Эстәлеккә күсергә

Преображенский Евгений Алексеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Преображенский Евгений Алексеевич
Рәсем
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 15 февраль 1886({{padleft:1886|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Болхов[d], Орёл губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 13 июль 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (51 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Үлем төрө атып үлтереү[d] һәм Үлем язаһы
Ерләнгән урыны Мәскәүҙәге Дон зыяраты[d]
Һөнәр төрө иҡтисадсы, сәйәсмән, социолог
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы VI съезд РСДРП(б)[d] һәм РКП(б)-ның VIII съезы[d]
Ойошма ағзаһы КПСС Үҙәк комитеты
 Преображенский Евгений Алексеевич Викимилектә

Преображенский Евгений Алексеевич (15 февраль 1886 йыл13 июль 1937 йыл) — Рәсәй һәм халыҡ-ара коммунистик хәрәкәт эшмәкәре, совет иҡтисадсыһы һәм социологы. 1920 йылда РКП(б)-ның Өфө губерна комитеты секретары. Сәйәси золом ҡорбаны.

Евгений Алексеевич Преображенский 1886 йылдың Орёл губернаһы Болхов ҡалаһында протоиерей Алексей Александрович һәм Варвара Алексеевна (ҡыҙ фамилияһы — Левицкая) Преображенскийҙар ғаиләһендә тыуған[2]. 1936 йылда атаһы ҡулға алына, төрмәлә вафат була[3].

Уҡыуы һәм революцион эшмәкәрлегенең башы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башта сиркәү-мәхәллә мәктәбендә уҡый, һуңынан (1895—1897 йылдарҙа) Болхов ҡала училищеһында, 1897 йылдан — Орел классик ирҙәр гимназияһында уҡый, 1905 йылда уны тамамлай[4]. Бала саҡта динле була, әммә 14 йәше тулыуға диндән алыҫлаша[5].

19011902 йылдарҙа Преображенский беренсе тапҡыр тыйылған әҙәбиәт менән таныша[6]. Был мәлгә ул Салтыков-Щедрин, Добролюбов һәм Писаревтың әҫәрҙәр йоғонтоһо аша бер ни тиклем радикаль ҡарашта була, шулай уҡ крәҫтиән тормошо менән таныш була, крәҫтиәндәрҙең ярлылығын һәм баҫылғанлығын күрә. Революционерҙар сафтарына баҫыу ҡыйынлыҡтарға килтереүен белһә лә, Преображенский был аҙымды яһай.

1904 йылдың февралендә РСДРП-ның Орел комитеты Преображенскийҙы ағзалыҡҡа ала һәм пропагандасылар төркөмөнә индерә.

1904—1905 йылдарҙа Хрущев механик заводында социал-демократ түңәрәген, Мальцев завод округында эшселәр араһында аңлатыу эштәрен алып бара, Орел уҡыу йорттары уҡыусыларының дөйөм забастовкаларын һәм митингыларын ойоштороу менән шөғөлләнә.

Рәсәйҙәге 1905—1907 йылдар революцияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1905 йылдың октябрендә Преображенский РСДРП-ның Орел комитетына индерелә[7]. Был ваҡытҡа ул инде ныҡлап большевистик сәйәси позицияларға баҫҡан була.

1905 йылдың октябрь-ноябрь айҙарында Брянск заводтарында партия эшен алып бара, декабрҙә — Мәскәүҙә яуаплы пропагандасы, Декабрь ҡораллы ихтилалда ҡатнаша.

19051906 йылдарҙа — РСДРП-ның Пермь комитеты ағзаһы, беренсе мәртәбә ҡулға алына. Биш айҙан, аслыҡ иғлан итеүҙән һуң, һуң иреккә сығарыла. Партия эшен Пермь, Екатеринбург, Силәбе һәм Өфө ҡалаларында алып бара. 1906 йылда ҡабаттан ҡулға алына. 1907 йылда Ҡазан суд палатаһы уны, фашлаусы дәлилдәр етешмәүе сәбәпле, һаҡ аҫтынан азат итә.

Төрмәнән сыҡҡандан һуң Преображенский партия эшен Көньяҡ Уралда алып бара, күпселеген Өфө һәм Златоуст ҡалаларында, РСДРП-ның III конференцияһында В. И. Ленин меән таныша. 1908 йылдың мартында Силәбе ҡала конференцияһында ҡулға алына, кәрәкле ҡағыҙҙарҙы йота һәм шул уҡ төндә полиция участкаһынан ҡаса.

