Әл-Фәләҡ сүрәһе
Әл-Фәләҡ сүрәһе | |
Синыфы | |
---|---|
Мәғәнәһе |
Рассвет |
Статистика | |
Сүрә номеры |
113 |
Аяттар һаны |
5 |
Джүз |
30 |
Руҡуғ |
1 |
Һүҙҙәр һаны |
23 |
Хәрефтәр һаны |
71 |
Алдағы сүрә | |
Киләһе сүрә | |
QuranAcademy.org |
Әл-Фәләҡ сүрәһе (ғәр. Таң) – Ҡөрьәндәге 113-се сүрә, 5 аяттан тора. Әл-Мүғәүүизәтәйн сүрәләренә (Ән-Нәс менән бергә) керә. Сүрә Мәккәлә ингән, Мәҙинәлә тип әйтеүселәр ҙә бар.
Иңеү сәбәбе: Мөхәммәт салаллаһу ғәләйһи үә сәлләм сихыр арҡаһында ауырып китә. Шунан һуң ике фәрештә уға боҙом әйберҙәре ташланған ҡойоно күрһәтә. Ябраил фәрештә Мөхәммәт салаллаһу ғәләйһи үә сәлләмгә Әл-Мүғәүүизәтәйн сүрәләрен тапшыра. Һәр бәйләнгән төйөндө сискән һайын, уларҙы уҡып, Рәсүлуллаһ терелә.[1]
Ғәрәпсәһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]بِسْمِ اللهِ الرَّحْمنِ الرَّحِيمِِ
1 قُلْ أَعُوذُ بِرَبِّ الْفَلَقِ
2. مِن شَرِّ مَا خَلَقَ
3. وَمِن شَرِّ غَاسِقٍ إِذَا وَقَبَ
4. وَمِن شَرِّ النَّفَّاثَاتِ فِي الْعُقَدِ
5. وَمِن شَرِّ حَاسِدٍ إِذَا حَسَدَ
Транскрипцияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бисми-лләһи-ррәхмани-ррәхим!
1. Ҡуль әғүүҙү бираббил-фәләҡ.
2.Миң шәрри мәә халәҡ
3.Үә миң шәрри ғаасиҡин иҙәә үәҡаб
4.Үә миң шәррин-нәффәәҫәәти фил-ғүкәд
5. Үә миң шәрри хәәсидин иҙәә хәсәд
Мәғәнәһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бисми-лләһи-ррәхмани-ррәхим!
- Әйт: «Таң Раббыһы Аллаһыға һыйынамын,
- яралтылған нәмәләрҙең яуызлығынан,
- һәм донъяны ҡараңғы ҡаплап алған ваҡыт яуызлығынан,
- һәм төйөндәргә өрөүселәрҙең яуызлығынан,
- һәм көнләшеүсе кешенең көнләшеп ғәмәл ҡылыуынан Аллаһыға һыйынам».
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Ғәйшә р.ғ-нән тапшырыла
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡөрьән Кәрим – башҡорт, татар, урыҫ телдәренә тәржемәләр.
- Ҡөрьән Кәрим (транскрипциялар) //мөх. Нурмөхәмәт Сөйәрғолов // - Стәрлетамаҡ, ҡала типографияһы, 2007,609 бит.
- Тәсһилүл бәйән (Ҡөрьән Кәримдең еңеләйтелгән аңлатмаһы), 1-4 томдар – Ҡазан, 2004
Был Ҡөрьән тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |