Эстәлеккә күсергә

Отто фон Бисмарк

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Бисмарк битенән йүнәлтелде)
Отто фон Бисмарк
Otto von Bismarck
Отто фон Бисмарк
Отто фон Бисмарк
Флаг
Флаг
рейхсканцлер, Германия империяһы
Флаг
Флаг
21 март 1871 йыл20 март 1890 йыл
Монарх: Вильгельм I
Фридрих III
Вильгельм II
Алдан килеүсе: вазифа булдырылған
ул үҙе Төньяҡ Германия берләшмәһе канцлеры
Дауамсы: Лео фон Каприви
Флаг
Флаг
Төньяҡ Германия берләшмәһе канцлеры
Флаг
Флаг
1 июль 1867 йыл18 ғинуар 1871 йыл
Монарх: Вильгельм I
Алдан килеүсе: вазифа булдырылған
Дауамсы: вазифа юҡҡа сығарылған
ул үҙе, Германия империяһы рейхсканцлеры һымаҡ
Флаг
Флаг
Пруссия министр-президенты
Флаг
Флаг
9 ноябрь 1873 йыл20 март 1890 йыл
Монарх: Вильгельм I
Фридрих III
Вильгельм II
Алдан килеүсе: Альбрехт фон Роон
Дауамсы: Лео фон Каприви
Флаг
Флаг
Пруссия министр-президенты
Флаг
Флаг
22 сентябрь 1862 йыл1 ғинуар 1873 йыл
Монарх: Вильгельм I
Алдан килеүсе: Адольф цу Гогенлоэ-Ингельфинген
Дауамсы: Альбрехт фон Роон
Флаг
Флаг
Пруссияның Сит ил эштәре министры
23 ноябрь 1862 йыл20 март 1890 йыл
Монарх: Вильгельм I
Фридрих III
Вильгельм II
Алдан килеүсе: Альбрехт фон Бернсторф
Дауамсы: Лео фон Каприви
 
Дине: Лютерандар
Тыуған: 1 апрель 1815({{padleft:1815|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Шёнхаузен, Саксония, Пруссия
Үлгән: 30 июль 1898({{padleft:1898|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (83 йәш)
Фридрихсру, Шлезвиг-Гольштейн, Германия империяһы
Ерләнгән: Мавзолей Бисмарка
Нәҫел: Бисмарктар
Исеме: нем. Otto Eduard Leopold von Bismarck[1]
Атаһы: Карл Вильгельм Фердинанд фон Бисмарк[d][2][3][1]
Әсәһе: Вильгельмина Луиза Менкен[d][2][3][1]
Ҡатыны: Иоганна фон Путткамер
Балалары: Мария цу Ранцау[d][4][3][1]
Вильгельм фон Бисмарк[d][4][5][6][…]
Герберт фон Бисмарк[d][4][5][3][…]
Партия: беспартийный[d]
Белеме: Plamannsche Erziehungsanstalt[d][3]
Евангелическая гимназия Серого монастыря[d][3]
Гимназия Фридриха Вильгельма (Берлин)[d][3]
Гёттинген университеты[7][3]
Фридрих Вильгельм университеты[d][3]
Königliche Staats- und landwirtschaftliche Akademie Eldena[d][8][3]
 
Автограф:
 
Наградалары:
Ҡара бөркөт ордены
Ҡара бөркөт ордены
Орден «Pour le Mérite»
Орден «Pour le Mérite»
1-се класлы Тимер тәре
1-се класлы Тимер тәре
2-се класлы Тимер тәре
2-се класлы Тимер тәре
Вюртемберг тажы орденының Ҙур тәреһе кавалеры
Вюртемберг тажы орденының Ҙур тәреһе кавалеры
Людвиг Гессенский ордены
Людвиг Гессенский ордены
Серафимдар ордены кавалеры
Серафимдар ордены кавалеры
Христос Юғары ордены
Христос Юғары ордены
Изге Аннунциата юғары ордены кавалеры
Изге апостол Андрей Первозванный ордены
Изге апостол Андрей Первозванный ордены

Отто Эдуард Леопольд фон Бисмарк-Шёнхаузен (нем. Otto Eduard Leopold von Bismarck-Schönhausen}}, 1871 йылдан кенәз; 1 апрель 1815 йыл, Шёнхаузен — 30 июль 1898 йыл, Фридрихсру) — Германия империяһының беренсе канцлеры, 1871 йылда Германияны Кесе Германия менән берләштереүҙе планлаштырған һәм тимер канцлер ҡушаматын алған эшмәкәр. Отставкаға сыҡҡанда, нәҫел буйынса күсә торған «Лауэнбург герцогы» титулын һәм генерал-полковник чинындағы Пруссия генерал-фельдмаршалы дәрәжәһен ала.

Пруссия рейхсканцлеры һәм министр-рәйес булған осоронда Рейхта алып барылған сәйәсәткә әҙ иғтибар бүлә һәм отставкаға сыҡҡансы шулай ҡала. Эске сәйәсәттә ҡеүәт баллансы (йәки Европа тигеҙлеге өсөн) принцибына таяна.

Ул етәкслек иткән дәүерҙәге эске сәйәсәтте ике өлөшкә бүлергә мөмкин. Тәүҙә ул уртасыл ҡарашлы либералдар менән килешеү төҙөй. Ошо осорҙа күп һанлы эске реформалар үткәрелә. Шуларҙың береһе- гражданлыҡ никахын индереү. Был юл менән Бисмарк сиркәүҙең тәьҫирен әҙәйтергә теләй. 1870 йылдан башлап, ул либералдарҙан айырыла. Был осорҙа ул протекционизм сәйәсәте менән мауыға һәм дәүләт иҡтисадына ҡыҫылырға теләй. 1880 йылда социалистарға ҡаршы закон керетелә. Ул саҡтағы Германияның йәш императоры — кайзер Вильгельм II менән килешмәүҙәре арҡаһында отставкаға китә.

Отто фон Бисмарк 1815 йылдың 1 апрелендә Бранденбург провинцияһында (хәҙерге Саксония-Анһальт ере) әҙ ерле дворян ғаиләһендә тыуған. Бисмарктар нәҫеле һәр саҡ дәүләттә хәрби етәкселәр булып торған. Улар юнкерҙар — йәғни баҫып алыусы рыцарҙар нәҫеле, Эльбанан көнсығыштағы ерҙәрендә ауылдарын төҙөгәндәр. Бисмарктар ерҙәренең күплеге, аристократ һәм бай булыуҙары менән маҡтана алмаған, тик аҡһөйәк булыуҙары менән ғорурлана алған.

Отто 1822 йылдан 1827 йылғаса Пламан мәктәбендә уҡый һәм физик яҡтан үҫешә. Тик ул бының менән генә ҡәнәғәт булмай, ошо турала ата-әсәһенә яҙа. Ун ике йәшенән Пламанды ҡалдыра, әммә Берлиндан китмәй. Фридрихштрасселағы Бөйөк Фридрих исемендәге гимназияға бара. Ә ун биш йәше тулғас, «Һоро монастыр»ҙағы гимназияға күсә һәм үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтә. Гимназияны тамамлауға әсәһе уны Гёттингендағы Георг Август исемендәге университетҡа алып бара. Был университет Һанновер короллегендә була. Йәш Бисмарк хоҡуҡты һәм дипломатия эшен өйрәнер тип өмөтләнәләр. Тик ул да башҡа «алтын» немец йәштәренән әллә ни айырылмай. 27 тапҡыр дуэлдә була. Шуларҙың береһендә сикәһе яралана һәм ғүмерлеккә йөй ҡала. Уға унивеситетты тамамларға тура килмәй. Кеҫәһе йоҡа булғанлыҡтан, университет етәкселеге уны ҡулға алыу менән янай һәм Бисмарк ҡаланы ташлап китергә мәжбүр була. Артабан ул Берлин университеттарының береһенә урынлаша һәм философиянан диссертация яҡлай. Уҡыуын тамамлағас та, Бисмарк эш табырға ашыҡмай. Пруссияның ул ваҡыттағы сит ил эштәре министры уға Германияның берәй ҡалаһында административ эшкә барырға кәңәш итә.

Бисмарк, 1836 йыл

Һөҙөмтәлә Бисмарк Ахенға эшкә китә. Был провинция Пруссияға яңы ғына ҡушылған була. Шуға күрә был курорт ҡалаһы Францияның көслө тәьҫире аҫтында ҡала. Буш ваҡыты күп булған Отто Англия руханийы Лорейн-Смиттың ҡыҙы Изабеллаға ғашиҡ була һәм уға саҡ өйләнмәй ҡала.

