Оснабрюк
Оснабрю́к (нем. Osnabrück, нидерланд. Ossenbrügge) — Германиялағы ер әһәмиәтендәге ҡала, Түбәнге Саксония ерендә ҙурлығы буйынса өсөнсө ҡала. Ҡалала Оснабрюкский университет, юғары техник мәктәп һәм католик епископлығы урынлашҡан.
Яҡындағы ҙур ҡалалар: Билефельд (көньяҡ-көнсығышҡа 43 км тирәһе), Мюнстер (көньяҡ-көнбайышҡа 44 км тирәһе), Ольденбург (төньяҡҡа 95 км), Бремен (төньяҡ-көнсығышҡа 103 км), Һанновер (көнсығышҡа 114 км), шулай уҡ нидерланд ҡалаһы Энсһеде (көнбайышҡа 78 км).
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Оснабрюк Бөйөк Карл тарафынан 780 йылда нигеҙ һалынған епископлыҡ эргәһендәге баҙар булараҡ барлыҡҡа килгән. Б. э. 9 йылында, 2000 йыл элек, Оснабрюк эргәһендә боронғо германдар 10-15 мең рим легионерын ҡыйратҡан (Тевтобург Урманындағы ҡаты алыш).
1348 йылда беренсе билдәле ҡала йәмғиәт-сәйәси ҡәбилә ҡоролошо тәртибе яҙылған.
1648 йылда Оснабрюкта һәм Мюнстерҙа Вестфаль килешеүе төҙөлгән.
1811 йылда был ерҙәрҙе Франция империяһы аннексиялаған, һәм Оснабрюк бер ни тиклем ваҡыт Үрге Эмс департаментының хакимиәт үҙәге булған.
Икенсе донъя һуғышы йылдарында ҡала көнбайыш союздаштар тарафынан 79 тапҡыр бомбаға тотолған. Биналарҙың 65 %, ә үҙәк өлөшөндә хатта 94 % емерелгән.
|
Инфраструктураһы һәм иҡтисады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Оснабрюк мөһим тимер юл үҙәге булып тора. Бында Һамбург — Бремен — Рур өлкәһе һәм Амстердам — Һанновер — Берлин һыҙаттары киҫешә. Оснабрюк аша бер нисә автобан: A1 (Путтһарден — Саарбрюкен), A30 (Бад-Эйнхаузен — Амстердам) һәм A33 (Оснабрюк — Падерборн), B68 автоюлы, шулай уҡ көнсығыш яғындағы B51 һәм B65 юлдары.
Ҡаланан 35 саҡрым алыҫлыҡта Мюнстер-Оснабрюк (IATA: FMO) халыҡ-ара аэропорты урынлашҡан.
Юғары белем
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Университет (яҡынса 12000 студент) һәм институт эшләй.
Һаулыҡ һаҡлау
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Klinikum Osnabrück GmbH (шул иҫәптән онкология һәм быуындар хирургияһы шәхси клиникаһы)
- Paracelsus-Klinik Osnabrück
- Marienhospital Osnabrück, Niels-Stensen-Kliniken концернының бер өлөшө.
- Osnabrück Christliches Kinderhospital
- Kinderhospital Osnabrück
- Osnabrück AMEOS Klinikum
Оснабрюк регионында:
- Klinikum Osnabrücker Land GmbH
- Klinikum Ibbenbüren
Төрлөһө
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Оснабрюкта немец яҙыусыһы Эрих Мария Ремарк тыуған. Тап ошо ҡалала Ремарктың ҡайһы бер әҫәрҙәрендәге («Время жить и время умирать» һәм «Чёрный обелиск», шулай уҡ өлөшләтә «Ночь в Лиссабоне» романында) ваҡиғалар бара. Ремарктың әҫәрҙәрендә Оснабрюк Верден йәки Верденбрюк тип атала.
Билдәле кешеләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кристиан Вульф — 10-сы Германия президенты.
- Эрих Мария Ремарк — немец яҙыусыһы.
- Феликс Нуссбаум — йәһүд сығышлы немец рәссамы, Яңы предметлыҡ сәнғәт стиле вәкиле.
- Һанс Герт Пёттеринг — немец сәйәси эшмәкәре.
- Аньорка Штрехель — немец актрисаһы.
- Фриц Вольф — билдәле немец рәссам-карикатурасыһы.
Туғанлашҡан ҡалалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ульяновск, Рәсәй
- Тверь, Рәсәй
- Анжер (франц. Angers), Франция
- Афула (йәһ. עֲפוּלָה, ғәр. العفولةالعفولة), Израиль
- Вила-Реал (порт. Vila RealVila Real), Португалия
- Гмюнд (нем. Gmünd), Австрия
- Грайфсвальд (нем. Greifswald), Германия
- Дерби (ингл. DerbyDerby), Бөйөк Британия
- Кванмён (кор. 광명시, 光明市광명시, 光明市),Көньяҡ Корея
- Хаарлем (нидерл. HaarlemHaarlem), Нидерланд
- Хэфэй (ҡыт. 合肥),Ҡытай
- Чанаккале (төр. ÇanakkaleÇanakkale), Төркиә
- Эвансвилл (ингл. EvansvilleEvansville), Индиана штаты, Америка Ҡушма Штаттары
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Bettina Meckel. Osnabrück und Umland. / Пер. на русский: Leonid Bussler. Wenner, Оснабрюк, 2010, ISBN 978-3-87898-417-7
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ISIL- und Sigeladressen mit Koordinaten ausgestattet — Берлинская государственная библиотека, 2016.
- ↑ archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ http://www.klimabuendnis.org/nc/kommunen/das-netzwerk.html
- ↑ http://www.mayorsforpeace.org/english/membercity/map/europe.html
- ↑ https://www.nst.de/%C3%9Cber-uns/Mitglieder/index.php?ModID=9&object=tx%7c2606.2&FID=2606.210.1&NavID=2606.10&La=1
- ↑ Alle politisch selbständigen Gemeinden mit ausgewählten Merkmalen am 31.12.2022 (нем.) — DESTATIS, 2023.
- ↑ 7,0 7,1 Gemeindeverzeichnis-Online — Federal Statistical Office.
- ↑ http://www.osnabrueck.de/verwaltung/staedtepartnerschaften/freunde-und-partner/angers.html
- ↑ http://www.osnabrueck.de/verwaltung/staedtepartnerschaften/freunde-und-partner/haarlem.html
- ↑ http://www.osnabrueck.de/verwaltung/staedtepartnerschaften/freunde-und-partner/vila-real.html
- ↑ http://www.osnabrueck.de/verwaltung/staedtepartnerschaften/freunde-und-partner/twer.html
- ↑ http://www.osnabrueck.de/verwaltung/staedtepartnerschaften/freunde-und-partner/canakkale.html
- ↑ http://www.osnabrueck.de/verwaltung/staedtepartnerschaften/freunde-und-partner/derby.html
- ↑ http://www.osnabrueck.de/verwaltung/staedtepartnerschaften/freunde-und-partner/greifswald.html
- ↑ http://www.osnabrueck.de/verwaltung/staedtepartnerschaften/freunde-und-partner/hefei.html
- ↑ http://www.osnabrueck.de/verwaltung/staedtepartnerschaften/freunde-und-partner/gmuend.html
- ↑ http://www.osnabrueck.de/verwaltung/staedtepartnerschaften/freunde-und-partner/evansville.html
- ↑ http://www.osnabrueck.de/verwaltung/staedtepartnerschaften/freunde-und-partner/kwangmyong.html
- ↑ https://www.destatis.de/DE/ZahlenFakten/LaenderRegionen/Regionales/Gemeindeverzeichnis/Administrativ/Aktuell/05Staedte.html
- ↑ Alle politisch selbständigen Gemeinden mit ausgewählten Merkmalen am 31.12.2018 (4. Quartal) — Federal Statistical Office.