Скароне Эктор
Эктор Педро Скароне | ||
Информация | ||
Ҡушаматы | El Mago[1] (волшебник), El Garibaldi, Rasquetita[2], El Gardel del Futbol | |
Тыуа | 26 ноябрь 1898[3][4][5] Монтевидео, Уругвай | |
Вафат | 4 апрель 1967 (68 йәш) или 23 апрель 1967[5] (68 йәш) Монтевидео, Уругвай | |
Гражданлығы | Уругвай | |
Буйы | 175 см | |
Позиция | һөжүмсе | |
Карьера | ||
Йәштәр клубтары | ||
1912—1914 | Спортсмен Монтевидео | |
Клуб карьераһы* | ||
1915—1925 | Насьональ | 115 (108) |
1926 | Барселона | 18 (9) |
1926—1931 | Насьональ | 45 (39) |
1931—1932 | Интернационале | 14 (7) |
1932—1934 | Палермо | 54 (11) |
1934—1935 | Насьональ | 31 (16) |
1935—1937 | Монтевидео Уондерерс | |
1953 | Насьональ | |
Тренер карьераһы | ||
1947—1948 | Мильонариос | |
1949 | Депортиво Кито | |
1951—1952 | Реал Мадрид | |
1953 | Насьональ | |
1962 | Уругвай | |
Халыҡ-ара миҙалдары | ||
Донъя чемпионаттары | ||
Алтын | Уругвай 1930 | |
Олимпия уйындары | ||
Алтын | Париж 1924 | футбол |
Алтын | Амстердам 1928 | футбол |
Көньяҡ Америка чемпионаты | ||
Алтын | Уругвай 1917 | |
Көмөш | Бразилия 1919 | |
Алтын | Уругвай 1923 | |
Алтын | Уругвай 1924 | |
Алтын | Чили 1926 | |
Көмөш | Перу 1927 | |
Бронза | Аргентина 1929 | |
* Профессиональ клуб өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе милли чемпионаттарҙың төрлө лигалары өсөн генә һанала.
| ||
Эктор Педро Скароне (исп. Héctor Pedro Scarone, 26 ноябрь 1898 йыл, Монтевидео, Уругвай — 4 апрель 1967 йыл, шунда уҡ) — Уругвай футболсыһы, һөжүмсе. Карлос Скароненың ҡустыһы. Эктор Скаронены илдең барлыҡ ваҡыттағы иң көслө футболсыһы тип иҫәпләйҙәр. Ике тапҡыр Олимпия чемпионы (1924[6] һәм 1928[7] йылдар). 1930 йылғы донъя чемпионы[8]. 1917—1930 йылдарҙа Уругвай йыйылма командаһы өсөн 52 матчта уйнай һәм 31 гол индерәк. 81 йыл дауамында Скароне индерелгән туптар иҫәбе буйынса, карьераһын 1930 йылда, Донъя чемпионатынан һуң тамамлауға ҡарамаҫтан, Уругвай йыйылма командаһының рекордсыһы булып тора. 2011 йылғы Америка кубогы финалында ике гол индереп һөжүмсеһе Диего Форлан Скароне менән тиңләшә[9], ә бер нисә айҙан һуң беренсе урынға сығыуға өлгәшә. Уйынсы карьераһы тамамланғас, Эктор Скарон тренер булып эшләй. Уның эшләгән командалары араһында Уругвайҙың «Насьоналы» һәм Мадридтың «Реалы» бар. 1953 йылда, 54 йәшендә, ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа футболға кире ҡайта һәм был миҙгелде «Насьоналда» уйнай.
Клуб карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иртә йылдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эктор Скароне футболда Уругвай дивизионының өсөнсө — Монтевидеоның үҙенең тыуған Пунта Карретас районының «Спортсмен» командаһында уйнай башлай. Ун биш йәшендә «Насьоналға» күсә һәм был унан ҙур тырышлыҡ талап итә: клуб етәкселеге оҙаҡ ваҡыт уның хеҙмәтенән баш тарта, Скаронены физик яҡтан үҫешеп етмәгән тип һанай, әммә ныҡышмаллығы, максимализмы (футболсы "Спортсмен"дан күпкә абруйлыраҡ, әммә «Насьоналдән» түбәнерәк торған бер нисә клубтың тәҡдименән баш тарта) һәм үҙ көсөнә ышанысы буласаҡ Уругвай футболы легендаһына карьераһындағы тәүге клубына юл аса.
«Насьональ»
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Скаронеға төп составта мәңгелеккә урын алыу өсөн резерв составында биш матч уйнау ҙа етә. 1915 йылдың 31 октябрендә ул үҙенең тәүге һәм беренсе халыҡ-ара трофейын — Шевалье Бутеля конкуренцияһы Кубогын яулай. Буэнос-Айреста үткән финалда Аргентинаның «Портеньо» (2:0) командаһы ҡыйратыла. ярты айҙан һуң, 14 ноябрҙә, «Насьональ» клубы Коусиньер даны Кубогына эйә була: Монтевидеола Уругвай командаһы Авельянеданың «Расинг» командаһын (2:0) тар-мар итә . 1916 йылда Эктор Скарон тәүге тапҡыр Уругвай чемпионы була; шул уҡ йылда «Насьональ» халыҡ-ара турнирҙарҙа Аргентина командаһын еңеүен дауам итә, Скароне тағы ла бер Коусиньер даны кубогына эйә була, шулай уҡ беренсе тапҡыр Рио де Ла Плата кубогын ала. Тиҙҙән Скароне үҙ клубында беренсе планға сыға, Көньяҡ Америка чепионаттарында Уругвай командаһы өсөн уйнауы һөҙөмтәһендә киң танылыу яулай. Нескә, матур, үҙ заманы өсөн уникаль техникаһы Скаронены бөйөк танго бейеүсеһе Гардель Карлос мннән сағыштыралар.
Эктор — как Гардель: его можно сымитировать, но нельзя повторить.
Уругвай һәм Аргентина гәзиттәре уның менән һоҡлана, әммә был юл башы ғына була: Эктор етәкселегендәге Уругвай йыйылма командаһының 1924 йылда Олимпия уйындарындағы вояжы уны Европа матбуғатының төп геройына әүерелдерә. Һуңынан, Европанан клубҡа һөжүмсе Педро Петроне килгәндән һуң, Скароне уның менән һөҙөмтәле дуэт булдыра; ғәҙәттә, Artillero менән берлектә Эктор һөжүм итеүҙең «стенка» комбинацияһын уйлап тапҡан тип иҫәпләнә. Бынан тыш, Скароне «Уругвай зигзагы» — төрлө яҡҡа алмашлап сығыу[10] — авторы ла.
1919 йылда Скароне тәүге тапҡыр Уругвайҙың баш ҡалаһы исеменән сығыш яһаған «Дублин» футбол клубы составында Ла Платанан ситкә сыға — «ирекле ассоциацияланған» үҙенсәлекле рангта ул Бразилия буйлап турнеға юллана. Йәшәү мөҙҙәте таммаланып килгән «Дублин» өсөн 1917 йылдан башлап иптәштәрсә уйындарға сығыу тарихта сағыу биттәр була; Скароне өсөн Көньяҡ Америка чемпионаты алдына ул ярым күңел асыу разминкаһы булараҡ ҡабул ителә (шул сәбәпле Бразилия тамашасыларының бер аҙ күңеле ҡайта). Уңышлы турненан һуң Скароне Монтевидеоға ҡайта һәм «Насьональ» өсөн сығыш яһауын дауам итә. 1925 йылда, Уругвай чемпионаты үткәрелмәйәсәге һәм был миҙгелдә бөтөнләй булмаясағы билдәле булғас, «Насьональ», календарҙағы бушлыҡты тултырыу маҡсатында Европа буйлап 153 көнлөк турнеға сыға. Команда менән бергә Скароне Европаның туғыҙ илендә була һәм ъатта уларҙың береһендә бер ваҡытлыса йәшәп тә ала.
«Барселона»
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Испанияның «Барселона» футбол клубы Скаронеға контракт тәҡдим итә һәм футболсы был тәҡдимдән баш тартырға ярамай, тип иҫәпләй. Испандар Көньяҡ Америка йондоҙона ҙур сумма — утыҙ мең песо түләй, ә Экторҙың үҙенә гәүһәр ҡашлы алтын балдаҡ бүләк итә (уның буласаҡ талисманы — күп йылдарҙан һуң Скароне Испанияға "Барселона"ның мәңгелек дәғүәсеһе — Мадридтың «Реал» командаһы тренеры булып ҡайта; испан матбуғаты Скароне вазщифаһының ике төрлө мәғәнәгә эйә булыуын билдәләмәй ҡалмай). Каталонияла йылы ҡаршы алыуҙарына, клубташтары менән йылы мөнәсәбәттәр булдырылыуға (шул иҫәптән һөжүм буйынса партнеры Хосеп Самитьер менән) һәм Испания короле футбол федерацияһынан уға профессиональ статус бирелеүгә ҡарамаҫтан, Скароне үҙенә бағланған өмөттәрҙе аҡламай һәм «үлеп һағыныуына» һылтанып, алты айҙан һәм «Барселона» составында 18 матч үткәргәндән һуң, команданы шаңҡытып, үҙ континентына кире ҡайта.
Артабанғы йылдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1926 йылда Эктор Скароне «Насьоналде» сираттағы чемпионлыҡҡа алып килә, әммә шуның менән футболсының һәм клубтың уңыштары оҙайлы ваҡытҡа туҡтап тора. Уругвайҙа еңеү яулай алмағас, 1931 йылда Скароне тағы ла бер тапҡыр Европала уйнау бәхетен һынап ҡарай.
Эктор подписал в 1931 году контракт с итальянским «Интером» (точнее, «Амброзианой», как он тогда назывался). Скароне стал в «Амброзиане» первым «ориундо» — легионером итальянского происхождения. Только такие инородцы приветствовались в кальчо времён Муссолини. Чтобы получить право зарабатывать деньги в серии А, Скароне нужно было доказать, что помимо фамилии, которая у него была, безусловно, итальянская, его связывает с этой страной и родословная. Когда нашлись документы, подтверждающие, что его отец родился в городе Дего под Генуей, играть Эктору разрешили. В сезоне-31/32 он сыграл 14 матчей и забил 7 голов. Во встрече с «Лацио» после попадания сильно пущенного мяча у него из носа шла кровь, но Скароне остался на поле и сделал дубль. Болельщики дали ему за это прозвище «Гарибальди». Летом 1932-го он перешёл в «Палермо» и там провёл ещё два неплохих сезона, забив в них 4 и 9 голов соответственно.— Игорь Астраханский. Эктор Скароне: Изобретатель «стенки»[11]
.
Утыҙ алты йәшендә Скароне ҡабат Уругвайға әйләнеп ҡайта һәм бер йыл дауамында «Насьональ» өсөн сығыш яһай. Артабан карьераһын көс туплаусы «Монтевидео Уондерерс» клубында дауам итә. 1937 йылда Скароне карьераһын тамамлай, әммә ун алты йылдан һуң уны ҡабат тергеҙә — өсөнсө һәм һуңғы тапҡыр «Насьоналгә» ҡайта, әммә был юлы баш тренеры рангаһында. Майҙанға 55 йәшендә сығып, Скароне Уругвайҙың юғары лигаһы тарихында иң оло футболсы булып ҡала. Дөйөм алғанда Эктор Скароне «Насьональ» өсөн 369 уйын үткәрә,уларҙа 301 гол индерә.
Йыйылма командалағы карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йыйылма командала Скароне 1917 йылдың 2 сентябрендә Ньютон Кубогында Аргентина (1:0) командаһына ҡаршы уйында дебют үткәрә. Шул уҡ йылдың 7 октябрендә Көньяҡ Америка чемпионаты сиктәрендә Бразилия йыйылма командаһы ҡапҡаһына гол индереп, голдар иҫәбен аса, ә 14 октябрҙә турнирҙың хәл иткес матчында Аргентина ҡапҡаһына гол индереп (1:0) Уругвай командаһына еңеү килтерә[12]. Үрҙә атап үтелгән Бразилияға турне Скароненың икенче КА чемпионаты була, команда хужаларға төп уйында 240 минут, шул иҫәптән — өҫтәмә, хәл иткес 150 минутлыҡ матчта ҡаршы тороуы була. Берҙән-бер голды Артур Фриденрайх индерә[13] һәм La Celesteның титулын һаҡлап ҡалыу өмөтөн селпәрәмә килтерә; Бразилия йыйылма командаһы бынан алдағы чемпионаттағы еңелеүе өсөн (0:4) реванш ала. Көньяҡ Американың Чилиҙа, Аргентинала һәм Бразилияла үткән киләһе өс төп турнирында Скароне уйнамай, йыйылма команда өсөн бары тик 1919 йылдың 7 декабренән 1922 йылдың 10 декабренә тиклем осорҙа ике матчта ҡатнаша (ике трофейға — Ньютон кубогы һәм Уругвайҙың Дан гран-приһына лайыҡ була), әммә алты йылда беренсе тапҡыр өйҙә булған турнир уңайынан клубҡа кире ҡайта һәм 1923 йылда тағы ла Көньяҡ Америка чемпионы була[14]. Үҙенең өсөнсө һәм рәттән икенсе Көньяҡ Америка алтынын яулау алдынан Скароне Парижға Олимпия уйындарына юллана һәм унда грандиоз шау-шыу тыуҙыра[15].
Экторҙың голдары тәүҙә Уругвай йыйылма командаһын ярымфиналға (турнир хужалары — Франция йыйылма командаһы ҡапҡаһына икенсе голды индерә), ә аҙаҡ — финалға сығара (шулай уҡ Скароненың Нидерланд йыйылма командаһы ҡапҡаһына индерелгән икенсе голы еңеүгә илтә). Олимпия триумфын һуң дүрт ай үткәс, Уругвай командаһы Көньяҡ Америка чемпионы титулын яҡлай[16]. 1925 йыл турнирында Уругвай командаһы ҡатнашмай, ләкин киләһе 1926 йылда үҙенә Көньяҡ Американың көслө командаһы тигән титулын кире ҡайтара[17]. 1926 йылдың 28 октябрендә Эктор Скароне Боливия командаһына ҡаршы уйнағанда пента-трик эшләй (6:0); ватандашы Эктор Кастро менән турнирҙың иң яҡшы бомбардирҙары исемлегендә (алтышар гол индереүселәр) икенсе урынды бүлешә[18]. Киләһе йылда Скароне турнирҙың иң яҡшы бомбардиры исемен — ике аргентин, өс уругвай, шул иҫәптән Скароне өсәр гол индерә — бүлешә. 1927 йылдың 20 ноябрендә турнирҙың хәл иткес матчында Скароне Аргентина йыйылма командаһының ҡапҡаһына дубль яһай[19]; матч Уругвай өсөн — еңелеү (2:3), ә чемпионат көмөш миҙал менән тамамлана. 1928 йылда Уругвай футболсылары тағы ла Европаны ғәжәпләндерергә юллана — әммә хәҙер Олимпия уйындарында Европа командаларын сираттағы мыҫҡыл итеү генә түгел, ә Көньяҡ Американың ике футбол ғифритенең дәғүәселеге көтөлә; Европа футболы өсөн хас булмаған ҡан ҡойош күҙаллана: Амстердамда Аргентина йыйылма командаһы уйнай башлай. Скароне өсөн Олимпиада, уның турнирҙа ҡатнашыуы тыйыу ихтималолығы менән бәйле көсөргәнештә үтә: Олимпия футбол уйындарын ойоштороусы ФИФА МОК[20] менән берлектә, бынан дүрт йыл элек индерелгән тыйыуҙы ҡулланырға — уйында профессионалдарҙың ҡатнашыуына юл ҡуймаҫҡа уйлай. Скароне, карьераһындағы Испан осоро буйынса — унда ул бер нисә ай профессиональ футболсы статусында уйнай — быны үҙенә ҡабул итә. Шуға ҡарамаҫтан, был тыйыу уға ҡағылмай һәм Скароне Уругвай футбол тарихында тағы бер алтын бит яҙа: Олимпия уйындарының финалында ике матчтан торған уйындың 73-сө минутта Аргентина йыйылма командаһының ҡапҡаһына гол индерә. Әгәр ФИФА Олимпия уйындарынан да юғарыраҡ торасаҡ икенсе турнир — донъяның иң көслө йыйылма командалары чемпионатын булдырмаһа, рәттән икенсе тапҡыр Олимпия уйындары алтынын яулау Скароне карьераһының иң юғары нөктәһе булыр ине.
