Ҡомған

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Афтафа битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Бронза ҡомған, Волга буйы Болғары.

Ҡомға́н (төркисә) — Рәсәйҙең мосолман төрки халыҡтары йәшәгән төбәктәрендә башлыса тәһәрәтләнеү өсөн ҡулланылған тар муйынлы, моронло, тотҡосло һәм ҡапҡаслы оҙонса һауыт. Ҡомғандар балсыҡтан һәм металдан (башлыса еҙҙән һәм көмөштән) эшләнгән. XX быуатта дюралдән эшләнгән ҡомғандар ҙа киң ҡулланыла.

Ҡомған башҡорт халҡының көнкүрешендә киң файҙаланылған һәм әле лә файҙаланылып килә. Ҡайһы бер урындарҙа «ҡомған» «сәйнүк» һүҙенең синонимы булараҡ ҡулланыла[1].

Афтафа[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғәрәптәрҙә ҡомғандың икенсерәк формалыһы — афтафа (Афта́фа, афта́ба (фарс. آفتابه) — тип аталғаны ҡулланыла,

тажиктар уны афтоба тип атай, Үзбәкстанда — абдаса.

Балсыҡтан эшләнгән был һауыт башлыса ҡатын-ҡыҙ шөғөлө һаналған. XVIII—XIX быуаттарҙа баҡыр афтафа етештереү нәзәкәтле биҙәү-ҡулланма сәнғәтенә әйләнгән. Оҙонса йомро һауыттар матур тояҡтар, оҙон, матур бөгөлгән морон, йылан йәки аждаһа һынындағы тотҡостар менән биҙәлгән. Һауыттың өҫтөн сүкеп, гравировкалап, ҡара һыҙаттар, эмаль менән биҙәкләп, алтын ялатып эшләгәндәр. XIX быуаттан ҡалған баҡыр афтафа Баҡы ҡалаһында, Әзербайжандың Тарих музейында һаҡлана.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Башҡорт теленең һүҙлеге. 1-се том. — Мәскәү, 1993 йыл. — 675-се бит

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 1-се том. — Мәскәү, 1993 йыл. — 675-се бит

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]