Эстәлеккә күсергә

Алдар (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Алдар — башҡорт ир-ат исеме, башҡа төрки халыҡтарҙа ла осрай.

Алдар — башҡорт теленә монгол теленән ингән, «данлы» тигән мәғәнәне аңлата[1]. Шулай уҡ «алдаҡсы» мәғәнәһендә лә алыныу төрө бар.

Алдар (Алдар Иҫәкәев, Алдар Иҫәнгилдин; билдәһеҙ — 18 май 1740 йыл) — башҡорт тарханы, 1695—1696 йылдарҙа Ҡырым һәм Азов походтарында ҡатнашып батша Пётр I ҡулынан дәүләт наградаһы һәм грамота алған яугир, Ҡаҙағстанды Рәсәйгә ҡушыуҙа илгә ҙур хеҙмәт күрһәтеүсе күп телдәр белеүсе дипломат, илсе.

Алда́р Ба́тор улы Цыденжа́пов (4 август 19912010 йылдың 28 сентябре) — Рәсәй Тымыҡ океан флотында матрос, хәрби хеҙмәт үтәү ваҡытында һәләк булғаны өсөн эсминец «Тиҙ». ҙур хәрби карапта үҙ ғүмеренең хаҡы менән авария булдырмай, карапты һәм 348 кешене һәләкәттән ҡотҡара. Рәсәй Федерацияһы Геройы (16 ноябрь 2010 йыл, үлгәндән һуң).

Алдар — Башҡортостандың Борай районындағы ауыл.

Алдар — Башҡортостандың Әлшәй районындағы ауыл.

Иҫке Алдар — Башҡортостандың Яңауыл районындағы ауыл.

Яңы Алдар — Башҡортостандың Яңауыл районындағы ауыл.

Алдар менән Зөһрә — башҡорт эпосы (хикәйәт), халыҡ ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыһы.

Алдар («алдаҡсы» һүҙенән) — башҡорт фольклоры персонажы, көнкүреш әкиәттәре геройы.


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