Көньяҡ Африка үҫеше берләшмәһе
Көньяҡ Африка үҫеше берләшмәһе | |
Көньяҡ Африка үҫеше берләшмәһе ағзалары һәм Көньяҡ Африка таможня берләшмәһе ағзалары(асығыраҡ төҫлө)
| |
Ағза |
16 Африка дәүләте |
---|---|
Ойошма төрө |
Халыҡ-ара ойошмаһы |
Рәсми телдәре | |
Етәкселәре | |
Генераль секретарь |
Томас Саломао |
Нигеҙләнгән | |
SADCC (Көньяҡ Африка үҫешен координациялау буйынса конференциялар) булараҡ | |
SADC (Көньяҡ Африка үҫеше берләшмәһе) булараҡ | |
Бөтөрөлгән | |
- | |
Көньяҡ Африка үҫеше берләшмәһе Викимилектә | |
Көньяҡ Африка үҫеше берләшмәһе (ингл. Southern African Development Community (SADC)) — Көньяҡ Африка илдәренең сауҙа-иҡтисади союзы, 1992 йылда Көньяҡ Африка үҫешен координациялау буйынса конференциялар (Southern African Development Coordination Conference, ҡыҫҡаса SADCC) нигеҙендә ойошторола.
Көньяҡ Африка үҫешен координациялау буйынса конференциялары субрегиондың 11 иле тарафынан 1980 йылда булдырыла. Көньяҡ Африка үҫеше берләшмәһенең төп маҡсаты — ағза-илдәрҙең сауҙа бәйләнештәрен либералләштереү, социаль-иҡтисади хеҙмәттәшлекте үҫтереү һәм интеграция, шулай уҡ көньяҡ Африканың 16 иле араһында сәйәсәт һәм хәүефһеҙлек өлкәһендә хеҙмәттәшлекте үҫтереү[1].
Хәҙерге ваҡытта берләшмәлә таможня пошлиналары ярайһы уҡ кәмегән һәм үҙ-ара сауҙа бәйләнештәрендә тариф булмаған сикләүҙәрҙе бөтөрөүҙә ярайһы уҡ алға китешкә өлгәшелгән. Ирекле сауҙа зонаһын булдырыу юлында берләшмә һиҙелерлек алға киткән.
Ҡатнашыусы илдәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Көньяҡ Африка үҫеше берләшмәһе 16 илде берләштерә[2].
Илдәр | Майҙаны
(км2) |
Халыҡ иҫәбе | Иҫкәрмәләр |
---|---|---|---|
Ангола | 1 246 700 | 25,646,166 | |
Ботсвана | 582 000 | 2,024,904 | |
Комор Утрауҙары[4][5] | 2 235 | 575,660 | 2017 йылдың 20 авгусынан |
Конго ДР | 2 344 858 | 78,736,153 | 1997 йылдың 8 сентябренән |
Эсватини | 17 363 | 844,223 | |
Лесото | 30 355 | 1,741,406 | |
Мадагаскар | 587 295 | 12,238,914 | 2009 йылда ағзалыҡ туҡтатылғандан һуң, 2014 йылдың 30 ғинуарында ағзалыҡ тергеҙелде[6], |
Малави | 118 484 | 13,077,160 | |
Маврикий | 1 969 | 1,237,000 | 1995 йылдың 28 авгусынан |
Мозамбик | 801 590 | 20,252,223 | |
Намибия | 824 268 | 2,104,900 | 1990 йылдың 21 мартынан (бойондороҡһоҙлоҡ алғандан һуң) |
Сейшель Утрауҙары | 456 | 90,945 | 1997 йылдың 8 сентябренән 2004 йылдың 1 июлендә Көньяҡ Африка үҫеше берләшмәһе ағзаһы була, һуңынан 2008 йылда йәнә ағзалыҡҡа ҡабул ителә |
КАР | 1,221,037 | 56,000,000 | 1994 йылдың 30 авгусынан |
Танзания | 947,303 | 44,928,923 | |
Замбия | 752,612 | 13,046,508 | |
Зимбабве | 390 757 | 12,973,808 |
Бурунди берләшмәгә ҡушылыу үтенесе менән мөрәжәғәт иткән[7].
Тарихы һәм етәкселеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Көньяҡ Африка үҫеше берләшмәһе тураһында килешеүгә 1992 йылдың авгусында Намибияның баш ҡалаһы Виндхукта ҡул ҡуйыла. Берләшмәнең нигеҙендә — субрегиондың 11 иле тарафынан 1980 йылда булдырылған Көньяҡ Африка үҫешен координациялау буйынса конференциялары (Southern African Development Coordination Conference, ҡыҫҡаса: SADCC).
