Эстәлеккә күсергә

Ахматова Анна Андреевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Анна Андреевна Ахматова битенән йүнәлтелде)
Анна Ахматова

А. А. Ахматова (1922 й).
Исеме:

Анна Андреевна Го́ренко

Тыуған көнө:

23 июнь 1889({{padleft:1889|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})

Тыуған урыны:

Большой Фонтан (Одесса),
Рәсәй империяһы

Вафат булған көнө:

5 март 1966({{padleft:1966|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (76 йәш)

Вафат булған урыны:

Домодедово,
Мәскәү өлкәһе, СССР

Эшмәкәрлеге:

шағир, әҙәбиәт белгесе, тәржемәсе

Ижад йылдары:

19111966

Йүнәлеше:

акмеизм
модернизм

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

рус

Премиялары:

«Этна-Таормина»

А. Әхмәтованың автографы

Анна Андреевна Ахматова (ҡыҙ фамилияһы — Горенко, беренсе ире буйынса Горенко-Гумилёва[1], айырылышҡандан һуң Ахматова , икенсе ире буйынса Ахматова-Шилейко[2], айырылышҡандан һуң Ахматова[3]); 23 июнь 1889 йыл — 5 март 1966 йыл) — шағир, тәржемәсе һәм әҙәбиәт белгесе, XX быуат рус әҙәбиәтендә билдәле шәхестәрҙең береһе. Әҙәбиәт буйынса Нобель премияһына 1965[4] һәм 1966[5] йылдар номинанты.

Уның яҙмышы бик ауыр була. Өс яҡын кешеһе репрессияға эләгә: беренсе ире, Николай Гумилёв, 1921 йылда атып үлтерелә; өсөнсө ире, Николай Пунин өс тапҡыр ҡулға алынған һәм 1953 йылда лагерҙа һәләк була; берҙән-бер улы, Лев Гумилёв, 1930—1940-сы һәм 1940—1950-се йылдарҙа 10 йылдан артыҡ төрмәлә ултырып сыға. «Халыҡ дошмандары» ҡатындарының һәм әсәләренең ҡайғыһы Ахматованың иң күренекле әҫәре булған «Реквием» тигән поэмаһында ҙур сағылыш тапҡан.

1920 йылдарҙа уҡ Ватан шиғриәтенең классигы булып танылыуға ҡарамаҫтан, Ахматованың әҫәрҙәре ҡаты цензура аша үтә. Уның әҫәрҙәре баҫылмай ҡала, үҙе эҙәрлекләнә. ВКП(б) Үҙәк комитетының 1946 йылғы ҡарары буйынса шағирәнең бик күп әҫәрҙәре үҙе тере саҡта ғына түгел, хатта ул үлгәс тә Тыуған илендә баҫтырылып сығарылмай. Шулай булһа ла Ахматованың исеме шиғриәт һөйөүселәр араһында шағирә тере саҡта СССР-ҙа ғына түгел, сит илдәге эмиграцияла ла дан ҡаҙана.

Анна Горенко Одессаның Оло Фонтан районында дворян сығышлы[6], флоттың отставкалағы инженер-механигы, баш ҡалаға күсеп килгәс тә коллежский асессор дәрәжәһенә күскән, Дәүләт контроленең айырым йөкләмәләрен үтәүсе чиновнигы А. А. Горенко (1848—1915) ғаиләһендә тыуған[7]. Ул алты бала араһында өсөнсөһө була. Уның әсәһе, Инна Эразмовна Стогова (1856—1930), Анна Бунинаның алыҫ туғаны: Анна Ахматова үҙенең бер ҡаралама яҙмаларында былай тип яҙып ҡуйған: «…Ғаиләлә һәм күҙ менән байҡап сығырлыҡ нәҫелебеҙ эсендә минең ҡартатайым Эразм Иванович Стоговтың инәһе булған рус шағирәһе Анна Бунинанан башҡа, бер кем дә шиғыр яҙмаған…». Ҡартатаһының ҡатыны Анна Егоровна Мотовилова — Егор Николаевич Мотовиловтың ҡыҙы, ә Егор Николаевич — Прасковья Федосеевна Ахматованың ире[8]. Уның Ахматова фамилияһын Анна Горенко, урҙа ханы Әхмәттән[6] ҡалған «татар оләсәһе» образын тыуҙырып, үҙенә әҙәби псевдоним итеп ала[8]. Был псевдонимды Аннаға ун ете йәшлек ҡыҙының шиғырҙар яҙыуын белеп ҡалған атаһы һайларға тәҡдим иткән[9].

1890 йылда уларҙың ғаиләһе башта Павловск, ә һуңынан Царское Селоға[9] күсенеп килә, унда 1899 йылда Анна Горенко Мариинский ҡатын-кыҙҙар гимназияһына уҡырға инә. Йәй көндәрен ул Севастополь янында үткәрә.

Бала сағын иҫкә төшөрөп, шағирә Лев Толстой яҙған әлифба буйынса уҡырға өйрәнеүе тураһында яҙа. Биш йәшендә сағында, үҙенән өлкән балаларҙың уҡытыусы етәкселегендә французса уҡыуҙарын тыңлап, ул французса һөйләшергә өйрәнә[10]. Петербургта буласаҡ шағирә Пушкин эпохаһының «бер бәләкәй киҫәген эләктереп ҡала», шул уҡ ваҡытта уның иҫендә Петербург трамвайһыҙ, атлы, төрлө иғландар менән биҙәлгән ҡала булып ҡалған. Н. Струве яҙыуы буйынса, «Бөйөк рус дворян мәҙәниәтенең вәкиле, Ахматова, үҙ эсенә бөтә был мәҙәни мираҫты йыйған һәм «музыкаға» әйләндергән»[6].

Метрик китапта Анна Ахматованың тыуыуы тураһында яҙма. Одесса дәүләт архивынан.

Үҙенең беренсе шиғырҙарын ул 1911 йылда («Яңы тормош», «Gaudeamus», «Аполлон»[11], «рус фекере») баҫмаларында сығарған. Йәшлек йылдарында ул акмеистар группаһына ингән.(«Вечер», 1912, «Четки», 1914). Шағирәнең ижадына донъяның әхлаҡ нигеҙҙәренә тоғролоҡ, психологик хистәрҙе танып белеү, ХХ быуаттағы бөтә халыҡ трагедияһын аңлау, был трагедияны шәхси ҡайғырыуҙары менән бәйләү, шиғриәт телен классик стилгә яҡын килтереү характерлы була.

Автобиографик поэмаһы — «Реквием» (1935—40; беренсе тапҡыр ул Мюнхенда 1963 йылда баҫылып сыға, СССР-ҙа — 1987 йылда). Был 1930-сы йылдарҙағы репрессия ҡорбандарына бағышланған иң беренсе шиғри әҫәр.

«Поэма без героя» (1940—1965), аҙмы-күпме тулы тексы беренсе мәртәбә СССР-ҙа 1976 йылда баҫылып сыға), ул Ахматованың Көмөш быуаттан алып Бөйөк Ватан һуғышына тиклемге бөгөнгө заманға ҡарашын сағылдыра. Поэма, хәҙерге заман шиғриәтенең һәм тарихтың уникаль үрнәге булараҡ, ҙур әһәмиәткә эйә.

Шиғри әҫәрҙәрҙән тыш Ахматованың ҡәләме менән А. С. Пушкин һәм М. Ю. Лермонтовтарҙың ижады тураһында иҫ киткес матур мәҡәләләр яҙылған.

1922 йылдан башлап, Анна Ахматованың китаптары цензура тарафынан ныҡлап тикшерелә. 1925—1939 һәм 1946−1955 йылдарҙа уның «Слава миру!» (1950)[12] тигән шиғырҙар циклынан башҡа бер шиғырын да бөтөнләй баҫтырмайҙар. 1964 йылға тиклем уға сит илгә сығырға рөхсәт итмәйҙәр.

Беренсе тулы һәм фәнни комментарийлы үлгәндән һуңғы баҫмаһы: А.Ахматова. Шиғырҙар һәм поэмалар / Под ред. В. М. Жирмунского. — Л., 1976. — (Большая серия Библиотеки поэта).

Анна Ахматованың шиғырҙары бик күп телдәргә тәржемә ителгән[13][14].

Тормош юлы һәм ижады

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Анна Ахматова ире Н. С. Гумилев һәм улы Лев менән.
  • 1900—1905 — Царское Село гимназияһында, унан һуң бер йыл Евпаторияла уҡый[15].
  • 1906—1907 — Киевтағы Фундуклеев гимназияһында уҡый. Уҡытыусылар араһында — популяр буласаҡ фәлсәфәсе Густав Пет[16], математик Юлий Кистяковский.
  • 1908—1910 — Киевтағы Юғары ҡатын-кыҙҙар курсында һәм Петербургта Н. П. Раевтың Юғары ҡатын-ҡыҙҙар тарихи-әҙәбиәт курсында уҡый. Беренсе шиғырын 11 йәшендә яҙа. Атаһы ҡыҙына шиғырҙарын Горенко фамилияһы аҫтында яҙҙырырға рөхсәт итмәй, һәм шағирә әсәһенең оләсәһе, 1837 йылда үлгән Прасковья Федосеевна Ахматованың (ире буйынса фамилияһы — Мотовилова) фамилияһын псевдоним итеп ала. Прасковья Федосеевна атаһы яғынан боронғо Сағаҙаев фамилиялы дворян ғаиләһенән сыҡҡан булған. Был фамилия XVI быуаттан билдәле, уларҙың әсәләре — ХVII быуатта руслашҡан иң боронғо татар Әхмәтовтар ырыуынан.
  • 1910 — апрель айында Николай Гумилевҡа кейәүгә сыға.
  • 1910—1912 — ике тапҡыр Парижда була, Италияла сәйәхәттә йөрөй. Сәйәхәттән алған тәьҫораттар һәм Парижда Амедео Модильяни менән танышыу шағирәнең ижадына ҙур йоғонто яһай.
  • 1911 — «Анна Ахматова» исеме аҫтында беренсе тапҡыр яҙылып сыға (элегерәк, 1907 йылда, «Анна Г.» имзаһы менән Гумилев Парижда уның «На руке его много блестящих колец» тигән шиғырын үҙе сығарған «Сириус» журналында баҫтыра. Оҙаҡламай журнал ябыла.
  • 1912
    • март айында « Цех поэтов» баҫмаһында, тиражы 300 дана ителеп, уның «Вечер» исемле китабы нәшер ителә.
    • октябрь айында улдары Лев Николаевич Гумилев тыуа.
  • 1914 йылдың яҙында «Гиперборей» нәшриәтендә уның «Четки» тигән китабы ул ваҡыт өсөн бик ҙур 1000 даналыҡ тираж менән баҫылып сыға. 1923 йылға тиклем был китап 8 тапҡыр нәшер ителә.
  • 1917 — «Гиперборей» нәшриәтендә «Белая стая» тигән китабы 2000 дана булып баҫтырыла.
  • 1918
    • август айында Гумилевтан айырыла.
    • Ассирияны белеүсе ғалим һәм шағир Владимир Шилейкоға иргә сыға.
  • 1921
    • апрель айында «Петрополис» нәшриәтендә «Подорожник» тигән китабы 1000 дана булып баҫылып сыға.
    • йәй — В. Т. Шилейко менән айырылыша.
    • 3 августан 4 авгусҡа ҡаршы төндә Николай Гумилев ҡулға алына, ә өс аҙнанан атып үлтерелә.
    • октябрь айында бишенсе китабы « Аnno Domini MCMХХI» (лат."В лето господне 1921") «Петрополис» нәшриәтендә донъя күрә.
  • 1922 — сәнғәт белгесе Николай Пунинға иргә сыға[17]:166.
  • 1923 йылдан алып 1934 йылға тиклем бер әҫәр ҙә баҫтырмай. Л. К. Чуковская үҙенең «Анна Ахматова тураһында яҙмалар» китабында

«Шағирәнең ул йылдарҙа яҙған күп шиғырҙары бер урындан икенсеһенә күсенгән саҡта һәм эвакуация ваҡытында юғалған», — тип раҫлай. Был турала шағирә үҙе лә 1965 йылғы «Коротко о себе» мәҡәләһендә яҙа.

  • 1924 — «Фонтан йортонда» йәшәй башлай.
  • 8 июнь 1926 — В. К. Андреева менән икенсе никахҡа инергә йыйынған Владимир Шилейконан рәсми рәүештә айырыла. Ахматова быға тиклем ирҙәренең фамилияһында йөрөгән булһа, айырылышыу ваҡытында үҙенә рәсми рәүештә Ахматова фамилияһын ҡалдыра[17]:229.
  • 22 октябрь, 1935 — Николай Пунин һәм Лев Гумилев ҡулға алына һәм бер аҙнанан иреккә сығарыла.
  • 1938 — Лев Гумилев, ҡулға алынып, 5 йылға хеҙмәт менән төҙәтеү лагерына ебәрелә.
    • Николай Пунин менән ташлаша.
  • 1939 — Совет яҙыусылары союзына ҡабул ителә.
  • 1935—1940 — «Реквием» поэмаһын яҙа.
  • 1940 — «Из шести книг» тигән яңы йыйынтығы сыға.
  • 1941 — һуғышты Ленинградта ҡаршылай. Табиптарҙың талабы буйынса тәүҙә Мәскәүгә, аҙаҡ Ҡазандан алыҫ булмаған Чистополгә, һуңынан Ҡазан аша Ташкентҡа эвакуациялана. Ташкентта уның шиғырҙар йыйынтығы баҫылып сыға.
  • 1943 — Лев Гумилевтың Норильскиҙәге лагерҙә язаға тарттырыу срогы тамамланғас, уны Заполярьегә һөргөнгә ебәрәләр. 1944 йылдың аҙағында ул үҙе теләп фронтҡа китә һәм Берлингә барып етә.
  • 1944 — 31 май, Анна Ахматова, беренселәрҙән булып, эвакуациянан Ленинградҡа ҡайта.
    • йәй — Владимир Аршин менән мөнәсәбәттәрен өҙә.
  • 1946 —[//ru.wikisource.org/wiki/Постановление Оргбюро ЦК ВКП(б) от 14.08.1946 № 274 ВКП(б) Үҙәк комитетының Ойоштороу бюроһы «Звезда» һәм «Ленинград» журналдары тураһында 1946[18] йылдың 14 авгусында ҡабул иткән ҡарарында Анна Ахматова менән Михаил Зощенконың ижады бик ҡаты тәнҡитләнә. Уларҙың икеһе лә Совет яҙыусылары союзынан сығарыла[~ 1].
«Кресты», Неванан ҡарағанда.
  • 1949 — 26 августа Н. Н. Пунин, 6 ноябрҙә Лев Гумилев ҡулға алына. Уларҙы хеҙмәт менән төҙәтеү лагерына 10 йылға ебәрәләр. Улының төрмәлә ултырған йылдарында Анна Ахматова төрлө юлдар менән улын иреккә сығарырға тырыша. Моғайын, шундай уй менән ул 1950 йылда «Слава миру!» тигән шиғырҙар циклын яҙа һәм уларҙа үҙенең Совет власына лояль ҡарашта икәнен күрһәтергә тырыша. Лидия Чуковская «Анна Ахматова тураһындағы яҙма»ларында «Слава миру!»(фактик рәүештә « Слава Сталину») Ахматова тарафынан улын азат итһендәр өсөн иң юғары исемгә һорау мөрәжәғәте булып торҙо, тип яҙа[19]. Тик был аптырағандан ғына яҙылған мөрәжәғәт булып ҡала: Лев Николаевич 1949 йылда яңынан ҡулға алына.
  • 1951 — 19 ғинуарҙа Александр Фадеев тәҡдиме буйынса Анна Ахматова Совет яҙыусылары союзына яңынан алына.
  • 1953 — Абезь (Коми АССР) лагерында Николай Пунин үлә.
  • 1954 — декабрь айында Совет яҙыусылары союзының икенсе съезында ҡатнаша.
  • 1956 — КПСС-тың XX съезынан һуң, әсәһе уны азат итеү өсөн бер нимә лә эшләмәне, тип уйлаған, реабилитацияланған Лев Гумилев төрмәнән ҡайтарыла. Ә уның әсәһе, улы төрмәлә ваҡытта, Сталинға 1950 йылдың 24 апрелендә улын иреккә сығарыуҙарын һорап үтенес хаты яҙа, тик был хат яуапһыҙ ҡала. 1950 йылдың 14 июлендә СССР-ҙың дәүләт именлеге министры В. С. Абакумов Сталинға ебәргән хатында «Шағирә Ахматованы ҡулға алырға кәрәк», — тип яҙған була[20] Шуға ҡарамаҫтан, ошо ваҡыттан алып әсә менән ул араһындағы мөнәсәбәттәр көсөргәнешлегә әйләнә.
Анна Ахматованың ҡәбере. Мәҙәниәт Министрлығы, РФ. № "810290003 2016 йыл 29 март архивланған. // Сайт «Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт мираҫы объекттары(тарих һәм мәҙәниәт һәйкәлдәре».Тикшерелгән
  • 1958 — Шиғырҙар йыйынтығы сыға.
  • 1964 — Италияның Этна-Таормина премияһы бирелә.
  • 1965
    • Англияға Оксфорд университетының Почетлы докторы дипломын алырға бара.
    • «Бег времени» йыйынтығы баҫылып сыға.
  • 1966
    • 5 мартта Домодедоволағы (Мәскәү яны) шифаханала табибтар һәм шәфҡәт туташтары, кардиограмма төшөрөргә тип, палатаһына килгән саҡта медиктарҙың күҙ алдында вафат була.
    • 7 март — 22:00 Бөтә союз радиоһы буйынса шағирә Анна Ахматованың үлеүе тураһында хәбәр ителә. Ленинград янындағы Комаровск зыяратында ерләнә[21].Властар уның ҡәберенә СССР-ҙағы ғәҙәт буйынса пирамида кеүек һәйкәл ҡуйырға итәләр. Тик Лев Гумилев үҙенең студенттары менән бергә, ҡайҙан таш таба алһалар, шунан килтереп, әсәһенә «Кресты» төрмәһенең аҫтында улына әйбер тапшырыу өсөн торған сағының символы итеп, таш стенанан һәйкәл ҡуя. Башта стенала төрмә тәҙрәһенә оҡшаған уйылған урын була, аҙаҡ ул «амбразураны» шағирәнең портреты эшләнгән барельеф менән көпләйҙәр. Ҡәберенең тәреһе, Анна Ахматова тере ваҡытында васыят итеп әйткәнсә, ағастан була. 1969 йылда һынсы А. М. Игнатьева һәм архитектор В. П. Смирнов проекты буйынса ҡәбергә барельеф менән бергә тәре лә ҡуйыла[22][23].

ВКП(б) Үҙәк комитеты Ойоштороу бюроһының «Звезда» һәм «Ленинград» журналдары тураһындағы ҡарары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

ВКП(б) Үҙәк комитеты Ойоштороу бюроһының «Звезда» һәм «Ленинград» журналдары тураһындағы 1946 йылдың 14 авгусынан ҡарары.

ВКП(б) Үҙәк комитеты Политбюро ағзаһы Андрей Ждановтың 1946 йылдың 15—16 авгусындағы докладтарынан (дөйөмләштерелгән стенограмма):

КПСС Үҙәк комитеты 1988 йылдың 20 октябрендәге Политбюро ултырышында был ҡарарҙы, хаталы һанап, ғәмәлдән сығара.[24].

  • 1889 — Оло фонтан дачаһы станцияһында ваҡытлыса йәшәгән өйҙә тыуа. Хәҙерге адресы: Фонтанка юлы, 78.

Санкт-Петербург — Петроград — Ленинград

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә ғүмере буйы А. А. Ахматова Петербург менән бәйле ула. Шиғырҙарын ул Царское Селолағы Мариинский гимназияһында яҙа башлай. Был Леонтьевская урамындағы 17-cе һанлы йорт әлегә тиклем (2005 йыл) һаҡланған.

  • 1910—1912 — Царское село, Малая урамы, 64. Был йортта улар ғаиләһе менән Гумилевтың әсәһендә йәшәйҙәр. (Был йорт хәҙерге ваҡытта һаҡланмаған, ул шул уҡ урамдың 57-се йортоноң урынында булған). Ул йорт Николаевский ирҙәр классик гимназияһының ҡаршыһында торған[25];
  • 1912—1914 — Тучков тыҡырығы, 17-се һанлы йорт, 29-сы фатир. Ахматованың шиғырҙарынан был йорттоң адресын танып була:

Гумилёв һәм Ахматова үҙҙәренең был ыҡсым ғына, йәшәү өсөн бик тә уңайлы фатирын «Тучка» тип атаған. Улар был өйҙөң 29-cы фатирында йәшәгән. Бер бүлмәле фатирҙың тәҙрәһе Малая Нева тыҡырығына ҡарап торған. Был Гумилевтың, ата-әсәһе йортонан сыҡҡас, иң тәүге үҙаллы йәшәгән фатиры. Бында йәшәй башлаған саҡта Анна Андреевнаның «Вечер» тигән тәүге шиғырҙар китабы баҫылып сыға. Ул, үҙенең шағирлығын донъяға белдергәс, Альтмандың Тучков яр буйы урамындағы оҫтаханаһына сеанстар алырға йөрөй.

