Эстәлеккә күсергә

Ҡыпсаҡ кантоны

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡыпсаҡ кантоны
Ҡыпсаҡ кантоны
Ил Башҡортостан автономияһы
Башҡортостан АССР-ы
Үҙәге Мораҡ ауылы
Ойошторолған 1919
Рәсми телдәр башҡорт теле

Ҡыпсаҡ кантоны (рус. Кипчакский кантон) — Башҡортостан кантоны.

Административ үҙәге — Мораҡ ауылы.

1917 йылдың декабрендә III Бөтә башҡорт ойоштороу ҡоролтайы «Башҡортостандың автономиялы идараһы тураһында» ҡарарын ҡабул итә, уға ярашлы Башҡортостан мөхтәриәте туғыҙ кантондан тора: Барын-Табын, Бөрйән-Түңгәүер, Ете ырыу, Иҫкен-Ҡатай, Ҡыпсаҡ, Ҡыуаҡан, Тамъян, Туҡ-Соран һәм Үҫәргән[1][2]. 1919 йылдың башына ҡарата Башҡортостан мөхтәриәте 13 кантондан тора: Арғаяш, Бөрйән-Түңгәүер, Дыуан, Ете ырыу, Көҙәй, Ҡошсо, Ҡыпсаҡ, Табын, Тамъян-Ҡатай, Туҡ-Соран, Үҫәргән, Юрматы һәм Ялан[3].

1919 йылдың 20 мартындағы «Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт совет автономияһы тураһында килешеү»гә ярашлы республика территорияһы 13 кантондан тора, уның араһында Ҡыпсаҡ кантоны ла була.

1919 йылдың июнендә кантон бөтөрөлә, территорияһы Ҡыпсаҡ-Ете ырыу кантонына инә.

Башҡортостан кантондары, 1920 йыл

Кантонға Ырымбур өйәҙенең Бөрйән-Ҡыпсаҡ, Бошман-Һыуын-Ҡара-Ҡыпсаҡ, 1‑се һәм 2‑се Ҡара-Ҡыпсаҡ, Семён-Петровский һәм Йомағужа улустары инә. Төньяҡта Юрматы кантоны, төньяҡ-көнсығышта — Бөрйән-Түңгәүер кантоны, көньяҡ-көнсығышта — Үҫәргән кантоны, көньяҡта — Ырымбур өйәҙе, көнбайышта Ете ырыу кантоны менән сиктәш була.

Кантон башҡармаһы (ревкомы) рәйестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Миһран Сыртланов (1918)
  1. История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — С. 128. — 468 с.
  2. Әсфәндиәров Ә. З. Кантон // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  3. Азнагулов В. Г., Хамитова З. Г. Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Уфа: ГРИ «Башкортостан», 2005. — С. 72. — 304 с.