Монтевидео
Монтевидео | |
исп. San Felipe y Santiago de Montevideo | |
Герб | |
Нигеҙләү датаһы | 24 декабрь 1726 |
---|---|
Рәсми атамаһы | San Felipe y Santiago de Montevideo |
Этнохороним | Montevideano, Montevideano, Montévidéenne[1], Montévidéen[1], montevideano, montevideana һәм montevideano |
Нигеҙләүсе | Бруно Маурусио де Сабала[d] |
Рәсми тел | Испан теле |
Дәүләт | Уругвай[2] |
Административ үҙәге | Монтевидео[d] һәм Уругвай |
Административ-территориаль берәмек | Монтевидео[d] |
Сәғәт бүлкәте | America/Montevideo[d] |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Ла-Плата[d] |
Хөкүмәт башлығы | Carolina Cosse[d] |
Ойошма ағзаһы | Creative Cities Network[d][3] |
Халыҡ һаны | 1 319 108 кеше (2011)[4] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 41 метр[5] |
Туғандаш ҡала | Тандиль[d], Кадис[d], Эсмеральдас[d], Сан-Паулу[6], Санкт-Петербург[7], Буэнос-Айрес, Мехико, Мадрид, Куритиба, Санто-Доминго (Доминика Республикаһы), Ла-Плата[d], Эль-Аюн[d], Марсико-Нуово[d], Дьёр[d], Санта-Фе[d][8], Росарио[d][9][10], Кара́кас, Ла-Пас[d], Ульсан[d][11], Монтевидео[d], Барселона, Бразилиа[d], Лиссабон һәм Мелилья[d] |
Майҙан | 730 км² |
Почта индексы | 11000–12000 |
Рәсми сайт | montevideo.gub.uy |
Тема иҡтисады | economy of Montevideo[d] |
Урындағы телефон коды | 2 |
Номер тамғаһы коды | S |
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы | Category:Burials in Montevideo[d] |
Монтевидео Викимилектә |
Монтевидео (исп. San Felipe y Santiago de Montevideo, Сан-Фелипе-и-Сантьяго-де-Монтевидео) — Уругвайҙың баш ҡалаһы, шулай уҡ Монтевидео департаментының административ үҙәге.
Тәбиғәт шарттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]540 км² майҙаны менән Монтевидео Атлантик океандың Ла-Плата ҡултығында урынлашҡан. Ҡала сиктәрендә Көньяҡ конустың МЕРКОСУР диңгеҙ порты менән иң ҙур тәбиғи гавань урынлашҡан.
Ҡала территорияһының рельефы убалы, иң бейек нөктәһе — Серро-де-Монтевидео ҡалаһының көнбайышында 136-метрлыҡ тау, уның түбәһендә маяҡ урынлашҡан. Саванна өсөн хас булған үләндәр һәм ҡыуаҡлыҡтар үҫә. Ҡала эсендә күбеһенсә Европанан килтерелгән ағастар — имән, ҡарағай, эвкалипт, платан үҫә. Яр буйҙарындағы һыуға тоҙлолоҡ һәм күтәрелеү хас. Төп йылғаһы — Санта-Лусия, ҡаланы көнбайыштан уратып алған.
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Монтевидео климаты — субтропик дымлы, йыраҡ Сочи климатын хәтерләтә. Йәй дымлы һәм эҫе. Ҡыш дымлы, елле, һәм болотло, Антарктиканан һалҡын көслө ел иҫкәндә («памперо») ҡырауҙар төшөүе ихтимал. Ҡайһы саҡта дауыл була, ләкин тропик циклон түгел.
Ғинуарҙың уртаса температура — +23 °c, июлдә — яҡынса +10 °C. Уртаса йыллыҡ температура — +16,7 °C. Иң түбән температура — -5,6 °C; иң юғары — +42,8 °C. уртаса йыллыҡ яуым — төшөм күләме- яҡынса 1000 мм. Ҡар, башлыса, июндән сентябргә тиклем арауыҡта яуа (ҡыш).
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Абсолют максимум, °C | 42 | 40 | 38 | 36 | 30 | 27 | 28 | 26 | 30 | 34 | 36 | 38 | 42 |
Уртаса максимум, °C | 28 | 27 | 25 | 21 | 17 | 15 | 14 | 15 | 17 | 20 | 23 | 26 | 21 |
Уртаса температура, °C | 22 | 21 | 20 | 16 | 12 | 10 | 10 | 10 | 12 | 14 | 17 | 20 | 16 |
Уртаса минимум, °C | 16 | 16 | 15 | 11 | 8 | 6 | 6 | 6 | 7 | 9 | 12 | 15 | 11 |
Абсолют минимум, °C | 7 | 7 | 4 | 2 | −1 | −2 | −3 | −3 | −1 | −1 | 3 | 5 | −3 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 70 | 60 | 90 | 90 | 80 | 80 | 70 | 70 | 70 | 60 | 70 | 70 | 940 |
Сығанаҡ: Weatherbase |
Халҡы, теле, дине
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2011 йылда Монтевидео халҡының һаны 1,3 млн кеше тәшкил итә, әммә ҡала агломерацияһы 2 миллион самаһы иҫәпләнә, был бөтә Уругвай халҡының яҡынса 58 % тәшкил итә
Ҡалала күбеһенсә испан һәм итальян эмигранттары нәҫелдәре (креолдар) йәшәй. XIX быуат уртаһында — XX быуат башында Монтевидео халҡының һаны Көнбайыш Европанан күсеп килеүселәр— испандар, итальяндар, француздар менән тулыландырыла. Уругвай Латин Америкаһында иң «аҡ» илдәрҙең береһе һанала. Испан колонизацияһы осоронда һәм индеецтарға ҡаршы көрәштә ерле халыҡ тулыһынса тиерлек юҡ ителә. Монтевидеола Көньяҡ Американың иң боронғо әрмән ойошмаһы бар. Ҡалала йәһүд общинаһы бар, ул Латин Америкаһының иң ҙурҙарының береһе булып тора.
Дәүләт теле — испан. Урындағы уругвай диалекты (риоплат диалектының варианты) бер ни тиклем үҙенсәлекле, атап әйткәндә, «ll» һәм, ҡайһы берҙә, «j» [ж] тип әйтелә, бынан тыш, 9000 тирәһе диалект һүҙҙәр башҡа илдәрҙән килгән испан теллеләр өсөн аңлайышһыҙ. Баш ҡала халҡының күпселеге испанса һөйләшә.
Халыҡтың яҡынса яртыһы рим-католик сиркәүенә ҡарай. Шулай уҡ методист һәм англикан дине лә таралған.
Административ бүленеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2010 йылда ҡала 8 муниципалитетҡа бүленгән (municipios), һәр береһенә халыҡ уның башлығын — алькальдын (alcalde) һайлай йәки алькальдесын (alcaldesa, әгәр башлығы — ҡатын-ҡыҙ булһа)[12]. Округтарға бүлеү «Монтевидеола адимнистартив һәм сәйәси децентрализацияның үрләүе өсөн, ҡала менән идара итеүҙә граждандарҙың демократик ҡатнышлығын үҫтереү маҡсатында үтә»[13]. Муниципалитеттарға A G тиклем хәреф кодтары бирелә (CH дирафын индереп).
Шулай уҡ ҡала испанса баррио (ингл) тип аталған 62 округтан тора:
Ҡала тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1680 йылда португалдар Ла-Плата ҡултығының һул ярында Буэнос-Айрес ҡаршыһында Колония-дель-Сакраменто ҡәлғә-ҡалаһын төҙөй. Был форт котрабандистар базаһы була, улар Буэнос-Айресҡа тыйылған тауар индерә. Контрабандистар менән көрәш өсөн 1726 йылда испандар ҡултыҡҡа инеү урынында урынлашҡан Монтевидео ҡәлғәһенә ниге: һала. Шулай итеп, улар Ла-Платаның ике ярын да контролгә алыу мөмкинлегенә эйә була.
Тиҙҙән Монтевидео Көнсығыш яр провинцияһының мөһим сауҙа үҙәге була, ул 1750 йылда тулыһынса Испанияға беркетелә. 1766 йылда ул Ла-Плата баш ҡалаһы Буэнос-Айрес булған вице-короллеге составына инә.
XVIII быуатта бай тәбиғи үҫемлектәр менән далалар һәм ҡырағайланған мал көтөүҙәре Көнсығыш яр буйына европа күскенселәре ағымына булышлыҡ итә. Испания колониаль властары был районда үҙҙәренең хәлен нығытыуға өмөт итә, был территорияларға дәғүә итеүсе португалдар һәм инглиздәргә уңышлы ҡаршылыҡ күрһәтеү өсөн эре малсылыҡ хужалыҡтарын (эстансия) хуплай. Колониаль осор аҙағында (1800 йыл) Көнсығыш яры провинцияһы халҡының һаны 30 мең самаһы тәшкил итә, шуларҙың өстән бер өлөшө Монтевидеола йәшәй.
Баш ҡаланың юғары класс йәмғиәте ер биләүселәр, сауҙәгәрҙәр, финансистар һәм хөкүмәт чиновниктарынан ғибәрәт. Уларҙың күбеһе Каталония, Басктар иленән һәм Канар утрауҙарынан килгән һәм Кастилияла король һарайы менән тығыҙ бәйләнештә булмаған. Бынан тыш, ҡалала сауҙагәрҙәр, хәрбиҙәр, түбән һәм урта кимәлдәге чиновниктар, һөнәрселәр йәшәгән. Халыҡтың яҡынса өстән бер өлөшөн килтерелгән ғәрәп ҡолдары тәшкил иткән.
Яйлап Монтевидео һәм Буэнос-Айрес араһында бер-береһен уҙырға тырышыу башлана. Провинцияның күп кенә халҡы вице-короллек власына күрә алмаусанлыҡ кисерә. Монтевидео метрополияға лояль ҡарашта була, был ике ҡала араһында дошманлыҡты көсәйеүгә килтерә.
1816 йылда Монтевидеоны португал -бразилия интервенттары баҫып ала һәм 1828 йылға тиклем ул Бразилия составында була. 1823 йылда бойондороҡһоҙлоҡ өсөн бразилия һуғышында португалдар һаҡлаған Монтевидеоны бразилия ғәскәрҙәре яулап ала. 1828 йылдың авгусында ҡала бойондороҡһоҙ Уругвайҙың баш ҡалаһы була[14].
1836 йылдан 1852 йылға тиклем диктатор Хуан Мануэль Росас етәкселегендәге аргентина ғәскәре илгә даими һөжүм яһай. 1843 йылда ул консерватив «Бланко» партияһына Монтевидеоны блокадалауҙа ярҙам күрһәтә. Һуғышта Бөйөк Британияның һәм Францияның диңгеҙ флотилияһы ҡатнаша, улар Буэнос-Айресты ҡамай. Шуның арҡаһында Монтевидео халҡы ҡамауҙы һәм блокаданы күтәрә, һәм 9 йыл дауамында ҡаршылыҡты туҡтатмай. Тик 1852 йылда ғына, Росас ҡолатылғандан һуң, Уругвайҙың бойондороҡһоҙлоғона етди хәүеф бөтөрөлә һәм блокада тамамлана.
XIX быуат аҙағында Монтевидеола сәнәғәт үҫешә башлай. Уругвайҙың баш ҡалаһы эш хәрәкәтенең үҙәгенә әүерелә. 1918 йылда Рәсәйҙәге Октябрь революцияһын хуплап демонстрациялар үтә. 1936 йылда Милли фронт булдырыу өсөн хәрәкәт башлана, ә 1938 йылда илдә власты демократлаштырыуҙы талап итеү буйынса ҡала буйлап хеҙмәтсәндәр сығыштары булып үтә.
XX быуаттың икенсе яртыһы либераль һәм консерватив партия вәкилдәренең власы өсөн сәйәси сығыштар һәм көрәш осоро. Оппозицияның иң ҙур сығышы Монтевидеола 1983 йылдың ноябрендә үтә, протест демонстрацияһына 400 мең кеше йыйыла. XX—XXI быуат сиктәрендә иҡтисадты реструктуризациялау һәм сауҙаны либералләштереү буйынса реформалар үткәреү һөҙөмтәһендә, илдә иҡтисади үҫеш күҙәтелә, ул эре ҡалаларҙың, беренсе сиратта, Уругвайҙың баш ҡалаһы булараҡ Монтевидеоның сәнәғәт потенциалының үҫешенә булышлыҡ итә.
Мәҙәни әһәмиәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Портҡа йәнәш иҫке Монтевидео, даими план буйынса XVIII — XIX быуат башында төҙөлә. Бында ҡаланың төп майҙанында үҙенә барокко һәм классицизм (1790—1804) һыҙаттарын берләштергән кафедраль собор, колониаль осорҙағы ихаталар менән йорттар урынлашҡан. Порттан көнбайышҡа ҡарай Монтевидеоның эшсе һәм сәнәғәт районы — Вилья-дель-Серро урынлашҡан. Урамдарҙың тура мөйөшлө селтәре Ла-Плата ҡултығы яғынан ҡалаға исем биреүсе Серро убаһы менән сикләнгән: Монтевидео — тәржемә иткәндә «мин ҡалҡыулыҡты күрәм» тигәнде аңлата. Ҡалҡыулыҡта 1809—1839 йылдарҙа төҙөлгән форт бар.
Архитектура яғынан иң ҙур ҡоролмалар араһында классицизм стилендәге «Солис» театры (1841—1874), парламенттың эклектик бинаһы (1908—1920), XX быуат арихтектураһын сағылдырыусы яңы Ратуша (1930), Республика университетының инженер-геодезия факультеты (1938), күп ҡатлы «Панамерикано» бинаһы (1957) иғтибарға лайыҡ.
Уругвайҙың сәйәси тормошонда армияның ҙур ролен генералдарға булған һәйкәлдәр раҫлай. Бынан тыш ҡалала колонист-күскенселәргә монументтар бар: «Фургон» (1929—1934) һәм «Дилижанс» (1953). Икеһе лә бронзанан эшләнгән.
Монтевидеола Милли тарихи музей, Тәбиғи тарих музейы, Педагогия музейы, Милли нәфис сәнғәт музейы, Муниципаль нәфис сәнғәт музейы, Зоология музейы һ. б. эшләй. Планетарий һәм ике зоопарк бар.
Уругвайҙың баш ҡалаһында илдең иң ҙур уҡыу йорто — 1849 йылда барлыҡҡа килгән Республика университеты урынлашҡан, шулай уҡ Техник колледж, уның ҡарамағында Монтевидеола ғына түгел, ә илдең башҡа ҡалаларында ла махсус уҡыу йорттары бар. Атап әйткәндә, Монтевидеола уға ике индустриаль уҡыу йорто, электротехник, төҙөлөш һәм караптар төҙөү колледжы, шулай уҡ сауҙа, график сәнғәте, биҙәү-ҡулланма сәнғәте, эш башҡарыу һәм коммерция колледждары буйһона.
Ҡалала эшләгән ғилми-тикшеренеү учреждениелары араһында Әҙәбиәттең милли академияһын, Милли инженерия академияһын, Атом энергияһы буйынса милли комиссияны, География һәм тарих институтын, Астрономик обсерваторияны атарға була. Монтевидеола 10 китапхана бар, улар араһында иң ҙурҙары Милли китапхана (500 мең том), Республика университеты факультеттарының китапханалары, Муниципаль китапхана (20 мең том), Милли конгресс китапханаһы (180 меңдән ашыу том) һәм Педагогик китапхана (115 меңдән ашыу том).
1977 йылдан йыл һайын Монтевидеола халыҡ-ара китап йәрминкәһе үткәрелә [15].
Ҡалала театр һәм театр залдары күп: «Мерседес», «Тингладо», «Театро дель сентро», «Сиркулар», «Эль гальпон», «Клуб де тиаиро», «Нуэво стела», «Одеон», «Солис», «Верди» һ. б. 1949 йылда Милли консерваторияға нигеҙ һалына, ә 1890 йылдан Верди институты эшләй.
1930 йылда Уругвайҙың баш ҡалаһында футбол буйынса донъя чемпионаты уҙғарыла. Монтевидеоның иң үҙәгендә чемпионат өсөн махсус 120 мең кеше һыйҙырышлы (хәҙер 80 мең тирәһе һыйҙырышлы) «Сентенарио» футбол стадионы төҙөлә, унда Уругвай футболсылары аргентиндарҙы драматик финалда еңеп, тарихта беренсе донъя чемпиондары була. Уругвай футболының «Пеньяроль» — «Насьональ» суперклассикоһы шулай уҡ Монтевидеола үтә. Ҡаланың 90 % халҡы футбол менән ҡыҙыҡһына. 2007/08 миҙгелендә Уругвайҙың Примьераһында футбол буйынса 16 клубтан 14 клуб Монтевидеонан була.
Туғандаш ҡалалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Барселона, Испания (1985)
- Богота, Колумбия
- Буэнос-Айрес, Аргентина (1975)
- Сан-Паулу, Бразилия (2007)
- Кадиста, Испания
- Квебек, Канада
- Кордова, Аргентина
- Куритиба, Бразилия
- Ла-Плата, Аргентина
- Мадрид, Испания
- Мелилья,Испания
- Монтевидео, АҠШ
- Порт-Алегри, Бразилия
- Росарио, Аргентина
- Санкт-Петербург, Рәсәй (1998)
- Тяньцзинь, Ҡытай
- Циндао, Ҡытай
- Сан-Хосе, Коста-Рика
- Париж, Франция (2013)
- Эсмеральдас, Эквадор (2009)
- Эль-Аюн, Көнбайыш Сахара (2009)
-
Төнгө Монтевидео күренеше
-
Монтевидео үҙәгендә 80 мең тамашасыны һыйҙырған «Сентенарио» стадионы.
-
Уругвай баш ҡалаһы скверҙарының береһе
-
Йыһандан Монтевидеоның һәм уның тирә-яғы һүрәте
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 http://cnig.gouv.fr/wp-content/uploads/2020/02/CNT-PVM_r%C3%A9vis%C3%A9_2020-01-27-1.pdf
- ↑ archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ https://en.unesco.org/creative-cities/montevideo
- ↑ (unspecified title) — 1953.
- ↑ https://it-ch.topographic-map.com/map-lf524s/Montevideo/?zoom=19¢er=-34.90685%2C-56.18598&popup=-34.90659%2C-56.18609
- ↑ http://legislacao.prefeitura.sp.gov.br/leis/lei-14471-de-10-de-julho-de-2007
- ↑ https://kvs.gov.spb.ru/en/agreements/
- ↑ http://mtafilter1.santafeciudad.gov.ar/ciudad/santa_mundo/historial_cooperacion_internacional.html
- ↑ https://www.rosario.gob.ar/web/gobierno/internacionales/relaciones-bilaterales#hermanamientos
- ↑ https://montevideo.gub.uy/institucional/noticias/intendentas-hicieron-llamado-para-inclusion-social
- ↑ http://www.montevideo.gub.uy/institucional/noticias/hermanamiento-con-ulsan
- ↑ alcaldes y alcaldesas на сайте Montevideo.gub.uy 2010 йыл 30 август архивланған.
- ↑ Intendencia de Montevideo на сайте Montevideo.gub.uy 2011 йыл 26 апрель архивланған.
- ↑ Capital de la república oriental del uruguay 2009 йыл 5 май архивланған.
- ↑ 34 башланы. Уругвай-халыҡ-ара китап йәрминкәһендә 2015 йыл 2 апрель архивланған. (Контрабанда, 2011 йылдың 28 сентябре)