Ахенда етәкселәре менән уртаҡ тел таба алмағас, Бисмарк хәрби хеҙмәткәр булып эшкә төшә — 1838 йылдың яҙында ул егерҙәрҙең гвардия батальонына яҙыла. Әммә әсәһенең сирләүе арҡаһында, хеҙмәт итеү срогы ҡыҫҡартыла. Әсәһенең вафаты Бисмарктың үҙ күңеленә хуш килгән эште табырға тырышыуын туҡтата. Помераниялағы поместьеһына идара итеүҙе үҙ өҫтөнә алырға тура килә.

Померанияға урынлашҡас, Отто фон Бисмарк поместьеларының табышын арттырыу юлдарын эҙләй башлай, күршеләре менән дуҫлашып ала. Ппоместьела йәшәү уның тормошон юлға һала. Ул үҙен алдан күрә белеүсән һәм тәжрибәле ер хужаһы булараҡ таныта. Ләкин студент сағындағы холҡо юҡ-юҡ та үҙен һиҙҙерә, шуға ла шул тирәлә йәшәгән юнкерҙар уға «ҡоторған» ҡушаматын бирә.

Бисмарк Берлинда уҡыуын тамамлаған һеңлеһе Мальвина менән дуҫлаша. Ағай менән һеңле араһында рухи берлек булыуы тойола.

Бисмарк бер ҡасан да алланға ышаныуынан туҡтамай һәм үҙен Мартин Лютерҙың эшен дауам итеүсе тип иҫәпләй. Һәр иртәне ул Библиянан өҙөктәр уҡыу менән башлар була. Иоһанна фон Путткамерҙы йәрәшеүгә өлгәшә.

Бисмаркҡа Пруссия короллегенең яңынан ойошторолған Берләшкән ландтагына депутат сифатында сәйәсәткә инеү мөмкинлеге килеп тыуа. Ул был мөмкинлекте ҡулынан ысҡындырырға теләмәй һәм, туйын бер аҙға кисектереп, 1847 йылдың 19 майында, депутат булараҡ, үҙ урынын ала. Был либералдарҙың һәм короллек яҡлы консерватив көстәрҙең киҫкен рәүештә ҡапма-ҡаршы торған осоро була: либералдар Фридрих Вильгельм Дүртенсенән конституцияны һәм граждандар азатлыҡтарын раҫлауын талап итә, ләкин король бындай хөрриәтте бүләк итергә ашыҡмай; уға Берлиндан Көнсығыш Пруссияға тиклем тимер юл төҙөлөшөнә аҡса талап ителә. Тап ошо маҡсатта ул 1847 йылдың апрелендә һигеҙ провинциаль ландтагтан торған Берләшкән ландтагты саҡыра ла инде.

Бисмарк ҡатыны менән

Ландтагтағы тәүге телмәренән үк Бисмарк ыҙғыш сығарыусы булараҡ таныла. Ул үҙенең телмәрендә депутат-либералдың 1813 йылдағы азатлыҡ өсөн һуғыштың конституцион характеры тураһындағы раҫлауын кире ҡағырға тырыша. Һөҙөмтәлә, матбуғат тырышлығы менән, Померанияның «ҡоторған юнкеры» Берлин ландтагының «ҡоторған» депутатына әйләнә. Тағы ла бер айҙан һуң Отто, либералдарҙың күмиры һәм рупоры булған Георг фон Финкены бер туҡтауһыҙ тәнҡитләүе арҡаһында, «Финкене эҙәрлекләүсе» ҡушаматына эйә була. Илдә әкренләп революция кәйефтәре уяна башлай; бигерәк тә аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың артыуына ҡәнәғәт булмаған түбәнге ҡатламда һәм эшселәр араһында. Отто фон Бисмарк һәм Иоһанна фон Путткамер ошондай шарттарҙа өйләнешә.

1848 йылда Франция, Италия, Австрия кеүек илдәр революциялар тулҡынына күмелә. Пруссияла революция патриотик кәйефтәге либералдар баҫымы аҫтында тоҡана, улар Германияны берләштереүҙе һәм Конституция булдырыуҙы талап итә. Король талаптарҙы ҡабул итергә мәжбүр була. Тәүҙә Бисмарк революциянан ҡурҡа, хатта Берлинға армия менән инергә йыйына, ләкин артабан бер аҙ һүрелә, ташламалар яһаған монархҡа ышанысын юғалта һәм күңел төшөнкөлөгөнә бирелә.