Ике революциялар араһында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1908 йылдың апрелендә Е. А. Преображенский Өфөлә полиция агенттары тарафынан ҡулға алына, 1908—1909 йылдарҙа һаҡ аҫтында Өфө, Силәбе, Пермь төрмәләрендә тотола. 1909 йылда һөргөнгә ебәрелә. 1911 йылда һөргәндән ҡаса.

1911—1912 йылдарҙа Е. А. Преображенский — Новониколаевскиҙағы (хәҙер Новосибирск) «Обская жизнь» легаль марксистик гәзите хеҙмәткәре.

1912 йылда ҡулға алына. 1915 йылда батша хөкүмәте уға Иркутск ҡааһына күсергә рөхсәт бирәләр.

19151917 йылдарҙа Преображенский партия эшен Иркутскиҙа һәм Читала алып бара: РСДРП-ның Иркутск комитеты ағзаһы була.

1917 йылғы Февраль революцияһынан һуң

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1917 йылда Е. А. Преображенский I Бөтә Рәсәй эшсе һәм һалдат депутаттарҙың Советтар съезы делегаты итеп һайлана һәм Петроградҡа юллана.

Съезда большевиктар фракцияһы исеменән ул Ваҡытлы хөкүмәтте сәйәсәтен ғәйепләгән резолюция индерә (иҙелгән халыҡтарҙың милли хоҡуҡтары менән бәйле). 22 июндә милли мәсьәлә буйынса съезд комиссияһы исеменән семитизмға ҡаршы көрәш тураһында резолюция менән сығыш яһай, резолюция бер тауыштан ҡабул ителә [Стенографич. отчёт], т. 2, М.—Л., 1931, 239—240 б.).

Октябрь революцияһы һәм Граждандар һуғышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

РСДРП(б)-ның Урал өлкә комитеты ағзаһы[8] булараҡ 1918 йылдың 18 июленән 5 (18) ғинуарға тиклем Преображенский РСДРП(б)-ның VI съезында ҡатнаша, И. В. Сталиндың «Вся власть Советам!» лозунгын алып ташларға кәрәк тигән тәҡдиме менән ризалашмай, бәхәскә инә, съезд уның төҙәтеүен инҡар итә. 1917 йылғы Октябрь ҡораллы ихтилалы Петрогадта еңгәненән һуң, Преображенский Златоуст тау округында Совет власын урынлаштырыуҙа ҡатнаша.

1919—1920 йылдарҙа — «Правда» гәзитенең редакция коллегияһы ағзаһы һәм Орел губернаһы буйынса Бөтә Рәсәй Эшсе, крәҫтиән һәм һалдат депутаттары Советтарының Үҙәк Башҡарма Комитетының вәкиле, 1920 йылда — РКП(б)-ның Өфө өлкә комитетының секретары, 1920 йылдың 5 апреленән 1921 йылдың 16 мартына тиклем РКП(б)-ның Үҙәк комитетының Секретары; 1918 йылда Айырым чехословак корпусы болаһына һәм Колчак ғәскәрҙәренә ҡаршы ҡораллы көрәште ойоштороусыларҙың береһе. 1918 йылда Мәскәүҙә һул-эсер болаһын баҫтырыуҙа ҡатнаша[9]

1918 йылдың ғинуар-авгусында Преображенский РКП(б)-ның эсендәге «һул коммунистар» төркөмөнөң үҙәгенә инә. 1920 йылдың аҙағында — 1921 йылдарҙың башында РКП(б)-ла булған профсоюздар тураһында дискуссия ваҡытында Е. А. Преображенский, Н. И. Бухарин һәм башҡалар «буфер» төркөмөн булдыралар.

19211924 йылдарҙа Преображенский — финанс комитетының үҙәк комитетының рәйесе, РКП(б) һәм халыҡ комиссарҙары советы (СНК) Рәсәй Совет федератив социалистик Республикаһы (РСФСР), бер үк ваҡытта 1921 йылдан — РСФСР мәғариф халыҡ комиссариатының профтехник мәктәп һәм юғары уҡыу йорттары Баш идаралығы рәйесе, 1921 йылдың 6 сентябренән алып 1922 йылдың 14 мартҡа тиклем — «Коммунистик Интернационал» журналы бүлеге мөдире була , 1921—1923 йылдарҙа — РСФСР-ҙың финанс халыҡ комиссариаты коллегия ағзаһы, 1923 йылда — Коммунистик Интернационал Башҡарма Комитетының Аграр комиссияһы ағзаһы[10]. 19241927 йылдарҙа Преображенский — Совет Социалистик Республикалар Союзы (СССР) эргәһендәге халыҡ комиссарҙары советы Баш концессия комитеты рәйесе урынбаҫары, бер үк ваҡытта СССР-ҙың финанстар халыҡ комиссариаты коллегияһы ағзаһы, 1926—1928 йылдарҙа — Ҙур совет энциклопедияһының Баш редакцияһы ағзаһы (1-се баҫма). 1923 йылдан Евгений Преображенский Һул оппозицияға ҡарай, «46-ның ғаризаһы» ның («Заявление 46-ти») авторҙары һәм инициаторҙарының береһе. 1927 йылда (август йәки октябрь) партиянан сығарыла — «легаль булмаған партияға ҡаршы типография ойошторғаны өсөн», 1928 йылдың ғинуарында — Мәскәүҙән Ҡаҙағстанға, Уральск ҡалаһына, һөрөлә, унда план органдарында эшләй.

19281930 йылдарҙа Преображенский Татар Автономиялы Совет Социалистик Республикаһында дәүләт планы комитеты аппаратында эшләй. СССР-ҙа индустриялаштырыу башланғас, Преображенский Сталин яғына күсә, сөнки уның фракцияһы Һул оппозицияның программаһын үтәй, титп һанай. Ауылдағы хәлдәрҙе ул ваҡытта күҙ алдына ла килтерә алмай[11]. 1929 йылдың июлендә К. Б. Радек һәм И. Т. Смилга менән берлектә ВКП(б-ның) Үҙәк комитетына хат юллай, хатта ул оппозициянан ситләшеүе тураһында белдерә һәм 1930 йылдың ғинуарында партияла тергеҙелә[12].

19301932 йылдарҙа Е. А. Преображенский — Түбәнге Новгород крайы план комитетының рәйесе урынбаҫары, 1932—1933 йылдарҙа — СССР-ҙың еңел сәнәғәт Халыҡ комиссариаты коллегияһы ағзаһы[13]

1933 йылдың ғинуарында Преображенский ВКП(б)-нан ҡабаттан сығарыла һәм «И. Н. Смирнов, В. А. Тер-Ваганян, Е. А. Преображенский һәм башҡаларҙың контрреволюцион троцкист төркөмө» эше буйынса ғәйепләнеүсе сифатында ҡулға алына[14] . Преображенский прокурорҙың санкцияһынан тыш ҡулға алына. Уға ғәйепләнеүсе сифатында ҡулға алыныуы тураһында ҡарар бирелмәй. 1933 йылдың 16 ғинуарында СССР-ҙың комиссарҙар советы эргәһендәге ОГПУ коллегияһының махсус кәңәшмәһе ҡарарына ярашлы 3 йыл срокка хөкөм ителә. Е. А. Преображенскийҙан һорау 1933 йылдың 17 ғинуарында ғына алына, йәғни уның хөкөм ителгәненән һуң[15].

1933 йылдың декабрендә Преображенский партия сафтарында ҡабаттан тергеҙелә. 1933—1936 йылдарҙа СССР-ҙың иген һәм малсылыҡ совхоздары Халыҡ комиссариатының үҙәк план-финанс бүлеге начальнигы урынбаҫары 1936 йылда ҡабаттан ВКП(б-нан сығарыла)[16].

1936 йылдың 20 декабрендә[17] йәки 1937 йылдың 2 ғинуарында[18] Преображенский яңынан ҡулға алына. 1937 йылдың 13 июлендә "йәштәр троцкист үҙәге"н етәкләгәне һәм контрреволюцион террорсылыҡ ойошмала ҡатнашҡаны өсөн Преображенскийҙың енәйәт эше СССР-ҙың Юғары судының Хәрби коллегияһында ҡарала; Е. А. Преображенский атып үлтереүгә хөкөм ителә һәм шул уҡ көндә уға хөкөм үтәлә. 1988 йылдың 22 декабрендә СССР-ҙың Юғары судтың пленумы тарафынан үлгәндән һуң аҡлана[19]

1990 йылдың 16 майында Советтар Союзы Коммунистар Партияһының (КПСС) үҙәк комитеты эргәһендәге Партия контроле комитеты (үлгәндән һуң) Е. А. Преображенскийҙы партия сафтарында тергеҙҙе.

Сәйәси һәм фәнни ҡараштары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Е. А. Преображенский — пропаганда һәм сәйәси иҡтисад буйынса бер нисә хеҙмәт авторы. 1919 йылдың октябрендә Н. И. Бухарин менән берлектә «Азбука коммунизма» китабын яҙа. Китап РКП(б)-ның VIII съезд ҡабул иткән Программаһын популяр формала асып бирә, ҙур тираждар менән баҫыла, күп телдәргә тәржемә ителә, бер тиҫтә йыл эсендә Совет Рәсәйе һәм сит илдәрҙең коммунистик һәм эшселәр партияларының йәш ағзалары өсөн коммунистик доктринаһының база дәреслеге ролен уйнай[20].

  • Анархизм и коммунизм, М.—Пг., 1916;
  • О крестьянских коммунах. (Разговор коммуниста-большевика с крестьянином), М.—Пг., 1918;
  • Нужна ли хлебная монополия?, М., 1918;
  • С кем идти крестьянской бедноте?, Смоленск, 1918;
  • Крестьянская Россия и социализм, Пг., 1918; Азбука коммунизма, М., 1919 (совместно с Н. И. Бухариным);
  • Трёхлетие Октябрьской революции, М., 1920; Перспективы новой экономической политики // Красная новь. 1921 г. N 3. С.201-212 Русский рубль за время войны и революции // Красная новь. 1922 г. N 2 С.242-257 Крах капитализма в Европе. // Красная новь. 1922 г. N 5. С.151-165 О морали и классовых нормах, М.—Пг., 1923;
  • Е. А. Преображенский: Архивные документы и материалы: 1886—1920 гг., М., Издательство Главархива Москвы, 2006;
  • Новая экономика (теория и практика): 1922—1928 гг., т. I—II, М., Издательство Главархива Москвы, 2008;
  • Деньги и мировой капитализм (исследования, научно-популярные работы): 1921—1931 гг., М., Издательство Главного архивного управления города Москвы, 2011.
  1. Deutsche Nationalbibliothek Record #124154336 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. Епархиальный училищный Совет — учреждение, ведавшее местными церковно-приходскими школами.
  3. См.: Горинов М., Евгений Преображенский: Большевик из поповичей, «Россия XXI», М., 2011, сентябрь—октябрь, № 5, с. 93—95, 98—99.
  4. См.: Преображенский, Евгений Алексеевич (1886—1937; автобиография), «Биография.ру: Биографическая энциклопедия», URL: http://www.biografija.ru/show_bio.aspx?id=109131; Горинов М., Евгений Преображенский: Большевик из поповичей, «Россия XXI», М., 2011, сентябрь—октябрь, № 5, с. 97.
  5. Преображенский, Евгений Алексеевич (1886—1937; автобиография), «Биография.ру: Биографическая энциклопедия», URL: http://www.biografija.ru/show_bio.aspx?id=109131.
  6. См.: Там же.
  7. Кооптация (от лат. cooptatio — дополнительное избрание) — введение новых членов в выборный коллегиальный орган по его собственному решению, без проведения дополнительных выборов.
  8. См.: Преображенский Евгений Алексеевич, «ХРОНОС», URL: http://www.hrono.info/biograf/bio_p/preobrazen_ea.php.
  9. См.: Преображенский, Евгений Алексеевич (1886—1937; автобиография), «Биография.ру: Биографическая энциклопедия», URL: http://www.biografija.ru/show_bio.aspx?id=109131; Гражданская война и военная интервенция в СССР: Энциклопедия, Гл. ред. С. С. Хромов, М., Ордена Трудового Красного Знамени издательство «Советская Энциклопедия», 1987, с. 623; Центральный Комитет КПСС, ВКП(б), РКП(б), РСДРП(б): Историко-биографический справочник, Сост. Горячев Ю. В., М., ЗАО «Издательский дом „Парад“», 2005, с. 102, 339; Преображенский Евгений Алексеевич, «ХРОНОС», URL: http://www.hrono.info/biograf/bio_p/preobrazen_ea.php.
  10. См.: Преображенский, Евгений Алексеевич (1886—1937; автобиография), «Биография.ру: Биографическая энциклопедия», URL: http://www.biografija.ru/show_bio.aspx?id=109131; Гражданская война и военная интервенция в СССР: Энциклопедия, Гл. ред. С. С. Хромов, М., Ордена Трудового Красного Знамени издательство «Советская Энциклопедия», 1987, с. 152; Адибеков Г. М., Шахназарова Э. Н., Шириня К. К., Организационная структура Коминтерна. 1919—1943, М., Издательство «Российская политическая энциклопедия» (РОССПЭН), 1997, с. 45—46, 79—80; Центральный Комитет КПСС, ВКП(б), РКП(б), РСДРП(б): Историко-биографический справочник, Сост. Горячев Ю. В., М., ЗАО «Издательский дом „Парад“», 2005, с. 339.
  11. В.Роговин. Власть и оппозиция.
  12. См.: Чернев А. Д., 229 кремлёвских вождей. Политбюро, Оргбюро, Секретариат ЦК Коммунистической партии в лицах и цифрах. Справочник, М., Редакция журнала «Родина» — Научный центр «Руссика», 1996, с. 241; Архив Троцкого, т. 1, Научные редакторы тома Ю. Г. Фельштинский, М. Г. Станчев, Харьков, «Око», 1999, прим. 313; Центральный Комитет КПСС, ВКП(б), РКП(б), РСДРП(б): Историко-биографический справочник, Сост. Горячев Ю. В., М., ЗАО «Издательский дом „Парад“», 2005, с. 339
  13. См.: Центральный Комитет КПСС, ВКП(б), РКП(б), РСДРП(б): Историко-биографический справочник, Сост. Горячев Ю. В., М., ЗАО «Издательский дом „Парад“», 2005, с. 339
  14. См.: Чернев А. Д., 229 кремлёвских вождей. Политбюро, Оргбюро, Секретариат ЦК Коммунистической партии в лицах и цифрах. Справочник, М., Редакция журнала «Родина» — Научный центр «Руссика», 1996, с. 241
  15. См.: Крючков В., Сухарев А., Справка по делу так называемой «контрреволюционной троцкистской группы Смирнова И. Н., Тер-Ваганяна В. А., Преображенского Е. А. и других», подготовленная на основании архивных материалов, хранящихся в Центральном архиве КГБ СССР [Приложение № 13.9 к протоколу № 11 заседания Комиссии Политбюро ЦК КПСС по дополнительному изучению материалов, связанных с репрессиями, имевшими место в период 30-40-х и начала 50-х гг. 29 мая 1990 г.], «Фонд Александра Н. Яковлева», URL: http://www.alexanderyakovlev.org/fond/issues-doc/67974.
  16. См.: Чернев А. Д., 229 кремлёвских вождей. Политбюро, Оргбюро, Секретариат ЦК Коммунистической партии в лицах и цифрах. Справочник, М., Редакция журнала «Родина» — Научный центр «Руссика», 1996, с. 241; Центральный Комитет КПСС, ВКП(б), РКП(б), РСДРП(б): Историко-биографический справочник, Сост. Горячев Ю. В., М., ЗАО «Издательский дом „Парад“», 2005, с. 339; Преображенский Евгений Алексеевич, «ХРОНОС», URL: http://www.hrono.info/biograf/bio_p/preobrazen_ea.php.
  17. См.: Горинов М., Евгений Преображенский: Большевик из поповичей, «Россия XXI», М., 2011, сентябрь—октябрь, № 5, с. 99.
  18. См.: Преображенский Евгений Алексеевич, «Жертвы политического террора в СССР»(недоступная ссылка)
  19. См.: О деятельности Верховного Суда СССР в 1988 году по реабилитации лиц, подвергшихся необоснованным репрессиям в период 30—40-х и начала 50-х годов, «Бюллетень Верховного Суда СССР», 1989, № 3, с. 17; Преображенский Евгений Алексеевич, «Жертвы политического террора в СССР»
  20. См.: Партийная деятельность Евгения Алексеевича Преображенского (1886—1937), «Искра — Research», URL: http://web.mit.edu/fjk/www/Marxists/Preobrazhensky/biografiia.html; Горинов М., Евгений Преображенский: Большевик из поповичей, «Россия XXI», М., 2011, сентябрь—октябрь, № 5, с. 90.
  • Дискуссия 1923 года. Материалы и документы М. — Л., 1927
  • Дискуссия 1925 г.: материалы и документы М., 1929
  • Горинов М. М., Цакунов С. В., Евгений Преображенский: Трагедия революционера, «Отечественная история», 1992, № 2
  • РКП(б): Внутрипартийная борьба в двадцатые годы: Документы и материалы. 1923. М., 2004
  • Роговин В. З., Власть и оппозиция.