Эстәлеккә күсергә

Гречко Андрей Антонович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Андрей Антонович Гречко битенән йүнәлтелде)
Гречко Андрей Антонович
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй империяһы
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 17 октябрь 1903({{padleft:1903|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})[2]
Тыуған урыны Куйбышево[d], Таганрогский округ[d], Дон Ғәскәре өлкәһе[d], Рәсәй империяһы[2]
Вафат булған көнө 26 апрель 1976({{padleft:1976|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})[1][3][4][…] (72 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР[1][2]
Ерләнгән урыны Кремль диуарындағы некрополь[d]
Һөнәр төрө офицер, сәйәсмән
Биләгән вазифаһы СССР Юғары Советы депутаты[d] һәм Главнокомандующий Сухопутными войсками Российской Федерации[d]
Уҡыу йорто Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре Генераль штабы Хәрби академияһы[d]
М. В. Фрунзе исемендәге Хәрби академия
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы КПСС-тың XIX съезы[d], КПСС-тың ХХ съезы[d], КПСС-тың XXII съезы[d] һәм КПСС-тың XXI съезы[d]
Хәрби звание Советтар Союзы Маршалы, Капитан, Майор, подполковник[d], полковник[d], генерал-майор[d], генерал-лейтенант[d], генерал-полковник[d] һәм генерал армии[d]
Һуғыш/алыш Рәсәйҙә Граждандар һуғышы, Икенсе бөтә донъя һуғышы, Совет-поляк һуғышы (1939)[d], Бөйөк Ватан һуғышы, События 17 июня 1953 года в ГДР[d] һәм Ввод войск в Чехословакию (1968)[d]
Ғәскәр төрө кавалерия[d] һәм пехота[d]
Хәрби подразделение 6-я общевойсковая армия[d], 12-я армия (СССР)[d], 47-се армия (СССР), 18-я армия[d], 56-я армия (СССР)[d], 1-я гвардейская армия[d], Группа советских войск в Германии[d], Киевский военный округ[d] һәм СССР Ҡораллы Көстәре
Ойошма ағзаһы КПСС Үҙәк комитетының сәйәси бюроһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Гречко Андрей Антонович Викимилектә

Гречко Андрей Антонович (укр. Андрій Антонович Гречко, 4(17) октябрь 1903 йыл — 26 апрель 1976 йыл) — СССР-ҙың хәрби, дәүләт һәм партия эшмәкәре. 1967—1976 йылдарҙа СССР оборона министры. Советтар Союзы Маршалы (1955). Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы (1958, 1973 ), Чехословакия Геройы (1969). КПСС Үҙәк Комитеты ағзаһы (1961—1976). КПСС Үҙәк Комитеты Политбюроһы ағзаһы (1973—1976).

Бөйөк Ватан һуғышына тиклем

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Андрей Антонович Гречко 1903 йылдың 4 (17) октябрендә Голодаевка слободаһында (хәҙер Ростов өлкәһе, Куйбышев районы, Куйбешево ауылы) ауыл тимерсеһе ғаиләһендә ун өсөнсө бала булып тыуа. Украин[5].

Ҡыҙыл Армияла 1919 йылдың декабренән, ирекмән. Граждандар һуғышында ҡатнаша. Көньяҡ һәм Кавказ фронттарында 1-се Атлы армияның 11-се кавалерия дивизияһында ҡыҙылармеец була. Көньяҡ фронтта генералдар А. И. Деникин, Н. П. Врангель ғәскәрҙәренә, көньяҡ фронтта, Н. И. Махно отрядына ҡаршы, сәйәси һәм енәйәти бандитлыҡҡа (шул иҫәптән «Маруся Черная» бандаһына ҡаршы, 1921 йыл) ҡаршы хәрәкәттәрҙә ҡатнаша.

1921 йылдың сентябренән 1922 йылдың июленә тиклем Таганрогта ЧОН айырым батальонында хеҙмәт итә, һуңынан уҡырға ебәрелә. ВЦИК исемендәге Ҡырым кавалерия курстарында уҡый, уны 1923 йылдың авгусында тамамлай. Шунда уҡ Төньяҡ-Кавказ хәрби округының Таганрог кавалерия мәктәбенә уҡырға ебәрелә, 1924 йылдың сентябрендә Төньяҡ-Кавказ милли тау кавалерия мәктәбенә (Краснодар) күсерелә. Уҡыу ваҡытында эскадрон старшинаһы була, 1925 йылда — Чечняла, 1926 йылда Дағстанда "бандформирование"ларға ҡаршы хәрби операцияларҙа ҡатнаша. 1926 йылда мәктәпте тамамлай. 1926 йылдан ВКП(б) ағзаһы.

  • Великая Отечественная. Комдивы [Текст] : военный биографический словарь : в 5 т. / Д. А. Цапаев (рук.) и др. ; под общ. ред. В. П. Горемыкина. — М. : Кучково поле, 2011. — Т. 1. — С. 131—132. — 736 с. — 200 экз. — ISBN 978-5-9950-0189-8.