Микаил
Микаил | |
араб. ميكائيل | |
Шәхси мәғлүмәт | |
---|---|
Һөнәре, эшмәкәрлек төрө: |
фәрештә, төрлө тәбиғәт процестарын көйләүсе |
Дине: Ағымы: |
|
Ҡөрьән шәхесе | |
Исеме башҡа телдәрҙә: | |
Тиңләнә: | |
Категория: | |
Ҡөрьәндә телгә алыу: | |
Бәйле персонаждар: |
Ябраил, Әҙәм, Лут, Ибраһим, Бәнү Исраил |
Микаил Викимилектә |
Микаил (ғәр. ميكائيل йәки Михаил ميخائيل, Микал ميكال) — Исламда юғары категориялы дүрт фәрештәнең береһе (Мүҡәрәбүн). Ул Аллаһы Тәғәләнең яралтылмыштарына ризыҡ өләшеүсе фәрештә булараҡ телгә алына. Шулай уҡ шәфҡәт-мәрхәмәт фәрештәһе булараҡ билдәле. Ул мүҡәрәбүн булараҡ башҡарған пәйғәмбәрлек миссияларынан тыш, ел һәм болоттар менән идара итә[1]. Библиялағы Архангел Михаил менән тиңләштерелә[2]
Ҡөрьәндә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Микаил фәрештә Ҡөрьәндә бер тапҡыр телгә алына[2]:
Кем Аллаһҡа, һәм Уның фәрештәләренә, һәм Уның рәсүлдәренә, һәм Ябраилға, һәм Микаилға дошман булһа... хәҡиҡәттә Аллаһ та кафырҙарға дошман! |
[3]
Риүәйәт буйынса, ул Ябраил фәрештә менән бергә тәүгеләрҙән булып Әҙәмгә сәждә ҡыла. Мөхәммәт Пәйғәмбәр бәләкәй сағында Микаил менән Ябраил уның күкрәген аса һәм йөрәген таҙарта.
624 йылда Бәҙер һуғышы ваҡытында Микаил башҡа фәрештәләр менән бергә мосолмандарға мәккәләргә ҡаршы тороуҙа ярҙамға килә[2].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Али-заде, А. А. Микаил // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- Микал / Пиотровский, М. Б. // Мифы народов мира : Энцикл. в 2 т. / гл. ред. С. А. Токарев. — 2-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1988. — Т. 2 : К—Я. — 719 с.
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |