Монголияла ислам
Монголия халҡының 5 процентҡа яҡыны Ислам дине тота[1]. Башлыса, мосолмандар Баян-Улгий провинцияһында йәшәгән этник ҡаҙаҡтарҙан тора. Был провинцияла йәшәгән халыҡтың улар 88,7 процентын тәшкил итә. Бынан тыш ҡаҙаҡтар Монголияның башҡа ҡала һәм ҡасабаларында ла ҙур булмаған йәмәғәткә ойошоп йәшәй.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡаҙаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Монголияла Ислам тураһындағы иң иҫке мәғлүмәттәр 1254 йылда яҙылғанлығы күренә. Тап шул йылда францискан Гильом де Рубрук Ҡараҡоромға Мүнкә хандың һарайында булып китә. Ул «балбалға табыныусыларҙың» (күрәһең, будда һәм даос ҡорамдары булғандыр) ете ғибәҙәтханаһын һәм ике мәсет күргәнлеген бәйән итә. Шулай итеп, тарихсылар Монголияға Ислам үтеп инеүен 1222 һәм 1254 йылдар араһында тип билдәләй.
Монголдар Сыңғыҙхан Афғанстанды яулап алғанда тәүге тапҡыр Ислам менән таныша. 1222 йылда Монголияға ҡайтып барғанда Сыңғыҙ хан Мәүерәннаһрҙа Бохараға инеп сыға.
Сыңғыҙ хандың ейәне Берке Хәрәзм дәрүише Сәйфетдин дәрүиш йоғонтоһонда ҡабул итә. Ул монгол хакимдарынан беренселәрҙән булып Ислам ҡабул иткән кеше. Башҡа монгол хандары Исламға мосолман ҡатындары тәьҫирендә килә[2]. Һуңғараҡ мәмлүк хакимы Бейбарыҫ Алтын Урҙа менән бәйләнештәрҙе нығыта һәм таныҡлы монголдарҙы Мысырға саҡыра. Унда барыу монголдар араһында мосолмандар һанын арттыра[2]. К 1330-м годам три четверти верхушки Монгольской империи были мусульманами[3].. 1330-сы йылдарға Монгол империяһы хакимдарының дүрттән өс өлөшө Ислам ҡабул иткән була инде.
Мосолман ҡаҙаҡтар Джунгарияға һәм Алтайҙың таулы аймаҡтарына XIX быуат аҙаҡтарына күсенә башлай. Ҡаҙаҡтарҙың күп өлөшө кирәй һәм найман була. Күптәре батша Рәсәйенән ҡасып килә. Богдо-гэгэн 1911 йылда ил башына килгәс, ҡаҙаҡтарға Ховдала йәшәргә рөхсәт бирелә.
1940 йылда Баян-Улгий провинцияһы барлыҡҡа килә. 1956 йылда мосолмандар 37 мең (халыҡтың 4,3%-ы), 1989 йылға 121 меңгә етә(6,1 %) Мосолман ғаиләләрендә тыуым күп булыуға ҡарамаҫтан, ХХ быуаттың икенсе яртыһында Монголияла уларҙың һаны кәмей бара[4][5].. 1990-сы йылдарҙа сығышы ҡаҙаҡ булған кешеләр бойондороҡһоҙлоҡ алған Ҡаҙағстанға күпләп күсенә.
Хотондар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Монголияның Убсунур аймағында (2000 йыл иҫәбе буйынса 9 мең, 2007 йылдағы ағымдағы иҫәп буйынса — 7 мең) хотон этник төркөмө йәшәй, улар сөнни мосолман булып, Монголияға 300 йыл самаһы элек Көнсығыш Төркөстандан күсерелгән булған. Йылдар дауамында улар монгол теленә күсеп, будда һәм шаман инанысын тота башлаған. Хотондарҙа Ислам йолалары бик әҙ (мәҫәлән, бабаға ултыртыу) һаҡланған. Әлеге ваҡытта улар мосолманлыҡҡа кире ҡайта башлаған.
Башҡа милләттәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2000-се йылдарҙа кәмеп торһа ла, 2007 йылда ҡаҙаҡтар һаны йәнә 140 меңгә етә (халыҡтың 5,4%-ы) Башҡа мосолман динлеләр һаны (үзбәк, уйғур, татар һ.б) бер нисә йөҙҙән уҙмай.
Мосолмандар йәшәгән төбәктәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мосолмандарҙың күп өлөшө Монголияның төньяҡ өлөшөндә йәшәй.
Монголияла мосолмандар иҫәбе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре
1956 | % | 1963 | % | 1969 | % | 1979 | % | 1989 | % | 2000 | % | 2007[7] | % |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
36,729 | 4.34 | 47,735 | 4.69 | 62,812 | 5.29 | 84,305 | 5.48 | 120,506 | 6.06 | 102,983 | 4.35 | 140,152 | 5.39 |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Muslim Population 2011 йыл 19 май архивланған. Pewforum
- ↑ 2,0 2,1 Thomas Walker Arnold|Arnold, Thomas Walker, The Preaching of Islam: a history of the propagation of the Muslim faith. Lahore: Sh. Muhammad Ashraf, 1896; pp. 192, 334
- ↑ The Encyclopedia Americana, by Grolier Incorporated, p. 680
- ↑ US State department: Mongolia background note
- ↑ CIA: The World Factbook 2010 йыл 29 декабрь архивланған.
- ↑ «Монгол улсын ястангуудын тоо, байршилд гарч буй өөрчлөлтyyдийн асуудалд» М. Баянтөр, Г. Нямдаваа, З. Баярмаа pp.57-70 2009 йыл 27 март архивланған.
- ↑ State Center for Civil Registration and Information 2011 йыл 8 июль архивланған.
Монголияла ислам Викимилектә |