Уругвайҙың Скароне быуыны футболсыларының тарихта беренсе тапҡыр Футбол буйынса Донъя чемпионатының Монтевидеола үтеүендә өлөшө ҙур — ФИФА уҙған 1920 йылдарҙа футбол донъяһында тиңһеҙ революция яһаған бөйөк оҫталарҙың тыуған иленә ихтирам күрһәтә һәм уңыш ҡаҙаныусыларҙы үҙ ерендә тәбрикләп, беренсе һанлы спорт тарихында яңы дәүергә юл аса. Нәҡ 1930 йылдағы Донъя чемпионатында Скароне йыйылма команда өсөн 31-се голын индерә. Был туп уға 80 йылдан ашыу Уругвай йыйылма командаһының иң яҡшы бомбардирҙары рәтендә беренселектә булыу мөмкинлеген тәьмин итә.
Беренсе донъя чемпионатындағы финал уйындары Эктор Скароне өсөн йыйылма командаһы уйынсыһы сифатында һуңғыһы була. Дөйөм алғанда, Скароне Уругвай командаһы өсөн 52 матч үткәрә, рәсми булмаған уйындарҙы иҫәпкә алғанда был һан 70-кә етә. Шулай уҡ индергән голдар иҫәбе лә, рәсми булмаған матчтарҙы һанағанда, 31-ҙән 42-гә етә[21]. Нисек кенә булмаһын, рәсми статистика Скароне йыйылма команда өсөн 52 уйын һәм 31 гол тигән иҫәп алып бара. 1930 йылдың 21 июленән буйынса 2011 йылдың 11 октябренә тиклем Эктор Скароне футбол буйынса Уругвай йыйылма командаһы тарихында иң яҡшы бомбардир булып тора[22].
Тренер карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эктор Скароне ысынлап та етди тренер карьераһы төҙөргә ниәтләй тип әйтергә ярамай; уның һәр эпизоды — яҙмыш ҡушыуы буйынса бер аҙ икенсе өлкәгә күсеп алыу, ә тап ошо сифатта үҙен күрһәтеү түгел. Шул уҡ ваҡытта уның командалары араһында Уругвай һәм Көньяҡ Америка футболы гранды булған «Насьональ», Колумбия һәм Көньяҡ Америка футболы гранды «Мильонариос», Испания һәм Европа футболы гранды «Реал Мадрид»[23], шулай уҡ Көньяҡ Американың һәм донъяның иң көслө командаларының береһе — Уругвай йыйылма командаһы. Скароне-тренерҙың исемлегендә абруйлы командалар булыуға ҡарамаҫтан, уның дөйөм тренерлыҡ эшмәкәрлеге бер нисә айға һыя. Ул эшкә еңел тотона һәм унан еңел генә китә лә алған.
Наградалары һәм ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Командала
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Уйынсы булараҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Донъя чемпионы: (1) 1930
- Олимпия чемпионы: (2) 1924, 1928
- Көньяҡ Америка чемпионы: (4) 1917, 1923, 1924, 1926
- Ньютон Кубогы эйәһе: (4) 1917, 1919, 1920, 1929
- Томас Липтон кубогы эйәһе: (4) 1919, 1922, 1924, 1927
- Аргентина Даны Кубогы эйәһе: (1) 1918
- Уругвай Даны Кубогы эйәһе : (5) 1918, 1919, 1920, 1922, 1923
- Көньяҡ Америка чемпионатының Көмөш призеры: (2) 1919, 1927
- Көньяҡ Америка чемпионатының бронза призеры: (1) 1929
- Уругвай чемпионы: (8) 1916, 1917, 1919, 1920, 1922, 1923 (АУФА), 1924 (АУФА), 1934
- Коусиньер Даны Кубогы : (3) 1915, 1916, 1917
- Шевалье Бутель дәғүәселеге кубогы: (1) 1915
- Рио де Ла Плата кубогы: (3) 1916, 1919, 1920
- Леон Пейроу кубогы: (3) 1920, 1921, 1922
- Дәғүәселәр турниры еңеүселәре: (1) 1934
- Уругвай чемпионатының көмөш призеры: (6) 1918, 1921, 1929, 1931, 1935, 1953
- Уругвай чемпионатының бронза призеры: (2) 1927, 1928
- Шевалье Бутель дәғүәселек кобогы финалисы: (1) 1920
- Рио де ла Плата кубогы финалисы: (1) 1917
- Король кубогы эйәһе: (1) 1926
- Каталония чемпионы: (1) 1925/1926
- Уругвай Чемпионатының бронза призеры: (1) 1937
Тренер булараҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Испания чемпионатының бронза призеры: (1) 1951/1952
- Уругвай чемпионатының көмөш призеры: (1) 1953
Шәхси
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- : 1917
- Көньяҡ Америка чемпионатының иң яҡшы бомбардиры: 1927
- Уругвай чемпионатының иң яҡшы бомбардиры: 1931
- Уругвай йыйылма командаһы тарихында иң яҡшы бомбардир: 1930—2011
- МФФИИС версияһы буйынса XX быуатта Көньяҡ Американың иң яҡшы футболсылары рейтингында 20-се урын[24] (2006)
- МФФИИС версияһы буйынса XX быуаттың иң яҡшы футболсылары рейтингында 40-сы урын[25] (2006)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Jaime Rincón. Héctor Scarone, el 'mago' charrúa. Marca.
- ↑ De Benedetti a Scarone
- ↑ Héctor Scarone // Transfermarkt.com (билдәһеҙ) — 2000.
- ↑ HECTOR SCARONE // https://bdfa.com.ar/jugadores-42519.html (исп.)
- ↑ 5,0 5,1 5,2 http://catalogo.bn.gub.uy/F?func=direct&local_base=BNU10&doc_number=000053799&format=002 (исп.)
- ↑ VIII. Olympiad Paris 1924 Football Tournament
- ↑ IX. Olympiad Amsterdam 1928 Football Tournament
- ↑ World Cup 1930
- ↑ Forlán iguala a Scarone como máximo goleador de la historia de Uruguay
- ↑ Талиновский Б. Х. Франков А. В. Серия «Все чемпионаты мира». Том 1. 1930, 1934, 1938, 1950. / Директор проекта: Евгений Олейниченко. — ООО «Издательский Дом Украинский Медиа Холдинг», 2010. — С. 45. — 224 с. — ISBN 978-966-2320-02-2.
- ↑ Игорь Астраханский. Эктор Скароне: Изобретатель «стенки». 2015 йыл 22 декабрь архивланған. Советский спорт.
- ↑ Southamerican Championship 1917
- ↑ Southamerican Championship 1919
- ↑ Southamerican Championship 1923
- ↑ 100 великих футболистов . Дата обращения: 29 октябрь 2012. Архивировано 22 декабрь 2015 года. 2015 йыл 22 декабрь архивланған.
- ↑ Southamerican Championship 1924
- ↑ Southamerican Championship 1926
- ↑ The Copa América Archive — Trivia
- ↑ Southamerican Championship 1927
- ↑ InfoPlus
- ↑ Héctor Scarone — Goals in International Matches
- ↑ Mano a mano por el récord 2017 йыл 9 август архивланған.
- ↑ Listado de entrenadores del Real Madrid
- ↑ Лучшие футболисты Южной Америки 20 века 2017 йыл 5 июнь архивланған.
- ↑ Лучшие футболисты мира 20 века 2017 йыл 12 июнь архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- HISTORIA DE FÚTBOL MUNDIAL
- Héctor Scarone — Goals in International Matches
- «EL MAGO» HECTOR SCARONE PARA MUCHOS EL MEJOR
- El Mejor Jugador de Fútbol del Mundo, de todos los Tiempos…
- Звёзды 1930 года
- Биография (автор — Игорь Гольдес) 2018 йыл 12 февраль архивланған.
- Сайт «Футболисты мира» 2021 йыл 26 октябрь архивланған.
- 26 ноябрҙә тыуғандар
- 1898 йылда тыуғандар
- 4 апрелдә вафат булғандар
- 1967 йылда вафат булғандар
- 23 апрелдә вафат булғандар
- Уругвайҙа вафат булғандар
- Алфавит буйынса футбол тренерҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса спортсылар
- Футбол буйынса донъя чемпиондары
- Монтевидеола тыуғандар
- Алфавит буйынса футболсылар
- Футбол буйынса Көньяҡ Америка чемпиондары