Ғабдрахман әл-Әүзағи
Ғабдрахман әл-Әүзағи | |
араб. عبد الرحمن الأوزاعي | |
Шәхси мәғлүмәт | |
---|---|
Тыуған ваҡыттағы исеме: |
Әбү Ғәмер Ғабдрахман ибн Ғәмер әл-Әүзағи |
Һөнәре, эшмәкәрлек төрө: | |
Тыуған көнө: | |
Тыуған ере: | |
Үлем көнө: | |
Үлгән ере: | |
Ил: | |
Дине: Ағымы: |
|
Атаһы: |
Ғәмер әл-Әүзағи |
Балалары: |
Ғәмер |
Эшмәкәрлек йүнәлеше: | |
Остаздары: |
Ата ибн Абу Рабах[d], Мухаммад аль-Бакир[d], Катада ибн Диама[d], Ибн Шихаб аз-Зухри[d], Мәлик ибн Әнәс һәм Ибрахим ибн Абу Абля[d] |
Шәкерттәре: | |
Йоғонто яһаған: | |
Өҫтәмә мәғлүмәт | |
Разное: |
основатель собственного мазхаба |
Ғабдрахман әл-Әүзағи Викимилектә |
Әбү Ғәмер Ғабдрахман ибн Ғәмер әл-Әүзағи (ғәр. أبو عمرو عبد الرحمن بن عمرو الأوزاعي; рус. Абу́ А́мр Абдуррахма́н ибн Амр аль-Ауза́и;704, Баальбек, Өмәүиҙәр хәлифәлеге - 774, Бәйрүт, Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге) - ислам дин ғалимы, тәбиғиндәрҙең шәкерттәре быуынынан сыҡҡан фаҡиһ һәм Шамдағы бөтә замандарҙан иң абруйлы дин белгестәренең береһе. Әүзағи мәҙһәбкә нигеҙ һалыусы һәм уның эпонимы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әл-Әүзағиҙың дини мираҫы мосолман хоҡуҡтары буйынса хеҙмәттәрҙә киң яҡтыртыла. Заманында ғалимдың ҡараштары үҙ аллы мәҙһәб барлыҡҡа килтергән[4], шәкерттәре Шамда һәм Андалусияла булған. Шамда һәм Төньяҡ Африкала мәлики мәҙһәб таралғанға тиклем әл-Әүзағи мәҙһәбе иң өҫтөнлөклө булған. Һуңынан был мәҙһәб юғала, ләкин уның фекере бөгөн дә дүрт сөнни имамдың фекере менән бер рәттән ҡарала. Ғүмеренең аҙағында әл-Әүзағи Бәйрүткә күсеп китә, унда уға ҡаҙый вазифаһы тәҡдим ителә. Ләкин ул баш тарта һәм, ғүмеренең аҙағына тиклем, дин тәғлимәтен уҡытыуын дауам иткән.
Вафаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әбү Ғәмер әл-Әүзағи Бейрутта 774 йылда сәфәр айында вафат була. Ғалимды ерләүгә бик күп кеше йыйыла. Ғүмер буйы кешеләргә мәрхәмәт күрәткән ғалимға рәхмәт йөҙөнән һуңғы юлға оҙатырға Бәйрүттең дүрт йәмәғәте лә: мосолмандар, христиандар, йәһүдиҙәр һәм копттар сыға[5].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Bibliothèque nationale de France ʿAbd al-Raḥmān al- Awzāʿī // идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ 2,0 2,1 ʿAbd al-Raḥmān al-Awzāʿī // AlKindi (онлайн-каталог Доминиканского института востоковедения)
- ↑ 3,0 3,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #119129345 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Ан-Навави, Мухйиддин ибн Шараф. Тахзиб ал-асма ва-л-луга. Т. 1. С. 298.
- ↑ Ибн Асакир. Тарих Димашк. Т. 35. С. 228.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Аузаи // Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
- Биографическая справка об аль-Аузаи на портале Islamweb
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |