Эстәлеккә күсергә

Википедия:Ҡоролтай: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Visem (фекер алышыу | өлөш)
283 юл: 283 юл:
# мероприятия по популяризации идеологии и технологии проектов Викимедиа
# мероприятия по популяризации идеологии и технологии проектов Викимедиа
# развития проектов Викимедиа на не представленных языках народов мира
# развития проектов Викимедиа на не представленных языках народов мира

=== [[Ҡатнашыусы:Visem|Visem]] ===
* Совместные усилия и отсутствие разногласий (или их минимизация) в формировании общих целей
* По моему мнению, важен свободный доступ к свободным знаниям (интернет не должен превращаться в средство контроля за человечеством) и проекты Викимедиа, как одни из ведущих проектов в Интернете, должны формировать и популяризировать указанную интернет-политику безопасности пользователей сети
* Расширение доступа к свободным знаниям через дальнейшее наполнение Википроектов. При этом важно включать процессы выравнивания в отношении языковой политики (с этим пока есть проблема)
* Понимание важности сделаного каждым волонтером, а также популяризация движения
* Важно уделить больше внимания разным языкам, что позволит привлечь большее количество волонтеров с разных регионов (сегодня, к сожалению, в работе движения Викимедиа сильно доминирует английский и по сути мало делается для возможности доступа межкультурного и международного общения и обмена опытом для большого количества Вики-волонтеров).
* Тем же чем и сейчас, но сможем значительно усовершенствоваться. Важно выбирать правильные подходы.
--[[Ҡатнашыусы:Visem|Visem]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Visem|әңгәмә]]) 21:31, 15 март 2017 (UTC)

21:33, 15 март 2017 өлгөһө

Яңы башлаусыларға · Берләшмә · Порталдар · Наградалар · Проекттар · Һорауҙар · Баһалау
Ҡыҫҡа эске йүнәлтеү һылтанмаһы ВП:ҠОР
Башҡорт Википедияһы Ҡоролтайына рәхим итегеҙ!
Башҡорт телендәге Википедияла ҡатнашыусылар Ҡоролтайына рәхим итегеҙ. Бында һеҙҙе борсоған төрлө һорауҙарҙы бирә йәки кемдер биргән һорауға яуап яҙа алаһығыҙ. Һорауығыҙ бөтә ҡатнашыусыларға ҡағылһа ғына бында яҙығыҙ. Әгәр кемгәлер шәхси һорауығыҙ булһа, уның аралашыу (фекерләшеү) битендә һорау биреүегеҙ яҡшыраҡ булыр. Һорау йәки яуап яҙыр өсөн өҫтә булған «Сығанаҡ кодты үҙгәртергә» һүҙенә баҫығыҙ. Һорауығыҙҙы яҙғас, имза һалырға ла онотмағыҙ. Имза ҡуйыу өсөн үҙгәрештәр индерә торған урындың өҫкө яғында торған зәңгәр ҡәләмле төймәгә баҫырға кәрәк.
Requests for the bot flag should be made on page Wikipedia:Бот тамғаһына ғаризалар.
Архив
Архив
Фекер алышыу архивы:

2017 йылға рәсемдәр

2017 йылға, аҙна һайын алышынып тора торған, рәсемдәр һайлағыҙ. Файлдың исемен ошонда яҙып яҙығыҙ.

Рәсемдәр Викимилектә булырға тейеш, яҙып ҡуйыу өлгөһө: {{Аҙналағы рәсем әҙерләмә|Bashkirs.jpg|300px|Милли кейемдә башҡорттар, 1872 йыл.}} --ZUFAr (әңгәмә) 17:42, 2 ғинуар 2017 (UTC)[яуап бирергә]

Популярные статьи 2016

Приветствую участников проекта. Я составил статистику числа просмотров статей в 2016 году: Википедия:Популярные статьи/2016. --Emaus (әңгәмә) 02:26, 8 ғинуар 2017 (UTC)[яуап бирергә]

Спасибо, Emaus! Очень интересная статистика.--ZUFAr (әңгәмә) 03:57, 8 ғинуар 2017 (UTC)[яуап бирергә]

Sorry for writing in English.

Dear Bashkir community,

Last year your community participated at CEE Spring in Bashkortostan and we invite you to participate in this year's contest! Local organisers, please subscribe to the mailing list at https://lists.wikimedia.bg/mailman/listinfo/ceespring-localorganisers, add your community at the Meta page with the participants and discuss this year's edition of the contest on its talk page (Talk:Wikimedia CEE Spring 2017/Participants). There you will also find information on some of the things expected from the local organisers. We are looking forward to reading from you soon!

On behalf of the international organisers, -- ( Ата, әңгәмә) 22:07, 16 ғинуар 2017 (UTC)[яуап бирергә]

Thank you, Ата. be sure to look. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 07
40, 17 ғинуар 2017 (UTC)
Гугл-перевод

Дорогой Башкирский сообщество, В прошлом году ваша община участвовала в Центральной и Восточной Европе весной в Башкортостане, и мы приглашаем Вас принять участие в конкурсе в этом году! Местные организаторы, пожалуйста, подпишитесь на список рассылки в https://lists.wikimedia.bg/mailman/listinfo/ceespring-localorganisers, добавьте свое сообщество в мета-странице с участниками и обсудить издания в этом году конкурса на своей странице обсуждения (Обсуждение: Wikimedia CEE Spring 2017 / Участники). Там вы также найдете информацию о некоторых из вещей, ожидаемых от местных организаторов. Мы с нетерпением ждем, чтобы чтение с Вами в ближайшее время!

Уважаемый коллега,

Большое спасибо всем и каждому, кто вносит свой вклад в развитие Разделов Википедии на языках России.
В этом выпуске:


Подписаться/Отписаться. Готовы поделиться своими новостями или опытом? добавляйте ссылку в следующий выпуск!

Dear colleague,

Great thanks go to each and everyone contributing into developing Wikipedias in the languages of Russia.
In this issue:

Subscribe/Unsubscribe. Ready to share own news or valuable experience? Add a link into the next month issue!

--Frhdkazan (әңгәмә) 14:50, 19 ғинуар 2017 (UTC)[яуап бирергә]

Проект:Юбилярға Википедия бүләге

Яңы проект тәҡдим итәм. Юбилярҙар Википедия иғтибарынан ситтә ҡалмаһын ине. Проект сиктәрендә төҙөлгән һәм аныҡлаштырлған мәҡәләләрҙең фекерләшеү битенә махсус ҡалып ҡуйып билдәләйек. Ул ҡалыпты эшләргә кәрәк. Юбилей айы һәм бер ай алда төҙөлгән мәҡәләләр проект сигендә эшләнгән (аныҡлаштырылған) тип иҫәпләйек. Һеҙҙең фекерҙе беәлһе килә, викиарҡаҙаштар! Проект буйынса фекерләшеү:Юбилярға Википедия бүләге#Проект тураһында битендә яҙығыҙ --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 11:47, 21 ғинуар 2017 (UTC)[яуап бирергә]

Раян яҙа: Сәләм! Может заодно обновите оформление Заглавной страницы. Варианты:

Увы, не располагаю временем и желанием. Пока мысль добавить блок юбиляров с круглой датой рождения (0 и 5 лет), начиная с 50 летного возраста, т.к. сложно показывать всех родившихся в этот день. Притом, хочу показывать только юбиляров касательно Башкортостана. Для этого придется создать файлы с пятилетним интервалом 0+5, 1+6, 2+7, 3+8, 4+9. Всего 1825 = 5*365. Однако, список одного дня может оказаться достаточно большим. Поэтому хочу сделать с возможностью прокрутки списка, если список больше определенного количества строк информации. При таком подходе будет интересней, на мой взгляд. Своеобразный подарок юбилярам. И сможем охватить всех людей, имеющих признание государства или общества. Это желание возникло от постоянных предложений выделить лучших из числа лучших. Надо показывать всех. Общим оформлением главной страницы можно будет заняться попозже. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 09:30, 25 ғинуар 2017 (UTC)[яуап бирергә]

Викиосрашыу, 18 февраль 2017 йыл, Өфө

Викиарҡаҙаштар! Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә (21 февраль) бағышлап, үткән йылға йомғаҡ яһап, киләсәккә маҡсаттар билдәләп, әүҙемдәрҙе маҡтап, битарафтарҙы хурлап, көҙгө бәйгеләр алдынғыларын ҡотлап, кемделер бүләкләп, кемделер өгөтләп, яҙғы бәйгеләргә фатиха биреп, күңелдәрҙе елкетеп, иҙәндәрҙе һелкетеп, ғәҙәттәгесә СӘЙЛӘП алайыҡ әле. Баш ҡалабыҙҙың Цурюпа урамындағы «Иҙел» кафеһы хеҙмәткәрҙәре википедистарҙы шул тиклем һағынған, хатта шәмбе көн, 18 февраль, беҙҙең өсөн генә эшкә сығырға ла ризалар. Көндөҙгө сәғәт ун икегә өҫтәл әҙерләп ҡуярбыҙ, тинеләр.

Йылға йомғаҡ яһау сараһында ҡатнашыусылар күберәк булһын ине. Йомғаҡтарҙы һәм маҡстатарҙы раҫларға, Башҡортостан викимедиаслары төркөмөнөң идара ағзаларын һайларға кәрәк. Зинһар, ситтә тороп ҡалмағыҙ. Сәйләүҙә булғандар 2017 йылда ла Башҡортостан викимедиасылары ағзаһы тип иҫәпләнер.

Өҫтәл янына нисә ултырғыс ҡуйыу кәрәклеген билдәләү өсөн, зинһар, сарала ҡатнашыусылар исемлегенә теркәлегеҙ. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 13:48, 21 ғинуар 2017 (UTC)[яуап бирергә]

Приглашение на Вики-весна 2017 года

Извините что по русски.

Дорогое сообщество,

В прошлом году к сожалению ваша общность пропустила участвовать в состязание Вики-весна и мы приглашаем вас принять участие в конкурсе в этом году! Если кто-нибудь хочет стать местным организатом, пожалуйста, подпишитесь на список рассылки на https://lists.wikimedia.bg/mailman/listinfo/ceespring-localorganisers, добавьте свое сообщество в мета-странице с участниками и обсудите издания конкурса на странице обсуждения (Talk:Wikimedia CEE Spring 2017/Participants). Там вы также найдете информацию о некоторых вещей, которых мы ожидаем от местных организаторов. Мы с нетерпением ждем ответа в ближайшее время!

От имени международных организаторов,--Алиса Селезньова (әңгәмә) 19:32, 7 февраль 2017 (UTC)[яуап бирергә]

Алиса Селезньова, Вообще то волонтеры БашВики не пропустили конкурс, а участвовали. Однако, конкурс оставил недобрые впечатления в части выполнения взятых обязательств со стороны международных организаторов. По моим сведениям РуВики и СахаВики так и не получили заявленные 400 Евро призовых. БашВики получил призовые с задержкой на один месяц от заявленного. Только за счет настырности с моей стороны и поддержки руководства ВМРУ господин Бартов перечислил свои деньги вместо казначея Викимедиа Польша. В случае нашего участия нужен координатор с железными нервами. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 04:18, 8 февраль 2017 (UTC)[яуап бирергә]
Уважаемый коллега,

Большое спасибо всем и каждому, кто вносит свой вклад в развитие Разделов Википедии на языках России.
В этом выпуске:

Подписаться/Отписаться. Готовы поделиться своими новостями или опытом? добавляйте ссылку в следующий выпуск!

Dear colleague,

Great thanks go to each and everyone contributing into developing Wikipedias in the languages of Russia.
In this issue:

Subscribe/Unsubscribe. Ready to share own news or valuable experience? Add a link into the next month issue!

--Frhdkazan (әңгәмә) 13:48, 16 февраль 2017 (UTC)[яуап бирергә]

На заметку

Коллеги, делюсь находками на случай если найдёте полезным использовать аналогичные в своём проекте (ссылки на страницы в татарВП):

С уважением, --Frhdkazan (әңгәмә) 05:55, 21 февраль 2017 (UTC)[яуап бирергә]

Ватанды һаҡлаусылар көнө менән!

  • Башҡорт Википедияһының хөрмәтле хаким, бей һәм ябай ирекмән ир-егеттәре!!!

Һеҙҙе Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Был көн БашВики ир-азаматтары һәм улар яҡҡан усаҡты дөрләтеп тороусы ҡатын-ҡыҙҙар өсөн уғата ла әһәмиәтле, сөнки һеҙ көн һайын, сәғәт һайын, минут һайын тыуған Ватаныбыҙҙың айырып алғыһыҙ өлөшө булған тел һағында!!! Илһам телгә килгәндә - хатта пушкалар тынып торған кеүек, милләттәштәребеҙ илһамланып туған телендә күпләп аралаша, виртуаль энциклопедияла башҡорт теле аша халҡыбыҙ туплаған ғилемде киләсәк быуындарға тапшырһа, пушкалар ғына түгел, тотош ғаләм беҙҙең башҡорт телебеҙҙе тыңлап тынып ҡалыр, Аллаһ бойорһа! Ошо изге эшегеҙҙә арымай-талмай алға барыуығыҙҙы, маҡсаттарығыҙға өлгәшеү өсөн ныҡлы сәләмәтлек, ғаиләләрегеҙҙә лә, БашВикиҙа ла тылығыҙҙың ныҡ, иң ауыр ваҡытта ла һеҙҙең арҡағыҙға ышыҡланып шым ғына «патрон-мәҡәләләр» менән тәьмин итеп тороусы арҡаҙаштарығыҙҙың күп булыуын теләйбеҙ!!!

Һеҙ — иң шәп кешеләр! Беҙ һеҙҙең барығыҙҙы ла яратабыҙ!!!

P.S. Килешмәүселәр һәм төҙәтеү индереүселәр, өҫтәп фекер яҙыусыларҙың инициативаһы хуплана --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 11:50, 22 февраль 2017 (UTC)[яуап бирергә]

Научные труды

БашВикила ике төрлө яҙылышы бар: «ғилми хеҙмәттәре» 298 тапҡыр ҡулланыла — һәм «фәнни хеҙмәттәре» — 206 тапҡыр. Ҡайһыһын ҡалдырабыҙ? --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 17:26, 23 февраль 2017 (UTC)[яуап бирергә]

  • Был ике һүҙ синоним булараҡ ҡулланыла, мәғәнә яғынан әллә ни айырма юҡ. «Фәнни хеҙмәттәр» беҙ өйрәнгән «фән» һүҙенә яҡыныраҡ, «ғилми» - иҫкерәк булып ҡабул ителә. Фәндәр академияһы, фән кандидаты, фән докторы тигәндәр ҡулланыла бит, әйҙә шулар янына иш булһын. Мин «Фәнни хеҙмәттәр» яҡлы. --Айсар (әңгәмә) 18:01, 23 февраль 2017 (UTC)[яуап бирергә]
  • Энциклопедияның тәржемә буйынса советы ағзалары ошо турала фекер алышҡанда айырмаһы ошолай билдәләнде: саф наука - фән, практик тикшеренеүҙәр менән барғаны - ғилем була. Ошо айырмаға таянып фекер йөрөткәндә, хеҙмәтте нигеҙҙә ниндәйҙер тикшеренеүҙәргә таянып яҙғас, уның ғилми булыуы, бәлки, дөрөҫөрәктер. Фәнни хеҙмәт - саф теория, саф фән буйынса яҙылғандар тип уйлағанда, ундай хеҙмәтте иң абстракт фән булған математика өлкәһе ғалимдары ғына яҙа алалыр ул. Физика, химия, әйтәйек, ғәмәли күренештәрҙе тикшереп үҫә. Был минең үҙ фараздарым, йәғни башта әйткән фекерҙе үҫтереүем генә. Дөрөҫ булмауы ла бар. Үҙемә ҡалһа, был ике һүҙҙең айырмаһын әллә ни күрмәй торғайным.

Шунан фәнде белем тип булмай, ә ғилемде белем тип була - белем алыу - ғилемгә өйрәнеү, әммә белем алыуҙан фәнгә бик алыҫ әле. Бәлки, ошондайыраҡ градация ла үткәреп булалыр: иң өҫтә ятҡаны, һәр кем үҙләштерерҙәйе - белем; белемдән юғарыһы - ғилем; иң үргеһе - фән. Бына шул күҙлектән ҡараһаҡ, Өфө ғилми үҙәге түгел, ә Өфө фәнни үҙәге тиеү ҙә үҙен аҡлай. Унда ғилем генә түгел, ә фән өйрәнелә һәм эшләнә. --Alfiya55 (әңгәмә) 06:43, 26 февраль 2017 (UTC)[яуап бирергә]

1-се онлайн дәрес

1-се онлайн дәрес буйынса зачет алығыҙ. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 04:34, 24 февраль 2017 (UTC)[яуап бирергә]

Башҡорт алфавитында ла булған Ё хәрефен мәҡәләнең исемдәрендә, «Е» менән йүнәлтеү битен төҙөп, мотлаҡ ҡулланырға кәрәктер (‎Петр һәм Павел сиркәүе (Таш Кисеү-Каменный Брод), Петр һәм Павел сиркәүе (Старочеркасск), ‎Петр I һәйкәле (Аҙау), ‎Петр һәм Павел сиркәүе (Таганрог), ‎Петр казармалары (Таганрог))--Ryanag (әңгәмә) 06:25, 28 февраль 2017 (UTC)[яуап бирергә]

Вики-өләсәйҙәрме, вики-ағинәйҙәрме?

Вики-өләсәйҙәр төркөмөн ойоштороу идеяһы Ижевский семинары алдынан тыуып, унда бырғас нығынып ҡуйҙы: удмурттарҙың "Бурановские бабушки" әртистәре бөтөн донъяны шаулатҡанды, беҙҙең өләсәйҙәрҙең быға хәленән килмәйме ни? Тик башҡорттарҙың йүнәлеше икенсе төрлөрәк булырға тейеш! Был тема семинарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы һәм шунда уҡ социаль селтәрҙәрҙә лә, башҡа мәғлүмәт сараларында ла таралды. Питер конференцияһында өләсәйҙәр темаһы төп урындырҙың береһендә торҙо тиһәм дә хата булмаҫ. Рәсәй генә түгел, донъя википедистары БашВики тигәндә, Вики-өләсәйҙәрҙе күҙаллай. Өләсәйҙәр матур булып ойошто, эшләрлек ҡеүәттәре лә, теләктәре лә бар. Әммә бер төркөмдө бүлгеләп, яртыһын өлсәйҙәр, яртыһын ағинәйҙәр тип атап булмай, шуға күрә, исемен алмаштырырға теләһәгеҙ, АЛҒА! Һәм был турала иҫкәртеү мәғлүмәтен дә бирергә һәм яңы координатор билдәләргә кәрәк булыр. Исем алмаштырырға теләһәгеҙ, фекерегеҙгә  Риза йәки  Ҡаршы тип тә өҫтәп ҡуйығыҙ. --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 09:16, 28 февраль 2017 (UTC)[яуап бирергә]

  • Вики-ағинәйҙәр абруйлыраҡ, мәҙәнилерәк ишетелә һәм яңғырай, минеңсә!  Риза Рәшиҙә Ғизәтуллина
  • "Аҡһаҡал" һүҙе рус теленә инеп киткән тәржемәһеҙ, бәлки "ағинәй" ҙә башҡорт бренды булып таралып китер Википедия аша.  Риза --Лилиә (әңгәмә) 09:42, 28 февраль 2017 (UTC)[яуап бирергә]
  • Ағинәй тигәндә аҡ яулыҡлы, сал сәсле, һуғыштарҙы туҡтатырлыҡ абруйы булған дини әбейҙәр күҙ алдына килә. Өләсәйҙәр инде - бөтә өлкән кеше лә өләсәй, беҙҙең кеүек төрлө темаға, шул иҫәптән башҡа диндәр йә иманһыҙ ғына көнбайыш артистары тураһында ла мәҡәләләр эшләгән кешеләр булырға мөмкин улар араһында. Быныһы объектиыраҡ ҡарашҡа. Ә минең үҙемдең субъектив ҡарашҡа - миңә ағинәй ҙә, өләсәй ҙә килешмәгәндәй. Икеһе лә оҡшамай, икеһе араһында ағинәй бөтөнләй оҡшамай. Просто викиәбейҙәр йә викиинәйҙәр генә булһа ла ярар ине. Ләкин беҙҙең викиөләсәйҙәр билдәлелек алып өлгөргәс, уныһына ла ҡаршы түгелмен. Викиағинәйҙәргә  Ҡаршы. --Alfiya55 (әңгәмә) 09:50, 28 февраль 2017 (UTC)[яуап бирергә]
  • Викиөләсәй тип донъя шауланы бит инде, артҡа юл юҡ))) Урыҫ әйтмешләй - назвался груздем,полезай в кузов! Викиолясяй, вперед!!! Ҡаршы Ҡатнашыусы: Гөлзаһира
  • Минеңсә нисек аталһа ла ярай, әммә икенсе йыл бер кем «викиҡәрсәй» йәки «викинәнәй» тип исем үҙгәртергә тәҡдим итһә тағы ла үҙгәртәһегеҙме? Ҡыҙыҡһыныусылар өсөн селтәрҙәге мәғлүмәт: Әсәйме, әллә инәйме?, Названия матери (1-се һүрәт), бабушки (2-се һүрәт).--Ryanag (әңгәмә) 10:28, 28 февраль 2017 (UTC)[яуап бирергә]
  • Беҙҙең вики-өләсәйҙәр барыһы ла өләсәй, ағинәй статусы ары торған кеүек. Вики-ағинәйҙәр тип әйтһәң, «и швец, и жнец и на дуде игрец» була түгелме? Тормоштағы өләсәй һымаҡ, вики-өләсәйҙәр ҙә башҡорт рухын БашВикила һаҡлай. Башҡа википедистар ҙа беҙҙең вики-өләсәйҙәрҙә нәҡ өләсәйҙе күреп, һоҡлана бит. Атаманы алмаштырыуға  Ҡаршы.--Ләйсән (әңгәмә) 10:37, 28 февраль 2017 (UTC)[яуап бирергә]
  • Бөтә Башҡортостан буйлап Ағинәйҙәр клубтары таралған, өләсәйҙәр клубы тигәнде әле ишеткән юҡ. Фольклор, милли биҙәк менән шөғөлләнгәндәрҙең ағинәйҙәр исемен йөрөтөргә хоҡуҡтары бар, ә Викиҙа йыйылған белемле, компьютерҙы белгән, милләтте халыҡ-ара кимәлдә күтәргән уҡытыусыларҙың ағинәй булырға хоҡуғы булмай сыҡты.--Лилиә (әңгәмә) 17:35, 28 февраль 2017 (UTC)[яуап бирергә]
  • Вики-оләсәй булып ҡалһын. Бик тә ғорур яңғырай.Алыштырырға бер зарурлыҡ та күрмәйем. Һәр ҡыҙ бала -ул буласаҡ әсәй, оләсәй. Ә Ағинәй ул - Ил инәһе!Улар бөртөк кенә. Атаманы алмаштырыуға  Ҡаршы--Һәҙиә(әңгәмә) 11:44, 1 март 2017 (UTC)[яуап бирергә]
  • Ауылдағы ағинәйҙәр клубына яҙылырға тура килер инде. Ауыл һайын таралған бөртөктөр араһында йөрөр өсөн булһа ла. Сигеү сиккәндә ауыл хәбәрҙәрен һөйләп ултырырмынмы, сәхнәгә сыҡҡанда батырлыҡ өсөн ҡойоп бирерҙәрме, иң мөһиме өлгөлө булып иҫәпләнермен, сөнки ағинәй исемен йөрөтәсәкмен. --Лилиә (әңгәмә) 08:23, 1 март 2017 (UTC)[яуап бирергә]
    • Лилиә апай, үҙегеҙ үк айырмаһын күрһәттегеҙ түгелме вики-өләсәй менән ағинәйҙәр араһында? Өләсәй клубтары юҡ, сөнки һәр бер баланың өләсәһе бар: ҡарай, өйрәтә, тәрбиә бирә, әкиәт һөйләй һ.б. Вики-өләсәйҙәрҙең дә маҡсаты шул бит: киләсәк быуынға мираҫ ҡалдырыу - башҡорт телен, тарихын, йолаларын һәм башҡаһын. Үҙегеҙҙе ағинәй тип һанағыҙ килә икән, нимә ҡамасаулай? Исем алмаштырыуҙан нимә үҙгәрә? Инде донъяға танылған бит һуң Вики-өләсәйҙәр!--Ләйсән (әңгәмә) 09:04, 1 март 2017 (UTC)[яуап бирергә]
  • Өләсәйҙәр өйҙә була шул ул. Йәмәғәтселектә башҡарылған эш - өләсәй эше түгел. Донъяны шаулатҡан мәҡәләләрегеҙҙе уҡып сыҡтым: "есть, впрочем, и мужчины, название Вики-бабушки всё-таки условное). Причём главным образом — из имеющих опыт социальной работы и работы с информацией (учителя, журналисты)" тигән һүҙҙәргә иғтибар итегеҙ, условный тиелгән. Бәлки бөтәһе лә ҡабул итерлек исем алайыҡ "Башвики мөғәллимдәре" тигән. Журналистар ҙа, уҡытыусылар ҙа халыҡҡа аң-белем тарата, был һүҙ ирҙәрҙе лә үҙ эсенә ала. Ҡатын-ҡыҙҙың йәшен һорамайҙар тигән ҡағиҙә юҡтан ғына сыҡмаған бит. Элек "пенсия по старости" тигәнде лә бит дәүләт кимәлендә по возрасту тип алмаштырҙылар, "потому что это оскорбляет слух" тип яҙып сыҡтылар. Милләт кимәлендә лә кемдер бит ҡатын-ҡыҙҙар йыйылған клубтарға деликатно ғына "ағинәйҙәр клубы" тип исем биргән. Ә бында юғары белемлеләр йыйылған ойошмала "царит дурной тон". Милләтебеҙҙе халыҡ-ара кимәлдә күтәргән Гүзәл Ситдиҡова, Рәшиҙә Ғиззәтуллиналарға оҡшамай икән, тимәк, уйланырға кәрәктер. Ғөмүмән, бер нисә кеше оҡшатмаған термин булып сыҡҡан икән, үҙенән-үҙе ҡулланыуҙан алып ташланырға тейештер, мәктәптә "право вето" тигәнде өйрәндек, был осраҡта ла шул булырға тейеш. Оҡшамағас, был термин булманы, ә исем аташыу булып сыҡты. Исем аташыуҙың, ғәҙәттә, дауамы була... Бәхәскә ҡуйылырға ла тейеш түгел ине был һорау, тик ни эшләйһең, ҡайһы берҙәрҙең амбицияһы көслө икәнен мин Янғантауҙа уҡ күрҙем. Бәхәскә ҡуйылған хәлдә лә йәштәр ҡыҫылырға тейеш түгел ине. Пенсионерҙар үҙҙәре генә бәхәсләшһә, оялыу хисе кисермәҫ инем мин башҡалар өсөн. Ирҙәрҙең был әңгәмәгә ҡыҫылыуы - бөтөнләй моветон. Өләсәй һүҙе ҡалҡып сыҡҡас, кемдер (исемен атамайым): "Сәй эсергә ана өләсәйҙәр бар" тигән һүҙ ташламаҫ ине, нейтраль һүҙ булһа --Лилиә (әңгәмә) 11:45, 1 март 2017 (UTC)[яуап бирергә]
  • АТААҠ, БЫНДА ҠАЙҺЫЛАЙ ҠАТЫ БӘХӘС булған))) Юҡ, мин ҡаршы түгелмен ул вики-өләсәй тигәнгә, өләсәй һүҙен һәләк яратам, 39 йәшем тулыуға өләсәй булдым да, "Башҡортостан" гәзитендә минең турала бирелгән мәҡәләгә ейәнсәрем менән фото ла бирҙем әле ул шул йылы уҡ)) Нисек атаһағыҙ ҙа атағыҙ, эшләйек, үрнәк күрһәтәйек кенә. Мине Питерҙа Викибабушка тип атағандар тип ФБ-та яҙғас, киреһенсә, френдтар килештермәне). Ысынлап та, Бабушка тигәнде күпселек өй эсенән, өй эшенән артмаған бик яҡшы күңелле, әммә донъянан артта ҡалғаныраҡ, йәшкә лә бик оло зат итеп күҙ алдына килтерә.Ағинәй иһә халыҡ араһында һүҙе үткән, абруйлы, эшмәкәр ҡатын-ҡыҙ. Ағинәйҙәр хәрәкәтендә йәшенә ҡарамайҙар, эшенә ҡарайҙар. Йәғни, өләсәй тигәндә тәүге урында - ЙӘШ, ағинәй тигәндә тәүге урында - ЭШ. Атама закон менән железобетонный итеп ҡойоп ҡуйылмаған, хатта законды ла үҙгәртәләр, ана республика исеме генә нисә төрлөгә үҙгәргән. Ағинәй һүҙе башҡортса матур яңғырай, тик русса ҡулланғанда аңлашылмаясаҡ. Аксакал тигәнгә өйрәнгәндәр, бәлки яңы һүҙгә лә өйрәнерҙәр. Ҡыҫҡаһы, миңә барыбер, тик Викиаксакалы,Викиагинай - нисектер йәтеш кеүек.Олатайҙарҙы Викидедушки тибеҙме һуң хәҙер әтеү?)---Гүзәл Ситдиҡова (әңгәмә) 03:15, 9 март 2017 (UTC)[яуап бирергә]
  • Бәхәсле әңгәмәне ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уҡып сыҡтым.Фекерҙәр бик тәрән һәм уйланылған. Дәлилле. Шуға күрә, тағы бер ҡат үлсәп, фекеремде яҙмаҡ булдым. Ысынлап та, ниндәй өлкәне алһаҡ та, беҙҙең бер етешһеҙ еребеҙ бар: тиҙ генә тарҡалыуға дусар булабыҙ. Тәүге вариант ниндәйҙер идея менән тыуған бит: йәш үҙенсәлектәре лә иҫәпкә алынған, өй шарттарында эшләү ҙә, өләсәйҙәрсә, йылы ғына үҙ-ара мөнәсәбәттәр булдырып, бер-беребеҙҙе хәстәрләшеү ҙә...Шулай булғас, ҡалһын тәүге вариант! Тик томалға үҙгәрешмәйек, яттар алдында даимилыҡ һаҡлау - ышаныслылыҡ сифаты, был урында уңышлыраҡ булыр! Мостай ағай әйтмешләй, "Елберҙәмә һәр бер иҫкән елгә, елберҙәмә, уҫаҡ түгелһең!" Ағинәйҙәр хәрәкәте - ул башҡа ойошма, башҡа маҡсаттар менән барлыҡҡа килгән. Барыһын да төптән уйлап, аҙаҡҡы тәҡдимем: атаманы алмаштырыуға Symbol oppose vote.svg Ҡаршы--вики-өләсәй Рәшиҙә Ғизәтуллина, Бөрйән районының ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе

Мин дә Викиөләсәй яҡлы. Шулай ҡалһын.)---Аҡҡашҡа 23:28, 15 март (UTC)

Бөгөн, ниһәйәт, Викимедиа Фондына ҡушылыу комитеты тарафынан Эрзә телендә яҙыусы викимедиясылар төркөмө теркәлде. Был беҙҙең өсөн дә бик ҡыуаныслы, сөнки төркөмдә беҙҙең дә өлөш бар. Эрзә дуҫтарға ҡуйылған маҡсаттарына ирешергә, беҙҙең төркөм кеүек татыу һәм тоғро дуҫтар табырға насип булһын! --ZUFAr (әңгәмә) 17:18, 1 март 2017 (UTC)[яуап бирергә]

Бына бер яҡшы яңылыҡ. Беҙ ҙә маладис, уларға ла уңыштар!--Ләйсән (әңгәмә) 17:21, 1 март 2017 (UTC)[яуап бирергә]
Фанфары!!!!!Барыбыҙға ла - АФАРИН!!!!!Быйыл ҡар күп булды, тағы ла лопаттар менән ярҙам итербеҙ инде))))--З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 17:27, 1 март 2017 (UTC)[яуап бирергә]
:: Яҡшы хәбәрегеҙгә рәхмәт! Ауыҙығыҙға бал да май!!! --Азат Хәлилов (әңгәмә) 17:30, 1 март 2017 (UTC)[яуап бирергә]
Дорогие, друзья!!! Однополчане-википедисты!!! Огромное спасибо за поддержку! Именно вам всем, башкирским друзьям, спасибо за энергию, за энтузиазм, пример и веру!!! Ведь хороший пример заразительный!!! Мне тоже захотелось, чтобы к башкирским «вики-бабушкам» приезжали в гости эрзянский «вики-дедушки» или соседки «вики-бабушки»)))) Планируем сотрудничество и совместную работу, обязательно приедем в эрзянские деревни Башкортостана с семинаром, и для фиксации материалов!!! --Erzianj jurnalist (әңгәмә) 17:42, 1 март 2017 (UTC)[яуап бирергә]

День рождения / День смерти

Ҡалып-карточкалар:Шәхестәр -ҙә День рождения / День смерти төшөнсәлере буйынса фекер алышырға саҡырам. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 06:57, 7 март 2017 (UTC)[яуап бирергә]

8 март ҡотлауҙары!!!

Тығыҙ сафта — милләтебеҙ күрке
Беҙ үҙебеҙ — көслө күс!
  • Һаумыһығыҙ, ҡатын-ҡыҙ туғандар! Үҙебеҙҙең шәп байрам менән ысын күңелдән ҡотлайым! Алдығыҙға ҡуйған бөтөн аҡ хыялдарығыҙ, ниәт-өмөттәрегеҙ тормошҡа ашһын! Википедияла эштәребеҙ ырамлы барһын, үҫеш һәм уңыш юлында булайыҡ! Аҡҡашҡа
  • Донъя даирәһендә тупланған аң-белемде туған халҡына таратыусы барлыҡ гүзәл заттарҙы Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотлайым! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, ғаилә именлеге, бөтә изге хыялдарығыҙҙың тормошҡа ашыуын теләйем.--Ryanag (әңгәмә) 22:19, 7 март 2017 (UTC)[яуап бирергә]
  • Башҡортостан вики-һылыуҙары! Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайым! Һеҙ бар донъяға өлгө булып тораһығыҙ. Артабан да шулай бергә булайыҡ. Илгә тыныслыҡ, һеҙгә ҡаҡшамаҫ таҙалыҡ, ниәттәрҙең нейтелгәнен:) теләп ҡалам. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 02:48, 8 март 2017 (UTC)[яуап бирергә]
  • Байрам менән! Эштәрегеҙ уң, юлдарығыҙ тура булһын! --ZUFAr (әңгәмә) 02:56, 8 март 2017 (UTC)[яуап бирергә]
  • Вики-апайҙар, вики-һеңлеләр! Барығыҙҙы ла 8 март байрамы менән ҡотлайым! Һаулыҡ, бәхет, Башҡорт Википедияһын үҫтереүҙә уңышлы эш теләйем!MORATSOLTAN
  • Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар! Яҙҙың тәүге байрамы менән ихлас күңелдән тәбрик итәм! Ҡотлауҙарға ҡушылып, барығыҙға ла юғары ижад ҡомары теләйем. Һөйөп-һөйөлөп йәшәгеҙ был гүзәл донъяларҙа! --Айсар (әңгәмә) 03:26, 8 март 2017 (UTC)[яуап бирергә]
    • Вики-ағайҙар, егеттәр! Вики-апайҙар! Барығыҙға ла ҡотлауҙарығыҙ өсөн рәхмәт. Бар теләктәр тормошҡа ашһын! Донъяны йәмләндереп йәшәйек! --Ләйсән (әңгәмә) 15:26, 8 март 2017 (UTC)[яуап бирергә]
    • Рәхмәт ҡотлауҙарығыҙға! Һеҙһеҙ беҙгә күңелһеҙ, беҙһеҙ һеҙгә тыныс түгел, әйҙә, шулай бер-беребеҙҙең күңелен күтәреп, тынысландырып, бергә эшләйек, айырым йәшәйек (һәр кем үҙ өйөндә тием инде)))!--З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 15:29, 8 март 2017 (UTC)[яуап бирергә]

Башҡорт Википедияһы ирекмәненә - республика премияһы!!!

Ҡотлайым! Бына бит байрам бүләге! --ZUFAr (әңгәмә) 17:11, 8 март 2017 (UTC)[яуап бирергә]

Преамбула

Аҙнаҡаева Рәйлә Шәрәфи ҡыҙы һәм Леонтьев Алексей Фёдорович мәҡәләләрҙә определения термина статьи, йәғни беренсе абзацы яҙылмаған. Эшләп бөтөрөп ҡуйығыҙ.--ZUFAr (әңгәмә) 18:01, 12 март 2017 (UTC)[яуап бирергә]

  • ✔ Эшләнде

Викимедиа хәрәкәте Стратегияһы

Викимедиа хәрәкәтенең 2030 йылға тиклем Стратегияһы буйынса фекер алышыу башланды. Беренсе этап 15 апрелгә тиклем. Башҡортостан викимедиасыларын да фекер алышырға саҡыралар. Фекерҙәрҙе үҙебеҙҙә дөйөмләштереп А һуҡмағы аша еткерергә тәҡдим итәләр. Шул уҡ ваҡытта һәр кем үҙ аллы В һуҡмағы аша фекерен әйтә ала. Беҙгә лә ҡушылырға кәрәктер. Ҡатнашыусы:Borovi4ok, Ҡатнашыусы:Ryanag, Ҡатнашыусы:Visem беҙҙең фекерҙе еткерергә ярҙам итәрҙер. Урыҫ Википедияһындағы фекерҙәрҙе ҡарап барырға булыр. Нимә әйтерһегеҙ? --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 17:50, 15 март 2017 (UTC)[яуап бирергә]

Главный вопрос данного обсуждения можно понять по-разному:

  • Что должно направлять нашу совместную работу в ближайшие 15 лет?
  • Как мы хотим повлиять на мир в ближайшие 15 лет?
  • Какова самая важная цель в ближайшие 15 лет?
  • Что может направлять и вдохновлять наше движение в ближайшие 15 лет?
  • Как мы могли бы ускорить наше развитие в ближайшие 15 лет?
  • Чем мы будем известны в ближайшие 15 лет?

Рөстәм Нурыев 15 март 2017 (UTC)

  1. ???
  2. мероприятия по популяризации идеологии и технологии проектов Викимедиа
  3. развития проектов Викимедиа на не представленных языках народов мира
  • Совместные усилия и отсутствие разногласий (или их минимизация) в формировании общих целей
  • По моему мнению, важен свободный доступ к свободным знаниям (интернет не должен превращаться в средство контроля за человечеством) и проекты Викимедиа, как одни из ведущих проектов в Интернете, должны формировать и популяризировать указанную интернет-политику безопасности пользователей сети
  • Расширение доступа к свободным знаниям через дальнейшее наполнение Википроектов. При этом важно включать процессы выравнивания в отношении языковой политики (с этим пока есть проблема)
  • Понимание важности сделаного каждым волонтером, а также популяризация движения
  • Важно уделить больше внимания разным языкам, что позволит привлечь большее количество волонтеров с разных регионов (сегодня, к сожалению, в работе движения Викимедиа сильно доминирует английский и по сути мало делается для возможности доступа межкультурного и международного общения и обмена опытом для большого количества Вики-волонтеров).
  • Тем же чем и сейчас, но сможем значительно усовершенствоваться. Важно выбирать правильные подходы.

--Visem (әңгәмә) 21:31, 15 март 2017 (UTC)[яуап бирергә]