Нагоя
Хөкүмәт указы менән билдәләнгән ҡала | |||||
Нагоя япон. 名古屋市 | |||||
| |||||
Ил | |||||
---|---|---|---|---|---|
Статус |
Административ үҙәк | ||||
Префектура | |||||
Координаталар | |||||
Мэр | |||||
Беренсе мәртәбә телгә алынған |
1610 | ||||
Майҙаны | |||||
Халҡы |
2 275 171 кеше (2014) | ||||
Тығыҙлығы |
Аңлатма хатаһы: Көтөлмәгән < операторыАңлатма хатаһы: Көтөлмәгән < операторыАңлатма хатаһы: Көтөлмәгән < операторыАңлатма хатаһы: Көтөлмәгән < операторыАңлатма хатаһы: Көтөлмәгән < операторыАңлатма хатаһы: Көтөлмәгән < операторыАңлатма хатаһы: Көтөлмәгән < операторыАңлатма хатаһы: Көтөлмәгән < операторыАңлатма хатаһы: Көтөлмәгән < операторыАңлатма хатаһы: Көтөлмәгән < операторыАңлатма хатаһы: Көтөлмәгән < операторыАңлатма хатаһы: Көтөлмәгән < операторыАңлатма хатаһы: Көтөлмәгән < операторы кеше/км² | ||||
Сәғәт бүлкәте | |||||
Телефон коды |
+81 52 | ||||
Һанлы танытмалар | |||||
Код |
23100-2 | ||||
Рәсми сайт |
city.nagoya.jp (яп.) | ||||
Регион | |||||
Символика | |||||
Наго́я (яп. 名古屋市 Нагоя-си, букв. «именной (фамильный) старый дом»[1]) — хөкүмәт указы менән ҡала статусы бирелгән , Япония иленең халыҡ һаны буйынса дүртенсе урында торған ҡалаһы . Японияның иң ҙур порты һәм Айти префектураһының административ үҙәге. Токай иҡтисад районының төп үҙәге. Порттың йыллыҡ тауар әйләнеше −110 млн т . 2005 йылда Нагоя Бөтә донъя Экспо күргәҙмәһен ҡабул иткән. Ҡала майҙаны-326,43 км²[2]
Дөйөм белешмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нагоя — , Токио, Йокогама һәм Осака ҡалаларынан һуң халыҡ һаны буйынса дүртенсе урындағы ҡала. Токио һәм Киото ҡалалары араһында ятыуы арҡаһында уны икенсе төрлө Тюкё (яп. 中京 тю: ке:, « урталағы баш ҡала») тип тә йөрөтәләр.
Нагоя илдең һәм Тюбу төбәгенең иң мөһим сауҙа-иҡтисад үҙәге булып тора, сөнки ул Японияның ҙур әһәмиәткә эйә булған юлдары киҫелешкән ерҙә урынлашҡан.
XVII быуаттан алып Овари провинцияһының тарихи үҙәге ролен уйнай һәм сегунға туғанлығы арҡаһында Токугава самурайҙар ырыуының бер тармағы булып тора.
Ҡала символдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нагояның эмблемаһы — 八 («һигеҙ») иероглифы, ҡул түңәрәк ҡулса эсендә төшөрөлгән.алынған кеше даирәһенә. Был боронғо символындағы һигеҙ һаны осһоҙ-ҡырыйһыҙлыҡты һәм Нагояның бер туҡтауһыҙ үҫешен һәм сәскә атыуына ишара итә. Эмблема , 1907 йылдың октябрендә раҫланған.
Нагояның флагы
|
Нагояның флагы — аҡ төҫтәге туҡыманан 2-гә 3 өлөшлө итеп эшләнгән. Флагтың уртаһында ҡаланың ҡыҙыл төҫтәге эмблемаһы урынлашҡан.
Лилия
|
Камфора ағасы
|
Нагоя ҡалаһының символы — лилиә сәскәһе. Ул сәскә мегаполистың барлыҡ урындарында ла үҫә. Ул 1950 йылда ҡала халҡынан һорауҙар үткәреү һөҙөмтәһендә башҡа сәскә кандидаттары араһынан һайлап алынған.
Камфора ағасы Нагояның ағас-символы булып тора. Был ағас ҡаланың барлыҡ урындарында ла үҫә, шунлыҡтан 1972 йылда үткәрелгән референдум тарафынан символ итеп һайлап ҡуйылған.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нагоя Хонсю утрауының үҙәк өлөшөндәге Овари провинцияһының Мино тигеҙлегендә урынлашҡан. Ҡаланың көньяғы Исэ ҡултығының һыуҙары менән йыуыла. Нагояның майҙаны 326,45 км²[3].
Нагоя янында ике ҙур йылға, төньяҡта — Сёнай һәм көнсығышта Тэмпаку — аға. Уларҙың икеһе лә Исэ ҡултығына ҡоя. Шулай уҡ ҡаланың үҙәгендә төньяҡтан көньяҡҡа табан XVII быуатта төҙөлгән Хорикава каналының һыуҙары аға.
Нагояның рельефы көнсығыш убаларынан, үҙәктәге платонан һәм аллювиаль тигеҙлектәренән өс өлөшкә бүленеп тора.
Көнсығыш рельеф зоналарына Морияма, Тикуса, Мэйта, Тэмпаку и Мидори ҡала райондары ҡарай.. Уның иң бейек нөктәһе — Тогокусан тауы (198,3 м), ул төньяҡ-көнсығышта урынлашҡан. Бындағы диңгеҙ кимәленән 50—100 метр бейеклегендә ятҡан убалар Микава тауы менән барып тоташа. Был урындарҙа V—XIII быуаттарҙа Санага тауының кибеүе арҡаһында барлыҡҡа килгән бик ҙур сифатлы балсыҡты керамика әйберҙәр эшләү өсөн сығарғандар. 20-се быуатта был урындарҙа йорттар һалынған.
Үҙәк зона Нака, Хигаси, Сева ,Мидзухо һәм шулай уҡ Минами һәм Ацута райондарынан тора. Уларҙың торған платоһының диңгеҙ кимәленән бейеклеге — 10−15 м . Ямадзаки, Сёдзин йылғаларының үҙәндәрендәге ерҙәр байтаҡҡа түбәнерәк һәм бәләкәйерәк Нагоя, Ацуто һәм Мидзухо платоларына таралып киткән. IV—VIII быуаттарҙа был ерҙәр «Манъёсю» шиғырҙарында телгә алынған Аютия лагунаһына көньяғы менән килеп сыҡҡан. XVIII быуатта Ацутаның көньяғында порттар булған, тик яр буйҙары яңынан культивацияланыу арҡаһында плато үҙенең диңгеҙгә сығыу юлын юғалтҡан. XXбыуатта үҙәк райондар торлаҡ йорттары һәм коммерция йорттары булған урынға әүерелгән.
Төньяҡта Нагояға Кита, Ниси, Накамура, Накагава һәм Минато райондары һәм Минами менән Ацутаның әҙерәк өлөштәре ингән. Был урындар — йылға үҙәндәрендә һәм тамағында аллювий тотолоу арҡаһында барлыҡҡа килгән тигеҙлек. Уның иң түбән урыны диңгеҙ кимәленән 1,73 м түбән тора. Был зона йыш ҡына тайфундарҙан һәм һыу баҫыуҙан йыш ҡына зыян күрһә лә, һуғарылған ерҙәрҙә дөгө үҫтереү өсөн иң уңайлы урын булып тора. Шунлыҡтан был ерҙәрҙе боронғо замандарҙа һәм урта быуаттарҙа Адзики-сэ («арзан аҙыҡ урыны») һәм Томита-сэ («бай баҫыулы урын») тип йөрөткәндәр. XX быуаттың икенсе яртыһынан башлап бында торлаҡ йорттар һәм сәнәғәт предприятиелары күпләп урынлаша. Бында ҡала порты ла бар.
Нагояның климаты уртаса булып, дымлылыҡтың уртаса йәйге күләме 70 % тәшкил иткәнлектән, бында һауа бик тынсыу, ә ҡыштарын төньяҡ-көнбайыштан ҡаты һалҡын елдәр иҫә, шуға ла префектура үҙәге иң һыуыҡ урын булып һанала. 2006 йылда һауаның уртаса температураһы 15,9 °C, иң юғарыһы — 37,5 °C, иң түбәне — −3,7 °C булған[3].
Нагоя Япон архипелагының тайфундар юлында тора. Тик 1980-сы йылдарҙан алып уларҙың йышлығы кәмегән. Иң көслө тайфун ҡалаға 1959 йылдың 26 сентябрендә ябырыла, уның һөҙөмтәһендә 1851 кеше һәләк булан[3].
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кешеләр Нагоя территорияһында палеолит осоронда уҡ йәшәгән булған. Халыҡ бик тығыҙ урынлашҡан. XVII быуат башында хәҙерге ҡала төбәгендә Ацута ҡалаһы булған, ул синтоистарҙың ғибәҙәтханаһы урынында барлыҡҡа килгән. Ул шул уҡ исемдәге синто ғибәҙәтханаһы эргәһендә барлыҡҡа килгән һәм ҙурлығы буйынса Исэлағы император ғибәҙәтханаһынан һуң икенсе урында тора. Быларҙан тыш көнбайышта Кувана порты булған. Ул Японияның элекке баш ҡалаһы Киотоның көнсығышҡа алып барыусы мөһим транспорт юлы булып торған.
1610 йылда илде берләштереүсе Япония сёгуны Токугава Иэясу Ногая платоһында торған шул уҡ исем йөрөткән замокты капиталь төҙөтә башлаған һәм уны ике йыл эсендә төҙөтөп бөтөргән. Күрше Киеси ҡасабаһы халҡы был тирәгә күсеп ултырған һәм ҡалаға нагоя исемен ҡушҡан. Ошо ваҡыттан башлап Нагоя Овари провинцияһының үҙәгенә һәм Токугава сегун ырыуының өс ситке тармағын барлыҡҡа килтергән. XIX быуаттың урталарында Нагоя Японияның Эдо, Осака һәм Киото ҡалаларынан һуң дүртенсе урында торған.
1871 йылда Мэйдзи хөкүмәте ил менән идара иткән саҡта административ реформалар үткәргән һәм шунлыҡтан Нагоя префектураһы төҙөлгән, уға 6 район, шул иҫәптән Нагоя һәм Ацута өйәҙҙәре ингән. Биш йылдан һуң Нагоя префектураһына Айти исемен биргәндәр, ә Нагоя ҡала тип аталып, унда үҙаллы административ район төҙөгәндәр.
1889 йылдың 1 октябрендә Нагоя өйәҙе ҡала статусын алған. Был ваҡытта уның майҙаны 3,34 км² булып, унда яҡынса 150 700 кеше йәшәгән.
XIX—XX быуаттың беренсе яртыһында донъя иҡтисадының ныҡ үҫеүе арҡаһында Нагоя Японияның эре сауҙа-сәнәғәт үҙәгенә әйләнгән. 1937 йылда ҡалала Тымыҡ океан тыныслыҡ күргәҙмәһе үткәрелә, бында Японияның һәм көнбайын Азия илдәре хужалыҡтарының ҡаҙаныштары ҡуйылған. Тик Икенсе донъя һуғышы ваҡытында Нагояның алға үҫеүе туҡталып торған — ҡаланың ¼ өлөшө АҠШ авиацияһының бомбаға тотоуҙарынан бөтөнләй янып бөтә[4].
Һуғыштан һуң Нагоя яңынан тергеҙелә. 1956 йылдың 1 сентябрендә уны Японияның хөкүмәт әһәмиәтендәге ҡалалар иҫәбенә индерәләр. 1957 йылда ҡалала метро эшләй башлаған, ә 1964 йылда шәп тиҙлекле поезд — синкансэн йөрөй башлай. 1989 йылда Бөтә донъя дизайн күргәҙмәһе үткәрелә.
Иҡтисад
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Машиналар төҙөү (Mori Seiki), металлургия; химик, нефть эшкәртеү, туҡымалар туҡыу, еңел сәнәғәт.
Үҙәк Япон тауар биржаһы эшләй.
Күренекле урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Токугава сәнғәт музейы[5], Айти префектураһының сәнғәт галереяһы, Нагоя замогының хазиналары музейы
- Ботаник баҡса
- Хәрби -диңгеҙ арсеналы.
- Синтоистское святилище Ацута (яп. 熱田神宮 Ацута-дзингу), восходит к началу н. э.), замок (XVII в.), храм Тофукудзи (VIII века).
- Храм Ниттайдзи храмы (яп. 日泰寺), построенный для святыни Будды.
һәйкәлдәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Памятник
|
Описание
|
Памятник
|
Описание
|
Синтоистское святилище Ацута (япон. 熱田神宮Ацута-дзингу )(яп. 熱田神宮 Ацута-дзингу) — древнейшая в городе синтоистская святыня, строительство которой, по легендам, датируют II веком н. э. В ней чествуют Кусанаги-но-цуруги — божественный меч, одну из трех священных реликвий Императора Японии. | Замок Нагоя — один из символов Нагои. До появления небоскребов блеск золотых украшений на его крыше виднелся за десятки километров от города. Замок пострадал во время Второй мировой войны, но был восстановлен жителями Нагои. | ||
Осу Каннон — буддистский храм XII века секты Сингон. Был уничтожен авиацией США в 1945 году, но восстановлен в жителями в 1970 году. В храме хранится древнейшая копия японской древней хроники «Кодзики». | Арако Каннон — буддистский храм VIII века, принадлежащий секте Тэндай. Его пагода является самой старой на территории города. Храм содержит много произведений Энку, выдающегося японского скульптора XVII века. | ||
Место битвы при Окэхадзаме — один из самых значимых районов города. В 1560 году выходец из Нагои, Ода Нобунага, молниеносной атакой разбил численно превосходящую армию соседа-агрессора, прославив себя на всю Японию. | Касадэра Каннон — буддистский храм секты Сингон. Пострадал во время религиозных реформ периода Мэйдзи. По преданию, паломничество влюбленных или невест в этот храм дарит им прочный союз. |
Административ бүленеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нагоя 16 районовға (ку)бүленгән : Нака-ку, Кита-ку, Минами-ку, Ниси-ку, Хигаси-ку, Тикуса-ку, Накамура-ку, Мэйто-ку, Накагава-ку, Мидори-ку, Морияма-ку, Тэмпаку-ку, Мидзухо-ку, Ацута-ку, Минато-ку и Сёва-ку.
Ҡала мэры— Такаси Кавамура (япон. 河村たかし )(яп. 河村たかし).
Демография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йәштең пирамидаһы ошондай :
- 0-14 йәштәгеләр — 13,1 %
- 15-29 йәштәгеләр — 17,6 %
- 30-64 йәштәгеләр — 48,3 %
- 65 йәштән ололар — 20,1 %
Тыуым — мең кешегә 9 кеше, үлем — мең кешегә 7,9 кеше тәшкил итә .
рәсми иҫәпләүҙәрҙән күренеүенсә һуңғы ун йыллыҡта Нагояның халҡы бер ярым тапҡырға артҡан. Нагояла 67 000 сит ил кешеһе бар, ул ҡала халҡының 2,98 % тәшкил итә.[6]. Был хәл 2009 йылдың иҫәпләүҙәре буйынса сит ил кешеләренең урындағы халыҡтың пропорцияһы мең кешегә 27,5 кешенең тура килгәнен күрһәтә. 25 йыл элек был пропорция 14,7 кешене күрһәткән. Ҡалала күрәләтә сит ил кешеләренең артыу тенденцияһы бара[7]. Милли диаспоралар буйынса Нагояла иң ҙур урынды ҡытайҙар, икенсе урынды кореялылар, өсөнсө урынды филиппиндар, дүртенсе урынды бразиль халыҡтары биләй[6].
Мәғариф
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нагояла 21 университет бар. Шуларҙың иң билдәлеһе Нагоя дәүләт университеты. 1939 йылда асылған был университет Үҙәк Японияның иң ҙур университеты. Уның дүрт ғалимы Нобель премияһы лауреаты.[8]
Нагояла шулай уҡ Нандзан һәм Тюкё университеттары, төрлө колледждар һәм дөйөм белем биреүсе уҡыу йорттары бар.
Транспорт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нагояла киң селтәрле ҡала транспорты эшләй. Ҡала автобустары һәм метрополитендан башҡа шәхси тиер юлдар линияһы ла бар. Улар ҡаланы башҡа ҡалалар һәм ҡала яны ҡасабалары менән тоташтырып торалар.
Нагоя — Японияның ҙур транспорт үҙәге. уның аша шәп йөрөүсе Синкансән поезы үтә. Ҡалала шулай уҡ һауа юлы транспорты ла бар, ике халыҡ-ара Тюба һәм Комакиҙағы Нагоя аэропорттары бар и аэропорт Нагоя в Комаки.
Музыка
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡала Nagoya kei-ҙың һәм шулай уҡ иң популяр япон рогы булған- Visual kеi- ҙың тыуған иле[9].
2007 йылда Нагояла coldrain рок төркөмө барлыҡҡа килгән.
Туғандаш ҡалалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Лос-Анджелес, Калифорния, США (с 1 апреля 1959 года);
- Мехико, Мексика (с 16 февраля 1978 года);
- Нанкин, Китай (с 21 декабря 1978 года);
- Сидней, Австралия (с 16 сентября 1980 года);
- Турин, Италия (с 27 мая 2005 года).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Также известны старые равнозначные написания: 那古屋 и 名護屋.
- ↑ Площадь указывается по данным сайта Geospatial Information Authority of Japan (яп.) с учётом изменений 2012 йыл 1 август архивланған., опубликованных 1 октября 2011 года.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Статистические данные с сайта города Нагоя 2009 йыл 14 март архивланған.
- ↑ Данные с сайта города Нагоя 2009 йыл 4 апрель архивланған. (яп.)(яп.
- ↑ Музеи мира: Музей Токугава в Нагое
- ↑ 6,0 6,1 Статистика народонаселения Нагоя (яп.) (PDF). Дата обращения: 19 февраль 2010.(недоступная ссылка)
- ↑ http://www.nui.or.jp/machidukuri_info/databook/1-2-1.pdf#search='名古屋市外国人人数' 2012 йыл 27 ғинуар архивланған.
- ↑ 歴史/各種データ | 名古屋大学 2018 йыл 6 сентябрь архивланған.
- ↑ статьи — JaME Россия 2009 йыл 12 ноябрь архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальный сайт (яп.)(яп.)
- Нагоя // Япония от А до Я. Популярная иллюстрированная энциклопедия. (CD-ROM). — М.: Directmedia Publishing, «Япония сегодня», 2008. — ISBN 978-5-94865-190-3.