Батырша (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Батырша — башҡорт ир-ат исеме.
Этимология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Батырша исеме башҡорт фарсы һүҙҙәре ҡушылыуҙан барлыҡҡа килгән исем: батыр + шаһ (батша);ҡаһарман, ҡөҙрәтле, ғәйрәтле тигәнде аңлата[1][2]
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Батырша (1710 — 24 июнь, 1762) (рус. Абдулла Алеев) — публицист Батырша Алиев (ысын исеме Ғабдулла Ғәлиев) тарихи әҙәбиәттә Абдулла Алиев исеме менән билдәле.
Фамилия
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Батыршин Радик Ирек улы (28 июль 1968 йыл) — Рәсәй журналисы, МТРК «Мир» рәйесе. Филология фәндәре кандидаты.
Батыршин Рәсиф Зарифйән улы (26 март 1951 йыл) — рәссам, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1991 йылдан Рәсәй Рәссамдары союзы ағзаһы. Удмурт Республикаһының халыҡ рәссамы. Трокай Борисов исемендәге милли премия лауреаты.
Батыршин Мөхәмәтҡунафи Әлүк улы (27 июнь 1833 йыл — 5 ноябрь 1912 йыл) — табип.
Батыршин Нәҡий Хурамша улы (11 апрель 1932 йыл — 28 май 2002 йыл) — инженер-төҙөүсе, Социалистик Хеҙмәт Геройы.
Батыршин Искәндәр Әлүк улы (1819/1820 — ?) — педагог, тәржемәсе.
Батыршин Хәмит Дауыт улы (1918 йыл — ?) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, ҡыҙылармеец. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкы 3-сө эскадроны 4 взводы ҡылыссыһы
Батыршин Сөләймән Әлүк улы (1825 — ?) — тәржемәсе.
Батыршиндар — башҡорт дворяндары нәҫеле. Нуғай даруғаһы Юрматы улусының Аллағыуат ауылы башҡорттарынан.
Әлүк Батыршин — штабс-капитан. Мәскәү гренадер, 1796 йылдан лейб-гвардия Павлов полктарында хеҙмәт итә. 1794 йылда поляк ихтилалын баҫтырыуҙа, Наполеон һуғыштарында ҡатнашҡан. 1815 йылда отставкаға китә.
Ауылдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Батырша-Ҡобау (рус. Батырша-Кубово) — Башҡортостандың Бүздәк районындағы ауыл.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |