14 сентябрь
Уҡыу көйләүҙәре
(14 сентября битенән йүнәлтелде)
14 сентябрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
14 сентябрь Викимилектә |
14 сентябрь — григориан стиле буйынса йылдың 257-се (кәбисә йылында 258-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 108 көн ҡала.
← сентябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | ||||||
2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 |
9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 |
16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 |
23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 |
30 | ||||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Төбәк байрамдары
- Ульяновск өлкәһе: Баҡсасылар көнө.
- Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе: Персонал менән идара итеүсе хеҙмәткәрҙәр (HR-менеджерҙар) көнө (сентябрҙең өсөнсө шаршамбыһы).
- Румыния: Инженерҙар көнө.
- Украина: Мобилизация хеҙмәткәрҙәре көнө.
- 1741: 23 көн туҡтауһыҙ эшләү һөҙөмтәһендә Германия композиторы Георг Гендель «Мессия» ораторияһын яҙып бөтә.
- 1867: Карл Маркстың «Капитал» китабының 1-се томы донъя күрә.
тулы исемлек
- 1886: Джордж Андерсон (George Anderson) яҙыу машинкаһы таҫмаһына патент ала.
- 1896: Пётр Лесгафт башланғысы менән Петербургта «Физик тәрбиә етәкселәре һәм тәрбиәселәре курсы» (бөгөнгө П. Ф. Лесгафт исемендәге физик культура институты) асыла.
- 1917: Монархияны ҡолатыуҙы рәсмиләштереп, Ваҡытлы хөкүмәт Рәсәйҙе республика тип иғлан итә.
- 1925: «Һәнәк» журналының беренсе һаны донъя күрә.
- 1937: Дим локомотив депоһы ойошторола.
- 2007: Өфө почтамты бинаһы ҡаршыһында символик «Нуль километр» билдәһе ҡуйыла: ул — Өфө һәм башҡа ҡалалар араһындағы алыҫлыҡты үлсәүҙең башланғыс нөктәһе.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Поляковский Иосиф Болеславович (1925—26.05.1981), хеҙмәт алдынғыһы. 1945—1966 йылдарҙа «Туймазабурнефть» тресының быраулаусыһы һәм быраулау мастеры, 1967 йылдан — участка начальнигы; 1970 йылдан район инженер технология хеҙмәте начальнигы, 1974 йылдан — Өфө быраулау эштәре идаралығының производство техник бүлеге инженеры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1965), СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1976).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғиниәтулла Ҡапҡаев (1856—21.03.1930), ислам дине әһеле. 1893—1917 йылдарҙа Өфөләге Ырымбур Диниә назаратының, 1920-се йылдарҙа — Башҡорт АССР-ы мосолмандары Үҙәк Диниә назараты ҡазыйы.
- Вачаев Анатолий Васильевич (1936—2000), инженер-металлург-ғалим. 1978 йылдан Магнитогорск тау-металлургия институты һәм Магнитогорск дәүләт техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1981 йылға тиклем йылылыҡ-газ менән тәьмин итеү һәм елләтеү кафедраһы мөдире. Техник фәндәр кандидаты (1972), профессор (1997).
тулы исемлек
- Тайыпова Асия Зөфәр ҡыҙы (1946), быяла эшләүсе, йәмәғәтсе. 1963—1985 йылдарҙа «Салауатбыяла» берекмәһе эшсеһе. Башҡорт АССР-ының унынсы саҡырылыш (1980—1985) Юғары Советы депутаты. Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры.
- Баринова Наталия Юрьевна (1956), педагог-ғалим. Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академияһы Стәрлетамаҡ филиалының элекке уҡытыусыһы һәм директоры. Педагогия фәндәре кандидаты, профессор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре.
- Музюкина Ольга Юрьевна (1961), педагог, муниципаль орган һәм мәғариф хеҙмәткәре. 2009—2014 йылдарҙа Күмертау ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф бүлеге һәм идаралығы етәксеһе; 2015 йылдан Советтар Союзы Геройы Н. Т. Антошкин исемендәге 1-се гимназия директоры. Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2011).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мәзитов Ғәли Әхмәт улы (1912—30.01.1993), совет-фин (1939—1940) һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашҡан хәрби жеҙмәткәр, лётчик, гвардия подполковнигы (1954). Советтар Союзы Геройы (1944). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йәрмәкәй районының Яңы Шах ауылынан.
- Аверин Андрей Михайлович (1922—10.03.1998), нефтсе. 1967—1978 йылдарҙа «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының электр менән иретеп йәбештереүсеһе, операторы. Рәсәйҙең Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Ҡырғыҙстандың Лебяжье ауылынан.
тулы исемлек
- Максимча Иван Васильевич (1922—26.04.1985), хәрби осоусы, майор. 1946 йылдан СССР-ҙың граждандар авиацияһы лётчигы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1945). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Миәкә районының Николаевка ауылынан.
- Әхмәтйәнов Рәмил Мәсхүт улы (1937—30.06.2007), спортсы һәм Конькиҙа йүгереү спорты буйынса тренер. 1966 йылдан «Ағиҙел» спорт клубының Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе, 1974 йылдан «Труд» спорт йәмғиәтенең Башҡортостан өлкә советы Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры, 1984—1985 йылдарҙа «Буревестник» спорт йәмғиәтенең Башҡортостан өлкә советының өлкән тренеры, бер үк ваҡытта 1978 йылдан Өфө нефть институты уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1987), СССР-ҙың спорт мастеры (1962).
- Баймурзин Исҡужа Абдулғат улы (1947), машиналар эшләүсе. 1966—1998 йылдарҙа Баймаҡ ҡойоу-механика заводы эшсеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған машина эшләүсеһе (1988). Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Абрамова Лариса Михайловна (1957), ғалим-геоботаник. 1979 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, 1988 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр. 2002 йылдан Көньяҡ Урал Ботаника баҡса-институтында лаборатория мөдире, 2019 йылдан — баш ғилми хеҙмәткәр. Биология фәндәре докторы (2005), профессор (2008), Рәсәй Федерацияһының (2018) һәм Башҡортостан Республикаһының (2013) атҡаҙанған фән эшмәкәре.
- Сидорова Ирэна Тимерйән ҡыҙы (1962), педагог. 1985 йылдан Дүртөйлө ҡалаһы хәҙерге 2-се лицейының математика уҡытыусыһы, 1998 йылдан директорҙың уҡыу эштәре буйынса урынбаҫары, 2012 йылдан — лицей директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2014), Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2007). Сығышы менән ошо ҡаланан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Киссельгоф Иосиф Сергеевич (1908—19.05.1973), тарихсы-ғалим. 1951 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, 1957 йылдан тарих-филология факультеты деканы, 1959—1973 йылдарҙа дөйөм тарих кафедраһы мөдире. Тарих фәндәре докторы (1967), профессор (1968).
- Исламғолов Ильяс Нурмөхәмәт улы (1923—11.11.2014), комсомол һәм партия органдары хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1947 йылдан ВЛКСМ-дың Дүртөйлө район комитетының бүлек мөдире, 1950—1951 йылдарҙа — 2-се секретары; 1955 йылдан КПСС-тың Дүртөйлө район комитеты пропагандисы, бүлек мөдире урынбаҫары, 1956 йылдан — пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире, 1961—1963 һәм 1965—1983 йылдарҙа — секретары; 1963—1965 йылдарҙа Илеш колхоз-совхоз производство идаралығының партком секретары урынбаҫары. 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981), Ҡыҙыл Йондоҙ (1966), «Почёт Билдәһе» һәм 3-сө дәрәжә Дан (1946) ордендары кавалеры. Дүртөйлө районының почётлы гражданы (2014). Сығышы менән Харьков ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Иҫәнғолов Афзалетдин Ғиззәтулла улы (1928—25.05.2004), инженер-нефтсе. 1963 йылдан Төмән өлкәһе нефть һәм газ сығарыу предприятиеларының яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1982—1986 йылдарҙа Урай быраулау эштәре идаралығы начальнигы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1973). СССР‑ҙың дәүләт премияһы лауреаты (1972) һәм почётлы нефтсеһе (1972). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Стәрлебаш районының Йәлембәт ауылынан.
- Романов Виктор Иванович (1928—16.08.2018), инженер-ғалим. 1948 йылдан Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең техник-конструкторы, 1954—1959 йылдарҙа редукторҙар, турбиналар бүлегенең инженер-конструкторы. Техник фәндәр докторы. Ленин (1966) һәм Октябрь Революцияһы (1971) ордендары кавалеры.
- Шәрипова Сәлихә Сәлихйән ҡыҙы (1928—2019), малсы. 1940 йылдар башынан Хәйбулла районы «Хәйбулла» совхозының быҙау ҡараусыһы, 1957 йылдан һөт фермаһы иҫәпсеһе, 1964 йылдан — һауынсы. 1975—1984 йылдарҙа «Матрай» совхозы һауынсыһы. Ленин ордены кавалеры (1971). Сығышы менән ошо райондың 1960-сы йылдарҙа бөткән Үрге Иҫәнгилде ауылынан.
- Ғәйфуллина Римма Зәйнулла ҡыҙы (1933—2015), иҡтисадсы, дәүләт хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1982—1992 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Статистика идаралығы начальнигы. Башҡорт АССР-ының 11-се саҡырылыш (1984—1989) Юғары Советы депутаты. БАССР Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1983). РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған иҡтисадсыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
- Ҡоҙаҡаев Ғәлимхан Вәлинур улы (1933—10.10.1992), механизатор. 1950—1992 йылдарҙа Ҡырмыҫҡалы районы «Правда» колхозы тракторсыһы. Ленин (1975) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Атйетәр ауылынан.
- Йәнбәков Венер Әхмәт улы (1938—28.11.2014), шағир һәм журналист. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союздары ағзаһы.
- Сувернева Нина Васильевна (1938), педагог. 1967—1989 йылдарҙа Хәйбулла районы «Матрай» совхозының «Колосок» балалар баҡсаһы мөдире. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1986). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Йылайыр районының Анновка ауылынан.
- Волосатова Алла Ивановна (1943), педагог. 1966 йылдан Салауат ҡалаһының 4-се урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1969 йылдан 1-се мәктәптең кластан тыш эштәрҙе ойоштороусыһы; 1978 йылдан — ҡала мәғариф бүлегенең методик кабинеты мөдире, 1981 йылдан — 14-се урта мәктәп директоры. 1992—2002 йылдарҙа «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһенең мәктәпкәсә белем биреү кабинеты мөдире. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1987). Сығышы менән хәҙерге Тамбов өлкәһенең Инжавино ауылынан.
- Матюшин Сергей Иванович (1943—9.11.2012), теш табибы, яҙыусы, тәржемәсе. 1968 йылдан Салауат ҡалаһы стоматология поликлиникаһы, 1999—2001 йылдарҙа Мәскәүҙең «Тридент» клиникаһы табибы. 1983 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Степан Злобин исемендәге әҙәби премия лауреаты (2012 йыл өсөн, үлгәндән һуң, 2013).
- Шакирова Хәшиә Шафиҡ ҡыҙы (1943), малсы. 1964—1977 йылдарҙа Әбйәлил районы «Заветы Ильича» колхозы һәм «Красная Башкирия» совхозы һауынсыһы. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1976). Сығышы менән ошо райондың Ярлыҡап ауылынан.
- Әбсәләмова Ҡыҙбикә Ишбулды ҡыҙы (1943—10.07.2002), малсы. 1964—1998 йылдарҙа Баймаҡ районы «Сибай» совхозы һауынсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1997). Сығышы менән ошо райондың 1-се Моҡас ауылынан.
- Ғәлимова Флүзә Кәбир ҡыҙы (1948), педагог. 1975 йылдан Өфө ҡалаһы мәктәптәре, шул иҫәптән 1989 йылдан — 5-се лицей уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ уҡытыусыһы (2011) һәм мәғариф отличнигы (2000).
- Исламов Рәмил Фәнәүи улы (1958), әҙәбиәт белгесе-ғалим. Татарстан Республикаһы Фәндәр Академияһының Ғ. Ибраһимов исемендәге Тел, Әҙәбиәт һәм сәнғәт институтының Яҙма һәм музыкаль мираҫ үҙәге мөдире. Филология фәндәре докторы (2002). Татарстан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Ғ. Ибраһимов исемендәге премия лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Балтас районы Уҫман ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Игнатьев Семён Денисович (1904—27.11.1983), СССР-ҙың дәүләт һәм партия эшмәкәре. 1953—1957 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары. СССР-ҙың I—V саҡырылыш, РСФСР-ҙың IV саҡырылыш һәм Татар АССР-ының V саҡырылыш Юғары Советтары депутаты. Ике Ленин (1940, 1944, 1948, 1957), Октябрь Революцияһы (1974), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1945) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1943) ордендары кавалеры.
- Киняшов Михаил Александрович (1924—2.06.1995), Бөйөк Ватан һуғышы яугире, уҡсылар полкының миномет расчеты командиры, гвардия кесе сержанты. Дан орденының тулы кавалеры. Благовещен ҡалаһының почётлы гражданы.
тулы исемлек
- Яруллин Харис Хафиз улы (1924—3.10.1987), ғалим-физиолог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1955 йылдан СССР Медицина Фәндәре академияһының Неврология ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре һәм 1959 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1970 йылдан — Медико‑биологик проблемалар институтының лаборатория мөдире. Медицина фәндәре докторы (1967), профессор (1974). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡыйғы районы Йыланлы ауылынан.
- Булатов Анатолий Павлович (1939—23.12.2017), ғалим-зоотехник, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1988—2013 йылдарҙа Т. С. Мальцев исемендәге Ҡурған дәүләт ауыл хужалығы академияһының кафедра мөдире, артабан 2013—2017 йылдан — уҡытыусы, бер үк ваҡытта 2007—2017 йылдарҙа «Кормление сельскохозяйственных животных и кормопроизводство» журналының баш мөхәррире. Биология фәндәре докторы (1987), профессор (1989). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1994).
- Лобастова Светлана Александровна (1949), ғалим-физик, 1973 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр кандидаты (1990). Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (2004). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Кулагин Андрей Алексеевич (1979), ғалим-дендроэколог. 1997 йылдан Биология институты ғилми хеҙмәткәре, бер үк ваҡытта 2002 йылдан М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, 2011 йылдан — экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу кафедраһы мөдире. Биология фәндәре докторы (2006), профессор (2008). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2011). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1765: Мануэл Мария Барбоза ду Бокаже, Португалия шағиры.
- 1830: Николай Бошняк, Рәсәй империяһының диңгеҙ сәйәхәтсеһе, Сахалинды һәм Амур йылғаһын тикшереүсе.
тулы исемлек
- 1830: Порфирио Диас, дәүләт эшмәкәре, 1876, 1877—1880 һәм 1884—1911 йылдарҙа Мексика президенты.
- 1870: Лев Штейнберг, дирижёр, композитор һәм педагог, СССР-ҙың халыҡ артисы.
- 1913: Аннализа Эриксон, Швеция актёры.
- 1965: Дмитрий Анатольевич Медведев, Рәсәйҙең өсөнсө (2008—2012) Президенты.
- 1965: Эми Уайнхаус, Англия йырсыһы.
- 2008: Ҡорбанова Ғәфифә Мәғәфүр ҡыҙы, партия һәм йәмәғәт эшмәкәре.