Көньяҡ Африка үҫеше берләшмәһе — Африканың иң ҙур һәм йоғонтоло төбәк-ара берекмәләренең береһе булып тора. Берләшмә ағзалары илдәрендә халыҡтың дөйөм һаны 248 миллион самаһы кеше тәшкил итә, тулайым эске продукты — 432 миллиард АҠШ доллары.
Ойошманың бюджеты — яҡынса 50 миллион АҠШ доллары. Көньяҡ Африка үҫеше берләшмәһенең юғары органы — дәүләт һәм хөкүмәт башлыҡтары саммиты (ғәҙәттә, саммиттар йыл һайын үткәрелә, ләкин шулай уҡ юғары кимәлдәге сираттан тыш осрашыуҙар ҡулланыла). Ул Берләшмәнең ғәмәлдәр стратегияһы һәм тактикаһының төп мәсьәләләре буйынса ҡарарҙар концептуалы нигеҙендә ҡабул итә, уның эшсе органдары менән етәкселек итә, Башҡарма секретарҙе һәм уның урынбаҫарын тәғәйенләй. Берләшмәнең башҡа төп структуралары — Министрҙар Советы һәм Парламент форумы.
Үҫеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Донъя баҙарында Африка тауарҙарының конкуренцияға һәләтлелеген күтәреү маҡсатында, Көньяҡ Африка үҫеше берләшмәһе илдәренең етәкселәре тарафынан Көньяҡ Африкала ирекле сауҙа зонаһын булдырыу тураһында килешеү төҙөлә.
Килешеү әкренләп Африка континентының көньяҡ өлөшөндә таможня ҡаршылыҡтарын бөтөрөүҙе күҙ уңында тота. Килешеүгә ярашлы, 2008 йылға ирекле сауҙа зонаһын, 2010 йылға таможня союзын ойоштороу ваҡыты билдәләнә. Ә 2015 йылда Берләшмә илдәренең дөйөм баҙары булдырылырға тейеш була.
2005 йылда Көньяҡ Африка Республикаһы Үҙәк банкы башлығы Тито Мбовени, ҡитғаның иҡтисади яҡтан иң үҫешкән иле — Көньяҡ Африка Республикаһының бизнес-берләшмәһе алдында сығыш яһап, 2016 йылға ҡарай донъяла Көньяҡ Африка үҫеш берләшмәһенең яңы валютаһы барлыҡҡа килеүе ихтимал, тип белдерә. Быға тиклем алыҫыраҡ ваҡыт — 2021 йыл күҙалланған була.
Бөтә 15 ҡатнашыусы ил дә донъяла алдан «афро» тип йөрөтөлгән яңы валютаға күсә ала. Берҙәм валюта ҡуйғанда Европа берләшмәһенең евро төҙөү буйынса тәжрибәһен иҫәпкә аласаҡбыҙ, тип вәғәҙәләй ойоштороусылар[8]. Улар Көньяҡ Африка Республикаһының рэндын һәм Ботсвананың пулаһын валюта союзының нигеҙе итеп күрә.
Көньяҡ Африка Республикаһы һәм Ботсвана — алмазға эйә ошо ике ил, ҡайһы бер иҫәпләүҙәр буйынса, берләшмәнең 90 процентҡа тиклем эске тулайым продуктын тәьмин итә (шуларҙың өстән ике өлөшө — Көньяҡ Африка Републикаһына тура килә).
Берҙәм виза
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Берләшмәлә шенген тибы буйынса берҙәм виза индереү мәсьәләһе ҡарала. 2005 йылдың авгусында Көньяҡ Африка Республикаһы, Мозамбик, Намибия һәм Лесото граждандарҙы ирекле йөрөтөү тураһында протоколға ҡул ҡуя.