Анна Андреевна был фатирҙан башта китеп тора. 1913 йылдың көҙөндә, улын Гумилёвтың әсәһе ҡарамағында ҡалдырып, шиғырҙар ижад итергә тип, бында әйләнеп ҡайта. Ошо «Тучкалағы» йорттан ул Николай Степановичты Беренсе донъя һуғышына оҙатып ҡала. Ә ире Николай Степанович, һуғыштан ял итергә ҡайтҡанда, «Тучка»ла түгел, ә Шилейконың Бишенсе линиялағы фатирында туҡтай[26],[25].

  • 1914—1917 — Тучков яр буйы урамы, 20, кв. 29;
  • 1915 — Большая Пушкарская урамы, 3. 1915 йыл, апрель — май айҙарында был йортта ваҡытлыса бүлмә алып тороп йәшәй. Был йортто ул «Пагода» тип атай.
  • 1917—1918 — Вячеслав һәм Валерия Срезневскийҙәрҙең фатиры — Боткинская урамы, 9;
  • 1918 — Шилейко фатиры — Фонтанка яр буйы урамындағы 34-cе һанлы йорттоң төньяҡ флигеле (ул Шереметьев һарайы йәки «Фонтан йорто» тип тә атала)[25][27];
  • 1919—1920 — Халтурин урамы, 5; ике бүлмәле фатир Миллионный урамы һәм Суворов майҙаның ике ҡатлы хеҙмәт корпусында урынлашҡан булған[25];
  • 1921 йылдың яҙы — Н. Нарышкин особнягы — Сергиевская урамы, 7, 12 кв; ә һуңынан Фонтанканың яр буйы урамында дуҫтары О . А. Глебово-Судейкинаның 18-cе фатиры[25];
  • 1921 йыл — санаторий — Детское Село, Колпин урамы, 1;
  • 1922—1923 йылдарҙа — табыш йорто — Ҡазан урамы, 4;
  • 1923 йылдың аҙағы — 1924 йылдың башы — Ҡазан урамы, 3;
  • 1924—1925 йылдарҙың йәйе һәм көҙө — Фонтанка яр буйы урамы, 2; йорт Йәйге баҡсаның ҡаршыһында, Фонтанка йылғаһының Нева йылғаһынан ағып сыҡҡан башында тора[25];
  • 1924 йылдың көҙө — 1952 йылдың феврале — Д. Н. Шереметьев һарайының көньяҡ флигеле (Н. Н. Пуниндың фатиры) — Фонтанка йылғаһы яр буйы , 34, кв. 44 («Фонтан Йорто»). Ахматованың ҡунаҡтары улар фатирына үтеү өсөн Арктика һәм Антарктика институтында пропуск алырға мәжбүр булғандар, ә Ахматова үҙе «Севморпути» мисәт ҡуйған даими пропуск менән файҙаланған. Уның пропускаһына «вазифаһы» тигән урынға «йәшәүсе» тип яҙылған була.
  • 1944 йылдың йәйе — Кутузов яр буйы урамы, дүртенсе ҡат, 12-се йорт, Рыбаковтар фатиры. Бында ул үҙҙәренең фатиры ремонтта булған саҡта йәшәй[25];
  • 1952 йылдың феврале −1961 — табыш йорто — Ҡыҙыл конница урамы, 4, кв. 3;
  • Һуңғы йылдарҙа Ленин урамы, 34-се йортта, күп кенә яҙыусыларға, шағирҙәргә , әҙәбиәт белгестәренә, тәнҡитселәренә бирелгән йортта йәшәй[25].

Мәскәүгә килгәс, 1938—1966 йылдарҙа Анна Ахматова, яҙыусы Виктор Ардовтарҙа туҡтала, Ардовтың фатиры — Оло Ордынка, д. 17, 1 стр. Бында ул оҙаҡ йәшәй һәм эшләй, 1941 йылдың июнь айында ул Марина Цветаева менән беренсе һәм һуңғы тапҡыр осраша.

  • 1941 йыл, ноябрь — Карл Маркс ур., 7.
  • 19421944 йыл, март — В. И. Жуковский урамы (2000 йылдарҙа Саҙиҡ Азимова урамына әйләндерелгән)[28], 54. 1966 йылда йорт ташкенттағы ер тетрәү ваҡытында юҡҡа сыҡҡан[29].

1955 йылда, Ахматованың шиғырҙары матбуғатта яңынан баҫтырып сығарыла башлай. Литфонд уға Комарово ҡасабаһындағы Осипенко урамында 3-сө һанлы бәләкәй генә өй бирә. Был йортто шағирә үҙе «Будка» тип атап йөрөтә. Был дача ижади интеллигенцияны үҙенә тартып тороусы үҙәккә әйләнә. Бында Дмитрий Лихачев, Лидия Чуковская, Фаина Раневская, Натан Альтман, Александр Прокофьев, Марк Эрмлер һәм башҡалар булып киткән. Шулай уҡ йәш шағирҙәр Анатолий Найман, Евгений Рейн, Дмитрий Бобоев, Иосиф Бродскийҙар ҙа булған[30].

«Будка» йәшәр өсөн уңайлаштырылған ваҡытта Анна Андреевна үҙенең дуҫтары Гитовичтәрҙең йортонда, 2-се Дачная урамы, 36 адресы буйынса ваҡытлыса йәшәп тора.

2004 йылда дача яңынан тергеҙелә[31]. 2008 йылда йортто талағандар (элек бер ваҡытта ла талау факты теркәлмәгән булған)[32].

2013 йыл, 22 июндә, тыуған көнөнә бағышлап, Осипенко урамында, «Будкала» Анна Андреевна йәшәгән ерҙә, шағирәнең 8-се традицион әҙәби-музыкаль хәтер кисәһе үткәрелә. Ойоштороусылары — прозаик һәм шағир Анатолий Найман менән Комарово ҡасабаһының муниципаль берәмеге хәкимиәте.

Беренсе (1911 йылда Модильяни яһаған рәсемдәрен иҫәпкә алмағанда) график портретын С. А. Сорин төшөргән (Петербург, 1913, бүтән аныҡлауҙар буйынса: 1914)[33].

Анна Ахматованың К. С. Петров-Водкин тарафынан 1922 йылда төшөрөлгән төҫлө портреты булыуы билдәле.

Н. И. Альтман 1914 йылда Анна Андреевна Ахматованың портретын төшөргән. Рәссам О. Л. Делла-Вос-Шкаровская Альтмандың эше тураһында: «Портрет, минеңсә, артыҡ ҡурҡыныс. Ахматова унда әллә ниндәй бер йәшел төҫтә, ябыҡ, йөҙөндә һәм артында ниндәйҙер кубтар. Шуға ҡарамаҫтан, ул шул тиклем үҙенә оҡшаған. Ҡарарға имәнес булһа ла, шул тиклем үҙе итеп төшөрөлгән»,-тип яҙған. Рәссамдың ҡыҙы, Е. Д. Кардовская иҫәпләүенсә, әсәһенең Ахматованы төшөргән портреты уға художество яғынан ныҡ оҡшаһа ла, Альтмандың портретында Ахматова шул йылдарҙа дуҫтары, шағирҙәр, уны һөйөүселәре күреп белгәнсә асыҡ итеп төшөрөлгән.

Ахматованың һүрәтен бик күп рәссамдар яһаған[34], шул иҫәптән, Амедео Модильяни (1911; был Ахматованың иң яратҡан портеты, ул һәр ваҡыт шағирәнең бүлмәһендә торған)[35], Н. Я. Данько (һынлы портреттары, 1924, 1926), Т. Н. Глебова (1934), В. Милановский (1921), Ю. Анненков (1921), Л. А. Бруни (1922), "Н. Тырса (1928), Г. Верейский (1929), "Н. Коган (1930), Б. В. Анреп (1952), Г. Неменова (1960—1963), А. Тышлер (1943). Әхмәтова әле тере ваҡытта, 1936 йылда, Воронежда С. Б. Рудаков яһаған силүэттары халыҡҡа аҙыраҡ билдәле.

</gallery>
  • Анна Ахматованың хөрмәтенә уның исеме менән аталған урамдар Пушкинола, Калининградта, Одессала, Киевтә, Ташкентта, Мәскәүҙә, Тюмендә бар. Евпаторияла (Ҡырым республикаһы) Ахматова тыҡырығы бар.
  • Таорминда (Сицилия, Италия) Ахматоваға һәйкәл ҡуйылған.
  • Һәр йыл һайын шағирәнең тыуған көнө 25 июндә Комарово ҡасабаһында Ахматова кисә-осрашыуҙары үткәреү йолаға индерелгән. Был кисәләр Комароволағы Ахматова йәшәп киткән «Будка» янында билдәле датаға яҡын ял көндәрендә үткәрелә[36]
  • 2009 йылдың 11 июнендә Малайя университетында (Куала-Лумпур ҡалаһында) Анна Ахматованың тыуыуына 120 йыл тулыуға бағышлап кисә үткәрелә.
  • 25 ноябрь 2011 йыл. Мәскәү халыҡ-ара музыка йортонда Анна Ахматоваға бағышланған «Память о солнце» музыкаль спектакленең премьераһы үткәрелә. Спектаклде йырсы Нина Шацкая һәм актриса Ольга Кабо ижад иткән .
  • 2007 йылдың 17 июлендә Коломнаның иҫке особняғының стенаһына мемориаль таҡта ҡуйыла.[37] Был шағирәнең 1936 йылдың 16 июлендә, Шервинскийҙарҙың Ока йылғаһы янындағы Черкизов ауылынан алыҫ булмаған дачаһында ял иткән саҡта Коломна ҡалаһына килеп йөрөүе менән бәйле. А. Ахматова Шервинскийҙарға үҙенең «Под Коломной» тигән шиғырын бағышлаған булған.
  • Мәскәү йылғаһы буйлап «Анна Ахматова» теплоходы йөрөй.
  • Ҡырым астрофизик обсерваторияһында эшләүсе астрономдар Л. Г. Карачкина һәм Л. В. Журавлева 1982 йылдың 14 октябрендә үҙҙәре асҡан бәләкәй планетаны шағирәнең фамилияһы менән атай(3067) Akhmatova[38].

Һәйкәлдәр, музейҙар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Одессалағы шағирәнең тыуған өйөнә табан барған аллея башында ХХ быуаттың 80-се йылдарында Ахматованың иҫтәлегенә барельеф һәм суйындан ҡойолған эскәмйә урынлаштырыла(1990-сы йылдарҙа, вандалдар суйын эскәмйәне урлағас, ул мәрмәрҙән эшләнгән эскәмйә менән алмаштырыла.

«Көмөш быуат» һәйкәле — шағирҙәр Марина Цветаева һәм Анна Ахматованың һынлы портреты. Был һәйкәл 2013 йылдың апрелендә асыла[39].

Петербургта Ахматоваға һәйкәл дәүләт университетының филология факультетының ишек алдында һәм Восстание урамындағы баҡсала мәктәп алдында ҡуйылған.

2006 йылдың 5 мартында, шағирҙың үлгәненә 40 йыл тулыуға бағышлап, Фонтан йорто янындағы баҡсала Ахматоваға өсөнсө һәйкәл асыла. Уны Петербург һынсыһы Вячеслав Бухаев (Николай Нагорный музейына бүләк итеп биргән) эшләгән һәм, Ахматованың 1946 йылың көҙөндә эҙәрлекләнеүенә бағышлап, унда «Скамейка стукачей» ҡуйған. Был эскәмйәлә цитата яҙылған табличка бар. Унда былай тип яҙылған:

Миңә берәү килде лә, бер ай буйына өйҙән сыҡмаҫҡа, ләкин тәҙрә янына килеп баҡсалағыларға күренеп торорға ҡушты. Минең тәҙрәм аҫтында, баҡсала, эскәмйә ҡуйҙылар. Унда тәүлек әйләнәһенә агенттар мине һағалап торҙо[40].

Фонтан йортонда, хәҙер унда Ахматованың әҙәби-мемориаль музейы урынлашҡан, ул бында 30 йыл йәшәгән, өй янындағы баҡсаны «магик баҡса» тип атаған. Уның һүҙҙәре буйынса, «бында Петербург тарихының күләгәләре килә».

2006 йылдың декабрендә Санкт-Петербургта , Нева ҡаршыһындағы «Кресты» тикшереү изоляторы янында, шағирәнең васыяты буйынса Анна Ахматоваға һәйкәл асыла. 1997 йылда унда Ахматов скверы асыу планлаштырылған булһа ла, был эш ғәмәлғә ашырылмай ҡала.

2013 йылда Пушкино ҡалаһында Леонтьевская урамындағы 17Б йорто янында, Ахматова исемендәге Царское Село гимназияһының ишеге янында , Анна Ахматоваға һәйкәл асыла. Һәйкәлдең авторы-Петербург һынсыһы- Владимир Горевой[41].

Анна Ахматова Мәскәүгә килгән һайын туҡтаған Виктор Ардовтарҙың фатиры булған йорттоң (улица Большая Ордынка, д. 17, 1 стр., фатир Виктор Ардовҡа), стенаһында мемориаль таҡта бар, йорттоң ишек алдына шағирәнең Амадео Модильяни төшөргән һүрәте буйынса эшләнгән һәйкәле тора. 2011 йылда мәскәүлеләрҙең инициатив төркөмө (башында Алексей Баталов һәм Михаил Ардовтар торған) был йортта Анна Ахматованың фатир-музейын асырға тигән тәҡдим менән сығыш яһаны[42].

Бежецк ҡалаһында(бында Анна Андреевна Ахматованың улы Лев Николаевич Гумилев балалыҡ йылдарын үткәргән) А. А. Ахматоваға, Н. С. Гумилевҡа һәм Л. Н. Гумилевка арналған һынлы композиция ҡуйылған.

1999 йылда Ташкентта Үзбәкстандағы Рус мәҙәни үҙәге ҡатнашлығында «Мангалочий дворик» исемле клуб-музей асылған. Был исемде Ахматованың 1942 йылдың ҡышында Ташкентҡа эвакуацияға килгәс яҙған иң тәүге шиғыры юлдарынан алғандар. Клуб-музей тракторҙар төҙөүселәр Һарайында урынлашҡан[29][43][44].

1966 йылдың 10 мартында, Анна Ахматова ерләнгәндән һуң, Ленинградта хәкимиәт тарафынан санкцияланмаған гражданлыҡ панихидаһын һәм сиркәүҙә йыназа уҡылғанын киноға төшөргәндәр. Был төшөрөү эштәренең ойоштороусыһы — режиссёр С. Д. Аранович, уға оператор А. Д. Шафран, оператор ассистенты В. А. Петров һәм башҡалар ярҙам иткән[45][46]. 1989 йылда төшөрөлгән был материалдар С. Д. Арановичтың «Личное дело Анны Ахматовой» тигән документаль фильмында ҡулланыла[45][47]

2007 йылда Ахматованың яҙылып бөтөлмәй ҡалған «Луна в зените» тигән пьесаһы мотивтары буйынса «Пролог, или Сон во сне» тигән биографик сериал төшөрөлә. Баш ролдә — Светлана Крючкова. Ахматова ролен Светлана Свирко башҡара.

2012 йылда экрандарға «Анна Герман. Тайна белого ангела» сериалы сыға. Йырсының ғаиләһе менән Ташкентта йәшәгән тормошон һүрәтләгән серияһында шағирәнең әсәһе менән осрашыу эпизоды ла бар. Анна ролендә — Юлия Рутберг.

Анна Ахматова исеме ике палубалы пассажирҙәр теплоходына бирелгән. Ул теплоход 305 «Дунай» проекты буйынса Венгрияла 1959 йылда төҙөлгән. (Элекке исеме — «Владимир Мономах»)[48].

Тере сағындағы баҫмалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Анна Ахматова. «Вечер» 1912.
    Әхмәтованың «Вечер» исемле беренсе шиғырҙар йыйынтығының беренсе бите. Цех поэтов, 1912
  • Анна Ахматова. «Четки» 1914—1923 — 9 баҫма.
  • Анна Ахматова. «Белая стая» 1917, 1918, 1922 г.
  • Анна Ахматова. «Подорожник» 1921.
  • Анна Ахматова. «Anno Domini MCMXXI» изд. «Петрополис», П., 1922; Берлин, 1923. г.
  • Анна Ахматова. Алты китаптан. Л. 1940.
  • Анна Ахматова. Һайлап алынған әҫәрҙәр. Шиғырҙар. Ташкент. 1943.
  • Анна Ахматова. Шиғырҙар. М. ГИЛ, 1958.
  • Анна Ахматова. Шиғырҙар. 1909—1960. М., 1961.
  • Анна Ахматова. Requiem. Тель-Авив. 1963.
  • Анна Ахматова. Requiem. Мюнхен. 1963.
  • Анна Ахматова. Йүгереү ваҡыты. М.-Л., 1965.

Үлгәндән һуң сыҡҡан мөһим баҫмалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
СССР-ҙың почта карточкаһы оригиналь маркменән, рәссамы Ю. Армен, 1989 йыл
  • Ахматова А. Избранное / Сост. и вступ. ст. Н. Банникова. — М.: Художественная литература, 1974. Ахматова А. Стихи и проза. / Сост. Б. Г. Друян; вступ. статья Д. Т. Хренкова; подгот. текстов Э. Г. Герштейн и Б. Г. Друяна. — Л.: Лениздат, 1977. — 616 с. Ахматова А. Стихотворения и поэмы. / Сост., подготовка текста и примечания В. М. Жирмунского. — Л.: Сов писатель, 1976. — 558 с. Тираж 40 000 экз. (Библиотека поэта. Большая серия. Второе издание) Ахматова А. Стихотворения / Сост. и вступ. ст. Н. Банникова. — М.: Сов. Россия, 1977. — 528 с. (Поэтическая Россия) Ахматова А. Стихотворения и поэмы / Сост., вступ. ст., примеч. А. С. Крюкова. — Воронеж: Центр.-Чернозём. кн. изд-во, 1990. — 543 с. Ахматова А. Сочинения: В 2 тт. / Сост. и подготовка текста М. М. Кралина. — М.: Правда, 1990. — 448 + 432 с. Ахматова А. Собрание сочинений: В 6 тт. / Сост. и подготовка текста Н. В. Королёвой. — М.: Эллис Лак, 1998—2002. Ахматова А. Записные книжки. 1958—1966. — М. — Torino: Einaudi, 1996.
Лейдендағы (Нидерланды) бер йорт стенаһындағы шиғыры.
  • Опера «Ахматова», премьера в Париже в Опера Бастилии (Opéra Bastille) 28 марта 2011. Музыка Брюно Мантовани, либретто Кристофа Гристи (Christophe Ghristi «Чётки»: вокальный цикл А. Лурье, 1914 «Пять стихотворений А. Ахматовой», вокальный цикл С. С. Прокофьева, соч. 27, 1916 (№ 1 «Солнце комнату наполнило»; № 2 «Настоящую нежность…»; № 3 «Память о солнце…»; № 4 «Здравствуй!»; № 5 «Сероглазый король») «Венеция» — песня из альбома Маскарад группы Caprice, посвящённый поэтам Серебряного века. 2010 «Анна»: балет-моно-опера в двух действиях (музыка и либретто — Елена Поплянова. 2012) «Белый камень» — вокальный цикл М. М. Чистовой. 2003 «Колдунья» («Нет, царевич, я не та…») (музыка — Злата Раздолина), исполнитель — Нина Шацкая (Видео Колдунья — Нина Шацкая) «Смятение» (музыка — Давид Тухманов, исполнитель — Людмила Барыкина, альбом «По волне моей памяти», 1976) «Я улыбаться перестала» (музыка и исполнитель — Александр Матюхин) «Бьётся сердце моё», стихотворение «Вижу, вижу лунный лук» (музыка — Владимир Евзеров, исполнитель — Азиза) «Вместо мудрости — опытность, пресное» (музыка и исполнитель — Александр Матюхин) «Виновник», стихотворение «А в августе зацвёл жасмин» (музыка — Владимир Евзеров, исполнитель — Валерий Леонтьев) «Путник милый», стихотворение «Путник милый, ты далече» (исполнитель — «Сурганова и Оркестр») «Ах, дверь не запирала я» (музыка и исполнитель — Александр Матюхин) «Одиночество» (музыка —?, исполнитель — трио «Меридиан») «Сероглазый король» (музыка и исполнитель — Александр Вертинский) «Лучше б мне частушки задорно выкликать» (музыка и исполнитель — Александр Вертинский) «Смятение» (музыка — Давид Тухманов, исполнитель — Ирина Аллегрова) «Как велит простая учтивость» (музыка и исполнитель — Александр Матюхин) «Я сошла с ума, о мальчик странный» (музыка — Владимир Давыденко, исполнитель — Карина Габриэль, песня из телесериала «Капитанские Балалары») «Сероглазый король» (музыка и исполнитель — Александр Матюхин) «В ту ночь» (музыка — В. Евзеров, исполнитель — Валерий Леонтьев) «Смятение» (музыка и исполнитель — Александр Матюхин) «Пастушок», стихотворение «Над водой» (музыка — Н. Андрианов, исполнитель — российская фолк-металл группа «Калевала») «Я окошка не завесила» (музыка и исполнитель — Александр Матюхин) «Над водой», «Сад» (музыка и исполнитель — Андрей Виноградов) «Ты письмо моё, милый, не комкай» (музыка и исполнитель — Александр Матюхин) «О, жизнь без завтрашнего дня» (музыка — Алексей Рыбников, исполнитель — Диана Полентова) «Любовь покоряет обманно» (музыка и исполнитель — Александр Матюхин) «Не вернуть» (музыка — Давид Тухманов, исполнитель — Людмила Гурченко) «Реквием»(музыка Злата Раздолина, исполнитель Нина Шацкая) Видео Фрагмент «Реквиема» — Нина Шацкая «Реквием» (музыка — Владимир Дашкевич, исполнитель — Елена Камбурова) «Сероглазый король» (музыка и исполнитель — Лола Татлян) Видео «Мадригал» (Сероглазый король) «Дудочка», стихотворение «Над водой» (музыка — В. Малежик, исполнитель — российская этно-поп певица Варвара)пера «Ахматова», премьера в Париже в Опера Бастилии (Opéra Bastille) 28 марта 2011. Музыка Брюно Мантовани, либретто Кристофа Гристи (Christophe Ghristi[49]
  • «Чётки»: вокальный цикл А. Лурье, 1914[50]
  • «Пять стихотворений А. Ахматовой», вокальный цикл С. С. Прокофьева, соч. 27, 1916 (№ 1 «Солнце комнату наполнило»; № 2 «Настоящую нежность…»; № 3 «Память о солнце…»; № 4 «Здравствуй!»; № 5 «Сероглазый король»)
  • «Венеция» — песня из альбома Маскарад группы Caprice, посвящённый поэтам Серебряного века. 2010
  • «Анна»: балет-моно-опера в двух действиях (музыка и либретто — Елена Поплянова. 2012)
  • «Белый камень» — вокальный цикл М. М. Чистовой. 2003
  • «Колдунья» («Нет, царевич, я не та…») (музыка — Злата Раздолина), исполнитель — Нина Шацкая (Видео Колдунья — Нина Шацкая)
  • «Смятение» (музыка — Давид Тухманов, исполнитель — Людмила Барыкина, альбом «По волне моей памяти», 1976)
  • «Я улыбаться перестала» (музыка и исполнитель — Александр Матюхин)
  • «Бьётся сердце моё», стихотворение «Вижу, вижу лунный лук» (музыка — Владимир Евзеров, исполнитель — Азиза)
  • «Вместо мудрости — опытность, пресное» (музыка и исполнитель — Александр Матюхин)
  • «Виновник», стихотворение «А в августе зацвёл жасмин» (музыка — Владимир Евзеров, исполнитель — Валерий Леонтьев)
  • «Путник милый», стихотворение «Путник милый, ты далече» (исполнитель — «Сурганова и Оркестр»)
  • «Ах, дверь не запирала я» (музыка и исполнитель — Александр Матюхин)
  • «Одиночество» (музыка —?, исполнитель — трио «Меридиан»)
  • «Сероглазый король» (музыка и исполнитель — Александр Вертинский)
  • «Лучше б мне частушки задорно выкликать» (музыка и исполнитель — Александр Вертинский)
  • «Смятение» (музыка — Давид Тухманов, исполнитель — Ирина Аллегрова)
  • «Как велит простая учтивость» (музыка и исполнитель — Александр Матюхин)
  • «Я сошла с ума, о мальчик странный» (музыка — Владимир Давыденко, исполнитель — Карина Габриэль, песня из телесериала «Капитанские Балалары»)
  • «Сероглазый король» (музыка и исполнитель — Александр Матюхин)
  • «В ту ночь» (музыка — В. Евзеров, исполнитель — Валерий Леонтьев)
  • «Смятение» (музыка и исполнитель — Александр Матюхин)
  • «Пастушок», стихотворение «Над водой» (музыка — Н. Андрианов, исполнитель — российская фолк-металл группа «Калевала»)
  • «Я окошка не завесила» (музыка и исполнитель — Александр Матюхин)
  • «Над водой», «Сад» (музыка и исполнитель — Андрей Виноградов)
  • «Ты письмо моё, милый, не комкай» (музыка и исполнитель — Александр Матюхин)
  • «О, жизнь без завтрашнего дня» (музыка — Алексей Рыбников, исполнитель — Диана Полентова)
  • «Любовь покоряет обманно» (музыка и исполнитель — Александр Матюхин)
  • «Не вернуть» (музыка — Давид Тухманов, исполнитель — Людмила Гурченко)
  • «Реквием»(музыка Злата Раздолина, исполнитель Нина Шацкая) Видео Фрагмент «Реквиема» — Нина Шацкая
  • «Реквием» (музыка — Владимир Дашкевич, исполнитель — Елена Камбурова)
  • «Сероглазый король» (музыка и исполнитель — Лола Татлян) Видео «Мадригал» (Сероглазый король)
  • «Дудочка», стихотворение «Над водой» (музыка — В. Малежик, исполнитель — российская этно-поп певица Варвара)
  1. http://magazines.russ.ru/novyi_mi/1998/8/march.html Марченко А. С ней уходил я в море… // Новый мир. — 1998. — № 8.
  2. http://www.akhmatova.org/bio/razvod_sh.htm Решение суда о расторжении брака. Владимир Шилейко: последняя любовь / Сост. Шилейко А., Шилейко Т. — М.: Вагриус, 2003. — С. 71-72.
  3. http://ahmatova.niv.ru/ahmatova/dokumenty/kaminskaya-o-zaveschanii-ahmatovoj.htm Каминская А. Г. О завещании А. А. Ахматовой // Звезда. — 2005. — № 5. — С. 190—203
  4. Nabokov, Neruda and Borges revealed as losers of 1965 Nobel prize
  5. Дергачева, Ирина. Анна Ахматова выдвигалась на Нобелевскую премию по литературе в 1966 году. TASS.Ru. ТАСС, информационное агентство (2 ғинуар 2017). Дата обращения: 3 ғинуар 2017. Архивировано 3 ғинуар 2017 года.
  6. 6,0 6,1 6,2 Анна Ахматова // Кругосвет.
  7. Вячеслав Недошивин. Петербург Анны Ахматовой. www.akhmatova.org. Дата обращения: 13 август 2010. Архивировано 24 август 2011 года.
  8. 8,0 8,1 Генеалогическое древо: Прасковья Федосеевна Мотовилова (Ахматова)
  9. 9,0 9,1 Аманда Хейт Анна Ахматова. Поэтическое странствие. Дневники, воспоминания, письма. — 1991
  10. Анна Ахматова. Коротко о себе. Анна Ахматова. Стихотворения и поэмы. — Л.:Советский писатель, 1976. — 560 с. — С. 19—22. www.litera.ru. Проверено 13 августа 2010. .
  11. Аполлон . — 1911. — № 4
  12. Рубинчик О.
  13. Mawar Emas.
  14. Анна Ахматова.
  15. Ахматова, А.
  16. Беер В. А. Листки из далёких воспоминаний // Воспоминания об Анне Ахматовой. — М.: Советский писатель, 1991. — С. 28—32.
  17. 17,0 17,1 Черных В. А. Летопись жизни и творчества Анны Ахматовой. — М.: Индрик, 2008.
  18. Постановление Оргбюро ЦК ВКП(б) о журналах «Звезда» и «Ленинград»
  19. Головникова О., Тархова Н. «И все-таки я буду историком!»: (О новых следственных материалах по делу Льва Гумилева и студентов ЛГУ в 1938 году, найденных в Российском государственном военном архиве) // Звезда : журнал. — 2002. — № 8.
  20. Л. Н. Гумилев — А. А. Ахматовой. Письма, не дошедшие до адресата // Знамя. — 2011. — № 6.
  21. Копылов Л., Позднякова Т. Послесловие // Наше наследие : журнал. — 2006. — № 77.
  22. Ямщиков С. В. Мой Псков. — Псков, 2003. — 352 с.
  23. Петлянова Н. Подкоп под Ахматову // Новая газета. — М., 2009. — 25 июня.
  24. Чуковская Л. Процесс исключения. — М.: Новое время, 1990. — С. 292.
  25. 25,0 25,1 25,2 25,3 25,4 25,5 25,6 25,7 Бунатян Г. Г., Чарная М. Г. Литературные места Петербурга. Путеводитель. — СПб., 2005, — С. 319—350.
  26. Бузинов В. Десять прогулок по Васильевскому. Изд. 3-е, дополн. — СПб., 2006. — С. 146—149.
  27. Попова Н. И., Рубинчик О. Е. Анна Ахматова и Фонтанный Дом. — СПб.: Невский диалект, 2009. — ISBN 979-5-7940-047-4.
  28. Соболев С. Узбекистан: ликвидация прошлого // Столетие : информационно-аналитическое издание фонда исторической перспективы. — 2011. — 27 янв.
  29. 29,0 29,1 Данилов С. «Мангалочий дворик» Ахматовой // Независимая газета. — М., 2000. — 23 июня.
  30. Сестрорецкие берега. — № 5 (184). — 28.02.—6.03.2009. — С. 1.
  31. Сестрорецкие берега : газета. — 2008. — 2—8 февр. — № 3 (133). — С. 2.
  32. Дачу Ахматовой, ограбленную в Комарово, некому охранять (видео) // Gazeta.spb. 2008 йыл 6 февраль архивланған.
  33. Шустер Д. Странная судьба портрета Ахматовой // Нева : журнал. — 2000. — № 8.; Толмачев М. В. Ахматова в изобразительном искусстве // Бутылка в море: Страницы литературы и искусства. — М.: Д. Аронов, 2002. — С. 5—20.; Портреты Анны Ахматовой (хронологическое расположение); Василевская О. «…Под звон тюремных ключей»: «Реквием» Анны Ахматовой: из истории создания и издания // Наше наследие : журнал. — М., 2012. — № 102. — ISSN 0234-1395.
  34. В ста зеркалах. Анна Ахматова в портретах современников / Предисл. Н. И. Поповой. Вступит. ст. О. Е. Рубинчик. Тексты о создании портретов — Т. С. Поздняковой, текст об автопортретах А. А. Ахматовой — О. Е. Рубинчик, о портретах работы И. А. Бродского — Э. Б. Коробовой. Биографии художников — Г. П. Балог, Е. Л. Курниковой. — М., 2004.
  35. Любимова А. В. Записи о встречах // Об Анне Ахматовой: Стихи, эссе, воспоминания, письма. — Л.: Лениздат, 1990. — С. 254.
  36. Снеговая, И. Ахматовский вечер. // Вести Курортного района : газета. — август 2008. — № 33. — С. 5
  37. Открытие памятной доски в Коломне. Архивировано 26 февраль 2013 года. 2014 йыл 26 апрель архивланған.
  38. База данных MPC по малым телам Солнечной системы (3067) (англ.
  39. В Одессе открыт памятник Марине Цветаевой и Анне Ахматовой.
  40. Записные книжки Анны Ахматовой (1958–1966) / РГАЛИ; [сост. и подгот. текста К. Н. Суворовой; вступ. ст. Э. Г. Герштейн; науч. конс., ввод. заметки, указ. В. А. Черных]. — М.; Torino: Giulio Einaudi ed., 1996. — С. 265.
  41. В Пушкине появилось два новых памятника.
  42. Светлана Шилова. Дом-музей Анны Ахматовой могут открыть на Большой Ордынке в Москве.
  43. Музей творчества Ахматовой в Ташкенте отметил пятнадцатилетие. РИА Новости (19 ғинуар 2015). Дата обращения: 1 август 2015.
  44. «Мангалочий дворик» Анны Ахматовой в Ташкенте. Интернациональный культурный центр Республики Узбекистан (8 июнь 2011). Дата обращения: 1 август 2015. 2015 йыл 24 октябрь архивланған.
  45. 45,0 45,1 Петров В. А. Страх, или Жизнь в Стране Советов. — Спб.: Юридический центр Пресс. — 2008. 2012 йыл 11 ғинуар архивланған.
  46. Похороны Анны Ахматовой
  47. Личное дело Анны Ахматовой
  48. Теплоход «Анна Ахматова».
  49. Буцко А. «Ахматова» в Париже // Open Space.ru. — 2011. — 15 апр.
  50. Ахматова, А., Лурье, А. Чётки: Десять песен из Анны Ахматовой: (Первая тетрадь): [Ноты] / [обложка П. В. Митурича]. — Пг.; М.: Гос. муз. изд-во, 1919. — 19 с.
  1. Исключение из Союза писателей было связано с ограничением не только в творческой жизни, но и в жизни вообще: Ахматова и Зощенко после исключения были лишены продовольственных карточек — Гладков А. К. Встречи с Пастернаком — М. : Арт-Флекс, 2002, 288 с., — с. 182