Эстәлеккә күсергә

Шаһмөхәмәтов Азат Ғәли улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Азат Ғәли улы Шахмөхәмәтов битенән йүнәлтелде)
Шаһмөхәмәтов Азат Ғәли улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 22 июнь 1977({{padleft:1977|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (47 йәш)
Тыуған урыны Үрге Бүлеү, Яҡут Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө дирижёр
Уҡыу йорто П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Шаһмөхәмәтов Азат Ғәли улы (22 июнь 1977 йыл) — хәрби музыкант, дирижер, полковник (2022). Рәсәйҙең Милли гвардия ғәскәрҙәренең өлгөлө-үрнәк оркестры начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2018).

Азат Ғәли улы Шаһмөхәмәтов 1977 йылдың 22 июнендә Яҡут АССР-ының Верхневилюйск (якут. Үөһээ Бүлүү, башҡортса Үрге Бүлеү) ауылында тыуған. Зөһрә менән Ғәли Шаһмөхәмәтовтарҙың ишле ғаиләһендә икенсе бала.

СССР тарҡалыуы менән, 1990-сы йылдар башында, Башҡортостанға күсеп ҡайтҡанда, йәш ғаиләлә 4 бала: 1971 йылғы Мәүжидә, Азат, 1980 йылғы Юлиә, 1986 йылғы Камил үҫеп килгән була. Ғәли ағай Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районы Ноғоман ауылынан, ә Зөһрә апай Балаҡатай районы ҡыҙы булғанлыҡтан, улар юл сатында ятҡан Салауат районы биләмәһенә ҡараған Мөрсәлим ауылын һайлай.

Азат Яҡутстанда уҡ музыка менән мауыҡҡанлыҡтан, һәләтле улдарын Өфө музыка тәрбиәләнеүселәр мәктәбенә (Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернаты) уҡырға бирәләр. Ныҡышмалы педагог Алексей Алексеевич Медведев етәкселегендә Азат һуҡма инструменттарҙа бик оҫта уйнай.

1995 йылда остазы кәңәше буйынса егет Мәскәүҙәге П. И. Чайковский исемендәге дәүләт консерваторияһының хәрби дирижёрҙар факультетына уҡырға инә. Уҡыуын тамамлағандан һуң, Өфөгә ул саҡтағы Хәрби осоусылар әҙерләгән Вертолёт мәктәбенә хәрби дирижёр булып ҡайта. Уҡыу йорто ябылғанлыҡтан, Азат Ғәли улы хәрби хеҙмәтен ваҡытлыса ҡалдырып тора.

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында дирижёр ассистенты булып эш башлай. Шул уҡ ваҡытта Өфө дәүләт сәнғәт академияһы эргәһендә симфоник оркестр йүнәлеше буйынса аспирантура (А. Людмилин класы) тамамлай.

2003 йылда ғаиләһе (ҡатыны Гүзәл һәм улы Арыҫлан) менән Ҡаһирә ҡалаһындағы Мысыр операһына (ғәрәп. ,,دار الأوبرا المصرية Dār el-Obra el-Masreyya, букв. «Мысыр опера йорто») дирижёр булып эшкә бара. Унда Йәсмин исемле ҡыҙҙары тыуа.

Мысырҙан ҡайтҡас, Киров ҡалаһында урынлашҡан ғәскәри частарҙың береһендә дивизияның оркестр хеҙмәте начальнигы итеп тәғәйенләнә.

Хәҙерге көндә полковник Азат Шаһмөхәмәтов Рәсәйҙең Милли гвардия ғәскәрҙәренең өлгөлө-үрнәк оркестры начальнигы.

2018 йылдың сентябрендә подполковник Азат Шаһмөхәмәтовҡа «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исем бирелде[1].

  • атаһы Ғәли Шаһмөхәмәтов
  • әсәһе Зөһрә Шаһмөхәмәтова
  • апаһы Мәүжидә Ғәли ҡыҙы, Салауат районы Малаяҙ күп функциональ үҙәгендә баш белгес булып эшләй, ике бала әсәһе.
  • һеңлеһе Юлиә Ғәли ҡыҙы, Мәскәү медицина университетын тамамлап, онкологияны дауалау йүнәлешен һайлаған белгес. Мәскәү ҡалаһында йәшәй. Ул үҫтерә.
  • энеһе Камил Ғәли улы Шаһмөхәмәтов та музыкант. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлағандан һуң, һуҡма инструменттар оҫтаһы булараҡ, «Барабанлы шоу» төркөмөнә етәкселек итә.
  • ҡатыны Гүзәл, Өфө ҡыҙы
  • улы Арыҫлан
  • ҡыҙы Йәсминә
  • ҡыҙы Әмирә
  • улы Асҡар

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ямалетдинова Лена. Парлы, бәхетле ғүмер кисереүселәр. «Йүрүҙән» гәзите, 22 һан, 17 март 2020 йыл
  • Лиана Вәлиуллина. Шаһмөхәмәтов Азат Ғәли улы тураһындағы мәҡәләһе. «Йүрүҙән» гәзите.
  • Рәдиф Вәлиев. Башҡорт егете Мысырҙы яулай. «Йәшлек» гәзите, 22 июль 2006 йыл
  • Информаторҙар: ата-әсәһе Ғәли ағай менән Зөһрә апай.