Батыр (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Батыр — башҡорт ир-ат исеме.
Этимология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Батыр башҡорт телендә ҡурҡыу белмәҫ,ҡыйыу,ҡаһарман, тәүәккәл тигәнде аңлата[1]. Батыр исеме нигеҙендә Батырҡай, Батырхан, Батырша исемдәре, Батыров, Батыршин, Батырҡаев фамилиялары барлыҡҡа килә.
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вәлидов Батыр Хажиәхмәт улы (20 апрель 1905 йыл — 26 февраль 1969 йыл) — башҡорт шағиры. 1936 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
Батыршин Мөхәмәтҡунафи Әлүк улы (27 июнь 1833 йыл — 5 ноябрь 1912 йыл) — табип.
Батыр Вәлид; Вәлидов Батыр Хажиәхмәт улы (20 апрель 1905 йыл — 26 февраль 1969 йыл) — башҡорт шағиры. 1936 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
Фамилия
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Батырова Банат Хәйрулла ҡыҙы (16 декабрь 1902 йыл — 19 июль 1970 йыл) — хеҙмәт алдынғыһы, сөгөлдөрсө. башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары араһынан беренсе Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948), Башҡорт АССР-ының II—IV саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1947—1959).
Батыршин Радик Ирек улы (28 июль 1968 йыл, Өфө) — Рәсәй журналисы, МТРК «Мир» рәйесе. Филология фәндәре кандидаты.
Батыршин Рәсиф Зарифйән улы (26 март 1951 йыл) — рәссам, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1991 йылдан Рәсәй Рәссамдары союзы ағзаһы. Удмурт Республикаһының халыҡ рәссамы. Трокай Борисов исемендәге милли премия лауреаты.
Батырҡаев Рәфис Хөтип улы (псевдонимы — Батырҡай; 22 май 1951 йыл — 16 август 2014 йыл) — рәссам, керамист, дизайнер.
Мырҙабаев Батырхан Әмирхан улы — эшҡыуар, йәмәғәт эшмәкәре, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе.
Ауылдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Батырбай — Пермь крайының Барҙы районындағы башҡорт ауылы, Брюзли ауыл биләмәһенә керә.
Батырша-Ҡобау (рус. Батырша-Кубово) — Башҡортостандың Бүздәк районындағы ауыл.
Батыр (рус. Батырово) — Башҡортостандың Фёдоровка районындағы ауыл.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Батыр торҡаһы» һәйкәле — Пермь крайы Пермь районы Башҡултай ауылындағы батырҙар торҡаһы өлгөһөндә боронғо башҡорт ҡаһармандарына бағышланған һәйкәл.
«Батыр» хоккей клубы — Башҡортостандың Нефтекама ҡалаһында 2011 йылда Рәсәйҙә ойошторолған шайбалы хоккей буйынса йәштәр командаһы. Ошо уҡ ҡаланан ЮХЛ-да сығыш яһаған «Торос» командаһының фарм-клубы. 2011—2016 йылдарҙа Йәштәр хоккей лигаһы беренселегендә ҡатнаша. Шунда ике тапҡыр бронза һәм бер тапҡыр көмөш миҙалдарын яулай. Ә 2016—2018 йылдарҙар Милли йәштәр хоккей лигаһының Көнсығыш конференцияһында уйнай, бер тапҡыр финалға сығып көмөш миҙалдарҙы яулай.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |