Назаров Рәшит Сәйетбаттал улы
Рәшит Назаров | |
Шағир әрме сафына алынғанға тиклем | |
Исеме: |
Назаров Рәшит Сәйетбаттал улы |
---|---|
Тыуған көнө: | |
Тыуған урыны: | |
Вафат булған көнө: |
14 октябрь 2006 (61 йәш) |
Вафат булған урыны: |
Ишембай ҡалаһы |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
шағир |
Премиялары: | |
Назаров Рәшит Сәйетбаттал улы (1 ноябрь 1944 йыл — 14 октябрь 2006 йыл) — шағир. 1993 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2004), Ауырғазы районының Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге премияһы (1996) лауреаты.
Рәшит Назаров — башҡорт әҙәбиәтендә генә түгел, бөтә төрки, хатта донъя әҙәбиәтендә һоҡланырлыҡ шағир. Ул шиғриәт йондоҙлоғонда бар сағылышы менән һәммә халыҡты таң ҡалдырып, һоҡландырып, тирә-йүнде бер мәлгә атылған йондоҙҙай балҡытҡан таланты әҙип. Шиғриәт донъяһы уны бер мәлгә генә дөрләп янған ялҡынлы ҡосағына ҡыҫа ла, мәңгелеккә бушлыҡ упҡынына ташлай. Ғүмере уның атылған йондоҙҙай.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәшит Сәйетбаттал улы Назаров 1944 йылдың 1 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Ауырғазы районының Төрөмбәт ауылында Фатима менән Сәйетбаттал Назаровтарҙың ғаиләһендә бишенсе бала булып тыуа.
Уның тормош юлы үтә лә ябай. Ауылда ун класс тамамлап, колхозда эшләй, 1963—1966 йылдарҙа хеҙмәт итә. Шиғырҙарҙы бик иртә яҙа башлай, 11 йәшендә тәүге шиғыр юлдарын дәфтәр битенә теркәй. Көнө-төнө лирик, ҡайһы ваҡыт сатирик шиғырҙар, мәҫәлдәр, нәҫерҙәр, хикәйәләр яҙа, поэмалар ижад итә. 1962 йылдан башлап шағирҙың шиғырҙары, нәҫерҙәре, хикәйәләре республика матбуғаты биттәрендә йыш ҡына күренә башлай. Шулай итеп, алтмышынсы йылдар урталарында башҡорт әҙәбиәтендә күренгән Рәшит Назаров тәүге әҫәрҙәре менән үк иң өлгөргән, киң танылған шағирҙарҙың алғы сафына баҫа. Шағирҙың «Таңды ҡаршылау» исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1965 йылдың май айҙарында, егерме бер йәше тулыр-тулмаҫтан, Назар Нәжми мөхәрирлегендә донъяға сығарыла. Авторҙың, халыҡсан алым менән яҙылған, ябай телле шиғырҙары һәр кемдең йөрәгенә тылсымлы нур төҫлө урала, шағир исеме республикала танылыу таба, шөһрәт ҡаҙана.
Һалдат йәше еткәс, Рәшит Назаров 1963 йылдың ноябрь айында хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Хеҙмәт урыны Башҡортостанға йәнәш Силәбе өлкәһенең Златоуст ҡалаһына тура килә. Ауыр һалдат тормошонда ла шағир бер генә көнгә лә тип әйтерлек ҡулынан ҡәләмен төшөрмәй, ижад усағын һүндермәй. «Шағирҙың һағынышлы уйланыуҙары тағы ла һағышлыраҡ, һалдат тормошо, бурысы, ил, Ватан яҙмышы хаҡындағы уй-фекерҙәре тәрәнерәк, буяуҙарға ла, хыялдарға ла сағыуыраҡ, тосораҡ була бара», — тип күрһәтә автор шағирҙың ижадына байҡау яһап. Бигерәк тә «Бәхет йыры», «Билдәһеҙ һалдат», «Мин һалдатмын…», «Учениеларҙан һуң», «Оҙон юлға сыҡтым…» һәм башҡа күпләгән шиғырҙары быға дәлил булып тора. Хеҙмәтенең тәүге йылдарында уҡ Рәшит Назаров бығаса «Әсә һүҙҙәре» тип исемләнгән атаҡлы шиғырҙар циклын яҙа. СССР-ҙың халыҡ артисы, композитор Заһир Исмәғилев, ошо төркөмгә ингән әҫәрҙәргә музыка яҙып, Глинка исемендәге оло премияға лайыҡ була.
Эйе, аңлы тормош юлы ла, ижады ла Рәшит Назаровтың бигерәк ҡыҫҡа булды. Мәңгелек ғаләм аҫтында сәйер донъяға һоҡланып бағып, ел иҫкәнгә, ҡош талпынғанға, ағастар япраҡ ярғанға ҡыуанып ул ни бары егерме бер йыл ярым ғына тулы ҡанлы тормош менән йәшәй ала, шул арауыҡтың да ни бары көсөргәнешле биш, уҙа-барһа алты йылын ғына тотошлай ижад эшенә-шиғриәткә арнарға өлгөрә.
Шағир ғүмеренең ҡалған өлөшө иһә … ҡараңғылыҡҡа убыла, йырып үткеһеҙ томанға сорнала.
Утлы сатҡы тейҙе ғүмеремә Тик көйҙөрҙө генә - өҙмәне… |
Эйе, көйҙөрҙө, әммә өҙмәне. … 1966 йылдың яҙынан бирле шағир зәхмәтле йән ауырыуына юлыға. Ғәскәри частан санитарҙар уны тыуған ауылына килтереп ҡуялар. Уны, бер ни тиклем ваҡыт үткәндән һуң, больницаға һалалар. … Тәүге мәлдәрҙә ваҡыты-ваҡыты менән тыуған ауылына ҡайтарғылап торһалар ҙа, аҙаҡ Бөрө, Благовещенск ҡалаларының махсус дауалау йорттарына күсерәләр. 1993 йылда Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһының һорауы буйынса Ишембай дауахана-интернатына ҡайтарыла.
Дауаханала ятҡанда ла ул шиғыр яҙыуын ташламай, үҙен тотҡонлоҡта кеүек хис итеүен шиғыр юлдарына һала шағир:
… Яһалма ай бында, ялған ҡояш Миңә инде күптән ғазап юлдаш |
Эйе, һуңғы осор шиғриәтендә, «ер аҫтынан» яҙған хаттарында поэтик ялҡын һүрелеп, һалҡын ялҡынға әүерелһә лә, шағирҙы поэтик һәләте барыбер ташламай, ул ҡара һөрөм һирпеп булһа ла дөрләүен белә, тик һүрәтләү биҙәктәре, шиғри тоны һәм моңо ғына үҙгәрә һәм үҙгәләнә. Ҡара буяуҙар, үҙәк өҙгөс һағыштар, ялбарыуҙар өҫкә ҡалҡып сыға. Сөнки ер аҫты донъяһы — үҙе бөтөнләй икенсе донъя. Шағир йөрәге лә элеккесә ярһыу түгел — арыған, йонсоған, ярым тилмергән.
Эйе, хатта пәйғәмбәр дәрәжәһендәге шағир ҙа ҡаты сиргә, аяуһыҙ тәҡдиргә ҡаршы тора алмай икән шул. Шағир хәҙер инде ҡаты ауырыу, башлыса пессимистик уй-хисле, йөрәге туҙған, әммә өмөтөн, йәшәү рухын юғалтмаған. Тик үтә һағышлы, ялбарыулы, асыулы тибә инде был ҡаты яралы сырхау йөрәк.
Ер өҫтөндә ғазап белмәнем мин, һәм һәр кемгә бәхет теләнем мин, Ер аҫтына - шаҡшылыҡ баҙына үҙ иркем менән килмәнем мин. |
Таланттың ҡөҙрәте ниҙәлер, әммә ер аҫтында, ҡәберҙәй тарлыҡта йөрәге күпме тарыҡһа ла, өмөт менән тибеүен дауам итә әле ул. Шағирҙың ижади ғүмере ифрат ҡыҫҡа булды. "ммә һәр әҫәре башҡорт шиғриәтенең ҡабатланмаҫ өлгөһөнә әүерелде. Шағирҙың үҙ һүҙҙәре менән әйткәндә:
Даһилыҡҡа сәйерлек, серлелек хас. Ниңә хөкөм? Һәр саҡ ялҡын эргәһендә була төтөн… |
Шағирҙың «Таңды ҡаршылау» исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1965 йылдың май айҙарында, егерме бер йәше тулыр-тулмаҫтан, Назар Нәжми мөхәррирлегендә донъяға сығарыла. Авторҙың, халыҡсан алым менән яҙылған, ябай телле шиғырҙары һәр кемдең йөрәгенә тылсымлы нур төҫлө урала, шағир исеме республикала танылыу таба, шөһрәт ҡаҙана. Артабан, әҙиптең бер-бер артлы: «Ҡояш юлы буйлап» (1970), «Йөрәгемде һеҙгә илтәм» (1991), «Йәшен» (1994) исемле китаптары донъя күрә. Был әҫәрҙәр, тотошлайы менән, бөйөк шиғриәт үрнәге. Сөнки егерме берҙә генә күкрәп туҡтаған йәш даһи тарафынан тыуҙырылған шиғырҙар улар! Улар — Р.Назаровтың исемен быуаттарҙан быуаттарға яңғыратасаҡ, ғәзиз халҡыбыҙға һүнмәҫ-һүрелмәҫ дандар өҫтәйәсәк күңел аҫылташтары, күңел гәүһәрҙәре!…
Үкенескә ҡаршы, таланттарға һәр саҡ ҡаршылыҡтар тыуып тора. Р. Назаров менән дә шулай булды. Ләкин талантлы ижад юғалмай: һуңғы йылдарҙа Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә шағирҙың ике томдан торған әҫәрҙәре донъя күрҙе, шағирға Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелде. Шулай уҡ Ҡазан ҡалаһында шағир Риф Мифтаховтың тырышлығы менән Рәшит Назаровтың «Йөрәк» исемле китабы татар телендә баҫылып сыҡты.
Шағирҙың исеме, образы бөгөн шиғриәт күгендә яҡты йондоҙ булып балҡый. Риф Мифтахов та, күренекле композитор Хөсәйен Әхмәтов та: «Рәшит Назаров башҡорт — шиғриәтендә иң яҡты йондоҙ» — , тинеләр. Ә бөйөк шиғриәт аҡһаҡалы Мостай Кәрим «Рәшит Назаров — иҫ киткес талантлы шағир», — тине.
Байтаҡ күренекле әҙәбиәтселәребеҙ Р. Назаровты бөйөк талант эйәһе, йөҙәр йылға бер генә тыуа торған шағирҙарҙың береһе, тинеләр.
Композиторҙарыбыҙ Заһир Исмәғилев, Хөсәйен Әхмәтов һәм башҡа бик күптәр Рәшит Назаров һүҙҙәренә хор йырҙары циклы, кантаталар, йырҙар ижад итте. Улар Өфө, Ҡазан, Мәскәү сәхнәләрендә башҡарылып, юғары баһа алды. Шиғырҙары рус, сыуаш һ.б. телдәргә тәржемә ителде.
Шулай итеп, тарих биттәре бөйөк ижадсыларҙың мәңге үлмәҫ һоҡланғыс илаһи ижадын һаҡлай. Уның яңылары яҙыла. Талантлы, йәйғор булып, донъя күләменән күренер шәхестәребеҙ бар. Ана шундайҙарҙың береһе — Рәшит Назаров… Ул беҙҙең баш особоҙҙа ғына түгел, әҙәбиәтебеҙ йыһаны күгенән күренер балҡыш, яңы яҡтылыҡ, беҙҙең йөрәктәргә күскән йондоҙ!
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 20 октябрь 2019)
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 20 октябрь 2019)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Назаров Рәшит Сәйетбаттал улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 26 ғинуар 2021)
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса яҙыусылар
- 1 ноябрҙә тыуғандар
- 1944 йылда тыуғандар
- Ауырғазы районында тыуғандар
- 14 октябрҙә вафат булғандар
- 2006 йылда вафат булғандар
- Ишембайҙа вафат булғандар
- Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаттары
- Башҡорт шағирҙары
- Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзалары
- Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге әҙәби премия лауреаттары