Эстәлеккә күсергә

СССР ордендары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Совет Рәсәйендә һәм Совет Социалистик Республикалар Союзында ордендарға ҡағылышлы элекке традицияларҙан баш тартыла. Мәҫәлән, Совет Рәсәйенең беренсе ордены (РСФСР Ҡыҙыл Байраҡ ордены) ҡат-ҡат бирелә алған. Бер нисә дәрәжә орден менән наградлағанда бер юлы бөтә дәрәжә билдәләре лә йөрөтөлгән. Тәүҙә совет ордендарының таҫмалары ла, ҡалыптары ла булмаған, улар винт менән беркетелгән. Айырым осраҡтарҙа (мәҫәлән, Ватан һуғышы орденының тәүге сығарылыштары) ҡыҙыл туҡыма менән көпләнгән тура дүртмөйөшлө планкаға беркетелгән. Совет ордендарында ҡалып менән таҫма 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында ғына барлыҡҡа килгән. Башҡа социалистик илдәрҙең орден системалары ла күп йәһәттән совет системаһыныҡына оҡшаш булған.

Ордендар булдырылыу датаһы буйынса бирелә*:

* [257] — квадрат йәйәләрҙә бүләкләнеүселәрҙең һаны бирелә

Исеме: Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Булдырылыу датаһы: 1924 йылдың 1 авгусы
Дәрәжәләре: [581 300]
Иҫкәрмәләр: РСФСР Ҡыҙыл Байраҡ ордены 1918 йылдың 16 сентябрендә булдырыла
Исеме: Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Булдырылыу датаһы: 1928 йылдың 7 сентябре
Дәрәжәләре: [1 259 942]
Иҫкәрмәләр: РСФСР-ҙа Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены 1920 йылдың 28 декабрендә булдырыла
Исеме: Ленин ордены
Булдырылыу датаһы: 1930 йылдың 6 апреле
Дәрәжәләре: [462 184]
Иҫкәрмәләр:
Исеме: Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
Булдырылыу датаһы: 1930 йылдың 6 апреле
Дәрәжәһе: [3 876 740]
Иҫкәрмәләр:
Исеме: «Почёт Билдәһе» ордены
Булдырылыу датаһы: 1935 йылдың 25 ноябре
Дәрәжәләре: [1 574 368]
Иҫкәрмәләр: 1988 йылдың 22 авгусынан — Почёт ордены
Исеме: Ватан һуғышы ордены
Булдырылыу датаһы: 1942 йылдың 20 майы
Дәрәжәләре:

[2 627 899] [6 716 384]

Иҫкәрмәләр:
Исеме: Суворов ордены
Булдырылыу датаһы: 1942 йылдың 29 июле
Дәрәжәләре:

[393] [2862] [4012]

Иҫкәрмәләр:
Исеме: Кутузов ордены
Булдырылыу датаһы: 1942 йылдың 29 июле
Дәрәжәләре:

Иҫкәрмәләр: 3-сө дәрәжәһе 1943 йылдың 08 февралендә булдырыла («1941-1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышы» — энциклопедия. Мәскәү, «Сов. Энциклопедия» 1985 й.)
Исеме: Александр Невский ордены
Булдырылыу датаһы 1942 йылдың 29 июле
Дәрәжәләре [50 585]
Иҫкәрмәләр
Исеме Богдан Хмельницкий ордены
Булдырылыу датаһы 1943 йылдың 10 октябре
Дәрәжәләре:

[323] [2389] [5738]

Иҫкәрмәләр:
Исеме: «Еңеү» ордены
Булдырылыу датаһы: 1943 йылдың 8 ноябре
Дәрәжәләре: [20]
Иҫкәрмәләр:
Исеме: Дан ордены
Булдырылыу датаһы: 1943 йылдың 8 ноябре
Дәрәжәләре:

[2620] [46 473] [997 815]

Иҫкәрмәләр: Бүләкләү 3-сө дәрәжәнән башлап эҙмә-эҙлекле алып барыла. 2620 тулы кавалер (уларҙың 2582-һе — һуғыш ваҡытындағы)
Исеме: Ушаков ордены
Булдырылыу датаһы: 1944 йылдың 3 марты
Дәрәжәләр:

[47] [198]

Иҫкәрмәләр:
Исеме: Нахимов ордены
Булдырылыу датаһы: 1944 йылдың 3 марты
Дәрәжәләре:

[80] [467]

Иҫкәрмәләр:
Исеме: «Әсәлек даны» ордены
Булдырылыу датаһы: 1944 йылдың 8 июле
Дәрәжәләре: [881 070] [1 697 223] [3 083 328]
Иҫкәрмәләр:
Исеме: Октябрь Революцияһы ордены
Булдырылыу датаһы: 1967 йылдың 31 октябре
Дәрәжәләре: [106 462]
Иҫкәрмәләр:
Исеме: Халыҡтар Дуҫлығы ордены
Булдырылыу датаһы: 1972 йылдың 17 декабре
Дәрәжәләр: [77 719]
Иҫкәрмәләр:
Исеме: Хеҙмәт Даны ордены
Булдырылыу датаһы: 1974 йылдың 18 ғинуары
Дәрәжәләре:

[952] [45 197] [637 816]

Иҫкәрмәләр:
Исеме: «СССР Ҡораллы Көстәрендә Тыуған илгә хеҙмәт иткән өсөн» ордены
Булдырылыу датаһы: 1974 йылдың 28 октябре
Дәрәжәләре:

[13] [589] [69 576]

Иҫкәрмәләр:
Исеме: «Шәхси батырлыҡ өсөн» ордены
Булдырылыу датаһы: 1988 йылдың 22 авгусы
Дәрәжәләре: [529]
Иҫкәрмәләр:

СССР ордендары өсөн түләүҙәр һәм льготалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Хәрби награда өсөн түләүҙәр алыу купондары

СССР Үҙәк Башҡарма Комитеты һәм Халыҡ Комиссарҙары Советы 1936 йылдың 7 майында сығарған ҡарар менән раҫланған «СССР ордендары тураһында дөйөм положение» ордендар менән бүләкләнгәндәргә түбәндәге льготаларҙы билдәләй:

  • ай һайын ордендар буйынса тәғәйен аҡса суммаларын түләү
  • торлаҡ майҙаны өсөн түләүҙә ташлама (10-дан 50 процентҡа тиклем)
  • пенсияға сыҡҡанда хеҙмәт стажын иҫәпләүгә ҡағылған льгота
  • килем һалымынан азат ителеү
  • йылына бер тапҡыр тимер юл йә һыу транспортында бушлай барыу һәм ҡайтыу
  • трамвайҙа бушлай йөрөү

Орден йөрөтөүселәргә ай һайын түләнә торған түләүҙәрҙең суммалары[1] [2]:

Башҡа ордендар һәм миҙалдарға — 10 йәки 5 һум.

Ике йәки унан күберәк награда менән бүләкләнеүселәр һәр наградаһы өсөн түләү алған. Аҡсалата түләүҙәргә һалым һалынмаған, уларҙы бер ниндәй мәжбүри түләтеүҙәр иҫәбенә, шулай уҡ башҡарыу ҡағыҙҙары буйынса ла, тартып алып булмаған. Шулай уҡ был түләүҙәр алимент, фатир өсөн түләү, һалым һәм башҡа түләүҙәрҙе хисаплағанда ла иҫәпкә индерелмәгән.

Түләүҙәрҙең һәм льготаларҙың бөтөрөлөүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1948 йылдың 1 ғинуарынан ордендар өсөн бирелә торған түләүҙәр һәм орден йөрөтөүселәрҙең ҡала транспортында һәм йылына бер тапҡыр тимер юл йә һыу транспортында бушлай йөрөү льготаһы бөтөрөлә[3].

  1. Радио «Свобода», Документы прошлого — День Победы. —  (Тикшерелеү көнө: 23 май 2010)(Тикшерелгән 23 май 2010)
  2. После войны на 20 руб. можно было купить 1 кг краковской колбасы или чуть меньше 1 кг сливочного масла, или три пачки сигарет «Казбек» высшего сорта или одну пару галош. Указаны цены «по карточкам», то есть на нормированные продукты. В т. н. коммерческих магазинах цены были намного выше: буханка ржаного хлеба стоила 24 рубля
  3. Указ Президиума Верховного Совета СССР от 10 сентября 1947 год