Рузвельт Теодор
Теодор Рузвельт ингл. Theodore Roosevelt | ||||
| ||||
---|---|---|---|---|
14 сентябрь 1901 йыл — 4 март 1909 йыл | ||||
Вице-президент: | юҡ (1901—1905) Чарлз Фэрбенкс | |||
Алдан килеүсе: | Уильям Мак-Кинли | |||
Дауамсы: | Уильям Тафт | |||
| ||||
4 март — 14 сентябрь 1901 йыл | ||||
Президент: | Уильям Мак-Кинли | |||
Алдан килеүсе: | вакант вазифа Гаррет Хобарт | |||
Дауамсы: | вакант вазифа Чарлз Фэрбенкс | |||
| ||||
1 ғинуар 1899 йыл — 31 декабрь 1900 йыл | ||||
Вице-губернатор: | Тимоти Вудраф[en] | |||
Алдан килеүсе: | Фрэнк Блек[en] | |||
Дауамсы: | Бенджамин Оделл[en] | |||
Дине: | реформаторлыҡ / англикан (Епископаль сиркәү) | |||
Тыуған: | 27 октябрь 1858 Нью-Йорк, АҠШ | |||
Үлгән: | 6 ғинуар 1919 (60 йәш) Ойстер-Бей, округ Нассо, Нью-Йорк штаты, АҠШ | |||
Ерләнгән: | Янга мемориаль заяраты, Ойстер Бэй | |||
Династия: | Рузвельты[d] | |||
Исеме: | ингл. Theodore Roosevelt Jr. | |||
Атаһы: | Теодор Рузвельт — өлкән | |||
Әсәһе: | Митти Баллок | |||
Ҡатыны: | 1) Элис Хатауэй Ли Рузвельт 2) Эдит Рузвельт | |||
Балалары: | улдары: Теодор III, Кермит, Арчи и Квентин дочери: Алиса и Этель | |||
Партия: | Республика партияһы (АҠШ) | |||
Белеме: | Гарвард университеты | |||
Фәнни дәрәжәһе: | бакалавр искусств[d] (1880) | |||
Хәрби хеҙмәте | ||||
Хеҙмәт иткән йылдары: | 1898 | |||
Принадлежность: | США | |||
Ғәскәр төрө: | АҠШ ҡоро ер ғәскәрҙәре | |||
Звание: | полковник | |||
Командовал: | Беренсе доброволец кавалерия отряды | |||
Сражения: | Испан-америка һуғышы • Лас-Гуасимас янында бәрелеш • Сан Хуан Хилл янында бәрелеш | |||
Автограф: | ||||
Наградалары: |
Тыныслыҡ өсөн Нобель премияһы (1906)
| |||
Рузвельт Теодор[1] (ингл. Theodore Roosevelt, МФА [ˈθɪədɔr ˈroʊzəˌvɛlt]; 1858 йылдың 27 октябре, Нью-Йорк — 1919 йылдың 6 ғинуары, Сагамор-Хилл (инг.)баш., Ойстер-Бей (инг.)баш. Нью-Йорк штаты) — Америка сәйәсмәне, АҠШ-тың 25-се вице-президенты,1901 — 1909 йылдарҙа АҠШ-тың 26-сы президенты, Республика партияһывәкиле, 1906 йыл өсөн Нобель тыныслыҡ премияһы лауреаты. Теодор Рузвельт —АҠШ-тың 32-се президенты Франклин Рузвельттың алыҫ туғаны[2], ә Франклиндың ҡатыны — Элеонора Рузвельт — Теодор туғанының ҡыҙы.
Бала сағы һәм йәшлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Теодор Рузвельт 1858 йылдың 27 октябрендә Нью-Йорк ҡалаһында тыуа, килеп сығышы буйынса Нидерландтан килгән сауҙагәр һәм филантроп ғаиләһенән. Икенсе бала булып тыуған Теодорҙың апаһы, һеңлеһе, шулай уҡ ҡустыһы була.
Буласаҡ президент бала саҡтан ныҡлы һаулыҡ менән маҡтана алмай, бигерәк тә ҡурылдай астмаһынан яфалана. 1860-сы йылдар аҙағында һәм һәм 1870 йылдар башында Рузвельт ғаиләһе Европа, Африка һәм Яҡын Көнсығыш буйлап сәйәхәт итә. Башланғыс белемде Теодор өй шарттарында ала, төп сәбәбе — йыш ауырыу сәбәпле ул мәктәпкә йөрөмәй тиерлек.
1876 йылда Теодор Гарвард университетына уҡырға инә, ә 1880 йылда уны тамамлай. Шул ваҡытта уҡ ул үҙенең тәүге эссеһын баҫтырып сығара һәм сәйәсәт менән шөғөлләнә башлай, атап әйткәндә, Республика партияһына ағза булып инә. 1882—1884 йылдарҙа Рузвельт Нью-Йорк штатының легислатураһы ағзаһы була. 1884 йылдың 14 февралендә бер үк көндә әсәһен дә, ҡатынын да юғалта. Бынан бер нисә көн алда ғына уның ҡыҙы Элис тыуған була. Фажиғәнән һуң Рузвельт эшен ҡалдыра һәм Нью-Йорктан Дакота территорияһына күсенә һәм фермер булып йәшәй башлай. Әммә ҡоролоҡ, шуға бәйле финанс юғалтыуҙары арҡаһында, ул киренән Нью-Йоркҡа ҡайтырға мәжбүр була һәм ҡайтанан башы менән сәйәсәткә сума.
1886 йылда икенсе тапҡыр өйләнә. Бала саҡ дуҫы Эдит Кэроу уның икенсе ҡатыны булып китә, һуңыраҡ уларҙың биш балаһы тыуа.
Президентлыҡҡа тиклем сәйәси эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1895 йылда Нью-Йорк ҡалаһы полицияһының шефы итеп тәғәйенләнә. 1897 йылдан — президент У. Мак-Кинли хакимиәтендә хәрби-диңгеҙ министры урынбаҫары.
1898 йылда испан-америка һуғышы осоронда Кубала хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша, 1-се ирекле «Ҡыйыу һыбайлылар» кавалерия полкы менән командалыҡ итә. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн Почет Миҙалы менән бүләкләүгә тәҡдим ителә, ләкин тик 2001 йылда ғына был бүләкләү раҫлана, шулай итеп, Рузвельт — үлгәндән һуң үҙ иленең иң юғары хәрби наградаһына лайыҡ булған беренсе һәм берҙән-бер президенты[3].
1899 йылдан 1900 йылға тиклем Нью-Йорк губернаторы вазифаһын биләй.
АҠШ президенты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Беренсе хакимиәте (1901—1904 йылдар)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1900 йылдағы президент һайлауҙарында Мак-Кинли һәм Рузвельт командаһы еңеү яулай. 1901 йылдың 4 мартында Мак-Кинли икенсе мөҙҙәткә президент вазифаһына баҫа, Рузвельт вице-президент була. Шул уҡ йылдың 6 сентябрендә үлтереү маҡсатында Мак-Кинлиға аталар, ә 14 сентябрҙә алған яранан ул вафат була. Шул уҡ көндө Рузвельт яңы президент булараҡ ант тапшыра. АҠШ тарихында ул иң йәш президент була (42 йәш тә 10 ай).
Рузвельт ант биргәндән һуң Мак-Кинлиҙың кабинетын (эшлекле даирәһен) үҙгәрешһеҙ ҡалдыра һәм эшлекле даирәләргә монополиялар эшмәкәрлеген сикләү булмаясаҡ, тип белдерә, ә Аҡ йортҡа инергә дәғүә иткән башҡа сәйәсмәндәр тап ошо мәсьәләне тормошҡа ашырыу тураһында белдергән була.
1901 йылдың 3 декабрендә АҠШ Конгресына беренсе мөрәжәғәтнамәһендә Рузвельт киңерәк социаль ғәҙеллеккә өлгәшеүҙе үҙенең маҡсаты тип билдәләй. Ул мәлдә нәҡ социаль өлкә АҠШ хөкүмәте өсөн иң ҙур проблема булып тора. Коррупцияның үҫә барыуы һәм монополияларҙың баҫым яһауы халыҡта ризаһыҙлыҡ тыуҙыра.
Халыҡтың тулҡынланыуын баҫыу, шул уҡ ваҡытта монополиялар мәнфәғәттәрен сикләмәү маҡсатында, Рузвельт йәмәғәтселек иғтибарын айырым трестарҙың «намыҫһыҙлығына» йүнәлтә. Ҡайһы бер корпорацияларға ҡарата суд процестары ҡуҙғатыла, әммә күпселек осраҡта корпорациялар ҙур булмаған штрафтар түләү менән ҡотола. Суд ҡарары буйынса таратылған трестар тиҙҙән яңы исемдәр аҫтында ҡайтанан эшен дауам итә [сығанаҡ күрһәтелмәгән, 2936 көн].
Был суд процестары Рузвельттың үҙенә «трестарҙы емереүсе» репутацияһын булдырыу мөмкинлеген бирә, асылда шул уҡ ваҡытта дәүләттең монополиялар эшмәкәрлегенә ҡыҫылмауы сәйәсәтсен алып барыу дауам итә. Теодор Рузвельт үҙенә Американың яңы быуат — киң мәғлүмәт саралары быуаты геройы имиджын булдыра. Рузвельт көтөлмәгәнсә ҡыйыу һәм ҡаты ҡуллы фигура имиджын берләштереүгә, киң аудиторияның уны тыңлаусан рәүештә ҡабул итеүенә һәм киң демократия шарттарында аристократик идара итеүҙең сәскә атыуына нисек өлгәшергә кәрәклегенә күрһәтә. Рузвельт, ҡыйыулыҡтың булмауы йәки етешмәүе илдәге сәйәси реформаларға ғына түгел , ә сит илдәр менән булған сәйәси мөнәсәбәттәгә лә ҡурҡыныс янай, тип иҫәпләй. Күпселек тарихсыларҙың фекеренсә, бала саҡтағы көсһөҙлөгөн һәм сирле булыуын ул ҡыйыулыҡҡа баҫым яһау ярҙамында ҡапларға тырыша. Атаһынан ул шуны үҙләштерә: һуғышырға әҙер булғанда ғына ҡыйыу һәм еңеүсе була аласаҡ. [көнө лә 2936]
Рузвельт Мак-Кинлиҙың, изоляционизмдан баш тартып, Американың, бөтә донъяла әүҙем эшләгән донъя державаһы булараҡ, аяҡҡа баҫыуына йүнәлтелгән курсын дауам итә. Ул «ҙур күҫәк сәйәсәте» һәм «донъя полицейскийы» кеүек һүҙҙәрҙе йыш ҡулланыр була.
XХ быуат башында Венесуэла хөкүмәте Бөйөк Британия һәм Германиянан «британ субъекттарының иркенә ҡаршы көс ҡулланыу һәм британ караптарын күпләп баҫып алыу акттарына», шулай уҡ тышҡы бурыстарын түләүҙән баш тартыуға бәйле[4][5] хат ала. Тиҙҙән был илдәрҙең хәрби көстәре тарафынан тоталь диңгеҙ блокадаһы ойошторола (1902—1903), Рузвельт быға ҡаршы сығыш яһай. Рузвельт ошо ваҡиғалар нигеҙендә Монро доктринаһына[6] төҙәтмәләр индереү мөмкинлеген ала. Концепцияның нигеҙе президенттың шәхси хаттарында яҙылһа ла, 1904 йылда ул рәсми рәүештә иғлан ителә. Рузвельт «был ҡитғалағы башҡа республикаларҙың» да «бәхетле булыуҙарын һәм сәскә атыуҙарын» теләүен белдерә. Быны ғәмәлгә ашырыу өсөн төҙәтмә уларҙан «үҙ сиктәрендә тәртип һаҡлауҙы һәм ситтәр алдындағы бурыстарын үтәүҙе» талап итә[6].
Тарихсыларының күпселеге, ә улар менән Рузвельттың баш биографы Говард К. Бил, Рузвельттың шәхси инаныуҙары һәм уның облигацияларҙың сит ил хужалары менән бәйләнештәре һөҙөмтәһендә шундай төҙәтмәләр индереү мөмкин була, тип иҫәпләй[6][7][8].
1901 йылда АҠШ-тың дәүләт сәркәтибе Джон Хэй Никарагуа хөкүмәтенә шул исемдәге канал проектын хуплау өсөн баҫым яһай. Алмашҡа был ил 1,5 миллион доллар түләү аласаҡ: йыл һайын 100 мең АҠШ долларын түләүҙе һәм АҠШ-тың «суверенитет, бойондороҡһоҙлоҡ һәм территориаль бөтөнлөгөн тәьмин итеү» гарантияһын[9]. Аҙаҡ Никарагуа хөкүмәте килешеүҙе бер үҙгәреш менән ҡайтарып бирә: йыл һайын 100 мең доллар урынына бер юлы 6 миллион доллар түләү алырға теләүҙәре белдерелә. АҠШ был шартты ҡабул итә, әммә килешеү Конгреста хупланғандан һуң суд юрисдикцияһы мәсьәләһе килеп тыуа: канал зонаһында АҠШ-тың бындай хоҡуғы булмай. Был мәсьәлә хәл ителергә яҡынлай, әммә Панама яҡлы конгрессмендар каналдың альтернатив проектын үткәреүгә өлгәшә[9].
Колумбия контролендә булған Панама АҠШ-та ҙур ҡыҙыҡһыныу уята, ә Колумбия һәм француз компания-концессионеры төҙөлөш материалдарына хаҡтарҙы күтәрә. Күберәк түләүҙән баш тартып, американдар Колумбияла «революция ойоштора»[10][11][12]. 1903 йылдың 3 ноябрендә АҠШ-тың хәрби флоты ярҙамында Панама Колумбияға ҡаршы баш күтәрә. Республика статусын алғандан һуң Панама ла шулай уҡ 10 миллион АҠШ доллары, йәғни йыл һайын 250 мең доллар һәм бойондороҡһоҙлоғон гарантиялау аласаҡ[11]. Алмашҡа американдар Панама каналы зонаһына «мәңгелек» хоҡуҡ ала. Һуңынан Рузвельт, «каналды алдым һәм Конгресҡа был проблеманы хәл итергә ҡуштым», ти[11]. Биләмәләрен юғалтҡандан һуң, Колумбия АҠШ-тан килешеүҙе ҡайтанан ҡарауҙы һәм Панама-Ситиҙың исемен үҙгәртеүҙе талап итә[13].
1904 йылғы һайлауҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үҙенең һайлау алды кампанияһында Рузвельт корпорациялар вәкилдәре менән Республика партияһын финанслау тураһында һөйләшеүҙәр алып барғанда дөйөм алғанда монополияларҙы ғәйепләүгә түгел, ә монополистар араһындағы енәйәтселәрҙе ғәйепләүгә баҫым яһай. Ҡушма Штаттарҙың эшлекле даирәләре эре капиталдың мәнфәғәттәрен яҡлау эшендә Рузвельттың ысын ролен тиҙ арала аңлап ала. Һуңынан билдәле булыуынса, тап ошо эшлекле даирәләр Республика партияһының һайлау алды кампанияһының бөтә сығымдарының 72,5 процентын ҡаплатыуы беленә. 1904 йылда был партияның төп спонсорҙары: Джон Пирпонт Морган, Джон Дэвисон Рокфеллер, Эдвард Генр Гарриман, Генри Клей Фрик һәм башҡа эре сәнәғәтселәр.
Икенсе хакимиәт (1905—1909 йыл)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1904 йылдың 8 ноябрендә, уны икенсе мөҙҙәткә һайлау көнөндә, Рузвельт сираттағы мөҙҙәткә үҙ кандидатураһын сығарырға ниәтләнмәүе тураһында иғлан итә, сөнки Мак-Кинли вафатынан һуң президент булып китеүен беренсе мөҙҙәте тип иҫәпләүен белдерә. Әммә закон буйынса ул тағы бер тапҡыр һайланыу мөмкинлегенә эйә була — Конституцияға 22-се төҙәтмә тик 1951 йылда ғына ҡабул ителә.
Рузвельт Аҡ йортҡа афроамерикан вәкилен саҡырған тәүге президент, 1906 йылда Нобель тыныслыҡ премияһын (урыҫ-япон Портсмут солохон төҙөүҙә аралашсы булғаны өсөн) алған беренсе американ.
Теодор Рузвельт Норвегияла бүләкләү тантанаһында ҡатнашмай. Уның урынына премияны Америка вәкиле һәм тулы хоҡуҡлы министры Герберт Пиерс ала. АҠШ-тың 26-сы президенты алынған аҡсаға Вашингтонда даими тыныслыҡ комитетын төҙөргә вәғәҙә бирә. Һөҙөмтәлә Нобель комитетынан алынған аҡса 1917 йылға тиклем һаҡлана, һәм Рузвельт уларҙы Беренсе донъя һуғышы ҡорбандарына ярҙам күрһәткән агентлыҡтарға тапшырырға ҡуша.
Бүләкләнгәндән һуң Рузвельт аралашсы сәйәсәтен дауам итә: президент Франция һәм Германия араһындағы Марокко көрсөгөн яйға һалыу буйынса конференцияны ойоштороусы була.
1908 йылда Рузвельт ҡасандыр биргән вәғәҙәһенән тайпылмайынса өсөнсө мөҙҙөткә кандидатураһын ҡуйыуҙан баш тарта һәм уның кабинетында хәрби министр вазифаһын башҡарған Уильям Тафтты Республика партияһынан президентлыҡҡа күрһәтеүҙе хуплай. Тафт, демократтарҙан кандидат Брайан Уильямды еңеп, АҠШ-тың яңы президенты итеп һайлана.
Президент Рузвельт үҙенең хакимлығы ахырында 16 линкорҙы ер шары тирәләй йөҙөп сығыуға ебәрә, был сәйәхәт 1907 йылдың 16 декабренән 1909 йылдың 22 февраленә тиклем дауам итә. Караптар корпустары тыныс осор өсөн ғәҙәти булған аҡ төҫкә буяла, һуңыраҡ улар «Бөйөк аҡ флот» тип таныла. Был сәйәхәт, 1905 йылда Цусим һуғышында Рәсәй флотын ҡыйратҡандан һуң эре диңгеҙ державаһы статусын алған Японияға, Америка флоты Атлантик океанда урынлашыуына ҡарамаҫтан, донъяның теләһә ҡайһы нөктәһенән боролоп, Филиппинда ла, Тымыҡ океанда ла Америка мәнфәғәттәрен яҡлай аласағын күрһәтеү өсөн ойошторола.
АҠШ Прогрессив партияһы лидеры, 1912 йылғы һайлауҙарҙа президентлыҡҡа кандидат
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1911—1912 йылдарҙа президент посына уға алмашҡа килгән Уильям Тафттың сәйәсәте менән риза булмаған Рузвельт президент посы өсөн әүҙем һайлау алды көрәшен башлай. Икенсе мөҙҙәткә кандидатураһын ҡуйырға йыйынған Тафт урынына Рузвельт Республика партияһынан АҠШ президентлығына кандидат булырға ниәтләнә.
Рузвельт Республика партияһынан кандидаттар араһындағы праймеризда ышаныслы еңеүгә өлгәшә. Ул 278 делегат тауышын йыя, шул уҡ ваҡытта президент Тафт 48 тауыш, ә сенатор Лафолет 36 тауыш йыя.
Шуға ҡарамаҫтан 1912 йылдың 7 июнендә Чикагола республикалыларҙың партия конвентында (съезында) Рузвельт Республика партияһынан АҠШ президентлығына үҙ кандидатураһын күрһәткәндә тейешле һанда тауыш йыя алмай (конвент Тафт кандидатураһы өсөн тауыш бирә). Рузвельт Тафтты «тауыштарҙы урлауҙа» (тауыштарҙы иҫәпләүҙәге закон боҙоуҙар) ғәйепләй. Рузвельт, «әгәр һеҙ законлы рәүештә күпселек тауышты юҡҡа сығарған булһағыҙ, ул һеҙгә ҡаршы ойошорға тейеш», тип белдерә. Тап ошо сәбәп АҠШ-та яңы сәйәси партияның ойоша башлауына килтерә, уның активы Республика партияһының прогрессив ҡанатында Рузвельт яҡлыларҙан тора.
Тауыш биреү һөҙөмтәләре иғлан ителгәндән һуң, 22 июнгә ҡарай төндә, Рузвельт яҡлыларҙан 343 кеше, үҙҙәрен ҡыҙыл банданалар тип атап, конвентты ташлап сығып китә. Рузвельт биографы А. И. Уткин әйтеүенсә, «съездың күп кенә делегаттары милли революция булыуына шаһит булыу тойғоһон кисерә»[14].
1912 йылдың 5 авгусында Чикаголас Аҡш-тың прогрессив партияһының конвенты үтә, унда Теодор Рузвельт ил президентлығына кандидат итеп күрһәтелә.
Беренсе тапҡыр үлтерергә тырышыу (1912)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1912 йылдың 14 октябрендә Рузвельт һайлау алды кампанияһы ваҡытында Милуокиҙа йыйылған халыҡ алдында телмәр менән сығыш яһарға йыйына, шул мәлдә уға Джон Шрэнк тигән кеше ата. Пуля Рузвельттың күкрәгенә тейә һәм эске кеҫәһендә ятҡан күҙлек футлярын, артабан 50 битлек телмәр ҡулъяҙмаһын тишеп үтә. Рузвельт, тәжрибәле һунарсы булараҡ, анатомияны бер аҙ белә, йүткергәндә ҡан төкөрмәгәс, пуля үпкәгә барып етмәгән, тигән һығымта яһай; шуға ла ярҙамдан баш тартып, 90 минут буйы телмәрен һөйләп тора, тик күлдәге буйлап ҡанының ағыуына ла иғтибар итмәҫкә тырыша. Рузвельт телмәрен түбәндәге һүҙҙәр менән башлай: "Ханымдар һәм әфәнделәр, миңә әле генә атыуҙарын беләһегеҙме икән; Мышыны үлтереү еңелдән түгел (Мышы — Рузвельттың Прогрессив партияһының символы). Һуңыраҡ асыҡланыуынса, пуля күкрәк ситлегенә ингән, ләкин үпкә ярыһын тишеп үтмәгән, әммә уны соҡоп алыу бик хәүефле була, шуға пуля урынында ҡалдырыла. Рузвельт ғүмеренең аҙағына тиклем был пуляны күкрәк ситлегендә йөрөтә.
1912 йылғы һайлауҙарҙа Рузвельт, АҠШ-тың ғәмәлдәге президентын — Республика партияһынан кандидат Уильям Тафтты уҙып, икенсе урынды биләй (Рузвельт 88 тауыш, ә Тафт 8 тауыш йыя). Әммә ул еңеүсе — Демократик партиянан кандидат Вудро Вильсондан ныҡ артта ҡала (Вильсон 435 тауыш йыя). Шулай итеп, Рузвельт был юлы Аҡ йортҡа ҡайтанан хужа буласағына өмөтөн өҙә.
Икенсе тапҡыр үлтерергә тырышыу (1916)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1916 йылдың 30 майында урындағы ваҡыт менән яҡынса 9:00 сәғәт тирәһендә Канзас-Ситиҙа, сираттағы һайлау алды кампанияһы барышында, тағы бер тапҡыр уны үлтерергә йыйыналар: башы асыҡ машинала Рузвельт ултырған кортеж ул сығыш яһарға тейеш булған ҡала советы биннаһы йүнәлешендә Гран-Бульвар[en] урамы буйлап китеп барғанда һөжүм итеүсе уға бысаҡ һелтәй һәм кеше араһына инеп юғала. Әммә бысаҡ Рузвельтҡа теймәй, ә осоп барып машина ишегенә ҡаҙала. Экс-президент зыян күрмәй. Рузвельт хатта кешеләрҙең ҡысҡырыуына ла иғтибар итмәй, ҡаршы яҡта торғандарҙы сәләмләп ҡул боғауын дауам итә. Ул ваҡытта Рузвельт дәүләт посын биләмәгән шәхси кеше булараҡ, уға федераль һаҡ хеҙмәткәрҙәре беркетелмәгән була. Рузвельтты «Америка легионы» ойошмаһының ирекмәндәре генә йәйәүле килеш һаҡлап барған була. Өлкән һаҡсы Эрнст Шелл, байрам процессияһы барышын боҙмаҫ өсөн бысаҡты алып яҡындағы постовойға бирә һәм уны, енәйәт ҡоралы булараҡ, полицияға тапшырырға ҡуша. Ә ун биш меңлек халыҡ төркөмө: «Рузвельтты президентлыҡҡа!» тип ҡабатлай. Экс-президенттың шәхси секретары Джон Макграт инцидентты халыҡҡа еткермәҫкә тырыша. Әммә матбуғат хеҙмәткәрҙәре был фактты асып бирә һәм һөжүм итеүсене полиция эҙләй башлай. Аҙаҡ матбуғатта бысаҡтың үткер яғының ағыулы булыуы тураһында хәбәр итә. Ә Рузвельт һайлау алды кампанияһын дауам итә.
Һуңғы йылдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1910 йылдың аҙағында республикалылар йәнә Рузвельт тирәһендә берләшә.
Вафаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рузвельт 1919 йылдың 6 ғинуарында йоҡлаған мәлендә, ҡан юлындағы тромб ысҡыныу сәбәпле, үҙенең Ойстер-Бейҙағы имениеһында вафат була.
Хәрби хөрмәт күрһәтелмәйенсә һәм оркестрһыҙ Сагамор-Хилда ерләнә. Ерләү церемонияһында тик бер нисә кеше генә ҡатнаша.
Президент Вильсон сәйәси оппонентының вафаты тураһында Италияла Модена янында сағында белә. Был хәбәр президент поезына ашығыс телеграмма менән еткерелә.
Вильсон АҠШ-та матәм көнө иғлан итә; бөтә ил буйынса флагтар төшөрөлә.
Кинолағы образы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1941 — «Гражданин Кейн», кинофильм, США. Роль Рузвельта исполнил Томас А. Каррен[en] (в титрах не указан).
- 1944 — «Буффало Билл»[en], кинофильм, США. Роль Рузвельта исполнил Сидни Блэкмер (в титрах не указан).
- 1962 — эпизод Riff-Raff телесериала «Вирджинец»[en], США. Роль Рузвельта исполнил Карл Свенсон[en].
- 1976 — «Элеонора и Франклин[en]», мини-сериал, США. Роль Рузвельта исполнил Уильям Фиппс.
- 1977 — «Элеонора и Франклин: Годы в Белом доме[en]», телефильм, США. Роль Рузвельта исполнил Дэвид Хили[en].
- 1992 — «Продавцы новостей», мюзикл, США. Роль Рузвельта исполнил Дэвид Джеймс Александр.
- 1992 — «Происшествие на водопаде Виктория», телефильм, Люксембург—Бельгия—Италия—Франция—Великобритания—США. Роль Рузвельта исполнил Клод Экинс[en].
- 1997 — «Мужественные всадники», телесериал. Роль Рузвельта исполнил Том Беренджер.
- 2006 — «Ночь в музее», кинофильм, США. Роль Рузвельта исполнил Робин Уильямс.
- 2008 — «Загадочная история Бенджамина Баттона», кинофильм, США. Роль Рузвельта исполнил Эд Мецгер.
- 2009 — «Ночь в музее 2», кинофильм, США. Роль Рузвельта исполнил Робин Уильямс.
- 2014 — «Ночь в музее: Секрет гробницы», кинофильм, США. Роль Рузвельта исполнил Робин Уильямс.
- 2018 — «Алиенист», телесериал, США. Роль Рузвельта исполнил Брайан Герати.
Факттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- АҠШ-тың хәҙерге американдар яҡшы белгән президенттарының береһе. Мәҙәниәттә уның образы йыш осрай.[15].
- Бразилияға фәнни экспедицияла ҡатнашып, натуралист булараҡ таныла.
- Sid Meier’s Сivilization VI уйынында Америка цивилизацияһы күрһәтелә.
Шулай уҡ ҡара
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Президентские выборы в США (1900)
- Президентские выборы в США (1904)
- Президентские выборы в США (1908)
- Президентские выборы в США (1912)
- Президентские выборы в США (1916)
- Комната Рузвельта
- Прогрессивная партия (США, 1912)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Традиционная передача фамилии на русский язык, не соответствующая фактическому произношению на английском (см. How to pronounce Roosevelt — inogolo, Say How? A Pronunciation Guide to Names of Public Figures — NLS/BPH[en] (Библиотека Конгресса)); более точная передача — Роузевелт (см. далее в статье фонетическую транскрипцию).
- ↑ РУЗВЕЛЬТ • Большая российская энциклопедия — электронная версия 2019 йыл 7 февраль архивланған.
- ↑ Medal of Honor Awarded to Theodore Roosevelt (ингл.). Theodore Roosevelt Association. Дата обращения: 10 июль 2011. Архивировано 19 август 2011 года.
- ↑ Hershey 1903, p. 251
- ↑ Barck, Jr. 1974, p. 99
- ↑ 6,0 6,1 6,2 LaFeber 1993, p. 198
- ↑ Fagan, Patrick On Historians' Changing Perceptions of Theodore Roosevelt Pre-1950s and Post-1940s . WorkingPapers.org (18 май 2005). Дата обращения: 27 август 2008.
- ↑ Gould 1991
- ↑ 9,0 9,1 Berman 1986, p. 149
- ↑ Zinn 1999
- ↑ 11,0 11,1 11,2 Davis 1990
- ↑ Bishop 1913
- ↑ Vargas, Diego Uribe CAPITULO XIV: Memorial de Agravios (исп.). Biblioteca Luis Ángel Arango (12 ғинуар 2007). Дата обращения: 21 август 2008. 2010 йыл 27 октябрь архивланған.
- ↑ Уткин А. И. Теодор Рузвельт. — М.: Изд-во Эксмо, 2003. — С. 457.
- ↑ Почему одних президентов США помнят, а других — нет — Газета.Ru
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Портал «Соединённые Штаты Америки» | |
Теодор Рузвельт Викиөҙөмтәлә | |
Теодор Рузвельт Викимилектә | |
Теодор Рузвельт Викияңылыҡтарҙа |
- Белявская И. А. Теодор Рузвельт и общественно-политическая жизнь США. М., 1978
- Уткин А. И. Теодор Рузвельт. Москва, 2003
- Уткин А. И. Теодор Рузвельт: Политический портрет. Свердловск, 1989.
- Roosevelt. His Life, Meaning, and Messages. New York, 1919. V. 1-4.
- Mellander, Gustavo A. (1971) The United States in Panamanian Politics:The Intriguing Formative Years. Danville, Ill.: Interstate Publishers, OCLC 138568
- Mellander, Gustavo A.; Nelly Maldonado Mellander (1999). Charles Edward Magoon: The Panama Years. Río Piedras, Puerto Rico: Editorial Plaza Mayor. ISBN 1-56328-155-4. OCLC 42970390.
- Pringle H. F. Theodore Roosevelt: A Biography. New York, 1931.
- Letters of Theodore Roosevelt / Ed. by E. E.Morison. Cambridge (Mass.), 1951-54. V. 1-8.
- Gould L. Presidency of Theodore Roosevelt. Lawrence, 1991.
Телмәрҙәре һәм сығыштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Т. Рузвельт — «Препятствия к немедленной экспансии»
- Т. Рузвельт — «Новый национализм»
- 4-е послание Т. Рузвельта Конгрессу США («Поправка Рузвельта к Доктрине Монро»)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Алдан килеүсе: Уильям Мак-Кинли |
Президент США 14 сентября 1901 — 4 марта 1909 |
Һуңынан килеүсе: Уильям Тафт |
Ҡалып:Губернаторы штата Нью-Йорк Ҡалып:Вице-президенты США
Ҡалып:Кабинет Уильяма Мак-Кинли Ҡалып:Кабинет Теодора Рузвельта Ҡалып:Нобелевская премия мира 1901—1925 Ҡалып:Нобелевская премия 1906
Ряд коротких примечаний не содержится в статье или не ведёт на раздел «Литература». |
- Википедия:Cite web (заменить webcitation-архив: deadlink no)
- 27 октябрҙә тыуғандар
- 1858 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Нью-Йоркта тыуғандар
- 6 ғинуарҙа вафат булғандар
- 1919 йылда вафат булғандар
- Нассо округы (Нью-Йорк) вафат булғандар
- Алфавит буйынса Нобель премияһы лауреаттары
- АҠШ президенттары
- Шәхестәр:Англиканлыҡ
- Нобель тыныслыҡ премияһы лауреаттары
- Гарвард университетын тамамлаусылар
- АҠШ Республика партияһы ағзалары