Украина гривнаһы
Гривна (рус.) | |||||
---|---|---|---|---|---|
Гривня (укр.) | |||||
| |||||
Кодтар һәм и символдар | |||||
ISO 4217 кодтары | UAH (980) | ||||
Символы | Знак валюты UAH не найден
| ||||
Әйләнеш территорияһы | |||||
Эмитент | Украина | ||||
Рәсми булмаған | Ҡырым Республикаһы, Ҡалып:Флаг Севастополя Севастополь (с 17 марта[1] по 31 мая[2] 2014) | ||||
Сығарылма һәм параллель берәмектәре | |||||
Бүленгән | тин (1⁄100) | ||||
Ҡулланыуҙа булған ваҡ аҡсалар һәм банкноталар | |||||
Ваҡ аҡсалар | 1, 2, 5, 10, 25 һәм 50 тин 1 гривна | ||||
Банкноталар | 1, 2, 5, 10, 20, 50, 100, 200 һәм 500 гривна | ||||
Тарих | |||||
Элек эшләүсе-валюта | карбованец (UAK) | ||||
Ваҡ аҡсалар һәм банкноталар етештереү | |||||
Эмиссион үҙәк | Украинаның Милли банкы | ||||
www.bank.gov.ua | |||||
Аҡса һуғыу йорто | Украина Милли банкының Банкнота-тәңкә етештереү йорто[a 1] | ||||
| |||||
Гривна Викимилектә |
Гри́вна, ҡайһы берҙә гри́вня (укр. гривня, IPA: /ˈɦrɪvnʲɑ/) — Украинаның милли валютаһы, көмөш ҡойолмаһы рәүешендәге аҡса берәмеге булған боронғо рус гривнаһы хөрмәтенә аталған.
Гривна 100 тингә (укр. копiйка) бүленә. Валютаның ISO 4217 стандартындағы хәрефле коды — UAH, һанлы коды — 980. Рәсми билдәһе — ₴.
Атамаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Гривна» һүҙе «грива» һүҙенән килеп сыҡҡан[3]. Тарихта ғәҙәттә түңәрәк алтын йәймәләрҙе тимер сымға беркетеп муйынға аҫып йөрөтөүҙән ғибәрәт булған алтын ял (гривень) йыш телгә алына. Был йәймәләр күп ваҡытта түләү сараһы итеп тотонолған.
Гривна атамаһы XI быуатта Киев Русы заманында уҡ ҡулланылған гривнанан килә. И. К. Кондратьев 1893 йылда былай тип яҙа:
Гривна Русты нигеҙләгән замандан уҡ билдәле һәм өс төрлө мәғәнәгә эйә була: айырыу билдәһе, ауырлыҡ үлсәме һәм тимер аҡса.
XIV быуатта Польшала Бөйөк Казимирҙың ҡануниәтендә шляхтичты үлтергән өсөн вира (штраф) — 60 гривна, ябай рыцарҙы үлтергәнгә — 30 гривна һәм һуңғы категория рыцарь өсөн 15 гривна күләмендә билдәләнә[4].
Яңы валютаны индергәс, һүҙ яңырыу кисерә, әйтелеше лә үҙгәрә.
Рус телендә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй белешмә-мәғлүмәт порталы «Грамота.ру» буйынса, украин аҡса берәмеге русса «гри́вна» тип яҙыла.[5] Башҡорт теленә лә был атама рус теленән алынған. Украинаның рәсми шәхестәре һәм ҡайһы бер граждандары фекеренсә, аҡса берәмеген русса (украинса кеүек үк) «гри́вня» тиеү дөрөҫөрәк булыр ине. Украина Конституцияһының Украина Юғары Радаһы сайтына урынлаштырылған руссаға тәржемәһендә 99-сы статьяла «гривня» тигән атама алынған.[6] Ләкин ҡулланылышта ике вариант та йөрөй.
