Мөхәммәт әш-Шәфиғи
Әбү ‘Абдулла Мөхәммәт ибн Иҙрис әш-Шафи‘и (ғәр. أبو عبد الله محمد بن إدريس الشافعي / 767, Газа, Фәләстин — 20 ғинуар 820, Фустат, Мысыр) — ислам дине белгесе, хоҡуҡ белгесе, хәҙистәр һөйләүсе, сөнниселәр мәктәптәрендәге дүрт имамдың өсөнсөһө, Шәфиғи хоҡуҡи мәктәбенә (мәҙһәбе) нигеҙ һалыусы һәм эпоним. Мосолмандар хоҡуҡи фекерен формалаштырыуҙа мөһим роль уйнай, риүәйәттәрҙе файҙаланыуҙа дини-хоҡуҡи методология булдырыуға төп өлөш индерә. Ғүмеренең һуңғы биш йылы эсендә яҙылған ар-Рисалия китабы уға «мосолман юриспруденцияһы атаһы» тип аталырға хоҡуҡ бирә[3].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Уның тулы исеме: Әбү 'Абдуллаһ Мөхәммәт ибн Иҙрис ибн әл-Ғәббәс ибн Усман ибн Шафиғ'и ибн ас-Саиб ибн 'Ғөбәйт ибн Әбд Йәзид ибн Хашим ибн ибн әл-Мутталиб ибн Абд 'Манаф әл-Мутталиби әл-Ҡорайыш. Ул имам Әбү Ханиф (өм. 767) вафат булған йылда тыуа. Уның тыуған урынына ҡарата биографтарҙа фекер айырымлыҡтары бар. Ҡайһы бер биографтар, Мөхәммәт әш-Шәфиғи Фәләстин Аскалян (Ашкелон) ҡалаһында, йәки Йемендә, йәки Мәккә эргәһендәге Мина үҙәнендә тыуған, тип иҫәпләй. Әммә күпселек сығанаҡтар уның Фәләстин көньяҡ өлөшөндә ятҡан Ғәззә ҡалаһында тыуған тигән уртаҡ фекергә килә[4].
Мөхәммәттең атаһы ҡорайыштар нәҫеленә ҡараған хәрби етәкселәрҙең береһе була, Мөхәммәт сабый саҡта уҡ ул мәрхүм була[3]. Әш-Шәфиғиҙең атаһы яғынан шәжәрәһе буйынсаХашимдың (пәйғәмбәр Мөхәммәттең ҡарт олатаһы) ҡустыһы булған әл-Муталлибҡа барып тоташа. Төрлө сығанаҡтар буйынса уның әсәһе, йә булмаһа әзд ҡәбиләһенә, йәки Әлид ырыуына ҡараған. Имам әш-Шәфиғи йыш ҡына: «Ғәли ибн әбү Талиб бабайымдың улы һәм әсәйем яғынан минең инәйемдең улы», — тип ҡабатлар була[5]. Мәҙһәбтәрҙең башҡа имамдарынан өҫтөнлөгөн күрһәтеү өсөн әш-Шәфиғиҙең шәжәрәһе һәр саҡ ҡорайыштар тураһындағы хәҙистәргә бәйләп атап үтелер була. Уны йыш ҡына һижрәнең 2-се быуатын «яңыртыусы» (муджаддид) (Мөхәммәт пәйғәмбәр хәҙисенә ярашлы, Аллаһ тарафынан «һәр быуат башында»[6] ебәрелә), тип иҫәпләйҙәр,
Мәккәлә үткән бала сағы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ике йәшлек сағында әсәһе уны Аскаляндан Мәккәгә[5], атаһының данлыҡлы туғандарына килтерә. Әммә икенсе бер сығанаҡтан күренеүенсә, әш-Шәфиғи Йемендә тыуа, ун йәшендә Мәккәгә күсерелә. Йәшәү өсөн аҡса булмау сәбәпле, күсеренергә мәжбүр булғандарҙыр[6]. Мәккәлә ул күренекле дин ғалимдары, тел, хәҙистәр һәм ислам хоҡуғы (фикх) белгестәре даирәһенә барып эләгә. Мәҫәлән, уның бабаһы Мөхәммәт ибн Шәфиғи, Суфьян ибн Уяйна (өм. 811) һәм Мөслим әз-Занджи (өм. 796) (уның ҡала мөфтөйө булыуы тураһында ғына билдәле) шулар иҫәбенә ҡарай. 10 йыл тирәһе күсмә ҡәбиләләрҙең береһе булған хузайль ҡәбиләһендә йәшәй һәм һүҙгә оҫталығы менән таныла. Был хаҡта имам әш-Шәфиғи түбәндәгесә һөйләй: «Мин Мәккәнән киткәс, сүллектә хузайль ҡәбиләһендә туҡталып, уларҙың телен, мәҙәниәтен өйрәндем. Шул осорҙа ғәрәптәр араһында улар иң яҡшы һүҙ оҫталары ине. Мин улар менән бергә сүллекте гиҙҙем, ҡайҙа туҡталһалар, шунда туҡталдым. Мәккәгә ҡайтҡас, мин улар тураһындағы шиғриәттән шиғырҙар, риүәйәттәр һөйләй башланым»[7]. Дин менән бер рәттән Мөхәммәт әш-Шәфиғи йәйәнән атырға, һыбай йөрөргә өйрәнә. Ул уҡтан мәргән атыусы булып таныла, хатта «ун сәптең бөтәһенә лә тейҙереүе» билдәле, аҙаҡ йәйәнән уҡ атыу[6]тураһында трактат яҙа.
Бала сағынан әш-Шәфиғи донъялыҡ мәшәҡәттәре һәм «белемгә ынтылыш» (таляб әл-ильма) араһында була. Биографтары билдәле бер мәлде миҫалға килтерә: Мөхәммәт әш-Шәфиғи йәйәнән атып күрһәткәндән һуң тамашасыларҙың береһе, Әмир ибн Савваб, уҡтан атыусы булғансы, ғалим (ғөләмә) булһағыҙ яҡшыраҡ булыр ине, ти. Тап ошо һүҙҙәр әш-Шәфиғиҙең белем юлынан китеүенең сәбәпсеһе булғандыр, ахырыһы[4]. Аҙаҡ ул түбәндәгеләрҙе яҙа: «Йәтим инем, әсәйем миңә ярҙам итергә тырышты. Хатта уҡыу өсөн түләрлек аҡсам да булманы. Уҡытыусы һөйләгәнде шунда уҡ хәтеремә һеңдерә инем. Ул юҡта дәрестәрҙе үҙем алып барҙым. Шуға ул минән бик ҡәнәғәт булды, хатта бушлай уҡытырға ризалашты. Әсәйемдең ҡағыҙ һатып алырға аҡсаһы булмағанлыҡтан, пальма ағасы япраҡтарына, ташҡа, һөйәккә яҙа торғайным. Ете йәшемдә мин бөтә Ҡөрьәнде һәм уның тәфсирен (аңлатмаһы) яҡшы белдем, 10 йәшемдә имам Мәлиҡтың „әл-Муватту“һын яттан һөйләй торғайным»[8].
Мәккә ҡалаһы халҡының йолалары йоғонтоһонда әш-Шәфиғиҙең донъяға ҡарашы формалаша. Ҡалала Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең сәхәбәләре йәшәй, улар халыҡҡа хәҙистәрҙе тапшыра. Бында ислам экзегетикаһына нигеҙ һалған Ибн 'Ғәббәстең мәҙрәсәһе лә эшләй. Мәккәлә төрлө ағым һәм мәҙһәб (хариджит, мутазилиттар һ. б.) вәкилдәре йәшәй, шуға сөнниселәр менән улар араһындағы бәхәстәрҙән фәһем ала әш-Шәфиғи. Замандаштары әйтеүенсә, әш -Шәфиғи юғары әхлаҡи һәм этик сифаттарға эйә була, Аллаһы Тәғәләгә ышана, оратор һәләтенә лә эйә була[9].
Ун биш (йәки ун һигеҙ) йәшендә әш-Шәфиғи ислам хоҡуғы буйынса тәрән белемгә эйә була, хоҡуҡи бойороҡтар (фәтеүәләр) бирә һәм хәҙистәр һөйләй ала[10].
Имам Маликта уҡыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]VIII быуат аҙағында Мәҙинәлә күренекле ислам хоҡуҡи белгесе — Мәлик ибн Әнәс йәшәгән була. Мөхәммәт әш-Шәфиғи юридик белем алыуын унда тамамларға ниәтләй һәм Мәккәгә сәфәре алдынан имам Малик әл-Муваттың хәҙистәр йыйынтығын һатып ала һәм ентекле өйрәнә. 787/786 йылда ул имам Маликҡа килә һәм унан әл-Муватт доғаһын уҡып күрһәтергә рөхсәт һорай. Имам Малик уны бер нисә тапҡыр кире ҡаға, әммә аҙаҡ ризалаша. Әш-Шәфиғиҙең китапты матур итеп уҡыуын ишетеп, ғәжәпләнә һәм уны бер ниндәй түләүһеҙ үҙенә уҡыуға ала, өҫтәүенә ярҙамсыһы итеп тәғәйенләй[9].
Туғыҙ йыл буйы әш-Шәфиғи имам Малик янында була, һирәкләп Мәккәгә лә барып килгеләй. Имам Малик вафатынан һуң (795 г) әш-Шәфиғи Мәккәгә ҡайта[3][5].
Мөхәммәт әш-Шәфиғи имам Маликты бөйөк уҡытыусыһы тип һанай, әммә тәүәккәл һәм бойондороҡһоҙ кеше булараҡ, аҙаҡ үҙенең «Ихтилаф Малик ва әш-Шәфиғи» китабында тәнҡитләп тә ала. Әлеге көнгә килеп еткән «Имам Маликтың тәғлимәтен кире ҡағыу» китабын әш-Шәфиғиҙең Мысырҙағы шәкерте ар-Рәби әл-Моради яҙа (өм. 884). Был китапҡа яуап итеп, Мысыр маликиттары полемик хеҙмәттәр яҙа, Әбүбәкерҙең Әбү Мөхәммәт әл-Кайравань туранан-тура әш-Шәфиғиға ҡаршы йүнәлтелгән Китап ар-радд аля аш-Шафи’и (өм. 944) китабын баҫтырып сығара.
Мәҙинә ҡалаһында әш-Шәфиғи имам Маликтан тыш башҡа уҡытыусыларҙан да белем ала. Улар араһында мөтәзил Ибраһим ибн Әбү Яхья (өм. 800/807) ла була, ул шәкертен ислам хоҡуғына һәм хәҙистәрҙе уҡыуға өйрәтә, дин нигеҙҙәре буйынса белем бирмәй[6].
Һынау
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәҙинәнән ҡайтҡандан һуң да уның матди хәле насар була, шуға ул эш эҙләй. Ҡорайыштар үтенесе буйынса, Йемен наместнигы әш-Шәфиғиҙе Наджран (Төньяҡ Йемен) провинцияһына ҡайһы бер рәсми эштәрҙе үтәү өсөн саҡыра. Суд тикшереүҙәрен үткәргәндә ул ғәҙел булыуы менән айырылып тора һәм халыҡ араһында популярлыҡ яулай[9].
Наджранда Мөхәммәт әш-Шәфиғи Мысыр имамы әл-Лайса ибн Саданың ҡараштары менән таныша. Зейдит имамы Яхья ибн Абдуллаһ менән яҡындан таныш булғанға, күрәһең, әш-Шәфиғиҙе ихтилалға өндәүҙә ғәйепләйҙәр. X быуаттың ғәрәп әҙәбиәтсеһе Ибн ән-Надим, түбәндәгене белдерә: имам әш-Шәфиғи ихлас шығый йүнәлешенә ҡарай, әммә уны сәйәси йәһәттән генә шығый тип атап була, ә дини тәғлимәт буйынса түгел. Был осорҙо биографтары әш-Шәфиғи өсөн «һынау» (михна) йәки «фетнә» (фитна) осоро тип атайҙар[10].
796 йылда Мөхәммәт әш-Шәфиғиҙе ҡулға алалар һәм, ҡулдарын бығаулап, хәлиф резиденцияһы Раккаға (Төньяҡ Сүриә) оҙаталар[3]. Унда әш-Шәфиғи хәлиф Харун әр-Рәшит менән әңгәмәләшә, һәм ул хәлифкә бик оҡшай. Бынан тыш Бағдадтың юғары судьяһы (кади) — Мөхәммәт әш-Шәйбани әш-Шәфиғиҙе яҡлай. Мөхәммәт әш-Шайбани юллауы буйынса хәлиф Харун әр-Рәшит әш-Шәфиғиҙе һәм уның яуаплылығында төрмәнән сығара (ихтилалда ҡатнашыусы туғыҙ кеше язалана). Артабан Мөхәммәт әш-Шәфиғи ике йыл унда уҡый. Башҡаса бер ҡасан да Мөхәммәт әш-Шәфиғи дәүләт эштәренә ҡыҫылмай һәм халифтың Йемен судьяһы вазифаһына тәҡдименән дә баш тарта[6].
Иҫке доктринаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бағдадта ун йыл йәшәгән осорҙа әш-Шәфиғи Фарсияла, Сүриәлә һәм Хәлифәлектең башҡа өлкәләрендә лә була. Харун-әр-Рәшит уға даими рәүештә ҙур суммала аҡса бүләк итеп тора[11].
806 йылдар тирәһендә әш-Шәфиғи Мәккәгә ҡайта. Унда китер алдынан ул имам Әбү Хәнифә мәсетенә бара, бөйөк имамға ихтирам билдәһе итеп, ҡылған ҡанунға ярашлы, хәнәфит мәҙһәбе ҡанундарына ярашлы рәүештә доға ҡыла[12]. Мәккәгә килгәс, әш-Шәфиғи фәҡирҙәргә үҙ байлығының яртыһын тарата һәм Әл-Харам мәсетендә шәкерттәр уҡытыу өсөн түңәрәк ойоштора[12].
811 йылда әш-Шәфиғи Бағдадҡа ҡайтып уҡыта башлай[3]. Хәлифәлектең баш ҡалаһында ул ҙур популярлыҡ яулай һәм йәмғиәттең киң ҡатламы тарафынан хөрмәт ителә. Ошонда уҡ, Бағдад ҡалаһында, әр-Рисалия китабының тәүге версияһы һәм башҡа әҫәрҙәре яҙыла.
813 йылда ул Мәккәгә ҡайта, әммә бер йылдан тағы ла Бағдадҡа юл тота[9]. Моғайын, Мәккәлә йәшәгән осоронда ул Әхмәт ибн Хәнбәл (өм. 855) менән осрашҡандыр, әммә улар яҡындан таныш булмағандарҙыр.[6].
Мөхәммәт әш-Шәфиғи ике тапҡыр өйләнә. Дүрт балаһы була: улдары Әбү Усман Мөхәммәт (Алеппо судьяһы) һәм Әбү әл-Хәсән Усман, ҡыҙҙары Фатима һәм Зәйнәп[13].
Мөхәммәт әш-Шәфиғи Ҡаһирәлә һижрә буйынса 204 йылдың рәжәп айының һуңғы көнөндә (820 йыл 20 ғинуар) вафат була[3]. Ниндәй шарттарҙа вафат булыуы билдәле түгел. Бер мәғлүмәт буйынса, фанат маликит ҡулынан үткән, тиҙәр. Икенсе бер фараз: ауырыу сәбәпте баҡыйлыҡҡа күскән. Мысыр хакимы йыназа намаҙын уҡый һәм ерләү церемонияһын етәкләй. Ерләүҙә әш-Шәфиғиның ике улы — Усман һәм Мөхәммәт ҡатнаша. Имам әш-Шәфиғиҙе Мукатарам тауы итәгендәге Бану Абду-ль-Хакам ҡәбиләһе кәшәнәһенә ҡуялар. Ваҡыт үтеү менән имам әл-Лайс та ерләнгән был урын изге хаж ҡылыу урынына әйләнә.
Дини эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дин тотоуҙа әш-Шәфиғи исламдың сөнниселек мәҙһәбенә ҡарай һәм Ҡөрьәндең һәм сөннәттең асыҡтан-асыҡ һәм мәғәнәүи эстәлегенә таяна. Ислам нигеҙҙәре принциптарына ҡарата аҡылдың ҡатнашыуына юл ҡуймай. Ул усули әл-фикһ (әр-Рисалия), фиҡһ буйынса (әл-Худжа, әл-Умм, Ахкам әл-Куран) һәм хәҙистәр буйынса (Муснад, Ихтиляф әл-хәҙис) әҫәрҙәре авторы булып тора.
Биографтары имам әш-Шәфиғиҙең Белем тураһында йыш телгә киң имам медицина (тибб), физиогномика (фирас) өлкәһендә киң белемле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала, ул шулай уҡ бер аҙ ваҡыт астрология (нуджум) менән ҡыҙыҡһына[14].
Мөхәммәт әш-Шәфиғи Хәлифәлек (Имамат) урынлаштырыу яҡлы була. Уның фекеренсә, ҡорайыш ҡәбиләһе вәкиле хәлифә булырға хоҡуҡлы. Хәлифә шәриғәт нигеҙендә ғәҙел идара итергә тейеш. Әгәр кемдер, ҡорайыш хәлифәнән власын тартып алып, аҙаҡ ғәҙел хаким булып китһә, уның идара итеүе законлы тип иҫәпләнә. Өмәүиҙәр хәлифәһе Абду Үмәр ибн Абду-ль-Ғәзиз кеүек ғәҙел хәлифәләрҙең эш ысулдарын хакимлыҡ итеүҙә идеаль ысул, тип иҫәпләй.
Уҡытыусылары һәм уҡыусылары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мөхәммәт әш-Шәфиғиҙең иң билдәле уҡытыусылары:
- Мөхәммәт ибн Ғәли ибн Шәфиғин — бабаһы,
- Суфьян ибн Уяйн — Мәккәләге уҡытыусыһы,
- Малик ибн Әнәс — Мәҙинәләге уҡытыусыһы
- Мөхәммәт әш-Шәйбани — Бағдадтағы уҡытыусыһы.
Иамам әш-Шәфиғиҙең уҡытыусылары: Мөслим әз-Занджа, Хәтим ибн Исмәғил, Ибраһим ибн Мөхәммәт ибн Әбү Яхья, Хишам әс-Синани, Мәрүән ибн Муавия, Мөхәммәт ибн Исмәғил, Дауыт ибн Абду-р-Рахман, Исмәғил ибн Джафар, Хишам ибн Йософ һәм башҡа билдәле дин белгестәре[8].
Мөхәммәт әш-Шәфиғиҙең иң билдәле шәкерттәре:
- Ибн Джарир ата-Табари (өм. 839)[15],
- Әбү Яҡуп әл-Бувайти (өм. 845),
- Әхмәт ибн Хәнбәл (өм. 855),
- Әбү Ибраһим Исмәғил ибн Яхья әл-Музани (өм. 879),
- Ибн Хармала ибн Яхья (өм. 879),
- Мөхәммәт ибен Абдуллаһ әл-Хаҡам (өм. 881),
- Әбү Мөхәммәт әр-Рәби ибн Сөләймән әл-Морат (өм. 883),
- Дауыт әз-Захири (өм. 883).
Имам әш-Шәфиғи үҙенең шәкерттәренә изгелек һәм ихтирам менән ҡарай. Белем алыу өсөн уға алыҫ тарафтарҙан да килер булғандар[8].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Али-заде А. Шафии Мухаммад ибн Идрис (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарь — М.: Ансар, 2007.
- ↑ Али-заде А. Шейбани Мухаммад ибн Хасан (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарь — М.: Ансар, 2007.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 Encyclopædia Britannica
- ↑ 4,0 4,1 Chaumont, E., 1997, с. 181
- ↑ 5,0 5,1 5,2 аль-Кутб М. А., 2005
- ↑ 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 6,5 Chaumont, E., 1997
- ↑ Альфия Аматуллах. Краткая биография имама аш-Шафии . islamcivil.ru. Дата обращения: 20 декабрь 2014. 2017 йыл 1 декабрь архивланған.
- ↑ 8,0 8,1 8,2 askimam.ru, 2003
- ↑ 9,0 9,1 9,2 9,3 Али-заде, 2007
- ↑ 10,0 10,1 Chaumont, E., 1997, с. 182
- ↑ аль-Кутб М. А., 2005, с. 58
- ↑ 12,0 12,1 аль-Кутб М. А., 2005, с. 59
- ↑ Chaumont, E., 1997, с. 183
- ↑ Chaumont, E., 1997, с. 184
- ↑ Ислам: ЭС, 1991