Берләшмә территорияһында хәүефһеҙлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дөйөм Африка коллектив именлек системаһын булдырыу алымдарын яйға һалыу һәм ҡитғаның көньяғында хәрби-сәйәси хәлде анализлау өсөн 1996 йылдан алып Сәйәсәт, оборона һәм хәүефһеҙлек мәсьәләләре буйынса Көньяҡ Африка үҫеш берләшмәһенең Директораты эшләй. Уның төп бурыстары — төбәктә эске һәм дәүләт-ара көрсөктө көйләү, шул иҫәптән тыныслыҡ урынлаштырыу операциялары үткәреү, стихиялы бәлә-ҡаза эҙемтәләрен бөтөрөү, шулай уҡ Берләшмә дәүләттәренең берлектәге хәрби күнегеүҙәрҙе әҙерләү һәм үткәреү. Йәмәғәт палатаһы рәйесе — Эсватини короле Мсвати III (2009 йылдың мартында һайлана).
Төбәктә тыныслыҡты һәм тотороҡлоҡто һаҡлау проблемаларына айырым иғтибар бирелә. 2007 йылдың авгусында Лусака ҡалаһында (Замбия) үткән Көньяҡ Африка үҫеш берләшмәһе саммитында берләшмәнең 11 ағза-дәүләтенән 600 кешенән торған «SADCBRIG» тыныслыҡ урынлаштырыусы бригадаһы ойошторола. Берләшмәнең тағы ла 4 ағзаһы ҡушылғандан һуң уның һанын 1 мең кешегә тиклем еткерергә ниәтләйҙәр.
Тышҡы сәйәсәт: ҡатнашыусы илдәрҙең ҡараштары һәм ҡаршылыҡтары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был субтөбәк ойошмаһында ҡатнашыусы дәүләттәрҙең тышҡы сәйәси эшмәкәрлеген яраштырыу буйынса аҙымдар яһала.
Көньяҡ Африка үҫеш берләшмәһенең айырым илдәре һәм Европа Берлеге араһында иҡтисади партнерлыҡ тураһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу мәсьәләһен ойошма эсендә ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. 2007 йылда Европа Берлеге менән иҡтисади партнерлыҡ тураһында килешеүҙәргә Ботсвана, Намибия, Лесото һәм Эсватини ҡул ҡуя. Бындай килешеүҙәргә Көньяҡ Африка Республикаһы ҡаршы сыға, улар Африканың көньяғында таможня союзын ойоштороуға хәүеф тыуҙыра аласаҡ, тип иҫәпләй.
Ике йылға бер тапҡыр Европа Берлеге-Көньяҡ Африка үҫеш берләшмәһе һәм АҠШ-Көньяҡ Африка үҫеш берләшмәһе форумдары үткәрелә. Һиндостан, Ҡытай, Япония, Скандинавия илдәре Берләшмә менән хеҙмәттәшлек итеү менән ҡыҙыҡһына.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Schenoni, Luis L.. «The Southern African unipolarity» (Journal of Contemporary African Studies). Проверено 2017-09-30.
- ↑ Member States . Southern African Development Community. Дата обращения: 31 июль 2017. Архивировано 21 май 2020 года.
- ↑ «Population by sex, annual rate of population increase, surface area and density». United Nations Statistics Division: 1–2. Проверено 27 January 2017.
- ↑ Communiqué of the 37th Summit SADC of Heads of State and Government or Tambo Building, Department of International Relations and Cooperation (DIRCO) Pretoria, South Africa . Southern African Development Community (20 август 2017). Дата обращения: 31 июль 2017. Архивировано 3 ноябрь 2018 года.
- ↑ The Union of Comoros becomes the 16th SADC Member State . Southern African Development Community (20 август 2017). Дата обращения: 31 июль 2017. Архивировано 14 май 2019 года.
- ↑ SADC Lifts Madagascar Suspension . SADC. Дата обращения: 30 ғинуар 2014. Архивировано 9 октябрь 2019 года.
- ↑ Nakale, Albertina Southern Africa: Comoros Admitted Into SADC (22 август 2017). Дата обращения: 31 август 2017. Архивировано 1 сентябрь 2017 года.
- ↑ Газета.Ru — Финансы — 20 строк . Дата обращения: 20 август 2017. Архивировано 21 август 2017 года. 2017 йыл 21 август архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Давидсон А. Б. Южная Африка: Становление сил протеста. 1870—1924. — М.: Наука, 1972.
- Деловая ЮАР. Тома V—VI. Экономика и связи с Россией в 2000—08 гг. — М.: ПОЛПРЕД Справочники, 2008.
- Райзберг Б. А., Лозовский Л. Ш., Стародубцева Е. Б. Современный экономический словарь. —5-е изд., перераб. и доп. — М.: ИНФРА-М, 2006.
- А. М. Хазанов, История Мозамбика в Новое и Новейшее время, Юнити-Дана, Закон и право, 2006