Цюрупа Александр Дмитриевич
Александр Дмитриевич Цюрупа | ||
| ||
---|---|---|
1918 — 1921 | ||
Хөкүмәт башлығы: | Владимир Ильич Ленин | |
Алдан килеүсе: | Александр Григорьевич Шлихтер | |
Дауамсы: | Николай Павлович Брюханов | |
| ||
6 май 1922 — 28 апрель 1923 | ||
Хөкүмәт башлығы: | Владимир Ильич Ленин | |
Алдан килеүсе: | Иосиф Виссарионович Сталин | |
Дауамсы: | Валериан Владимирович Куйбышев | |
| ||
11 декабрь 1923 йыл — 18 ноябрь 1925 йыл | ||
Хөкүмәт башлығы: | Владимир Ильич Ленин, Алексей Иванович Рыков | |
Алдан килеүсе: | Глеб Максимилианович Кржижановский | |
Дауамсы: | Глеб Максимилианович Кржижановский | |
| ||
18 ноябрь 1925 йыл — 16 ғинуар 1926 йыл | ||
Хөкүмәт башлығы: | Алексей Иванович Рыков | |
Алдан килеүсе: | Вазифа булдырылған | |
Дауамсы: | Лев Борисович Каменев | |
Тыуған: | 19 сентябрь (1 октябрь) 1870 Рәсәй империяһы, Таврия губернаһы, Алёшки ҡалаһы | |
Үлгән: | 8 май 1928 (57 йәш) Ҡырым АССР-ы, Мухалатка ауылы (хәҙер Олива ҡасабаһы составында) | |
Ерләнгән: | Кремль диуарындағы некрополь[d] | |
Партия: | 1898 йылдан РСДРП (б) ағзаһы | |
Александр Дмитриевич Цюрупа (ук. Олександр Дмитрович Цюрупа, 19 сентябрь (1 октябрь) 1870 йыл, Алешка — 8 май 1928 йыл, Мухалатка ауылы, хәҙер Олива ҡасабаһы составында, Ҡырым) — большевик, совет дәүләт һәм партия эшмәкәре.
СССР-ҙың 1-4-се саҡырылыш Үҙәк Башҡарма Комитеты (ЦИК) ағзаһы , ВКП(б)-ның Үҙәк Комитеты ағзаһы (1923—1928). Илдә аҙыҡ-түлек диктатураһын индереү инициаторы (ВЦИК-тың 1918 йылдың 13 майындағы Декретына ярашлы), продотрядтар ойоштороусыларының береһе.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Этник украин.
Белеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1893 — Херсон ауыл хужалығы училищеһы (5 айлыҡ арестан һуң ҡыуыла).
Тормош осорҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1893—1917 йыл — статистик, агроном булып эшләй. 1893, 1895 һәм 1902 йылдарҙа ҡулға алына.
- 1902—1905 — Олонецк губернаһына һөргөнгә ебәрелә.
- 1905—1917 — Өфө губернаһында кенәз В. А. Кугушев имениялары идарасыһы була
- 1917 — РСДРП-ның Өфө берләшкән комитеты Президиумы ағзаһы, Өфө Советы депутаты, Өфө губерна аҙыҡ-түлек идаралығы рәйесе, Өфө ҡала думаһы рәйесе (июнь — октябрь).
- 1917—1921 — РСФСР-ҙың аҙыҡ-түлек халыҡ комиссары һәм комиссар урынбаҫары
- 1922—1923 — Халыҡ комиссарҙары Советы һәм РСФСР-ҙың, СССР-ҙың СТО рәйесе урынбаҫары һәм шул үк ваҡытта РКИ наркомы
- 1923—1925 — СССР Госпланы рәйесе
- 1925—1926 — СССР-ҙың эске һәм тышҡы сауҙа наркомы
- Мухалатка ҡасабаһында (Ҡырым АССР-ы) дауаланған саҡта йөрәк фалижынан вафат була.
Кремациялана, көлө Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙандағы Кремль стенаһында урнаға һалына.
Партия һәм йәмәғәт тормошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1898 йылда РСДРП-ға инә
- Социал-демократ
- Большевик
- ВКП(б) Үҙәк Комитеты ағзаһы
- 1917 йылда РСДРП (б)-ның Өфө комитеты ағзаһы, ҡала думаһының һәм губерна аҙыҡ-түлек комитеты рәйесе була.
- 1917 йыл Петроградҡа икмәк менән эшелондар ебәреүҙә ойоштора.
- 1918 йылдың 8 майында Халыҡ комиссарҙары Советы ултырышында илдә аҙыҡ-түлек диктатураһын индереү буйынса төҡдим менән сығыш яһай (1918 йылдың 13 майындағы ВЦИК декреты менән индерелә). Продотрядтар ойоштороусыларының береһе.
1924 йылда «В. И. Ленин тураһында» исемле мәҡәлә яҙа, «Ленин һәм аҙыҡ-түлек эше» хеҙмәте авторы (В. И. Ленин тураһында хәтирәләр, 5 том, М., 1990)
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Апаһы — революционер, кенәз Вячеслав Александрович Кугушевтың ҡатыны була.
- Улы — Цюрупа Всеволод Александрович (1912—1982), журналист, уның ҡатыны — балалар яҙыусыһы Эсфирь Яковлевна Цюрупа.
Уның исемен йөрөтә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Алешки ҡалаһы 1928—2016 йылдарҙа Цюрупинск исемен йөрөттө
- Мәскәү өлкәһендәге Воскресенск районы ҡасабаһы
- Әстерхан ҡалаһында урам
- Бөрө ҡалаһында урам
- Брянск ҡалаһында урам
- Булгаков ауылы урамы
- Воронеж ҡалаһында урам
- Вытегра ҡалаһында урам
- Донецк ҡалаһында урам
- Харьков ҡалаһында урам
- Заречаны ҡалаһында урам
- Ишембай ҡалаһы урамы
- Курск ҡалаһында урам
- Мәләүез ҡалаһында урам
- Мәскәү ҡалаһында урам
- Туймазы ҡалаһында урам
- Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы урам
- Сибай ҡалаһында урам
- Өфө ҡалаһында урам
- Липецк ҡалаһында тыҡрыҡ
- Шахта ҡалаһында урам
- Сочи ҡалаһында урам һәм санаторий
- Воронеж өлкәһе Лискин районында санаторий
- Новочеркасскиҙа колледж
- Украинала шәкәр заводы
- Санкт-Петербург ҡалаһында мәҙәниәт йорто
- Мәскәүҙәге Сокольники тирмән комбинаты
Кинематографта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Ленин 1918 йылда» кинофильмында (реж. М. Ромм, 1939 йыл) РСФСР-ҙың аҙыҡ-түлек халыҡ комиссары А. Д . Цюрупа Совнарком рәйесе Владимир Ильич Ленин кабинетында доклад эшләгән саҡта аслыҡтан иҫен юғалта.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Давыдов Михаил Иосифович А. Д. Цюрупа. — М.: Госполитиздат, 1961.
- Красильщиков Владимир Ильич Интендант революции: Повесть об Александре Цюрупе. — М.: Политиздат, 1968. — (Пламенные революционеры). — 335 с., ил.
- Днепровский Арий Александрович Эшелоны жизни. — М.: Политиздат, 1981.
- Цюрупа В. А. Колокола памяти. — М.: Политиздат, 1986. — 256 с.
- Писаренко Э. Е. Александр Дмитриевич Цюрупа. // Вопросы истори. — 1989. — № 5.