бар, Яйла бухтаһында урынлашҡан Кейптаун порты — иң ҙур порт. Был порт ҙурлығы буйынса Дурбан портынан ғына ҡалыша. 2008 йылда Кейптаун порты аша контейнерға тейәлмәгән 330 000 тонна йөк үтә. 2006 йылда контейнер терминалы 782 878 [егерме футлы эквивалент тейәп оҙата[5].

Тимер юл транспорты Кейптаунды Малмсбери (КАР), Парл һәм Стелленбос, Йоханнесбург һәм Ист-Лондон менән тоташтыра.

Ҡала йәмәғәт транспорты автобустарҙан ғибәрәт. Ҡала автобустарынан тыш бында микроавтобустар ҙа киң һорау менән файҙалана., шулай уҡ юғары тиҙлектәге автобус трансопорты ла бар.

Автомобиль — төп транспорт сараһы. Кейптаун халҡы транспорт тығындарынан ыҙалай. 1, 2, 7-се милли автомобиль трассалары Кейптаунда башлана.

Иҫтәлекле урындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Кейптаун гаваненән Яйла күренеше
Форшор шоссеһы күпере

Кейптаундың символы булған Яйланың бейеклеге 1087 метр. Йөҙәрләгән йылдар буйына Яйланың ҡабатланмаҫ силуэты алыҫ илдәрҙән диңгеҙ сәйәхәтенә сыҡҡан диңгеҙҙә йөрөүселәрҙе ҡаршы алып тора, бында улар һыу һәм аҙыҡ-түлек запастарын тулыландыра.

Элекке гавандең яр буйҙары заманса төҫ алған: бында хәҙерге заманса 200-ҙән ашыу магазин, галерея, кино залдары, отелдәр, ресторандар һәм кафеларҙы үҙ эсенә алған ғәйәт ҙур, уңайлы сауҙа үҙәге урынлашҡан. Яр буйы — ҡалала йәшәүселәрҙең һәм ҡала ҡунаҡтарының яратҡан ял итеү урыны.

Ике океан аквариумы — Көньяҡ ярымшарҙағы иң ҙур аквариум (ингл. Two Oceans Aquarium). Бейеклеге 11 метрға еткән быяла артында Атлантик һәм Һинд океаныдары фаунаһының бик күп төрөн күрергә була.

Африканың көньяғында үҫкән флораны һаҡлап ҡалыу маҡсатында 1913 йылда Яйланың көнсығыш битләүендә Кирстенбош ботаника баҡсаһына (Kirstenbosch Botanical Gardens) нигеҙ һалына. Ул донъялағы иң танылған 7 ботаника баҡсаларының береһе. Территорияһы — 528 гектар. Йәйгеһен бында даими рәүештә классик музыка концерттары ҡуйыла[6].

Яҡты Өмөт ҡәлғәһе — Көньяҡ Африкалағы иң иҫке биналарҙың береһе, уны төҙөү 1679 йылда тамамлана, һәм Һиндостанға табан сауҙа юлында урынлашанға күрә ул Голладияның Ост-Һиндостан компанияһының базаһына әйләнә, шулай уҡ урындағы халыҡҡа оборона форты булып та хеҙмәт итә. 1936 йылда форт музейға әйләндерелә һәм ошоға тиклем Көнбайыш Капа провинцияһында Көньяҡ Африка хәрби Көстәренең төбәк үҙәге булып тора.

Көньяҡ Африка Милли галереяһы — Көньяҡ Африка Республикаһының иң ҙур музейҙарының береһе.

Изико — милли музейында зоология, палеонтология һәм археология буйынса Африкала иң эре экспозиция урынлашҡан.

Йәшелсә баҙары (ингл. Greenmarket Square) — тирә-яҡтан Көньяҡ Африкаға ғына хас үҙенсәлекле арт-деко архитектура стилендә төҙөлгән йорттар менән уратып алынған ғәйәт ҙур баҙар. Бынан тыш уның майҙанында боронғо ҡала йыйылышы бинаһы ла (ингл. Old Town House) урынлашҡан, унда XVII быуаттағы голлад рәссамдарының һынлы сәнғәт буйынса картиналары күргәҙмәһе, шул иҫәптән Рембранд гравюралары ла ҡуйылған.

На части улицы Лонг стрит урамының бер өлөшөндә (Орандж стрит менән Вэйл стрит араһында) королева Виктгория дәүерендәге йорттар урынлашҡан, улар тулыһынса реставрацияланған. Уларҙың балкондары сүкелгән тимер менән көпләнгән, ә фасадында — балсыҡты әүәләп эшләнгән һүрәттәр шуға ла был урам Яңы Орлеандағы француз кврталын хәтерләтеп тора. Лонг стриттың был өлөшөндә бик күп бутиктар, антиквар һәм букинист магазиндары урынлашҡан.

Форшор шоссеһы күпере. 1970 йылдар урталарында төҙөлә башлай, ләкин, финанстар етешмәү сәбәпле, төҙөлөп бөтмәй ҡала, әммә үҙенсәлекле иҫәлекле урынға әйләнә: уның фонында байтаҡ фильмдар эпизодтары, реклама роликтары төшөрөлә[7].

  1. 1,0 1,1 Перепись населения 2011 года
  2. Recalling District Six (недоступная ссылка — история). SouthAfrica.info. Архивировано 11 февраль 2012 года.
  3. Ph. Rivière. Quatorze ans de démocratie et une longue attente — Quand les Sud-Africains réclament un toit — L’apartheid au musée // Avril 2008 — Le Monde diplomatique — С. 9. — 28 с — T 02136 — 649 — F: 4,50 € (фр.)
  4. Кейптаун в 90 днях от водного голодания // Онлайн-журнал «x32». — 19.01.2018(недоступная ссылка)
  5. South African Port Operations (ингл.). Дата обращения: 3 ноябрь 2010. Архивировано из оригинала 28 сентябрь 2007 года. 2011 йыл 1 август архивланған.
  6. История Кирстенбош (ингл.). Архивировано 11 февраль 2012 года.
  7. Cape Town’s unfinished highway (ингл.). Архивировано 4 февраль 2016 года. 2016 йыл 4 февраль архивланған. на сайте southafricaweb.co.za, 12 октября 2012


Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.