Валюталарҙың дөйөм Рәсәй классификаторында украин валютаһы өсөн «Гривна» атамаһы алынған. [7]
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урта быуаттар башында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гривна — Киев Русының һәм башҡа славян ерҙәренең ауырлыҡ, аҡса-ауырлыҡ һәм аҡса-хисаплашыу берәмеге. Урта һәм Төньяҡ Европала ул «марка» тип йөрөтөлә. «Гривна» тигән һүҙ муйынға тағып йөрөй торған алтын йә көмөш ҡулса атамаһынан килеп сыҡҡан. Һуңғары был һүҙ, яңы мәғәнә алып, ҡиммәтле металдың ауырлығына тиң була башлай (көмөш гривнаһы — аҡса-ауырлыҡ үлсәү берәмеге). Тәңкәләр һанынан торған гривнаны куна гривнаһы (аҡса-хисаплау берәмеге) тип йөрөтә башлайҙар. Көмөш гривнаһы (ауырлыҡ үлсәме) һәм куна гривнаһы (хисап берәмеге) Киев Русында хисаплашыу-аҡса төшөнсәһе булып китә. Тәүҙә уларҙың ауырлығы бер төрлө була. Әммә аҙаҡ, ситтән ингән тәңкәләрҙең ауырлығы төрлө булғанлыҡтан, шулай уҡ ауырлыҡ берәмеге булараҡ гривнаның үҙенең эволюцияһы арҡаһында көмөш гривнаһы бер нисә куна гривнаһына тиң була башлай. XII быуатта көмөш гривнаһы (204 г самаһы) ҡиммәте буйынса 4 куна гривнаһына тигеҙ була (1 куна гривнаһы = 51 г самаһы).
XI быуатта куна гривнаһы = 20 ногат = 25 куна = 50 резан; XII быуатта куна гривнаһы = 20 ногат = 50 куна (куна бер быуат эсендә ике тапҡырға бәләкәйләнә). Боронғо Русь тәңкәләрен һуғыу һәм сит илдәр тәңкәләрен индереү туҡталғас, Руста төп аҡса әйләнеше формаһы рәүешендә «ваҡланмай торған» ҙур көмөш ҡойолмалары йөрөй башлай. Рус аҡса әйләнеше тарихының был осоро (XII, XIII һәм өлөшләтә XIV быуат) «тәңкәһеҙ осор» тип атала. Киев Русында XI быуатта алты мөйөшлө 140 —160 грамлы киев гривналары йөрөй, улар татар-монгол баҫҡынына тиклем хеҙмәт итә. Новгород гривналары айырыуса ҙур баһаға эйә була. Волга буйында татар гривналары ҡулланыла.
XIII быуатта новгород ҡойолмалары «гривна» менән бер рәттән «рубль» (һум) тип тә атала башлай. Был атама артабан гривнаны алмаштыра.[8]
XV быуатта «гривна» һәм «рубль» ҡойолмалары аҡса-хисаплашыу берәмеге булыуҙан туҡтай. Һуңғараҡ рубль аҡса берәмеге булып нығынып китә. Гривна иһә ауырлыҡ үлсәү берәмеге — «гривенка» (скалва гривенкаһы, «скалва» — үлсәү) булып ҡала, 1 гривенка 204,75 грамға тиң була. XVIII быуатта уны фунтҡа алмаштыралар. Ауырлыҡ үлсәме булған гривна 48 золотникҡа (4,26-шар г), ә золотник — 25 почкаға (0,17-шәр г) бүленә. 204 грамлы гривна рус тәңкәләрен һуғыуға нигеҙ итеп алына. Төрлө тарихи осорҙа «гривна» термины ике тин ярымлыҡ баҡыр тәңкәне, шунан — өс, унан һуң «гривенник» тигән халыҡ атамаһы менән 10 тинлекте аңлата[9]
1918—1922
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1918 йылдың 1 мартында Үҙәк рада тарафынан ҡабул ителгән законға ярашлы, Украина Халыҡ Республикаһының аҡса берәмеге итеп гривна иғлан ителә. Гривна = 100 шаг, карбованец = 2 гривна.
Гривна 1918 йылдың 17 октябрендә әйләнешкә индерелә, 1922—1924 йылдарҙағы аҡса реформаһы ваҡытында әйләнештән алына.
1991 йылдан һуң
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1990 йылдың 16 июлендә УССР-ҙың Юғары Советы Украинаның Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итә.1990 йылдың ноябренән УССР территорияһында совет һумдары менән бергә бер тапҡыр ҡуллана торған йыртма купондар ҡулланыла башлай. Дефицит тауарҙарҙы купондар менән генә алып була.
1991 йылдың 24 авгусында Украина бойондороҡһоҙлоғо иғлан ителгәс һәм ул СССР составынан сыҡҡас, 1992 йылдың 10 ғинуарында купон тигән атамалы ваҡытлы банкноталар ҡулланылышҡа индерелә. Рәсми атамаһы карбованец була.
Ошо ваҡытта Францияла, Италияла һәм Канадала яңы валюта — гривна баҫыла. 1992—1993 йылдарҙа «Украина ҡалҡаны» операцияһы барышында яңы валюта тейәлгән контейнерҙар диңгеҙ юлы һәм һауа юлы буйлап «Альфа» махсус подразделениеһы хеҙмәткәрҙәре һағы аҫтында Украинаға ташыла[10]. 1997 йылда Житомир өлкәһенең Малин ҡалаһында банкнота ҡағыҙы етештерә торған фабрика файҙаланыуға тапшырыла[11], Луганск патрон заводында металл аҡсалар һуға башлай[12].
Л. Д. Кучманың 1996 йылдың 25 августағы «Украинала аҡса реформаһы тураһында»[13] № 762/96 президент указы менән, гривна 1996 йылдың 2 сентябренән аҡса берәмеге булараҡ ҡулланылышҡа индерелә.
Валюта билдәһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гривна символы тотороҡлолоҡ билдәһе итеп горизонталь һыҙыҡтар менән һыҙылған г кириллица хәрефенән тора. Рәсми ҡыҫҡартылмаһы — «грн»[14]. Гривна билдәһе ₴ 2004 йылдың 1 мартында барлыҡҡа килә. Дизайны 2003 йылда Украина Милли банкы иғлан иткән конкурс буйынса һайлап алына[15]. Билдә 2005 йылда баҫылған Unicode кодировкаһының 4.1 версияһында U+20B4 кодын ала. ₴ билдәһе Windows Vistaлағы «Украинская—расширенная» баҫмаҡ бүленешендә бар.
Тәңкәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әлеге ваҡытта 1, 2, 5, 10, 25, 50 тин номиналлы ваҡ аҡсалар һәм 1 гривналыҡтар әйләнештә йөрөй. Тәңкәнең аверсында дәүләттең гербы һәм атамаһы, үҫемлек орнаменты һәм һуҡҡан йыл баҫылған; реверсында — номиналы һәм үҫемлек орнаменты. [18]
Әйләнештәге тәңкәләр[19] Һүрәте Номиналы Диаметры
(мм)
Ҡалынлығы
(мм)
Массаһы
(г)
Материалы Гурты Даталар Реверсы Аверсы Сығарылыш Һуғыу 1 тин 16,0 1,20 1,50 тутыҡмаусан ҡорос шыма 2 сентябрь
1996
1992 1996 2000—2012
2013—2015
2 тин 17,3 1,20 0,64 алюмин 1992—1994 1996 1,80 тутыҡмаусан ҡорос 2001—2012 2013—2015 5 тин 24,0 1,50 4,30 киҫекле 1992 1996 2001
2003—2015
10 тин 16,3 1,25 1,70 алюмин бронза 2 сентября
1996
1992 1994 1996
2001 2002—2015
25 тин 20,8 1,35 2,90 өҙөк киҫекле 1992 1994—1996
2001 2003 2006—2015
50 тин 23,0 1,55 4,20 1992 1994—1996 2001
2003 2006—2010 2011
2012 2013—2014 20151 гривна 26,0 1,85 7,10 шыма һәм яҙмалы
«ОДНА ГРИВНЯ», һуғыу йылы
12 март
1997
1995—1996
2001—2003
6,80 25 октябрь
2004
2004—2006 2008
2010—2012 2013
2014—2015Иҫкәрмә: тәңкәләр йыйылма эсендә генә сығарылған йылдар ҡара шрифт менән айырылған. Иҫтәлекле тәңкәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Коллекциялар өсөн 2, 5, 10, 20, 50, 100, 125, 200, 250, 500 гривналыҡ иҫтәлекле һәм юбилей тәңкәләре сығарыла.[20] Шулай уҡ инвестициялау тәңкәләре — 1 гривна номиналлы көмөш (999,9 пробалы) һәм 2, 5, 10, 20 гривна номиналлы алтын ( 999,9 пробалы) тәңкәләр сығарыла.[21]
Банкноталар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Украина территорияһында 1992 йылдан башлап сығарылған бөтә аҡса билдәләре ғәмәлдә булып тора.
Әйләнештә 1, 2, 5, 10, 20, 50, 100, 200 һәм 500 гривналыҡ банкноталар йөрөй. Был банкноталар серияһы 2003 йылдан баҫыла.
Выпуск 2003—2015 годов[22][23] Һүрәте Номинал
(гривен)
Размеры
(мм)
Основные цвета Описание Даты Йөҙ яғы Кире яғы Лицевая сторона Оборотная сторона выпуска печати 1 118×63 серо-зелёный Владимир Великий Город Владимира в Киеве 1 декабря
2004
2004 2005 жёлтый, синий 22 мая
2006
2006 2011
2014
2 коричневый Ярослав Мудрый Собор Святой Софии в Киеве 28 сентября
2004
2004 2005
2011 2013
5 синий Богдан Хмельницкий Ильинская церковь в Суботове 14 июня
2004
2004 2005
2011 2013
201510 124×66 красный Иван Мазепа панорама Киево-Печерской лавры 1 ноября
2004
2004 2005 август
2006[24]
2006 2011
2013
20 130×69 зелёный Иван Франко Львовский оперный театр 1 декабря
2003
2003 2005
2011 2013
1 сентября 2016
50 136×72 фиолетовый Михаил Грушевский здание Центральной Рады УНР 29 марта
2004
2004 2005
2011 2013
2014100 142×75 жёлтый, оливковый Тарас Шевченко Днепр и слепой бандурист
с мальчиком-поводырём
20 февраля
2006
2005 2011
2014
жёлтый, розовый Киевский национальный университет
им. Тараса Шевченко9 марта
2015
2014 200 148×75 розовый Леся Украинка башня Луцкого замка 28 мая
2007
2007 2011
2013 2014
500 154×75 персиковый Григорий Сковорода Киево-Могилянская Академия 15 сентября
2006
2006 2011
2014 2015
бежевый 11 апреля
2016
2015 Һүрәттәрҙең масштабы — миллиметрҙарҙа 1,0 пиксель. Валюта курсы режимы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Украина милли валютаһы курсы гривнаны әйләнешкә индергән мәлгә АҠШ доллары өсөн 1,76 гривнаға (йәғни 176 000 купонға) тиң була.
Артабан киләһе ике йыл самаһы гривнаның долларға ҡарата курсы 2 грн./$ кимәлендә тора. 1998 йылғы кризистан һуң курс яҡынса 5,5 грн./$ тиклем төшә. 2005 йылдың апреленән Украина Милли банкы етәкселеге 5,05 грн./$ кимәлендә нығытылған рәсми курсты һаҡлай.
2008 йылдың июнендә рәсми курс үҙгәреп 4,85 грн./$ кимәленә етә. 2008 йылдың июленән һуң рәсми курс йыш үҙгәреүҙәргә дусар була, сөнки, Украина Милли банкы ҡарарына ярашлы, яйлап ҡына, нығытылған курстан тирбәлеүсән курсҡа күсеү башлана.
Ҡайһы берҙә рәсми курс коммерция курсынан ныҡ айырыла.
2009 йылдың декабрь аҙағында гривна курсы 8,00 грн./$ (йәки гривна өсөн яҡынса 4 Рәсәй һумы) була.
2015 йылдың 6 февраленә гривна курсы 1 АҠШ доллары өсөн 25,80 гривнаға етә. 2016 йылдың 26 июлендә 1 АҠШ доллары 24,7877 гривна була, ә 1 гривна 2,813 Рәсәй һумы тора.[25]
Рәсми курсты 2019 йыл 18 апрель архивланған. (укр.)(укр.) Украина Милли банкы баҫа.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
- ↑ Совет Крыма создал Банк Крыма, провозгласил официальными валютами рубль и гривну . РБК-Украина (17 март 2014). Дата обращения: 1 июнь 2014. Архивировано 17 март 2014 года. 2014 йыл 17 март архивланған.
- ↑ Рубль стал единственной официальной валютой в Крыму . РИА Новости (1 июнь 2014). Дата обращения: 1 июнь 2014. Архивировано 1 июнь 2014 года.
- ↑ Фасмер М. Этимологический словарь русского языка. — Прогресс. — М., 1964–1973. — Т. 1. — С. 458.
- ↑ Шляхта Малый энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона
- ↑ Справочное бюро — Справочная служба русского языка 2012 йыл 4 ноябрь архивланған., Справка от 5 июня 2007
- ↑ Конституция Украины. Раздел IV. Дата обращения: 18 март 2011. Архивировано 22 август 2011 года.
- ↑ Сообщение НБУ, МЮ Украины, Украинской комиссии по вопросам правовой терминологии(недоступная ссылка)
- ↑ Кондратьев И. К. Седая старина Москвы. М., 1893.
- ↑ Ющенко В., Панченко В. Історія української гривні. — К., 1997.- С. 5-6.
- ↑ Владимир Крашевский. Профессионалы: Украинская «Альфа»: терроризм не пройдет 2015 йыл 23 сентябрь архивланған. // журнал «Братишка», июнь 2009
- ↑ Юлия Бондарь.
- ↑ Андрій Шляхтін. 1996 — рік запровадження повноцінної власної валюти // «24TV.
- ↑ Указ Президента України «Про грошову реформу в Україні» (25 август 1996). Дата обращения: 29 июня 2008. (укр.)
- ↑ Банкноти і монети України . Дата обращения: 29 июня 2008. Архивировано 22 август 2011 года. 2011 йыл 27 август архивланған. (укр.)
- ↑ Открытое интернет-голосование за символ гривны . Архивировано 30 сентябрь 2007 года. 2007 йыл 30 сентябрь архивланған. Национальный банк Украины. (укр.)(недоступная ссылка с 25-02-2015 [779 дней])
- ↑ Как появилась гривна . Архивировано 22 август 2011 года.
- ↑ Гривні-іммігрантки. Архивировано 22 август 2011 года. 2012 йыл 13 март архивланған.
- ↑ Національний банк України ввів в обіг монети номіналом 50 копійок з низьковуглецевої сталі // Сайт НБУ, 01.10.2013 (укр.)
- ↑ [1]Розмінні та обігові монети . Дата обращения: 29 октябрь 2019. Архивировано 4 апрель 2013 года. (укр.)(укр.)
- ↑ Пам’ятні монети України // Офіційний сайт НБУ 2013 йыл 13 май архивланған. (укр.)(укр.)
- ↑ Пам’ятка для роботи з інвестиційними монетами України // Сайт Нацiонального банку України 2016 йыл 18 сентябрь архивланған. (укр.)(укр.)
- ↑ Банкноти України . Дата обращения: 29 июня 2008. Архивировано 22 август 2011 года. 2011 йыл 27 август архивланған. (укр.)(укр.)
- ↑ Постанова НБУ № 55 від 04.03.2011 «Про випуск банкнот у 2011 і 2012 роках з підписом Голови Національного банку України С.
- ↑ В августе 2006 года в обращение была введена банкнота номиналом 10 гривен образца 2004 года (2006 года выпуска) с отдельными изменёнными цветами дизайна (в частности, цвет портрета Ивана Мазепы изменён с вишнёво-коричневого на тёмно-серый) и указанием нового года выпуска — 2006
- ↑ Курс основных валют НБУ на 26 июля 2016 г.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
- Национальный банк Украины, раздел банкноты и монеты 2016 йыл 26 октябрь архивланған. (укр.)(укр.)
- Монобанк - Первый мобильный банк украины 2021 йыл 24 ғинуар архивланған. (укр.)(укр.)
- История украинских банкнот: от денежной реформы 1996 года до наших дней 2007 йыл 14 июнь архивланған.
- Мобильный банк izibank 2021 йыл 17 февраль архивланған. (укр.)(укр.)
- Первая бумажная гривна (1918 год). 2013 йыл 20 апрель архивланған. Галерея банкнот 2013 йыл 20 апрель архивланған.
- Как украинская гривна стала «самой красивой валютой в мире»
- Первый мобильный банк украины(недоступная ссылка) (укр.)(укр.)
- Гривны — все выпуски с 1917 по 2007 гг. 2015 йыл 17 ноябрь архивланған. Подробные описания. 2015 йыл 17 ноябрь архивланған.
- Все выпуски гривен с 1917—2011 год + Пробные банкноты, эскизы гривен В.Лопаты,Новые эскизы гривен.
- График курса за последние 16 лет.