Файл:Бисмарк-реалист.jpg
Бисмарк: «Стена — таш. Минең маңлайым тимерҙән түгел. Ни сәбәпле мин уға башымды бәрергә тейеш?»[9]

Төҙәлмәҫлек консерватор репутацияһы арҡаһында Бисмарк яңы Пруссияның милли йыйылышына инә алмай (дөйөм тауыш биреүҙә халыҡтың ир-егеттәре генә ҡатнаша). Отто юнкерҙарҙың традицион хоҡуҡтарының сикләнеүенән ҡурҡа, тиҙҙән был йәһәттән дә тыныслана. Ул үҙенең поместьеһына ҡайта һәм яңы консерватив «Кройццайтунг» гәзитен сығара башлай. Тап ошо осорҙа Отто фон Бисмарк ингән консерватив кәйефле сәйәсмәндәр блогының эшмәкәрлеге көсәйә.

Бындай кәйефтарҙың көсәйеүенә 1848 йылдағы контрреволюцион түңкәрелеш, шулай уҡ королдең, парламент ултырышын туҡтатып, Берлинға ғәскәр индереүе сәбәпсе була. Бисмарк был түңкәрелеште әҙерләүгә ифрат ҙур өлөш индереүгә ҡарамаҫтан, король уны «бар булмышы менән реакционер» тип атап, министр посына тәҡдим итеүҙән баш тарта. Король реакционерҙарға ирек биреү тураһында уйлап та ҡарамай: түңкәрелештән һуң ул Конституцияны баҫтырып сығара: унда монархия принцибы ике палаталы парламентты булдырыу менән яраштырыла. Монарх шулай уҡ абсолют тыйыу хоҡуғын һәм ғәҙәттән тыш указдар ярҙамында идара итеү хоҡуғын үҙендә ҡалдыра. Был Конституция либералдарҙың өмөттәрен аҡламай, әммә Бисмаркҡа ул барыбер үтә прогрессив булып тойола.

Әммә Бисмарк буйһонорға мәжбүр була һәм парламенттың түбәнге палатаһына депутатлыҡҡа кандидат булып күрһәтерлергә ҡарар итә. Һайлауҙарҙың ике турын да бик ҡыйынлыҡ менән үтә ул. 1849 йылдың 26 февралендә ул депутат урынын ала. Әммә Бисмарктың Германияны берләштереүгә һәм Франкфурт парламентына кире мөнәсәбәте уның репутацияһын төшөрөүгә килтерә. Король парламентты таратҡандан һуң, ғәмәлдә, Бисмарк ҡайтанан депутат булып һайланыуға мөмкинлеген юғалта. Ләкин был юлы уға юл асыла, сөнки король һайлау системаһын үҙгәртә, һөҙөмтәлә Бисмарктан һайлау алды көрәшен алып барыу талап ителмәй. 7 августа Отто фон Бисмарк яңынан үҙенең депутат урынына ултыра.

Бер аҙ ваҡыт үткәс, Австрия һәм Пруссия араһында етди конфликт тыуа, уның хатта тулы масштаблы һуғышҡа әйләнеү хәүефе лә була. Был ике дәүләттең һәр береһе үҙен герман донъяһының алдында барыусы, тип иҫәпләй һәм ваҡ немец кенәзлектәрен үҙ йоғонтоһо аҫтына алырға тырыша. Был юлы Эрфурт низағ «алмаһы» булып сыға, һәм Пруссияға, "Ольмюц килешеүе"н төҙөп, ташлама яһарға тура килә. Бисмарк был килешеүҙе әүҙем хуплай, сөнки Пруссия был һуғышта еңә алмаҫ ине, ти ул. Бер ни тиклем икеләнгәндән һуң, король Бисмаркты Франкфурт бундестагына Пруссия вәкиле итеп ебәрә. Тиҙҙән Бисмарк Австрияның бик танылған сәйәси эшмәкәре Клеменс фон Меттерних менән таныша.

Ҡырым һуғышы дәүерендә Бисмарк Австрияның Рәсәй менән һуғышҡа герман армияһын мобилизацияларға тырышыуына ҡаршы төшә. Ул асыҡтан-асыҡ Германия берлеге өсөн сығыш яһай, Австрияның өҫтөнлөккә эйә булыуына ҡаршы сыға. Һөҙөмтәлә Бисмарк (әле күптән түгел генә бер-береһенә ҡаршы һуғышыуҙарына ҡарамаҫтан) Рәсәй һәм Франция менән союз булдырыу яҡлы була. Иң тәүге сиратта Франция менән бәйләнеш урынлаштырыу талап ителә, шуға Бисмарк 1857 йылдың 4 апрелендә Парижға юл тота, унда император Наполеон III менән осраша. Ләкин королдең ауырыуы һәм Пруссияның тышҡы сәйәсәте ҡапыл үҙгәреүе сәбәпле, Бисмарк пландары ғәмәлгә ашмай ҡала һәм уны Рәсәйгә илсе итеп ебәрәләр.

Санкт-Петербургта (1859—1862)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй тарихнамәһендәге өҫтөнлөклө фекергә ярашлы, Бисмарктың Рәсәйҙә дипломат булараҡ формалашыуына уның урыҫ вице-канцлеры Горчаков, Александр Михайлович менән аралашыуы ҙур йоғонто яһай. Шул саҡта уҡ Бисмаркта был поста эшләү өсөн талап ителгән дипломатик сифаттары: тәбиғи аҡыл һәм сәйәси һиҙгерлек була.

Горчаков Бисмаркҡа бөйөк киләсәк фаразлай. Рәсәйҙә Бисмарк урыҫ телен өйрәнә. Айыуға һунарҙа ҡатнашып, ике айыуҙы атып ала, ләкин аҙаҡ һунарға йөрөүҙән баш тарта.

1861 йылдың ғинуарында король Фридрих Вильгельм IV вафат була, уның урынын элекке регент Вильгельм I ала, шунан һуң Бисмаркты Парижға илсе итеп ебәрәләр. Шул ваҡытта ул урыҫ илсеһе Орлов Николай Алексеевичтың ҡатыны 22 йәшлек княгиня Трубецкая Екатерина Николаевна менән мауыға[10].

Германияны берләштереү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тимер һәм ҡан менән

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бисмарк Германияны берләштереү сәйәсәтен эҙмә-эҙлекле үткәрә. «Тимер һәм ҡан менән» (Blut und Eisen) һүҙбәйләнеше Пруссияның премьер-министры Отто фон Бисмарктың 1862 йылдың 30 сентябрендә парламенттың бюджет комитеты алдынан һөйләгән телмәрендә яңғырай.

Бисмарктың был телмәре хөкүмәт һәм парламент араһындағы бүленеште еңеүгә йүнәлтелә. Парламент план буйынса армияла реформа үткәреүгә аҡса бүлеүҙән баш тарта, әммә либераль күпселек армияны үҙгәртеп ҡороу һәм көсәйтеү идеяһынан баш тартмай[11]. Улар армияла ике йыл хеҙмәт итеүҙе һаҡлап ҡалыуҙы гарантиялауҙы, һәм либераль кәйефтәр көслө булған ландверҙы таратмауҙы талап итә. Бер-береһен аңлауға өлгәшеү һәм Пруссия парламенты яғынан хуплау алыу маҡсатында, Пруссия премьер-министры Отто фон Бисмарк 1862 йылдың 30 сентябрендә телмәр менән сығыш яһай, унда шундай һүҙҙәр ҙә яңғырай:

« Германия Пруссияның либерализмына ғына түгел, ә уның власына ҡарап тора; Бавария, Вюртемберг, Баден либерализмға тыныс ҡараһын да ти. Шуға күрә һеҙгә бер кем дә Пруссия ролен тапшырмаясаҡ; Пруссия үҙ көстәрен бергә йыйырға һәм быға тиклем бер нисә тапҡыр ҡулынан ысҡындырылған уңайлы мәлгә тиклем уны һаҡларға тейеш. Пруссияның Вена килешеүҙәренә ярашлы барлыҡҡа килгән сиктәре дәүләттең тейешенсә йәшәүенә булышлыҡ итмәй; хәҙерге замандың мөһим мәсьәләләре күпселектең телмәрҙәре һәм ҡарарҙары менән түгел (был 1848 һәм 1849 йылдарҙағы хата), ә тимер һәм ҡан менән хәл ителә[12] »

.

Бында Бисмарк 1813 йыл үҙ теләге менән һуғышҡа киткән Макс фон Шенкендорфтың шиғыр юлдарына таяна.

Шулай итеп, Бисмарк әүҙем тышҡы сәйәсәткә аяҡ баҫа[13]. Парламенттың либераль күпселеге «герман мәсьәләһен» көс ҡулланмайса хәл итеп булмаясағын аңлаһа ла, Бисмарктың телмәре, бигерәк тә (либераль) матбуғат тарафынан, туранан-тура көс ҡулланыуға саҡырыу һәм тышҡы сәйәсәт афераһы булараҡ ҡабул ителә[11], речь Бисмарка была расценена, особенно прессой, как прямой призыв к насилию и как внешнеполитическая афера[14].

Бының тарихы түбәндәгесә: ҡарар ҡабул итергә һәләтле булмаған король Фридрих Вильгельм Дүртенсенең регенты — армия менән тығыҙ бәйле булған принц Вильгельм ландверҙың — Наполеон менән көрәштә хәл иткес роль уйнаған һәм либераль кәйефтәрҙе һаҡлап ҡалған территориаль армияның булыуына риза булмай. Өҫтәүенә, хөкүмәттән сағыштырмаса бойондороҡһоҙ булған ландвер 1848 йыл революцияһын баҫтырғанда бер ниндәй эффектив саралар ҙа күрә алмай. Шуға күрә регент хәрби реформаны төҙөүҙә Пруссияның хәрби министры Альбрехт фон Роон яҡлы була. Роон, пехотала хеҙмәт итеү срогын 3 йылға һәм кавалерияла 4 йылға тиклем оҙайтып, регуляр армияны булдырырға тәҡдим итә. Хәрби сығымдарҙы 25 процентҡа арттырыу күҙҙә тотола. Был ҡаршылыҡ тыуҙыра, һәм король, либераль хөкүмәтте таратып, уны реакцион хакимиәт менән алмаштыра. Ләкин бюджет тағы ла раҫланмай.

Был ваҡытта Европа сауҙаһы әүҙем рәүештә алға бара, унда сәнәғәте интенсив рәүештә үҫешкән Пруссия мөһим роль уйнай, әммә протекционизм ҡарашында торған Австрия быға аяҡ сала. Австрияға әхлаҡи зыян килтереү маҡсатында, Пруссия Габсбургтарға ҡаршы революция тулҡынында килгән итальян короле Виктор-Эммануилдың легитимлығын таный.

1861 йылда Вильгельм Пруссия короле Вильгельм I булып китә, һәм ул Ландтаг депутаттарының бюджет мәсьәләһе буйынса уға ҡаршы булыуҙарына тап була, был хәл конституцион көрсөккә килтерә. Ошо көрсөктө юлға һалыу өсөн Париждан унда илсе булып эшләгән Бисмаркты ҡайтарырға ҡарар ителә.

Бисмартың консерватор ҡарашлы булыуын белгәнгә, Вильгельм бындай тәғәйенләүгә икеләнеп ҡарай. Әммә 1862 йылдың 22 сентябрендә Бабельсбергта үткән аудиенцияһында Бисмарк королде, вассал үҙенең сюзеренына хеҙмәт иткән кеүек, тоғро хеҙмәт итәсәгенә ышандыра. 1862 йылдың 23 сентябрендә король Бисмаркты, уға киң вәкәләттәр биреп, Пруссия хөкүмәте рәйесе итеп тәғәйенләй.

Бисмарк үҙенең кабинетына консерватив министрҙарҙы индерә, улар араһында Роондан башҡа сағыу шәхестәр ҙә булмай. Артабан Бисмарк «конституциялағы етешһеҙлеккә» иғтибар итә, унда конституцион көрсөк ваҡытында хөкүмәттең эшләү механизмы тураһында яҙылмаған икән.

Ландтагтың түбәнге палатаһындағы билдәле телмәрендә, 1848—1849 йылдарҙа ҡарарҙы күпселек тауыш принцибы юлы менән ҡабул итеү хата була, тип белдерә ул, шуға ла мөһим ҡарарҙар «тимер һәм ҡанға» таянып ҡабул ителергә тейеш. Бында ул иң тәүге сиратта Германияны берләштереүҙе күҙ уңында тота. Немец ерендә өҫтөн булыу өсөн Пруссия менән Австрия араһында көрәштең башланыуы өсөн иң уңай мәл килеп етте, тип иҫәпләй Бисмарк.

Килеп тыуған хәүефте һиҙеп, Австрия бөтә немец дәүләттәренең етәкселәре конференцияһын саҡырыу инициативаһы менән сығыш яһай. Был форумдың маҡсаты: Франц-Иосиф рәйеслегендә перспективаға йүнәлтелгән федераль реформалар ҡабул итеү һәм милли парламентҡа артабан дөйөм һайлауҙар үткәреү. Франц-Иосиф Гастайнерталь курортына килә, шул мәлдә король Вильгельм да унда булып сыға, ләкин Бисмарк король Вильгельмдың был конференцияға барыуҙан баш тартыуына өлгәшә. Традиция буйынса Майндағы Франкфуртта йыйылған немец дәүләттәре етәкселере, Пруссия ҡатнашлығынан тыш Германияны берләштереү мөмкин түгел, тигән ҡарарға килә. Австрияның немец ерендә гегемонияға өлгәшеү хыялы мәңгелеккә юҡҡа сыға[15].

Шлезвиг һәм Гольштейнды ҡушыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Бисмарк — триумфатор.

1864 йылда Данияның көньяҡ өлөшө булған, ләкин күбеһенсә этник немецтар йәшәгән Шлезвиг һәм Гольштейндың статусы мәсьәләһе буйынса Дания менән һуғыш тоҡана. Низағ күптән быҫҡып ятҡан була, ләкин ике яҡтың да милләтселәре баҫымы аҫтында ул янғынға әйләнеп китә. Һөҙөмтәлә Пруссия ғәскәрҙәре Шлезвиг-Гольштейнды ала, һәм тиҙҙән был герцоглыҡтар Пруссия һәм Австрия араһында бүленә. Әммә барыбер низағ туҡтарға уйламай, Австрия менән Пруссия араһындағы мөнәсәбәттәр даими рәүештә көрсөк хәлендә ҡала.

Көнбайыш Германияны ҡушыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1866 йылда Австрия-Пруссия-Италия һуғышы башланасағы асыҡлана, ике яҡ та үҙҙәренең хәрби көстәрен мобилизациялай башлай. Пруссия Италия менән тығыҙ бәйләнештә була, ул Австрияға көньяҡ-көнбайыштан баҫым яһай һәм Венецияны баҫып алырға ынтыла. Пруссия армияһы ярайһы уҡ тиҙ арала көнбайыштағы герман ерҙәрен баҫып ала һәм Австрияға ҡаршы төп хәрби кампанияға әҙер була. Австрия ғәскәре бер туҡтауһыҙ еңелә, шуға күрә Пруссия тәҡдим иткән тыныслыҡ килешеүен ҡабул итергә мәжбүр була. Пруссия составына Гессен-Кассель, Нассау, Һанновер, Шлезвиг-Гольштейн һәм Майндағы Франкфурт индерелә.

Төньяҡ Германия берлеген булдырыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Австрия менән һуғыш канцлерҙың хәлен ала, һәм сәләмәтлеге ҡаҡшай. Бисмарк ял ала. Ләкин оҙаҡ ял итергә тура килмәй уға. 1867 йылдың башынан Бисмарк Көнбайыш Германия конфедерацияһы Конституцияһын төҙөү өҫтөндә ныҡышмалы эшләй. Ландтагҡа ҡайһы бер ташламалар яһағандан һуң, Конституция ҡабул ителә, һәм Төньяҡ Германия берлеге хасил була. Ике аҙнанан һуң Бисмарк канцлер итеп тәғәйенләнә. Пруссияның шулай көсәйеүе Франция һәм Рәсәй батшаларын ныҡ борсой. Александр II менән мөнәсәбәттәр һәүетемсә булһа, француздар немецтарға ҡарата кире ҡарашта була. Тәхет вариҫлығы буйынса килеп тыуған испан көрсөгө лә утҡа май өҫтәй. Гогенцоллерндарҙың Бранденбург династияһына ҡараған Леопольд Гогенцоллерн-Зигмаринген испан тәхетенә дәғүә итеүселәрҙең береһе була. Франция уны мөһим испан тәхетенә ултыртырға теләмәй. Ике илдә лә патриотик кәйефтәр өҫтөнлөк ала. Өҫтәүенә, көньяҡ герман ерҙәре Францияның көслө йоғонтоһонда була, был да Германияны берләштереүгә ҡамасаулай. Күп тә үтмәй һуғыш сыға.

Версалдә Германияның штаб-фатиры. Һулдан уңға: Леонард фон Блюменталь, вариҫ принцы Фридрих III (Германия императоры), Верди дю Вернуа, Вильгельм I (Германия императоры), Карл Бернхард фон Мольтке, Альбрехт фон Роон Бисмарк
Версалдә Вильгельм Беренсене Германия императоры тип иғлан итеү буйынса тантаналы церемония. Уртала (аҡ мундирҙа) Отто фон Бисмарк.

Империяны иғлан итеү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1870—1871 йылдарҙағы Франция-Пруссия һуғышында француздар еңелә, бигерәк тә оло ҡорбандар килтергән Седан янында еңелеү француздарҙың хәтерендә оҙаҡ һаҡлана. Император Наполеон III әсиргә төшә, ә Парижда сираттағы Сентябрь революцияһы еңә. Был ваҡиғаларҙан һуң Пруссияға Эльзас һәм Лотарингия, Саксония, Бавария короллеге һәм Вюртемберг короллектәре ҡушыла. Бисмарк 1871 йылдың 18 ғинуарында Икенсе рейхты булдырыу тураһында иғлан итә, Вильгельм I Германия императоры (кайзер) титулын ҡабул итә. Бисмарк үҙе, дөйөм популярлыҡ тулҡынында, кенәз титулын һәм Фридрихсрула яңы поместье алыуға өлгәшә.

Алдан килеүсе:
Германия Рейхсканцлеры
18711890
Һуңынан килеүсе:
Лео фон Каприви
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Stolberg-Wernigerode O. z. Neue Deutsche Biographie (нем.)Historische Kommission bei der Bayerischen Akademie der Wissenschaften, 1955. — Vol. 2. — S. 268—277. — doi:10.1163/9789004337862_LGBO_COM_140215
  2. 2,0 2,1 Pas L. v. Genealogics (ингл.) — 2003.
  3. 3,00 3,01 3,02 3,03 3,04 3,05 3,06 3,07 3,08 3,09 Meyer A. Bismarck, Otto Eduard Leopold // Biographisches Jahrbuch und Deutscher Nekrolog (нем.) / Hrsg.: A. BettelheimB. — Vol. 3. — S. 1—42.
  4. 4,0 4,1 4,2 https://www.dhm.de/lemo/biografie/otto-bismarck
  5. 5,0 5,1 Lundy D. R. Otto Eduard Leopold von Bismarck-Schönhausen Fürst von Bismarck // The Peerage (ингл.)
  6. В. В—в Бисмарк, Вильгельм (урыҫ) // Энциклопедический словарьСПб.: Брокгауз — Ефрон, 1905. — Т. доп. I. — С. 267—268. — 956 с.
  7. https://www.uni-goettingen.de/de/graf-otto-von-bismarck-1815-bis-1898/62594.html
  8. http://ub-goobi-pr2.ub.uni-greifswald.de/viewer/fullscreen/PPN559838239_NF_77/135
  9. Richard Carstensen. Bismarck anekdotisches.Muenchen:Bechtle Verlag. 1981. ISBN 3-7628-0406-0.
  10. Orloff, Nikolai. Bismarck und Katharina Orloff, ein Idyll in der hohen Politik.— Beck, 1936.
  11. 11,0 11,1 Grundkurs deutsche Militärgeschichte. Die Zeit bis 1914. Im Auftrag des Militärgeschichtlichen Forschungsamtes, hrsg. von Karl-Volker Neugebauer. Oldenbourg Wissenschaftsverlag, München 2006, ISBN 978-3-486-57853-9, S. 324 books.google
  12. Цитировано по: Хилльгрубер А. Выдающиеся политики: Отто фон Бисмарк, Меттерних. — Ростов-на-Дону: Феникс, 1998. Оригинал: Hillgruber, A. Otto von Bismarck: Gründer d. europ. Grossmacht Dt. Reich. — Zürich, Frankfurt [Main]: Musterschmidt, 1978.
  13. Eberhard Kolb. Bismarck. Verlag C. H. Beck 2009; ISBN 978-3-406-56276-1; S. 56f. books.google
  14. Die Reden des Ministerpräsidenten von Bismarck-Schönhausen im Preußischen Landtage 1862—1865 (Hrg. Horst Kohl), S. 31.
  15. Martin Kitchen. The Cambridge Illustrated History of Germany. — Cambridge University Press. 1996. ISBN 0-521-45341-0.